Бөгөн пионер ойошмаһы барлыҡҡа килеүгә 90 йыл тула. Ошо уңайҙан республиканың ҡала һәм райондарында төрлө саралар үтә. Ғөмүмән, атай-олатайҙарҙың, ағай-апайҙарҙың кемеһе генә пионер булманы икән? Бөгөнгө 30 йәштән үткән замандаштарыбыҙ ҙа бер йыл булһа ла ошо ойошмала торған. Элекке пионерҙар ялҡынлы йылдарҙы һағынып иҫкә ала. Ә һеҙ пионер сағығыҙҙы хәтерләйһегеҙме һәм ойошманың йәштәрҙе тәрбиәләүҙәге ролен нисек баһалайһығыҙ?
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә территориаль һайлау комиссияһы ағзалары вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһының 6-сы пунктына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаларын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡан көндән һуң ун көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә:
450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдары менән Татарстан Республикаһының Дәүләт Советы Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Татарстан төбәк бүлексәһе төбәк сәйәси советы секретары Мөхәмәтшин Фәрит Хәйрулла улы — Халыҡтар дуҫлығы ордены, Күмертау ҡалаһының “Жилкомсервис” муниципаль унитар предприятиеһы инженеры Дзема Сергей Иванович Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендәге делегация Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.
Ҡунаҡтар инженерлыҡ-етештереү комплексын, авиация двигателдәрен йыйыу һәм һынау цехтарын, контроль лабораторияһын, шулай уҡ турбина роторы һәм компрессор етештереү комплексын ҡараны. Михаил Бабич роторҙарҙың береһендә ҡултамғаһын ҡалдырҙы.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе директоры Александр Артюхов Михаил Бабичҡа берекмәнең бөгөнгө эше, үҫеш пландары, атап әйткәндә, бишенсе быуын двигателен эшләү проектында, МС-21 магистраль самолетының двигателе өсөн комплектлау өлөштәре сығарыуҙы үҙләштереүҙә, вертолет двигателе компоненттарын етештереүҙе ойоштороу программаһында ҡатнашыу тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъяла нефть һәм газ һаҡламдарының тамам бөтөү хәүефе бармы? Булһа, быны ҡасан көтөргә һәм Рәсәйҙе ниндәй төр энергия ҡотҡара ала? "Ҙур химия" II Халыҡ-ара форумының икенсе көнөндә ошо турала ла фекер алышыу булды.
Сара сиктәрендә бер нисә "түңәрәк өҫтәл" үтте. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Президиумы рәйесе Усеин Джемилев үҙенең сығышында энергетиканың киләсәген күҙаллап эш итергә саҡырҙы. Бөтөн донъяла нефть һаҡламдарының күләме яҡынса 300 миллиард тонна тирәһе икән. Шуның 10 миллиарды — Рәсәйҙә. Донъяла йылына 6 миллиард тонна нефть сығарылһа, Башҡортостанда ул 9–10 миллион тонна тәшкил итә. "40–50 йылдан нефть алтындан ҡиммәтерәк буласаҡ", — тип фаразланы ғалим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 612 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ