Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыбыҙҙың һөйөклө улы, арҙаҡлы ғалимы
Халҡыбыҙҙың һөйөклө улы, арҙаҡлы ғалимы Сатлама һыуыҡта урманда ҡалһаң, әле бында, әле тегендә мәғрур имәндәрҙең шартлап ярылғаны, ҡайһыларының гөрһөлдәп ергә ауғаны ишетелә, ҡышҡы һиллек баҫҡан урманды һиҫкәндереп ебәрә, күңелгә шом һалып, баяғы ауаздар шаңдауы яңғырап, ҡабатланып тора. Шул саҡта иҫең китеп ҡуя: ниндәй мыҡты имән, ҡарамаҡҡа бер нигә бирешмәҫ ғорур һынын, киң яурындарын йәйеп, бәһлеүән беләктәреләй киң тарбаҡлы ботаҡтарын әллә ҡайҙарға һуҙған имән, бер нәмәне күтәрә алмай икән. Осоп барған ҡоштар ҡолап төшөр сатлама һыуыҡтарҙы! Шулар булмаһа, мәғрур имән быуаттар буйы ултырырҙай ине...
Быйылғы ҡыш була алмай йонсоно: ҡат-ҡат ҡар яуғыланы, яуа торҙо, йәнә көн йылытып, яҙғы ташҡын төҫлө, иреп ағып торҙо, йә булмаһа, ҡапыл туңдырып, хәтһеҙ генә йә көҙ, йә ҡыш булып китә алмай ыҙаланды. Һис көтмәгәндә ямғыры яуып, туң ерҙе көҙгөләй боҙ ҡапланы. Ҡара туңғаҡ ҡаты һыуыҡтар менән алмашынды. Хәйерһеҙ килде ҡыш...

Пәйғәмбәр, тархандар затынан
Йәшәгән имәндәй, мыҡты, ғорур буй-һынлы, иң бейек тауҙарҙың түбәһендә ятҡан ап-аҡ ҡарҙай сал сәстәре менән донъя балҡытыр, ырамлы аҙымдары менән ер һелкетеп йөрөр, ел-ямғырға бер ваҡытта ла ҡаҡшамаҫ төҫлө тойолған Әхмәт ағай, Әхмәт Сөләймәнов, Әхмәт Мөхәммәтвәли улы, хәйерһеҙ килгән ҡыштың тәүге һыуығында шартлап һыныр ҙа гөрһөлдәп ергә ауыр тип кем уйлаһын?! Ә тормоштоң ниндәй генә бөгөлмәләрен, һынау баҫҡыстарының ҡалайын һис бирешмәй үтәр бәһлеүән, ышаныслы шәхес, сая рухлы уҙаман, милләтебеҙҙең тотҡаһы, ғилем һәм аҡыл эйәһе ине ағайыбыҙ. Бына хәҙер, ни тиклем ауыр булмаһын, “ине”, “булды” кәлимәһен ҡулланырға мәжбүрбеҙ, халҡы­быҙға еткерәһе фекер ағышыбыҙҙы ла хәтирәләргә, хәтернамәгә бормайынса сарабыҙ юҡ.
Башҡорт халҡының һөйөклө улы, арҙаҡлы ғалим-фольклорсы, әҙәбиәтсе, шағир, педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, аҫыл шәхесебеҙ Әхмәт Сөләймәнов, һис шикһеҙ, ике быуат, ике мең йыллыҡ арауығында заманыбыҙҙың бөйөк заттары­ның береһе дәрәжәһенә күтәрелде. Республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы, РФ-тың, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, мәғариф алдынғыһы, Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге премияһы лауреаты – был шөһрәтле исем-шәрифтәрҙе Әхмәт Сөләймәнов, үҙ өлөшөнә төшкән көмөштәй, һауаланмайынса ҡабул итте, үҙенә Хоҙайҙан бирелмеш миссияны һуңғы һулышына тиклем намыҫ менән үтәне. Ана бит, Ер йөҙөндәге һуңғы һынауы – һанаулы минуттар ҡалғанда балаларына, яҡташтарына, зыялыларға, халҡына йөрәк һәм аҡыл һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға көс тапҡан арҙаҡлы замандашыбыҙ! Бындай васыяттарҙы теләһә кем әйтмәгән, аҫыл заттар, ғәйре уҙамандар ил-ғәм имен рух аманаты итеп ҡалдырған, ғүмере буйына мәрхүмебеҙ үҙе фәнни нигеҙҙә өйрәнгән халыҡ ижадында ла күпте күргән ил ҡарттары, аҡһаҡалдар башҡарған был изге йоланы...
Арҙаҡлы ғалим, олуғ шәхес, һоҡланғыс замандашыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов 1939 йылдың 15 мартында Бөрйәндең тау-урмандар араһында ятҡан Нәби ауылында донъяға килә. Сабыйҙы ҡулына алып, ҡоро төргәккә биләп, сөйөп-сөйөп алған кендек инәйе башҡа тиҫтәләгән шул йылда тыуған балаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмаған Мөхәммәтвәли улы Әхмәттең бөйөк зат дауамы икәнен уйлап ҡаранымы икән?! Баланан саҡ ҡотолған әсәһе Нурикамалда ла зат-ырыу ҡайғыһы булмаған­дыр, әүәлгеләр ете йоҙаҡ аҫтында ине бит. Аҙан әйткәндә Нәби ҡарттары ла бер ни һиҙенмәгәндер. Ә сабый маңлайына яҙылмыш үҙ тәҡдире, үҙ ырыҫ-бәхете, ҡан-бабалар өмөт-теләктәре менән донъяға килгән икән дәбаһа! Уйын эшме, ырыу-затыңа Лоҡман-Хәким пәйғәмбәрҙең үҙе йән өрһөнсө әле! Дәшт Ҡыпсаҡ, Боҫҡон бей, Бабсаҡ бей, Күҫәк бей, Дәүләтбай, Баҙан тархандар, Сөләймән, Ғәббәс Сөләймәновтар, тағы әллә ниндәй арҙаҡлы уҙаман-аҫабалар килә-китә, юйылмаҫ эҙ ҡалдыра торған Ҡыпсаҡ ырыуы һәм башҡорт тарихында. Ана, шәжәрә лә ни һөйләй бит: “Ун ике йәшендә Күсәк би килүб, Ҡараҡоломбәткә етүб тибенди. Бу Ҡараҡоломбәт буңа чара табмади, нәкәре илә ҡачуб, Шүлгән тишүгенә керди. Анда Ҡараҡоломбәтнең бер кызи берлән бер егет бер түн качуб, Базал тагында чыкуб китди... Олуғ атасы Тура хан әйтүб ирди: – Аллаһыдин носрат булуб, сән алсаң, нәселең өзмәң!” Өҙөлмәгән нәҫел, быуаттар буйы быуындан быуынға ялғана килгән: Хәйрулла – Мөхәммәтвәли – Әхмәт – Ләйсән – Шамил, Айҙар; Жәлил – Мәликә, Камилә; Нәркәс – Мөхәммәт, Диләрә. Киләсәктә лә пәйғәмбәр, тархандарҙан килмеш ырыу-зат дауам итер, башҡорт халҡының тарихында аҫыл биттәр яҙыр әле, насип булһа!
Яҙмыш. 1942 йылда дүрт йәшлек сабый атайһыҙ ҡала, Нурикамал инәй ҡулында эреле-ваҡлы Мөхәммәткилде, Мөхәммәт­зәки, Мәрйәм, Әхмәт, Гәүһәр тороп ҡала. Һуғыш һәм аслыҡ бер кемде лә аяманы. Йор күңелле, сәсән телле ағайыбыҙ ул саҡты көлөбөрәк, шаяртыбыраҡ иҫкә алыр ине: “Беҙ ашап үҫкән үләндәр шифалы булған икән. Баҡтиһәң, беҙ төрлө витаминдар ейгәнбеҙ, шуға үҙем дә, тиҫтерҙәрем дә бер ваҡытта ла тешкә зар­ланманы”. Тешкә генә түгел, һаулығына ла бер ҙә зарланманы иҫән сағында Әхмәт Мөхәммәтвәли улы. Һуңғы көнөнә тиклем гимнастика яһаны, саф һауала йөрөнө.
Ҡайҙа ла яҡшы ғәҙәтен ташламаны. “Ҡандракүл” пионерҙар лагерында республикабыҙҙың “Урал батыр” конкурсын үткәреп ятабыҙ. Таң һарыһы менән тороп өлгөргән, иртәнге һалҡын һыуҙа йөҙөп-сайынып алған. Кәйефе иҫ киткес шәп. Ә беҙ иренешеп ятабыҙ. Имәндәй таҙа кәүҙәһе, Мәсем ҡаяһылай төҙ буй-һынын оҙаҡ йылдар ташламауы һәр саҡ сәләмәт тормош менән йәшәүенә бәйле булды. Көс-ғәйрәтен юҡҡа сарыф итмәне.
Әхмәт Сөләймәнов Байназарҙа урта мәктәп тамамлағас, Яңы Монасипта Сталин исемендәге колхозға эшкә төшә. Ул саҡтағы барлыҡ егеттәр кеүек машина, тракторға ынтыла. Эш араһында ауылдаштарының төртмә һүҙҙәрен ялға туҡтаған арала йыр-бейеү башланһа, әсе телле таҡмаҡтарҙы күңеленә һалып йөрөй. Әсәһенең моңло йырҙары йөрәк түрендә оялай тора, шул йылдарҙа ишеткән-күргәнен айырым дәфтәргә теркәү башлана. Район гәзитендә лә колхоз­сыларҙың удар хеҙмәте тураһында тәүге мәҡәләләре күренгеләй.
Бәһлеүәндәй егет 1958 – 1961 йылдарҙа Совет Армияһында Ҡараҡом сүллегендә танк дивизияһында еңел танк командиры сифатында намыҫлы хеҙмәт итә. 78107-се танкы аҙ гиҙмәне ҡайнар сүллекте. Бархандарҙа тағы сыныға төштө, рухи яҡтан үҫте сәйәси һәм хәрби әҙерлек отличнигы сержант Сөләймәнов. Урта белемле Урал бөркөтө хәрби журналист булып та китә ине, ғәзиз әсәһенә кем булышыр? Запасҡа кесе лейтенант булып ҡайтып төшөүе күпте һөйләй.
1961 – 1967 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университетының тәүҙә тарих-филология, улар айырым факультеттарға бүленгәс, филология факультетының рус-башҡорт бүлегендә уҡый. Һабаҡташтары кемдәр бит әле: Ирек Кинйәбулатов, Вафа Әхмәҙиев, Данис Тикеев, Борис Әхмәтшин, Юныс Латипов, Миңдиәр Дилмөхәмәтов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Риф Мифтахов, Миҙхәт Мәмбәтов һ.б. Һәләтле студентҡа Жәлил Кейекбаев, Кирәй Мәргән, Лев Бараг, Марат Минһажетдинов күҙ һалғылып йөрөй: фольклористикаға йүнәлткәндә арыу булмаҫмы ҡобайырҙар, риүәйәттәр төбәгендә тыуып үҫкән егетте? Шул юлды һайлай буласаҡ атаҡлы фольклорсы. Университет дипломлы белгес тыуған төйәгенә, ғәзиз Бөрйәненә уҡытыусы-филолог булып ҡайтып төшә. 1967 – 1972 йылдарҙа Нәби һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә “киң профилле” уҡытыусы (рус теле, тарих, рәсем, физкультура, хеҙмәт) булып эшләй. Һәм шул арала фольклористика буйынса төндәрен кандидатлыҡ диссерта­цияһын яҙа.
Әхмәт Сөләймәновтың ғилми эшмәкәр­легенә аптырайһы түгел. Бөтә сер шунда: уҡытыусы-ғалим биш йыл буйы халҡы араһында, уның ауыҙ-тел ижадын, рухи ҡомартҡыларын йыйып, картотекаға һалып, системалаштырып, анализлап, композиция-сюжет мәсьәләләрен асыҡлап йәшәгән, оҙайлы фольклор экспедиция­һында булған икән дәбаһа! Йәнле ауыҙ-тел ижады, әсәһе Нурикамалдың йыр-моң, тәүарих, риүәйәт, Көнсығыш поэзия өлгөләре үҙе бер ғәжәйеп хазина булған икән. Китапханала ғына ултырыр инең, әле башҡорт халыҡ ижадының 18 томы тупланмаған, айырым китаптар булып ташҡа баҫылмаған... Йәнә килеп, пәйғәмбәр­ҙәр, олуғ тархандар, ата-бабаларҙан бирелмеш ҡөҙрәт, аҡыл-зиһен, әллә кемеңә етерҙәй егәрлелек. Боронғоларҙан ҡалған аманатҡа хыянат итә буламы Әхмәт Сөләймәнов?!
Аҡыл-зиһене, ғилмиәте менән халҡын данланы
Нәби мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әхмәт Сөләймәнов 1972 йылдың сентябрь айында БДУ-ның башҡорт фольклоры һәм әҙәбиәте кафед­раһына өлкән уҡытыусы итеп эшкә саҡырыла. Буласаҡ ғалим уҡытыусыларҙың һәр башланғысын “Бәрәкалла!” тип хуплап торған атаҡлы фольклорсы, профессор, күренекле прозаик Ә.Н. Кирәевтең ҡулы аҫтында ғилми-педагогик эшмәкәрлеген башлай. Ауыл мәктәбе уҡытыусыһының “Башҡорт легендалары”, “Великий Октябрь в башкирской устной прозе” тип аталған мәҡәләләре донъя күреп өлгөргән була. Ә артабанғы йылдарҙа бер-бер артлы “Әбйәлил йырҙары”, “Күңел хазиналары” һәм башҡа йөҙҙәрсә фәнни хеҙмәт баҫыла.
Ғалимдың ғилми эшмәкәрлеген байҡап сығыу өсөн бик күп ваҡыт һәм ҙур күләмле эҙләнеү алып барыу кәрәк, сөнки Хоҙай тарафынан бирелгән аҡыл һәм зиһен ҡөҙрәтен ул бушҡа сарыфламаны, оҙаҡ йылдар дауамында емешле ижад итте. Ғилми дәрәжәләре лә эҙмә-эҙлекле үҫә барҙы. Ул 1976 – 1986 йылдарҙа БДУ-ның башҡорт фольклоры һәм әҙәбиәте кафедраһында доцент вазифаһын уңышлы башҡарҙы.
Сәсәндәр затынан булған ғалим лекцияларын мауыҡтырғыс итеп ойошторҙо. Үҙе йыйған фольклор өлгөләрен магнитофон таҫмаһы аша тыңлатыр, уларға төплө комментарий бирер ине. БДУ студенттары уны талапсан куратор, атайҙарса ҡайғыртыусан педагог тип хәтерләй. Шуныһы үҙенсәлекле: ғалим бик оҙаҡ йылдар кисәге студенттарының ҡайҙан булыуын, исем-шәрифтәрен, ҡайһы мәктәптә эшләүен белде, даими ҡыҙыҡһынып торҙо. Әхмәт Сөләймәнов 1991 – 2002 йыл­дарҙа Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында фольклор һәм сәнғәт бүлегенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре булып эшләне. 1991 йылда Мәскәү дәүләт университетында “Башҡорт халыҡ көнкүреш әкиәттәре: сюжет составы үҙенсәлеге, персонаждар типоло­гияһы, жанр һәм поэтика проблемалары” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә 1995 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.
Ғалим өс тиҫтәгә яҡын монография яҙа, улар араһында “Тормош-көнкүреш әкиәттәре: жанр үҙенсәлектәре” (1990), “Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный состав и поэтика” (1994), “Башҡорт халҡының архаик эпосы” (2000), “Башкирская народная новелла” (2005), “Башҡорт балаларының ҡарһүҙе” (2009) һ.б. бар. Арҙаҡлы ғалимдың уңышлы фәнни ижады хаҡында шул һөйләй: ул төрлө йылдарҙа барлығы 800-гә яҡын ғилми мәҡәлә баҫтырҙы. Был һандарҙы яҙыуы һәм әйтеүе генә анһат.
Әхмәт Мөхәммәтвәли улының халҡыбыҙ, уның рухи донъяһын үҫтереү өсөн баһалап бөткөһөҙ йәнә бер мөһим эшмәкәрлеге бар – ғалим күп томлы “Башҡорт халыҡ ижады” тупланмаһын әҙерләүҙә, уларҙы мөхәррирләү, ташҡа баҫтырыу эшендә әүҙем ҡатнашты. Был эшмәкәрлеге 1987 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы менән билдәләнде. Һуңғы йылдарҙа, атап әйткәндә, 2001 йылдан башлап ул Төркиә ғалимы доктор Oner Gokgun менән берлектә туғыҙ томлыҡ “TURK DUNYASI EDEBIAT TARIHI” тип аталған фольклор һәм әҙәбиәт тарихын яҙҙы. Шул уҡ ваҡытта әҙәби төшөнсәләр һәм терминдар энциклопедияһын төҙөү эшен Анкара профессоры Mustafa Isen менән алып барҙы. “TURUK DUNYASI EDEBIAT KAVRAMLARI VE TERMINLARI ANSIKLOPEDIK SOSLUGI” алты томда донъя күрҙе. Тағы ике блок яҙыусылар тураһындағы энциклопедиянан һәм текстар антологияһынан торҙо. Бығаса сит ил ғалимдары менән был тиклем титаник эштәрҙең республикабыҙ тарихында ойошторолғаны булманы. БДУ доценты Ғәйнислам Ибраһимов былай тип яҙҙы: “Төрки донъяһы әҙәбиәте тарихы” 30 томдан ашыу хеҙмәт булып ташҡа баҫылды, башҡорт өлөшөнөң координаторы һәм авторы булып Әхмәт Сөләймәнов торҙо, проект тормошҡа ашһын өсөн ул көсөн, ваҡытын йәлләмәне”.
Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, күренекле фольклорсы, әҙәбиәт белгесе, профессор Әхмәт Сөләймәнов 2006 йылдан алып Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге педагогия университетында башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһында эшләне. Шунда уҡ университет ректоры профессор Р.М. Әсәҙуллин тәҡдиме менән башҡорт филология факультеты ҡарамағында ойошторолған Халыҡ ижады һәм этнопедагогика лабораторияһына етәкселек итте. Ун йылға яҡын атаҡлы ғалим ошо уҡыу йортонда ең һыҙғанып юғары белемле белгестәр әҙерләүгә тос өлөш индерҙе. Профессор Раил Әсәҙуллин уның эшмәкәр­леген юғары баһаланы: “Мәшһүр Урал батыр, Йәншишмәнән тереһыу услап тирә-яҡҡа һирпеп, донъяны йәнләндергән­дәй, Һеҙ ҙә, арҙаҡлы ғалим булараҡ, башҡорт халҡының бай мираҫын донъяға тараттығыҙ!” – тине.
Әлбиттә, олуғ ғалимдың, аҡыл эйәһенең бар эшмәкәрлеген һанап сығыу мөмкин эш түгел, сөнки ул ғәжәйеп күп яҡлы һәм тәрән ине. Шуға ла артабанғы һүҙҙә уның юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүенә туҡтал­маҡсыбыҙ. Билдәле, ғалимдың ғилмиәте уның фәнни мәктәбе, ул әҙерләгән ғалимдар исеме менән билдәләнә. Мәшһүр ғалим етәксе­легендә Г.С. Ғәлина, И. Әхмәтйәнова, Е. Торокова, И. Фазлетдинов, Г. Ҡотоева, Р. Аҡ­көбәков, Р. Йәғәфәров, Н. Сиражетдинова, С. Бәҙретдинов канди­датлыҡ диссертацияһын яҡланы. Күп кенә докторлыҡ диссертация­ларының рәсми оппоненты булып сығыш яһаны, улар араһында И. Карпухин, К. Миң­нуллин, З. Мофазалова, В. Котовтың хеҙ­мәттәре бар, ике тиҫтәнән ашыу диссерта­цияның рәсми булмаған оппоненты булыу яҙҙы уға. Әхмәт Сөләймәновтың ғилми эшмәкәрлеге, башҡорт фольклоры һәм әҙәбиәтен үҫтереү өлкәһендәге талымһыҙ хеҙмәте хаҡында төрлө баҫмаларҙа йөҙҙән артыҡ ғилми мәҡәлә, тикшеренеү эштәре башҡарылған. Улар араһында Рәшит Шәкүр, Ирек Кинйәбулатов, Фәнил Күзбәков, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Фәнүзә Нәҙершина, Марсель Ҡотлоғәлләмов, Ғ.Д. Ибраһимов һ.б. очерктары бар.
Арҙаҡлы ғалим-фольклорсының фәнни хеҙмәттәре һәр саҡ юғары баһаланды. 1967 йылдың 18 майында Салауат Ғәлин авторҙың “Башҡорт легендалары” (етәксеһе Марат Минһажетдинов) тип аталған диплом эшенә бына ниндәй баһа биргән: “Дипломсы фәнни эш кенә башҡармаған, һигеҙ баҫма табаҡҡа тиклем легенда туплаған, комментарий төҙөгән. Әлегәсә бындай эштәр булманы”. “Совет Башҡортостаны” гәзите ул көндәрҙә: “Тимерғәле Килмөхәмәтов менән Әхмәт Сөләймәнов диссертацияға яҡын хеҙмәт яҙған”, – тип Ким Әхмәтйәнов һүҙҙәрен хәбәр итте. Ғалимдың кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары башҡорт фольклористикаһы өсөн генә түгел, илебеҙ һәм донъя фәне өсөн оло ҡаҙаныш булды. ТӨРКСОЙ-ҙың генераль директоры Дюсен Касеиновтың һүҙҙәрендә оло хаҡлыҡ бар: “Әхмәт Сөләймәнов донъя фольклористикаһын үҫтереүҙә ҙур роль уйнай, уның хеҙмәттәре Башҡортостандан ситтә лә киң билдәле”. Әҙәбиәт белгесе, профессор Зәйтүнә Шәрипова данлы яҡташы тураһында былай тип яҙғаны мәғлүм булһын: “Һоҡланғыс шәхес. Эйе, буй-һыны ла килешле, төҫкә-башҡа ла күркәм ул. Итәғәтлек тә биҙәй үҙен: дуҫ-иштәре, таныш-тоноштары ғәжәп күп булһа ла, һәр береһенә айырмай иғтибарын бүлеп, олоно – оло, кесене кесе итә белә, мөләйем йөҙлө, сабыр холоҡло”. Шулай булды, шулай булып халҡыбыҙ хәтерендә мәңге һаҡланыр сабыр холоҡло, ғәжәйеп итәғәтле ағайыбыҙ.
Ил ғәме, халыҡ мәнфәғәте менән йәшәне
Заманында Әхмәт Сөләймәнов интер­вьюла­рының береһендә: “Фән ҡоло булып ҡалам”, – тиһә лә, уға байтаҡ йылдар үҙ халҡының намыҫлы “ҡоло” булыу насип булды. Ул 2002 – 2006 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты етәксеһе итеп һайланды. Башҡарма комитет ағзаһы, тел комиссияһында урынбаҫар, һуңынан рәйес булып эшләү форсаты тейҙе үҙебеҙгә. Әхмәт Мөхәммәтвәли улының эшмәкәрлеген ишетеп түгел, яҡындан беләбеҙ. Арҙаҡлы ғалим ғүмере буйы шул эште атҡарған төҫлө еңел булмаған шарттарҙа йәмәғәт эшен тилбер алып китте. Хәтерҙә ҡалғаны: Башҡортостан, күрше Ырымбур, Силәбе, Пермь, Татарстан тарафтарына күп йөрөнө, туҡтауһыҙ халыҡ менән осрашты, урындағы ҡоролтайҙарҙың эшен әүҙем­ләштерҙе. Шәхсән эшмәкәрлеге ҙур баһаға лайыҡ булды. Башҡортостан Премьер-министры­ның, Ҡурған өлкәһе губернаторының рәхмәт хаттары, “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн”, Кемерово өлкәһенең “Ышаныс һәм изгелек өсөн” миҙалдары менән бүләкләнде. Халҡыбыҙҙы бер ҡорға туплауға, киҫкен осраҡтарҙа иң дөрөҫ юлды билдәләүҙә ғалим-ойоштороусы һүҙ ҡөҙрәтен уңышлы файҙаланды, гәзит-журналдарҙа аналитик яҙмалар менән даими сығыш яһаны. Мәҡәләләрҙең исемдәренә генә иғтибар итәйек: “Бергә булайыҡ!” (2002), “Ерен һатҡан – илен һатҡан”, “Татарһыҙ – башҡорт, башҡортһоҙ татар юҡ” (2003), “Һайлауҙар тамам, һайлауҙар тағы башлана”, “Ниңә әсә телебеҙ ҡәҙерһеҙ?” (2005). Күренеүенсә, ҡоролтай рәйесе һәр ваҡыт мөһим мәсьәләләр күтәргән, Башҡарма комитет ултырыштарын да ул үҙенә хас инанғанлыҡ, эске ҡөҙрәт менән ярһып алып барҙы, хәҡиҡәтте асып һалды.
Нисек кенә булмаһын, ул осорҙа БДБ ҡоролтайының абруйы бик юғары ине. Донъя булғас, төрлөһө була. Арҙаҡлы ғалим, абруйлы йәмәғәтсенең дә абынып киткән саҡтары, эмоцияға бирелеп киткән мәлдәре булғандыр. Үҙһүҙлелек, үҙ инанысыңдан тыйыла алмағанлыҡ кәмселек түгел, киреһенсә, принципиаллек, ҡыйыулыҡ та тип ҡарала алалыр. Бөрйәндәр яҡшы хәтерләй Байназарҙа Х класс уҡыусыһы Әхмәт физика уҡытыусы­һының “Ҡыуыҡ­баштар!” тигән яһил һүҙенә сая ҡаршы сыҡҡанын. Ҡайһы бер бәндәләр кинәнеп ҡулланған “Халыҡ дошманы улы” мөһөрлө егеттең ауыҙынан яңғыраған “Беҙ ҙә кое-что знаем!” тигән һүҙҙәре аяҙ көндә йәшен кеүек яңғырай. Характер шулай нығына. Бындай ғәҙелһеҙлекте, бәғзеләрҙең ваҡлығын йыш осрата ул тормошонда. Әммә үҙен кәмһетергә, кеше һәм ирлек намыҫын аяҡ аҫтында тапатырға юл ҡуймай.
Ҡоролтайҙағы абруйлы вазифаһын ҡалдырыу ҙа буштан булманы. Хәҙер беҙгә дөрөҫ эшләгән тиергә ҡала, сөнки ул, үҙе әйтмешләй, бер ваҡытта ла ҡағыҙҙан сәүкә осороп йөрөмәне. Кемдең кемлеге лә шул саҡта беленә. Үҙе эшләгән уҡыу йортта­рының ишеге асылмағанда, М. Аҡмулла исемендәге университет ректоры Раил Әсәҙуллин ғалимды ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Үҙ милләтеңдең бәғерһеҙлеге ихтыярын һындырмаһа ла, бындай мәлдәр эҙһеҙ үтә буламы, йөрәк иткәйҙәрендә уйылып ҡала улар, ғүмер буйы һыҙлап ыҙалата. Һис бирешерҙәй түгел ине әле дуҫыбыҙ. Вафатына бер ай самаһы элек ҙур юбилей уртаһында булды, ҡобайырын әйтеп, шиғырын уҡып, мәҙәк хәбәре менән халыҡтың, юбилярҙың күңелен асҡайны. Һай, был ғүмер!..
Дуҫлығыбыҙ ҡаҡшамаҫ булды
Әхмәт Мөхәммәтвәли улы менән беҙҙе, бик күп милләттәштәребеҙ, замандаштары­быҙ кеүек, Өфө кеше итте. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан бирле йәнәш йәшәлгән, тиҫтә йыл бергә эшләнгән, көнитмеше­беҙҙең төрлө мәлдәрендә лә дуҫлығыбыҙға тап төшөрөлмәгән рухташ замандаштар булдыҡ.
Әхмәттең 60-сы йылдар башында әрме хеҙмәтенән һуң БДУ-ның филология факультетына уҡырға индек. Бер үк ятаҡ, бер үк арҙаҡлы ғалимдар Жәлил Кейекбаев, Закир Шакиров, Әхнәф Кирәев, Миҙхәт Ғәйнуллин, Марат Минһажетдинов, Вера Синенко, Давид Гутман, Лев Бараг кеүектәрҙән белем һәм тәрбиә алдыҡ. Шуға ла уҡыған, аралашҡан мөхит беҙҙең кеүек ауыл малайҙарына, һис шикһеҙ, йүнәлеш биргән, кеше булараҡ формалашыуыбыҙға көслө йоғонто яһаған­дыр. Уҡыуҙан тыш, ул һәммәбеҙ күңеленә ятҡан түңәрәктәргә йөрөнө, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашты. Мәҫәлән, халыҡ ижадына күңелен һалды. Йәйен экспедиция, агитбригадаларға йөрөп, көҙөн колхозсыларға ярҙам йөҙөнән (үҙебеҙҙең дә өҫ-башты төҙәтеүҙе уйлап) уңыш йыйыуҙа ҡатнашып, һуңғы курсҡа килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Марат Минһажетдинов етәкселе­гендә диплом эштәре башҡарҙыҡ. Дәүләт комиссияһы Әхмәттең эшен юғары баһалап, китап итеп сығарырға тәҡдим итте. Ысынлап та, диплом эше легендаларҙы системаға һалған, жанр үҙенсәлектәрен фәнни методологияға нигеҙләп, төплө өйрәнелгәйне.
Артабан егәрле егет 1969 йылда китаптың ҡулъяҙмаһын остаздары Кирәй Мәргән, Марат Минһажетдинов хөкөмөнә тапшыра. Китап сыҡҡас та уға Өфөлә эш тәҡдим итә улар, әммә икенсе кешене алып ҡуйғайнылар. Уңмаған юлды ҡыума тигәндәй, Әхмәттең быға иҫе китмәй, Бөрйәнгә ҡайтып, уҡытыусылыҡ эшен дауам итә. Етәксеһе Марат Минһажетдинов хат аша диссертация яҙа башлауын үтенә. “Бөрйәндә ятып, кандидатлыҡ диссерта­цияһын яҙыу – оло ҡаһарманлыҡ!” тип дәртләндерә остаз (был ваҡиға профессор Фәнил Күзбәков мәҡәләһендә ентекле тасуирлана). Әхмәт ғилми эҙләнеүҙәрен киңәйтә, яңы күҙәтеүҙәр, материал менән байыта, кандидатлыҡ имтихандарын уңышлы тапшыра.
Марат Хәләф улы менән булған һәм үҙемә ҡағылышлы ваҡиғаны иҫкә алмай булмай. 1974 йылда минең Мәскәүҙән һуң профсоюз­дарҙың өлкә комитетында бүлек мөдире булып эшләй башлаған сағым. Бер көн кабинетыма Марат Хәләф улы килеп инде. Кеше күп булғанлыҡтан, коридорға сыҡтыҡ.
– Миҙхәт, диплом эшең төплө ине, юғары баһаланды. Кафедрала бер урын килеп сыҡты, әйҙә, тәүәккәлләп ҡара! – ти етәксем.
Шулай итеп, Марат Минһажетдинов арҡаһында мин Кирәй Мәргәндең аспиранты булып киттем. Ошо уҡ йылда Әхмәт тә әҙәбиәт кафедраһында өлкән уҡытыусы булып эш башланы. Ана нисек ҡайғыртҡан остазда­рыбыҙ башҡорт ғилмиәте үҫешен!
Үҙ ғүмеремдә ҡатмарлы яҙмышлы, төрлө холоҡло кешеләр менән аралашырға, бергә эшләргә насип итте. Ярты быуаттан ашыу мин белгән Әхмәт Мөхәммәтвәли улы күңелемдә тик үҙ көсөнә ышанған, үҙ тырышлығы менән маҡсатына өлгәшкән, башҡалар өлөшөнә ымһынмаҫ, әҙәм башы аша йөрөмәҫ, намыҫсан, ғорур, илтифатлы, ярҙамсыл, егәрле кеше булып ҡалды. Быға уның менән ғүмер кисергән дуҫтары һәм фекерҙәштәре лә шаһит. Замандашы­быҙҙың эске донъяһын, булмышын бар тәрәнлегендә асыу, ғилми-фәлсәфәүи ҡараштарын, шиғыр-ҡобайырҙарын ғилми анализлау әлеге яҙманың маҡсаты түгел. Форсаттан файҙаланып, мин Әхмәт Мөхәммәтвәли улын ихтирам иткән, ололаған гәзит уҡыусыларын уның һуңғы ижад емеше – “Ҡобайырҙарым – нәсихәт” (Өфө, 2014) китабында автор хаҡында Риф Мифтахов, Фәнил Күзбәков, Ирек Кинйәбулатовтарҙың мәҡәләләренә иғтибар итергә кәңәш итер инем. Унан тыш йыйынтыҡтағы бағыш­лауҙар, сит ил һәм Рәсәй ғалимдарының фекер-баһалары Әхмәт Мөхәммәтвәли улының кеше, ғалим, ижадсы һәм педагог булараҡ күркәм сифаттарын күҙ алдына баҫтырырға, йәнә бер һоҡланырға, ғорурланырға мөмкинлек бирәсәк.
Дуҫымдың вафаты көтөлмәгән тетрән­дергес ваҡиға булды. Ҡайғылы хәбәр бик һуң килде, ышанмайынса улы Йәлилгә, йәмәғәте Фәниә Байгилде ҡыҙына шылтыраттым. Кәүҙәһен өйөнә алып ҡайтҡас та, ҡатыным менән барып еттек, төнөн ҡайғынан шаңҡыған балалары, яҡындары менән мәрхүмдең табуты янында ултырҙыҡ. Шунда тәүгеләрҙән булып, дуҫымды аяуһыҙ сир аяҡтан йыҡҡас, диктофонға яҙылған васыятын ишетергә тура килде. “...Донъя хәлен белеп булмай, бер-бер хәл була ҡалһа...” Артабан донъя менән иҫәп-хисабын теүәлләгәндәй, һәр һүҙен, һәр фекерен аныҡ, аңлайышлы итеп әйтеп өлгөрөргә ашыҡҡан мәрхүм.
Театрҙа бәхилләшеү митингыһында, унан сыҡҡас та күптәр: “Ҡайҙа ҡуялар икән? Ниңә ауылда? Ниңә Дан аллеяһында түгел?” тигән һорауҙар бирҙе. Мәрхүмдең теләге ошолай булған: “Тик әсәйем янына алып ҡайтырһығыҙ, тик әсәйем янына...” Яҙмышының төрлө мәлендә изгелек күрһәткәндәрҙең исемдәрен атап, уларҙың рухтарына рәхмәттәрен еткерә. Улар: Ш.Х. Чанбарисов, Ә.Н. Кирәев, М.Х. Минһажетдинов, З.Ш. Аҡназаров, М.З. Шакиров. Хаҡһыҙ рәнйеткәндәргә исемләп туҡталмай, бары: “Уларҙың намыҫында...” һүҙҙәре менән сикләнгән. Күптән түгел уҙған юбилейымда уҡыған шиғырында ошондай юлдар бар ине:
Беҙҙе еңә алмаҫһығыҙ,
Ҡаты-ҡаты ҡағылып,
Юлыбыҙға ҡапҡан ҡороп,
Бүтән этлектәр ҡылып.

Шиғыр юлдарының “улар намыҫында”ғы­ларға арналғаны асыҡ күренә. Ғилми мираҫына, әҙәби ижадына, китаптарына ҡарата ошондай уй-теләктәрен белдергән мәрхүм: “...Минең ҡулъяҙмаларым, шиғыр­ҙарым күп. Улар дәфтәрҙәрҙә, блок­ноттарҙа. Шиғырҙарҙы матбуғатҡа бирергә тартындым... Китаптарҙы Ләйсән менән Нәркәс айырырҙар, кәрәктәрен һайлап алырҙар, ҡалғандарын Республика китап­ханаһына тапшырырҙар”. Ғалим кешенән ана шулай, мираҫ булып, рухи хазиналар ҡала шул. Шуның менән бөйөк зыялылар. Әхмәт Мөхәммәтвәли улы йәнә йәмәғәте менән бергәләп үҫтергән дан балалары менән дә бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе ине. Ҡыҙҙары фән юлын үҙ итте. Ләйсән – философия фәндәре кандидаты, БДУ доценты. Нәркәс Ҡазанда филология фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡланы. Йәлил Сөләймәнов – билдәле рәссам, республи­каның Ш. Бабич исемендәге премияһы лауреаты.
Тағы йәшлеккә ҡайтып, 60-сы йылдарҙағы бер ваҡиғаны иҫкә алмаһам, Әхмәт дуҫымдың яҡты образы тулы булмаҫ кеүек. Был хәл 1963 йылдың хозур йәйендә булды. Беҙ, БДУ студенттары, һүҙ оҫтаһы Риф Мифтахов, баян­сы Тимербай Исхаҡов, бейеүселәрҙән Вәли Байморатов, Мөнирә Фәттәхова, Сәғәҙәт Хәлилов, Зилә Шәрәфетдинова, Зәйтүнә Мортазина, Зилә Шәйәхмәтова, йырсылар Сафуан Әлибаев, Рәжәп Шәрипов, Даһи Әбдрәшитов, мин, агитбригада етәксеһе, Белорет, Учалы, Бөрйән, Ишембай районы халҡын хеҙмәтләндереп йөрөйбөҙ. Бөрйәндә Нәби ауылында ла сығыш яһаныҡ. Беҙ Вәли Байморатов менән Әхмәттәргә фатирға төштөк. Нурикамал апай беҙҙе шул тиклем ихлас, үҙ балаларылай күреп ҡаршыланы. Ни тиһәң дә, улы кеүек, беҙ ҙә атайһыҙ үҫкән малайҙарбыҙ. Беҙ күргәндә апайҙың 60-ы ла тулмағайны, шул ғүмеренең 21 йылын Мөхәммәтвәли ағайһыҙ, донъяның бар михнәтен татып, йәнгенәһе алҡымына килгәндә лә бөгөлөп төшмәй, балаларын кеше итергә ынтыла. Беҙ, атайһыҙ үҫкән һуғыш осоро балалары, һәләкәттән, әжәлдән ҡурсалап алып ҡалған ҡаһарман әсәләребеҙгә ғүмер буйы рәхмәт әйтеп, муйындан бурыслы булып йәшәнек.
..Беҙ барып төшкәндә Әхмәт Мөхәммәт­зәки ағаһы менән Монасип яғында бесәндә ине. Көндәр ямғырлы торҙо, Иҙел ташып, ярынан сыҡты. Эшләй алмай, бесәнселәр ҙә ҡайтып төштө. Осрашыу-күрешеүҙәр ғәжәп йылы булды, Нәби беҙҙе нығыраҡ яҡынайтты, ғүмерлеккә дуҫлаштырҙы, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне. Шул осорҙа тыуған эскерһеҙ дуҫлыҡ ярты быуат буйы дауам итте. Ауыл халҡы, Киров исемендәге колхоз етәкселеге бик иғтибарлы булды. Колхоз машинаһы беҙҙе Байназарға тиклем илтеп ҡуйғаны хәтерҙә.
Һуңғы юлға оҙатҡанда
Үҙенең һөйөклө улын, һөйкөмлө ғалимын һуңғы юлға оҙатырға халҡыбыҙ, уның ул-ҡыҙҙары, ил ағалары, киләсәгебеҙ – юғары уҡыу йорто студенттары күпләп килгәйне. Оло юғалтыу йөҙҙәренә сыҡҡан, ҡайғылы хәбәр барыһын да берҙәй шаңҡытҡан, һәр кем иң ҡәҙерле һүҙҙәрен әйтеп ҡалырға тырышҡандай тойолдо. Бик күбе ғалимдың балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып күкрәктәренә ҡыҫты, йыуатыу сараһын күрҙе. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты етәкселеге, филология факуль­тетының уҡытыусылары, студенттары ойоштороу мәшәҡәтен иңдәренә һалды. Респуб­ликабыҙ етәкселе­ге, Хөкүмәт ағзалары, депутаттарыбыҙ, яҡташтары йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен әйтте. Һәр кемдең уйында тик бер фекер йәшәне: “Әхмәт ағай бөтә ғүмерен үҙ халҡына, ғилми эшкә һәм ижадҡа арнаны. Халҡыбыҙ күңелендә мәңге балҡыр эҙ ҡалдырҙы”.
Вафатыңа ҡырҡың тулған көндәрҙә беҙгә бер теләк белдерәһе ҡала. Тыныс йоҡла, остазыбыҙ, гүрең һәр саҡ яҡты, рухың шат булһын!


Таңсулпан ҒАРИПОВА
* * *
– Мин Нәбигә килдем, Әхмәт ағай,
Тыуған ауылыңа, Ҡуянға.
Таңдан тороп сығып баҫтым әле
Ағиҙелгә баҡҡан ҡаяға.
Шаһит булдым ошо иртәләрҙә
Күктең тәүге ярһып күкрәүенә.
Тауҙар бында ятып серем итә
Йылы ла ғына ерҙең күкрәгенә.
Тауҙар, тауҙар! Ҡайһығыҙ бейек тип,
Баҡҡан саҡта улар һырттарына,
Әхмәт рухы өндәшкәндәй булды:
“Ҡайырылып ҡара үткәнеңә!
Үткәнеңдә һинең – Самрау рухы,
Нәсихәте Урал батырҙың.
Меңәр быуат аша хәтерҙәрҙән һарҡып,
Салауатты тауға баҫтырҙы!”
– Хәтер, хәтер… Тимәк, Әхмәт ағай,
Хәтер бейекме ни тауҙарҙан?
Яҙған саҡта том-том әҫәрҙәрең
Көсөң алдың һуң һин ҡайҙарҙан?
“Эйе, тауҙар миңә терәк булды,
Тайһам, ҡаяларға таяндым.
Йәнде ҡурыштырыр әрһеҙ һүҙҙән
Урманыма инеп ял алдым.
Һыуһылыуын эҙләп күлгә сумған
Һәүбәнеләй ғәзиз халҡымдың,
Һәр көн иртән мин тарихҡа сумдым,
Ынйы тапһам, ҡабат ҡалҡындым.
Ул ынйылар инде һеҙгә ҡалды,
Бер мыҫҡалы меңгә торошло.
Тәһәрәттәр алып, аят уҡып,
Ҡағылыуҙар булыр отошло.
Улар һеҙгә ҡалды, вариҫтарым,
Илен, телен һөйгән йәш ҡурпы.
Йәшәү сығанағы шунда беҙҙең,
Уңыр ҙа ғына илдең, ай, ҡото”.


Рәхмәт һиңә, Әхмәт!

Рәхмәт һиңә, Әхмәт! Рәхмәт һеҙгә, Әхмәт Мөхәммәтвәли улы! Былай тип өндәшкәндәр һиңә – атаҡлы фольклорсы Әхмәт Сөләймәновҡа – бик күп булғандыр. Киләсәктә лә күп буласаҡ.

Мин дә мәңгелеккә бәхилләшкәндә һиңә шулай тип әйтәм: “Рәхмәт һиңә, Әхмәт дуҫ! Рәхмәт бөйөк хеҙмәттәрең өсөн. Рәхмәт бар булғаның өсөн. Рәхмәт халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын туплағаның өсөн, уларҙы том-том китаптар итеп баҫтырып мәңгеләш­тергәнең өсөн, башҡорт милләтенең данын Башҡортостандан алыҫ-алыҫтарға, уҙғандан бөгөнгөгә, бөгөнгөнән киләсәккә еткерә алғаның өсөн. Рәхмәт халҡыбыҙҙың тауҙай хазинаһына үҙеңдең хазинаңды – тау-тау хеҙмәттәреңде өҫтәй алғаның өсөн.
Һинең уҡыусыларың күп булды, шәкерттәрең күп булды. Һин ғүмерең буйы уҡытыусы, мөғәллим генә түгел, рухи остаз булдың. Шәкерттәрең остаз юлын тоғро дауам итә, һин ғаиләлә тәрбиәләгән балаларың атай юлын дауам итә. Һин бәхетле кешеһең, Әхмәт!
1995 йылда беҙ Ҡырғыҙстанда бөйөк Манастың мең йыллыҡ юбилейында бергә булғайныҡ, мең тирмәнән ҡоролған Манас ауылында ҡунаҡ булып йөрөгәйнек. Ниндәй мәшһүр шәхестәрҙең юлдаштарым булған­лығын йылдар үткән һайын нығыраҡ аңлайым. Милләтебеҙҙең юлбашсылары атаҡлы башҡорт археологы Нияз Мәжитов, бөйөк фольклорсыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов менән бергә сәфәр йөрөп ҡайтыу бәхете тейгән бит миңә!
Һин ғүмерең буйы миңә аҡыллы кәңәштәреңде әйтә килдең. Әле лә хәстәрлекле һүҙҙәреңде ишеткән һымаҡ булам. Бөтә булмышың менән бөгөн дә йөрәк һүҙҙәреңде беҙгә әйтәһең һымаҡ:
– Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ! Башҡараһы эштәребеҙ бик күп, ә беҙ бик аҙбыҙ. Берҙәм булығыҙ, зинһар, ваҡланмағыҙ, тарҡалмағыҙ! Оло маҡсаттарыбыҙға тоғро ҡалығыҙ! Күңелегеҙ күтәренке, рухығыҙ һәр саҡ ҡанатлы булһын!
Ошо изге теләктәреңде тоғро үтәргә тырышырбыҙ, ҡәҙерле дуҫыбыҙ, милләтебеҙҙең һөйөклө улы!
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






“Томан” тарала

“Томан” тарала 27.07.2018 // Шәхестәр

Бөйөк Ватан һуғышының күп ҡаһармандарының батырлығы, ваҡиғалар айышы билдәһеҙ ҡала бара, ләкин...

Тотош уҡырға 120

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға!

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға! 20.07.2018 // Шәхестәр

Башҡорт автономиялы совет республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы барлыҡ ҡала, район, ауыл...

Тотош уҡырға 108

Зәйнулла ишан васыяттары

Зәйнулла ишан васыяттары 20.07.2018 // Шәхестәр

Күренекле дин әһеленең тыуған көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнде Башҡортостан ерлегендә халҡыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 1 007

Боронғолоҡто яҡтыртып…

Боронғолоҡто яҡтыртып… 20.07.2018 // Йәмғиәт / Шәхестәр

Ғалим-этнограф Мирза Муллағоловтың хеҙмәттәре Лондонда ла һаҡлана Башҡарған эштәре менән...

Тотош уҡырға 221

Бер шәхестә — заман йөҙө

Бер шәхестә — заман йөҙө 06.07.2018 // Шәхестәр

Маһир фольклорсының иҫтәлеге мәңгеләштерелә “Яҡты хәтер” тигән китапты филология фәндәре кандидаты...

Тотош уҡырға 124

Барҙың ҡәҙерен бел

Барҙың ҡәҙерен бел 26.06.2018 // Шәхестәр

Очерк Ҡәҙерле уҡыусым! Һиңә йыйнаҡ инеш һүҙ менән мөрәжәғәт итәм. Был әҫәр йәш йырсы Райман Ишбаев...

Тотош уҡырға 430

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек”

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек” 19.06.2018 // Шәхестәр

– Зәйнулла, һин йәшәргә тейеш инең... Һәләк булған иптәше янына сүгәләгән Әхнәф ошонан башҡа бер...

Тотош уҡырға 151

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше 19.06.2018 // Шәхестәр

Көтмәгәндә күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, элегерәк барыһына ла яҡшы таныш БАССР-ҙың сауҙа...

Тотош уҡырға 122

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу 16.06.2018 // Шәхестәр

...Һуғыш тамамланғас, күптәр, бигерәк тә Еңеү менән тыуған яҡтарына, ғәзиз кешеләре янына иҫән-имен...

Тотош уҡырға 138

Яугир һәм ғалим

Яугир һәм ғалим 05.06.2018 // Шәхестәр

Ошо көндәрҙә билдәле тарихсы-ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тәмимдәр Әхмәҙиевкә 95 йәш тулған...

Тотош уҡырға 205

Ысын халыҡ табибы

Ысын халыҡ табибы 25.05.2018 // Шәхестәр

Яңыраҡ ҡулыма бер китап килеп эләкте – “Народный врач” тип атала ул. Авторы – Эльза Исҡужина....

Тотош уҡырға 198

Теленә хыянат итмәгән

Теленә хыянат итмәгән 16.05.2018 // Шәхестәр

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Һарыкүлмәк (Шығай) ауылында тыуған Ғәли Зөлҡәрнәевтең көтөүсе, эшсе,...

Тотош уҡырға 207