Сорғоттан килгән бүләкХикмәтле инде был тормош. “Башҡортостан” гәзите редакцияһы, республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең рухи талаптарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, Һамар, Һарытау һәм башҡа өлкәләргә башҡорт телендәге китаптар йыйып алып китергә йыйынған бер мәлдә, Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылына ҙур ғына бүләк килеп төштө. Йөҙҙән ашыу китапты тыуған ауылына әлеге ваҡытта Сорғот ҡалаһында йәшәгән Мөхтәр Сәғитов ебәргән.
— Мөхтәр Вәлиулла улы, байтаҡ йылдар ситтә йәшәһә лә, тыуған төйәген бер ҙә онотмай, — ти ауыл китапханаһы мөдире Ильяс Сәғитов. — Ауылдың арҙаҡлы кешеләренә арналған стенд эшләргә йыйынғаныбыҙҙы белгәс, үҙ аҡсаһына билдәле шәхестәребеҙҙең төҫлө фотоһүрәттәрен ҙурайтып, улар хаҡында мәғлүмәт туплап, зауыҡлы рамдарға ҡуйып, беҙгә ебәргән. Китаптары фондыбыҙҙы байытты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 52 тапҡыр // Тотош уҡырға
Абруйлы ғилем усағындаСәйетбаба урта мәктәбе — Башҡортостанға ғына түгел, илебеҙгә лә бихисап шәхестәр биргән абруйлы ғилем усағы.
“Барлыҡ коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” акцияһына берҙәм ҡушылып, бөгөн тотош уҡытыусылар коллективы төп гәзитебеҙҙе алдырып уҡый”, — ти мәктәп директоры Зөһрә Хәйруллина. Физика уҡытыусыһы Рәйес Мурзин да уның һүҙен ҡеүәтләй:
— “Башҡортостан” ғаиләбеҙ гәзитенә әүерелде. Сығарылыш класы етәксеһе булғас, ул уҡыусылар менән төрлө әңгәмәләр үткәреүҙә ныҡ ярҙам итә. Фәһемле мәҡәләләр баҫыла, эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре һәйбәт яҡтыртыла, тәрбиә темаһына ҙур урын бирелә.
Сәйетбабала Ғәлиә Вәлиева, Миңлесор Тоҙбәкова, Инера Сираева, Илдар Хәкимов, Әлфиә Степанова, Рәмилә Ғәзизова, Гүзәл Латипова, Гөлшат Мусина, Луиза Мусина, Фәнүзә Заһиҙуллина, Рәмил Латипов, Илһам Байбулдин, Фәниә Фәйзуллина кеүек тәжрибәле уҡытыусылар йәш быуынға белем биреүгә ҙур көс һала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Киң ҡоласлы һәләт эйәһеТәбиғәт уны мул бүләкләгән. Ул урғылып, ташып торған моңло тауыш, ул нурланып, балҡып торған тормошто яратыу, ул йәшәйешкә хужаларса яуаплы ҡараш. Ошо сифаттарҙың береһе генә лә шыйығыраҡ холоҡло берәйһен башын юғалтырға мәжбүр итә алыр ине, ә ул барыһын да бергә уҡмаштырып, эргә-тирәһендә тормош ҡайнап торорлоҡ итеп йәшәне һәм йәшәй. Һүҙ — Башҡортостандың халыҡ артисы, танылған йырсы һәм уҡытыусы Флүрә Ноғоманова тураһында.
Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы йырлы-моңло ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы ла, әсәһе лә йырға бик оҫта булған. “Атайыма заманында музыкаль белем алырға мөмкинлек булһа, Мәғәфүр ағай Хисмәтуллиндан кәм йырламаҫ ине тип уйлайым, сөнки уның диапазоны шул тиклем киң ине. “Етеҙ бүртә”не уның кеүек донъяларҙы яңғыратырлыҡ итеп бер кем дә йырламай, — тип хәтерләй йырсы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 46 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өләсәйҙәрем — ағинәйҙәрем Тылсымлы ла таш...
Бер ваҡыт, Нөгөш буйында уйнап йөрөгәндә, Ишбикә исемле ҡыҙҙы йылан саға. Ул шул тиклем ныҡ шешенә, хатта теле ауыҙына һыймай башлай. Нәсихә өләсәй ҡарап тора ла:
— Ах, был бала үлә бит, — ти. — Йыланың ниндәй төҫтә ине? Боронғоларҙың юрауы буйынса йылан үлмәһә, йыландан сағылған кеше үлергә тейеш була. Өләсәй йыланды арбап саҡырып килтерә. Йылан аласыҡ башына үрмәләп менә лә, шунда, урындыҡта, балаларҙың күҙ алдында бейектән осоп төшөп, эсе ярылып үлә. Ишбикә инәй әле лә иҫән, Ғәлиәкбәр ауылында йәшәй.
Хәйерниса инәй һыу эсеп торғанда, аяғының баш бармағына һыуыҡ һыу тамған һымаҡ була. Баш бармаҡтан алып, һыҙлатып аяғы шешә башлай. Нәсихә өләсәй, шеш юғары күтәрелмәһен тип, тәрбиәләп, инәйҙең аяғын аттың ҡылы менән һығып бәйләп ҡуя. Шеш юғары күтәрелмәй, аяҡтың аҫҡы өлөшө яйлап һулый, кибә башлай. Берҙән-бер көндө Хәйерниса инәйҙең аяғы бөтөнләй өҙөлөп ятып ҡала.
Ком: 0 // Уҡынылар: 60 тапҡыр // Тотош уҡырға
Изге күңелле кеше инеДәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, оло шәхес Әхнәф Мөҙәрис улы Дилмөхәмәтовтың арабыҙҙан китеүенә 40 көн тулды.
Был тыныс холоҡло, тәрән аҡыллы кешенең ғүмере ярһыу, ҡатмарлы, бер үк ваҡытта матур ҙа булды. Әхнәф ағай тормошта бөтә нәмәгә тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышы һәм тәбиғәттән бирелгән аҡылы һөҙөмтәһендә өлгәшкән кешеләр иҫәбенән ине.
Әхнәф Дилмөхәмәтов Әлшәй районындағы бәләкәй генә башҡорт ауылында тыуа. Атаһы фронтта һәләк була. Ағалары ла һуғыштан әйләнеп ҡайтмай, 10 йәшендә әсәһе вафат була. Аслыҡ йылдарын, балалар йорттарын үтергә тура килә уға. Әммә тап шунда бәхетен таба: Әҙилә исемле ҡыҙҙы осрата. Дуҫлыҡ ҙур тойғоға әүерелә. Уның менән 46 йыл бергә ғүмер итә, ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 37 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 252 253 254 255 256 257 258 259 260 ... 612 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ