Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йырҙаш булып ҡалайыҡ!
Йырҙаш булып ҡалайыҡ! Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Зәки Арыҫлан улы Әлибаев ошо көндәрҙә 50 йәшлек юбилейын билдәләне. Күп яҡлы эшмәкәрлеге менән ихтирам яулаған шәхес ул. Зәки Арыҫлан улы — студенттарҙың яратҡан уҡытыусыһы, тиҫтәгә яҡын фәнни монография авторы, “Ағиҙел” журналында хеҙмәттәшлек итә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының тәнҡит секцияһы етәксеһе. Һәм бөгөн килеп бик ауыр осорҙа һайлауҙарға тиклем Яҙыусылар ойошмаһын етәкләү ҙә уға йөкмәтелде.
Ә мин уны һаман да фән үрҙәренә ҡыйыу артылған йәшлек дуҫым, шат күңелле, алсаҡ Зәки Әлибаев тип беләм. Уның менән танышып китеүемә барлыҡ ҡәләм тибрәтеүсе уҡыусыларҙың күңеленә ҡанат ҡуйған, “йәш хәбәрсе” тигән маҡтау­лы исем биреп, республиканың йәш ижадсыларын күҙгә күренмәгән ептәр менән бер-береһенә бәйләп ҡуйған “Башҡортос­тан пионеры” гәзите сәбәпсе булды.
80-се йылдар башында Белорет районының Йөйәк ауылынан әүҙем яҙы­шып торған өс йәш хәбәрсе бар ине: Зәки һәм Айбулат Әлибаевтар, Сәүиә Йәһүҙина. Сәүиә менән гәзит аша дуҫлашып, хат алышып торғас, ауылдағы башҡа йәш хәбәрселәрҙең күңел донъяһы ла миңә ярайһы уҡ таныш ине. Зәкиҙең бәләкәй саҡтан тырыш, үтә лә ныҡышмал, юғары маҡсатлы икәнен белә инем. Күп балалы Разия менән Арыҫланғәле Әлибаевтарҙың татыу ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә ул.
Йәмле Инйәр буйында, гүзәл тәбиғәт ҡосағында үтә уның бала сағы. Атайҙа­рына эйәреп, Ҡасим, Насир, Ғәли ағайҙары менән Оло Ялан, Әлибай, Күперле баҫыуҙарында ҡуна ятып бесән эшләүҙәре, хуш еҫле ҡыуышта төнө буйы Арыҫланғәле олатайҙың тарихи риүәйәттәрен тыңлауҙары, Рәмзиә, Рәзилә, Таңһылыу апай­ҙары менән ҡурай еләге, ҡара көртмәле йыйырға йөрөүҙәре, әсәһе Разия өләсәй менән “Ағиҙел” журналында донъя күргән һәр әҫәрҙе уҡып сыҡҡас, энәһенән ебенә тиклем тикшереп, һәр геройға баһалама бирергә өйрә­неүе – былар барыһы ла буласаҡ әҙәбиәт белге­се­нең шәхес булып фор­малашыуына ҙур йоғонто яһамай ҡал­мағандыр.
Уҡырға өйрәнеү те­лә­ге лә шул тиклем ҙур була уның. Әле бик бәләкәй сағында уҡ мәктәпкә уҡырға төшәм тип өйҙәгеләрҙе ыҙа­латып бөтә. Ә инде си­раттағы 1 сентябрь кө­нөндә, өйҙәгеләр бөтә кейемдәрен йәшереп ҡуйыуҙарына ҡарамаҫ­тан, дәфтәр менән ручкаһын ҡыҫтырып, ярым-шәрә килеш мәктәп яғына һыпырта. Алай ҙа мәктәп директоры булып эшләгән Ҡасим ағаһы кеше күрмәҫ борон кире бороп өлгөрә.
Ә инде уҡырға төшкәс, тырышып белем ала. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй. Һәр яңылыҡты матур итеп тасуирлап, “Башҡортостан пионеры” гәзитенә яҙып ебәрә. Һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алған яратҡан гәзитенә яҙылыу өсөн йыл буйы аҡса туплай. Күп балалы ғаиләлә аҡса еткереүе еңелдән түгел. Өйҙә шәкәр бөткәс, ағай-апайҙары төрлөсә хәйләләр ҡороп, юхалап, Зәкиҙең гәзиткә яҙылырға тип һаҡлаған аҡсаһын һорап алмаҡсы була. Ахыр сиктә туҡмалһа туҡмала, әммә аҡсаһын сығарып бирмәй Зәки, бары тик почта бүлексәһенә барып, “Башҡортостан пионеры”на яҙылып ҡайтҡас ҡына ғорур ҡиәфәттә квитанцияны өҫтәлгә килтереп һала.
9-сы класты тамамлағас, Ҡасим аға­һының “Антон Павлович Чехов кеүек табип та, яҙыусы ла булырһың!” тигән кәңәшен тотоп, Белорет медицина училищеһына уҡырға инә. Хәйер, быға һис ғәжәпләнерлек түгел:
“Йылмайғанда ҡояш балҡыймы ни,
Яғымлылыҡ унда ниндәйҙер.
Шатлыҡ менән тула бар күңелең
Яндарыңда булһа еңгәйҙәр!”

– тип һоҡланып шиғыр ижад итеп йөрөгән йәш үҫмерҙең Рәмзиә еңгәһе – фельдшер, Ләлә еңгәһе – табип. Ғәли ағаһы ла медицина институтында белем ала. Әммә Зәкигә был йүнәлеш оҡшап етмәй, тиҙ генә ниәтенән кире ҡайтып, яҙмышын бары тик әҙәбиәт менән генә бәйләй.
Мин уны беренсе тапҡыр 1984 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Сәйфи Ҡудаштың 90 йәшлек юбилейы тантана­һында күрҙем. Беҙҙе, 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыла­рын, ундай сараларға йыш йөрөтәләр ине. Антракт ваҡытында филармонияның икенсе ҡатынан тамашасыларҙы күҙәткән (етмәһә, миңә арты менән торған!) алһыу күлдәкле, һары сәсле егеттең тап Зәки Әлибаев булыуын нимә иҫкәртте икән?!
Сәсен икенән үргән 9-сы класс уҡыу­сыһына ҡайҙан килә ул саялыҡ?! Ипләп кенә янына барҙым да: “Һаумыһығыҙ, һеҙ Зәки Әлибаевмы?” – тип өндәштем... Зәки ул саҡта БДУ-ның филология факуль­те­тының беренсе курсында уҡый ине. 10-сы­ны тамамлағас, мин дә шул уҡ факуль­тетҡа уҡырға индем.
Зәкиҙәр менән уҡыған Ишбулды Әб­делғафаров (урыны ожмахта булһын!) менән Илгизәр Бураҡаев II курста беҙҙең төркөмгә килеп ҡушылды. Тик Зәки Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә ине. Өс йыл хеҙмәтен тултырғас, ғәләмәт матур матрос формаһын кейеп, биш егет, Зәки Әлибаев, Риф Байымов, Өлфәт Ғәббәсов (урыны ожмахта булһын!), Ришат Миңдейәров, Венер Ҡунафин, күҙҙе ҡыҙҙырып, беҙҙән бер курс түбән уҡыған студенттарға килеп ҡушылды.
Тәүге өсәүһе менән БДУ-ның беренсе ятағында күрше генә йәшәнек. Шул тиклем күңелле, сағыу булды беҙҙең студент тормошо. Зәки менән бик тиҙ уртаҡ тел тап­тыҡ. Икебеҙ Мирас Иҙелбаев етәкселе­гендәге “Шоңҡар” әҙәби берекмәһенең кисәләрен алып барабыҙ, телевидение тапшырыуҙарында ҡатнашабыҙ, Баш­ҡортостан райондарына ижади командировкалар ойошторабыҙ. Ҡазан дәүләт университетының “Әллүки” әҙәби берек­мәһе менән бәйләнеш булдырып, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа йөрөшәбеҙ. Татар дуҫтарыбыҙ “Тауҙар күргебеҙ килә” тигәс, уларҙы Зәкиҙең тыуған ауылы Йөйәккә алып ҡайтып киткәнебеҙ хәтерҙә. “Өфө – Инйәр” электричкаһын дыу килтереп шиғыр бәйгеһе ойоштороп ебәрҙек. Татарстандан Люциә Шәрәфиева, Сулпан Әхмәтова (Таңсулпан), Резидә Әхтәмова (Йәмилә Әхтәмова), Рөстәм Сүлтиев (Сүлти), Алмас Ғимаҙиевтар менән бер-бер артлы үҙебеҙҙең ижад емештәре менән уртаҡлашабыҙ. Зәки Әлибаев та ҡалышмай, шиғри күстәнәстәре менән ихлас бүлешә:
“Уйна, егет! Үлән ҡурайыңдан
Күңелдәргә тулған нур ташһын,
Башҡорттарҙың йыры йыраҡтарҙан
Йөрәктәргә барып тоташһын!”

Белорет районының хозур тәбиғәтенә, Арыҫланғәле олатай менән Разия өлә­сәйҙең ҡунаҡсыллығына хайран ҡалып ҡайтҡайны Ҡазандағы дуҫтарыбыҙ. Зәкиҙең иң яҡын дуҫтары оҫта гармунсы Риф менән Фәнзиләнең, Өлфәт менән Гүзәлдең туйҙарында шаһиттар ҙа булдыҡ әле беҙ. Үҙе лә студент килеш кенә ғаилә ҡороп ебәрҙе, улы Риф тыуҙы. Ә мине инде, ҡәҙерле кешеһе күреп, үҙенең иң яратҡан ҡустыһы Айбулат менән таныш­тырҙы.
Бик туған йәнле ул минең Зәки ҡайнаға. Әбйәлил һылыуы Разия менән ҡорған һый-хөрмәтле донъяларынан кеше өҙөл­мәй. Балалары ла үҙҙәре кеүек аҡыллы, ихлас күңелле, ярҙамсыл булып үҫте. Риф БДУ-ның физика факультетын тамамланы, кәләше Ирина менән әле яңыраҡ ҡына Камилла исемле ейәнсәр бүләк итеп, Зәки Арыҫлан улын бәхетле олатай яһаны. Сәғит Санкт-Петербург ҡалаһында архитектура-төҙөлөш университетын тамамланы. Әҙилә менән Арыҫлан Өфө ҡала­һының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында береһе – 11-се, икенсеһе 4-се класта уҡып йөрөй.
Бынан ике тиҫтә йыл элек Белорет районы мәктәптәрендә эшләп йөрөгәндә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтынан лекторҙар саҡырып, урындағы уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу маҡсатында курстар ойошторҙолар. Беҙгә белем биргән уҡытыусылар ара­һында йәшлек дуҫым Зәки Әлибаев та бар ине. Уның йәнле лекцияларын тыңлап, һабаҡташымдың ни тиклем үҙ һөнәрендә камиллыҡҡа өлгәшеүен күреп, берсә һоҡландым, берсә ғорурландым. Һуңыраҡ Өфөгә күсеп килгәс, ҡасандыр Зәки Арыҫлан улында белем алған студенттар, бөгөн төрлө урындарҙа эшләп йөрөгән төплө белемле белгестәр менән тығыҙ аралашырға насип итте. Һәр береһе, Зәки Арыҫлан улы тураһында һүҙ сыҡһа, йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға ашыҡты:
“Зәки Арыҫлан улы бер ҡасан да лекцияларын ҡағыҙға ҡарап уҡыманы, дәрестәрен уҡып сыҡҡан әҫәрҙәр буйынса йәнле фекер алышыу формаһында үткәрә ине. Шуға ла һәр дәрес күңелгә һеңеп бара. Беҙ әҫәрҙәрҙе төплө анализларға өйрәндек. Ә тел байлығы ниндәй унда!”
“Ул беҙгә һәр яҡлап өлгө булды. Бер ҡасан да тәкәбберләнмәй. Уға бөтә эс серҙәрҙе ышанып һөйләргә мөмкин һәм ул һәр ваҡыт килеп тыуған проблема­ларҙы дөрөҫ хәл итеү юлдарын өйрәтеп ебәрә”.
“Уҡытыусыбыҙ шул тиклем ыҫпай, бөхтә итеп кейенеп йөрөй. Сәсе һәр ваҡыт матур итеп таралған. Юғары зауыҡлы булыуы менән барыһынан да айырылып тора”.
“Тәрбиәүи яҡтан шул тиклем ҙур эш алып барғанын үҙем атай булғас ҡына аңланым. Улдарығыҙҙы балалар баҡса­һынан фәҡәт үҙегеҙ барып алырға тырышығыҙ! Шулай итһәгеҙ, балағыҙ башҡа балалар араһында арҡалы булыр. Башҡаларҙан үҙен бер башҡа бейегерәк, көслөрәк тойор, үҙен ышаныслы тотор!”
Бына бөгөн мин дә күңел дәфтәремде аҡтарып, тос уңыштар менән иллеһенә артылған һабаҡташым Зәки Арыҫлан улы Әлибаев тураһындағы иҫтәлектәрем менән уртаҡлашып ултырам. Бер урында һис кенә лә ултырып сыҙамаған, Башҡортос­таныбыҙҙы арҡырыһынан-буйына йөрөп сыҡҡан ир-уҙаман ул – студенттары менән Удмурт, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан республикаларында, Таулы Алтайҙа, Төркиәлә үткәрелгән фәнни симпозиумдарҙа еңеү яулаған, Башҡортостаныбыҙҙың данын сит өлкәләргә лә таратҡан егәрле ғалим, тәжрибәле педагог Зәки Арыҫлан улы Әлибаев. Башҡорт әҙәбиәтендә лә уның үҙ һуҡмағы, әйтер һүҙе бар. Студент йылдарында Зәки Әлибаев ижад иткән шиғыр юлдары менән тамамлағым килә мәҡә­ләне:
Был донъяла юлдар бик күп икән:
Һуҡмағы ла, оло, кесеһе.
Ғүмерендә сикһеҙ юлдар ярып,
Үтә лә шул ерен кешеһе.
Берәүҙәргә кәрәк таҡыр юлдар,
Киңерәген һайлай икенсе.
Өсөнсөһө бер ни аңламайса,
Үҙ юлында була үткенсе.
Далалағы сикһеҙ юлдан сыҡмай,
Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.
Бөркөт кеүек ҡаяларҙы һөйә,
Тигеҙ ерҙәр уға ят һымаҡ.
Риза була берәү иң аҙына –
Ҡыҫҡа ғына йомро һуҡмаҡҡа.
Төндө көндән айырмаған кеүек,
Барыһы ла тигеҙ ахмаҡҡа.
Юлдар! Юлдар! Һеҙҙе ситләп үтмәй
Был донъяның дауыл-бураны.
Сайҡалмайса һеҙгә ҡарап барам,
Һайламайым еңел, тураны.
Тик күңелде һәр саҡ үргә әйҙәп,
Иң яҡтыһын таба алһамсы,
Һеҙҙең менән мәңге юлдаш булып,
Йырҙаш булып ҡына ҡалһамсы!

Юлдарың артабан да яп-яҡты булһын! Йырҙаш булып ҡалайыҡ, һабаҡташым!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 221

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 254

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 183

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 218

Һайланмыш уның яҙмышы

Һайланмыш уның яҙмышы 25.12.2018 // Шәхестәр

“Тормош йәмләр затлы мәрйендер”....

Тотош уҡырға 163

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне 17.12.2018 // Шәхестәр

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тыуған яҡты...

Тотош уҡырға 222

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды 27.11.2018 // Шәхестәр

Донъяла кешене бәхетле иткән ҡыуаныслы мәлдәр була, тик тормош мәшәҡәтенә һылтанып, ҡул һелтәмәүең,...

Тотош уҡырға 234

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?”

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?” 27.11.2018 // Шәхестәр

Әҙәби тел тирәләй бәхәстәрҙә ул да ҡатнашҡан. Был һүҙҙәр “Башҡортостан” гәзитендә 1929 йылдың 5...

Тотош уҡырға 206

“Мин генийҙыр ул!..”

“Мин генийҙыр ул!..” 23.11.2018 // Шәхестәр

Сабир менән беҙ әҙәбиәткә бер мәлдәрәк килдек, шуға күрә йыш аралашып йәшәнек, дуҫтар булдыҡ. Әммә...

Тотош уҡырға 213

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы 23.11.2018 // Шәхестәр

Был исемде лә хәтер һандығыңа яҙып ҡуй, хөрмәтле милләттәш....

Тотош уҡырға 291

Һөләймәне пар ҡанаты ине...

Һөләймәне пар ҡанаты ине... 14.11.2018 // Шәхестәр

Өфөнән көнсығышҡа табан һуҙылған “М-5” федераль юлынан барыуы еңел түгел, сөнки бында хәрәкәт...

Тотош уҡырға 299

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр 09.11.2018 // Шәхестәр

Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм, Ким Әхмәтйәнов, Фәтих Кәрим...

Тотош уҡырға 257