Ирәмәлдең күп ҡырлы аҫыл ташы
Ҡасан беҙ һинең менән тәү тапҡыр осрашҡайныҡ әле? Теп-теүәл 53 йыл элек, Башҡорт дәүләт университетының дөйөм ятағы артындағы ыҡсым ғына баҡсалыҡта. Беҙ, бер төркөм абитуриент, башҡорт әҙәбиәтенән буласаҡ һынауға әҙерләнәбеҙ. Кемдер һорауҙарҙы уҡый, икенселәр яуап бирә. Әлбиттә, башҡалар белмәгән һорауҙарҙың күпселегенә төҫкә шундай һылыу, осҡон сәсеп торған ҙур һоро күҙле, сәстәрен ике толом итеп үреп төшөргән батыр ҡыҙ яуап бирә. Яуап биреп кенә ҡалмай, үҙ фекерен әйтеп, аңлатмалар биреп ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 62 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙең халыҡҡа йүнәлеш кенә бир – ул тауҙар аҡтарырға әҙер!”Йөҙ йыллығын билдәләгән төп милли баҫмабыҙ “Башҡортостан”да һәр заманда ла үҙ һүҙен ярып әйтә белгән, халыҡҡа яҡын торған, уны әйҙәү көсөнә эйә абруйлы баш мөхәррирҙәр хеҙмәт иткән. Тап шундай етәкселәрҙең береһе, матбуғат өлкәһендә генә түгел, фән тармағында, дәүләт эшмәкәрлегендә киң билдәлелек, юғары үрҙәр яулаған, республикабыҙҙың дөйөм мәнфәғәттәрен яҡлауға тос өлөш индергән шәхес Мансур Әнүәр улы Әйүпов ғүмеренең етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 41 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер мәл, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында, Дәүләкәндән ҡустым Әхиәр шылтыратты.
– Беҙҙең ырыуҙың исемен хәтерлә­мәй­һеңме? Районда шәжәрә байрамы үткәрер­гә әҙерләнәләр. Меңдәр араһында, ниңә­лер, беҙҙең Исмәғил ауылы юҡ. Һин фәнгә, тарихҡа яҡыныраҡ бит. Белеш әле шуны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 34 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡым, илем тип йәшәнеТирә-яғына нур һибеп, донъяны балҡытып, үҙе нимә генә кисерһә лә, башҡаларҙы бәхетле итеп йәшәгән кешеләр була. Заманында Белорет районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе вазифаһында, һуңынан күп йылдар Сермән балалар йорто директоры булып эшләгән Камил Низамов тап шундайҙарҙың береһе ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 20 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һәр кемде ынтылыш кеше итә”Күҙәткәнегеҙ барҙыр: тормошта ҡайһы бер ваҡиғаларҙың аҙналарға һуҙылғанын да кисереп, хәтер түрендә уның саңы ла ҡалмауы ихтимал. Юлыбыҙҙа осраған шәхестәр менән дә шулай уҡ. Күңел, күрәһең, иң илаһи һәм мөһим мәлдәрҙе мәңгеләштерергә тырыша. Был ваҡиғаға ла инде биш-алты йыллап барҙыр. Стәрлетамаҡ филармонияһының миҙгел асыу концерты тураһында һүҙем. Шул тамашала бер йырсының сығышы хәтерҙә уйылып ҡалған. Улай ғына ла түгел, бер генә йыр башҡарыусының ижадына башкөллө ғашиҡ итте! Бына нисек килтереп ҡуя мәлен тормош – бөгөн Ғафуан ФАЗУЛЛИНдың үҙе менән әңгәмә ҡороу бәхете тәтене.
Ком: 0 // Уҡынылар: 71 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәссам Алексей Кузнецовтың тыуыуына – 90 йыл
Бөрйән урмандарын йырлап гиҙеп...Урыҫ милләтле, башҡорт рухлы был рәссам хаҡында тулҡынланмайынса һөйләү мөмкин түгел. Үҙенең тәүге әҫәрҙәрендә үк ул башҡорт халҡының тарихына, азатлыҡ өсөн көрәшкән батырҙарына мөрәжәғәт итте. “Стәрлетамаҡ комиссарҙарын атыу”, “Салауаттың йәшлеге”, “Пугачевсылар”, мәҫәлән, ана шундайҙарҙан. Ә инде 1953 – 1955 йылдарҙа ҡылҡәләм оҫтаһы киң билдәле “Салауаттан һорау алыу” картинаһын ижад итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 12 тапҡыр // Тотош уҡырға
– Шатланып, ҡыуанып ултырам әле, балаҡайҙар, бына бит шығырлап торған ҡарағайҙан мунса бүләк иттеләр, – тип беҙҙе шат йөҙ менән ҡаршы алды Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хажғәле Хажи улы Рыҫмөхәмәтов. – Алып килеү менән күтәрә лә башланылар. Нисек инде ҡыуанмаҫҡа? Рәхмәт инде барыһына ла. Мунса төшөргә яратам бит мин...
Ком: 0 // Уҡынылар: 35 тапҡыр // Тотош уҡырға
Имаметдин Сәлимгәрәй улы Әбүзәров оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһында йәшәй. Ул Ғафури районының Ташаҫты ауылында тыуған. Ветеранға, Аллаһ бирһә, быйыл 92 йәш тула.
Хөрмәтле, тырыш, бөйөк рухлы, дәрт-дарманлы Имаметдин Сәлимгәрәй улының ил алдындағы бөйөк хеҙмәттәренең билдәһе – иҫәпһеҙ-һанһыҙ орден-миҙал, дәүләт тарафынан ҡотлауҙар, бүләктәр. Уларҙың күплегенә аптырарһың!
Ком: 0 // Уҡынылар: 27 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңелдәге яра һаман һыҙлай Ҡырҡ берҙә һәләкәтле дошман
Ҡанлы бысаҡ һуҙғас һулышҡа,
Нәфрәт уты тоҫҡап илбаҫарға,
Ғәййәр ирҙәр сыҡты алышҡа...

(Раян Вахитов).
Эйе, Бөйөк Еңеүҙең 72 йыллығын да билдәләп үтте ил. Был көн тере ҡалған күптәрҙең күңел ғазабын ҡабаттан яңыртты, күҙ йәштәрен түктертте. Тән яраһы уңалһа ла, йөрәктеке мәңгелек сир булып ҡала шул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 30 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Донъя тулы моң бит ул”Ҡайҙан килә бындай һағыш, моң?! Роза ханымдың йырҙарын тыңлағанда ла йөрәк тетрәнә, ә автор ниндәй хәлдәрҙә яҙа икән уларҙы? Был һорауҙар йыш ҡабатлана. Ситтән ҡарағанда үтә лә бәхетле ҡатын ул: матур, талантлы, абруйлы, үҙаллы гөрләтеп донъя көткән ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Ә кемдәр генә белә һуң ошо һөйкөмлө ҡатындың йөрәк түрҙәрендә ниндәй серҙәр ятҡанын, ниндәй кисерештәр, хис-тойғолар урғылғанын?!
Бер нәмә лә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй. Роза Хәйҙәр ҡыҙының моңдарында тыуған яҡтарының наҙы ла, ата-бабаларының, ата-әсәһенең аһәңе лә, башҡорт халҡының быуаттар төпкөлөнән килгән кисерештәре лә, бәләкәйҙән аралашып йәшәргә насип булған тажик, ҡаҙаҡ, үзбәк, ҡырғыҙ, татар, сыуаш, украин, урыҫ халыҡтарының йөрәк тибеше лә, үҙе күргәндәрҙең сағылышы ла барҙыр, моғайын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 29 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Алға
Бит башына