Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
№ 30 (27582) 2019 йыл, 15март, йома


“Башҡортостан” гәзитенең 15 март һанына күҙәтеү

Бөгөнгө һандың 1-2-се биттәрендә Мәскәүҙә Федерация Советында уҙған Башҡортостан Республикаһы көнөнән репортаж бирелгән. 2-се биттә шулай уҡ Сибайҙа халыҡты һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе яҡтыртылған.

3-сө биттәге мәҡәләләр 16-17 мартта үтәсәк Умартасыларҙың төбәк съезына бағышланған.

4-се биттә Сибайҙа һаҡланған Зәки Вәлидиҙең эш өҫтәле, Мәләүездәге башҡорт гимназияһының ҡаҙаныштары тураһындағы яҙмалар урын алған.

5-се биттә һаулыҡ һаҡлауға ҡағылышлы, 6-сы биттә иһә эскелеккә ҡаршы көрәш темалары күтәрелгән.

7-се биттә йәнтөйәкте һаҡлауға, милли кәсептәрҙе тергеҙеүгә йүнәлтелгән мәҡәләләр баҫылып сыҡҡан.

8-се биттә Халыҡ-ара ҡулланыусылар көнө айҡанлы халыҡтың күп һанлы һорауҙарына яуаптар бирелгән.

9-сы биттә Учалылағы “Урал” балалар шифаханаһы хаҡында һүрәтләмә баҫылған.

10-сы биттәге яҙмалар законһыҙ таш сығарыу, иҡтисади хәүефһеҙлек темаларына ҡағылған.

11-се биттә башҡорт мәғрифәтсеһе Мирсәлих Биксуриндың 200 йыллығына бағышланған мәҡәлә донъя күргән.

12-13-сө биттәрҙә – “Матур үтһен ялығыҙ!” махсус сығарылышы.

14-се биттә киләһе аҙнаға телевидение программаһы урынлашҡан.

15-се биттә – “Сәләмәт булайыҡ!” махсус сығарылышы.

16-сы биттә Ҡырмыҫҡалы, Бөрйән яҡтарынан килгән хат-хәбәрҙәр баҫылып сыҡҡан.

һылтанмалар



Комментарий өҫтәргә