Ергә һеңгән иҫке өйҙән үтеп-һүтеп йөрөүселәрҙең аяғынан башҡа бер нәмә лә күренмәгәс, Сара урамға сығырға мәжбүр булды. Яратҡан "Еңеү көнө" йыры яңғырай. Ҡулдарына гөлләмә тотҡан бала-саға һәм яугирҙәр Сибай ҡалаһы паркындағы Еңеү һалдаты обелискыһы эргәһенә ашыға.
"Яҙмыш миңә йәнә һынауын әҙерләгән... Эй, Хоҙайым, ниңә генә шул тиклем ыҙалатаһың, яратмайһың? Күпме түҙергә була? Атаҡайым иҫән-һау булһа..." Алтмыш йәшен үрләгән Сара ирекһеҙҙән һорауына үҙе яуап эҙләне. "Ҡайҙа ул мин бахырҡайға атай-әсәй! Ғүмерем буйы ғәзиз кешеләремде белмәнем", — тип өҙгөләнде. Һалҡын өйөнә инеп, сумаҙандан альбомын алып, атаһының фронттан ебәргән берҙән-бер фотоһүрәтенә текәлде. Уға пилотка, гимнастерка кейгән йәп-йәш һалдат — 18 йәшлек мыйыҡһыҙ егет төбәлде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыяр үҫтереү ҙә — йүнселдәр эшеАуыл ерендә лә хәҙер үҙ эшен юлға һалырға тырышҡан егәрлеләрҙе йыш осратырға була. Күптәр шәхси магазинын булдырып, ауылдаштарын аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, бәғзеләре иһә һөт-ҡатығын әҙерләп, утын-миндеген йүнләп, ҡала-район үҙәгенә алып барып һата, еңел машинаһында такси ролен үтәй. Күгәрсен районында ла колхоз-совхоздар тарҡалды, ләкин эш юҡ тип күктән ярҙам көтөп ятҡандар һирәк.
Мәҡсүт ауылынан Эльвир Ваһапов тәүҙә күп кенә ауылдаштары кеүек сит тарафтарҙа төрлө эштә була. Һуңынан ауылына кире әйләнеп ҡайта. Эшһеҙ йөрөп өйрәнмәгән егет үҙенә ят булған шөғөлгә тотона – йәшелсә үҫтереү теләге менән яна башлай. Етмәһә, ҡатынының ата-әсәһе лә ҡыяр, помидор үҫтереүҙең серен яҡшы белә. Шуға ла Эльвир ата-әсәһенең, ҡайны-ҡәйнәһенең кәңәшен тотоп, киләсәктә уларҙың ярҙамына өмөт итеп, ошо эшкә тотона һәм бар көсөн, оҫталығын һалып, теплица хужалығы булдыра.
Ком: 0 // Уҡынылар: 45 тапҡыр // Тотош уҡырға
Асылыкүлгә килеп күңел асһаң...Яҙғы өмәләр ойоштороу һәм тирә-йүнде күмәкләп тәртипкә килтереү күптән килгән күркәм йола икәнлеген ҡабатлап тороу кәрәкмәй – йәшәгән мөхиттең таҙа булыуы зарур. Был сарала республика халҡы йыл һайын әүҙем ҡатнаша.
Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән 9 апрелдә башланған өмәләр 21 майға тиклем дауам итә.
Өфө ҡалаһы уртаҡ тырышлыҡ менән таҙалыҡ йәһәтенән бар талаптарға яуап бирә кеүек: урамдарҙа, парктарҙа сүп-сар күрмәҫһең. Мәҫәлән, үткән аҙнала баш ҡалала ойошторолған сираттағы өмәлә генә 26 мең кеше ҡатнашҡан, 560 техника берәмеге ҡулланылған, 2800 кубометр сүп-сар йыйылған, ҡаты ҡалдыҡтар полигонына 22 рейс яһалған.
Республиканың ҡала-райондарында ла эш гөрләй. Әлшәй һәм Благовещен райондарында тирә-яҡты тәртипкә килтереү, йәшелләндереү саралары рәсми тамамланһа, ҡалған төбәктәрҙә 21 майға тиклем осорҙо тулыһынса файҙаланмаҡсылар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Аҡсаңды елгә осормаРеспубликала яҙғы сәсеү тамамланып килә. Уның артынса баҫыуҙарҙы гербицид менән эшкәртеү башланасаҡ.
Сүп үләндәренә ҡаршы ҡулланылған ошондай сараларҙан һуң үҫентеләрҙең үҫеше 7–10 көнгә тотҡарланыуы, уңыштың түбәнәйеүе фәнни яҡтан иҫбатланған. Шулай ҙа игенгә, шәкәр сөгөлдөрөнә, көнбағышҡа гербицидтың зарарлы йоғонтоһон бер аҙ йомшартырға мөмкинме? Әлбиттә. Бының өсөн “БашИнком” предприятиеһы етештергән АВЗ технологияһын файҙаланырға кәңәш ителә. Был технология уңышты арттырыу, гербицид тәьҫиренә ҡаршы тороу мөмкинлеген бирә.
Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты үткәргән тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, сәсеүлекте “саф” гербицидтар менән түгел, ә уларҙың “Гуми”, “Фитоспорин” экологик яҡтан таҙа тәбиғи биопрепараттары ҡушылған ҡанашмалары менән эшкәртеү һөҙөмтәһендә үҫемлектәргә әллә ни зыян килмәй, көстө лә улар йылдамыраҡ туплай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 25 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өмөт һаман һүрелмәй 1980 йылдың йәйе... Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгендәге Краснокама районының Яңы Ҡабан ауылы эргәһендә тәүҙә йөҙәрләгән палатка пәйҙә булды, тора-бара тәүге эшсе барактары ҡалҡып сыҡты. Күп тә үтмәй, төбәккә иҫәпһеҙ-һанһыҙ ауыр техника килде. Башҡортостанда иң тәүге атом электр станцияһына, буласаҡ Ағиҙел ҡалаһына нигеҙ һалыу эше башланды. Хәҙер нисек йәшәй был ҡала?
Әгәр Чернобыль булмаһа...
Техника менән бергә оло төҙөлөшкә республикабыҙҙың төрлө ҡала, райондарынан, СССР төбәктәренән белгестәр, эшселәр ағылды. Күптәре комсомол йүнәлтмәһе менән килгән егет һәм ҡыҙҙарҙың күңеле энтузиазм менән тулы ине. Мәскәү архитекторҙары проекты нигеҙендә тәүге күп ҡатлы йорттар ҡалҡытҡан төҙөүселәр, Башҡортостан атом станцияһына нигеҙ һалыусы энергетиктар, ауыр көнкүреш шарттарына иғтибар бирмәй, төҙөлөшкә дәррәү тотондо.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 10 11 12 13 14 15 16 17 18 ... 612 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ