Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 29 (27581) 13 март, 2019 йыл


“Башҡортостан” гәзитенең 13 март һанына күҙәтеү

Беренсе һәм икенсе биттәрҙә республика яңылыҡтары, төбәк етәксеһенең эшлекле осрашыуҙары менән танышырға мөмкин.

Фатир ҡиммәт, ипотеканың проценттары ҙур... Ә торлаҡ кәрәк. Айырыуса йәш ғаиләләргә. Әлбиттә, мөмкинлеге булғандар ипотека ала. Әммә бының өсөн ҡайҙандыр тәүге иғәнәне лә табыр кәрәк бит әле. Ошондай шарттарҙа “нисек фатирлы булырға?” тип баш ватҡандар өсөн бик яҡшы яңылыҡ бар. Хәҙер Башҡортостан кешеләре өсөн торлаҡ алыу еңеләйәсәк. Был йәһәттән ошоға тиклем эшләп килгән, әммә сикләнгән категорияға ғына унда ҡатнашыу мөмкинлеге булған “Жилстройсбережение” программаһы ярҙамға килә. Программа тураһында тулыраҡ 2-се биттә уҡығыҙ.

3-сө бит тулыһынса һаулыҡ һаҡлауға арнала. Файҙалы кәңәштәр, миокард инфаркты тураһында тулы белешмә, үҙ эштәрен мөкиббән китеп башҡарған табиптар — барыһы ла Сәләмәтлек битендә.

4-се биттә иһә гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына билдәле әҙип Төхвәт Йәнәбиҙең бер туған һеңлеһе Ғилминисаның ейәнсәре Мөгөлсөм Лоҡманова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Шәхестең тормош юлы, әлегәсә билдәһеҙ ҡалған ваҡиғалар, уның туғандары, вариҫтары хаҡында был әңгәмә.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә