Байымовтың ғилми һәм ижади юғарылығы

8-02-2017, 03:55 // Шәхестәр // Баҫып сығарырға
Байымовтың ғилми һәм ижади юғарылығы Ошо көндәрҙә күренекле ғалим һәм яҙыусы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовҡа 80 йәш тулған булыр ине. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан алып XXI быуаттың 10-сы йылдарына тиклемге әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит, милли проза тарихын, мәғариф торошон уның эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның гуманитар фәндәр өлкәһендәге төплө, концептуаль йөкмәткеле ғилми хеҙмәттәре ижтимағи, художество-эстетик фекер үҫешенә ҙур йоғонто яһаны, күп милләтле Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһын теоретик яҡтан өйрәнеүҙә һиҙелерлек аҙым булды, художест­волы әҫәрҙәре башҡорт прозаһының яңы биттәрен билдәләне.
Роберт Байымов бар ғүмерен туған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышланы, ысын мәғәнәһендә илебеҙҙең ҡайнар йөрәкле патриоты булып йәшәне, милли мәғариф һәм фән аҡһаҡалы булып танылды. Уның бөтә ғүмер юлы республикабыҙҙың төп уҡыу йорто менән айырылғыһыҙ бәйләнгән.
Роберт Байымов профессиональ хеҙмәт юлын башҡорт әҙәбиәте кафедраһында ассистент булып башлай. Уҡыу-уҡытыу эшендә, ижади һәм ижтимағи өлкәлә әүҙемлеге менән айырылып торған егетте 1965 йылда вуз етәкселеге йүнәлтмә менән М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһына уҡырға ебәрә. 1968 йылда ул совет әҙәбиәте тарихы кафедраһында яҡташыбыҙ Роберт Бикмөхәмәтов етәкселегендә заманы өсөн бик сетерекле темаға – үткән быуаттың 20 – 30-сы йылдары башҡорт әҙәбиәтендә тарихилыҡ принцибының үҫеү проблемаларын өйрәнеүгә арналған кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай.
Р. Байымовтың ғалим һәм шәхес булараҡ нығынып китеүе уның био­графияһының нәҡ Мәскәү биттәре менән бәйле. Ул саҡта бөтә Союзға ғилми хеҙмәттәре менән билдәле профессорҙар А.И. Метченко, Л.Г. Якименко, С.М. Петров, А.И. Овчаренко, М.Б. Храпченко, И.Ф. Волков, Г.Н. Поспеловтар менән тығыҙ аралашыу, баш ҡаланың әҙәби-мәҙәни мөхите йәш тикшеренеүсенең донъяға ҡарашын, ҡыҙыҡһыныу даирәһен асыҡ­ларға ярҙам итә, фәнни офоғон киңәйтә. 1982 йылда ошо уҡ уҡыу йортонда Р. Байымов “Башҡорт прозаһының эпик формалары системаһында роман жанры” темаһына докторлыҡ диссертацияһы ла яҡлай, профессор дәрәжәһенә өлгәшә.
Роберт Байымов студент һәм аспирант йылдарында уҡ әҙәби һәм ғилми ижад менән етди шөғөлләнә башлай. Мәскәүҙәге “Современник”, “Советский писатель” кеүек үҙәк нәшриәттәрҙә, ваҡытлы матбуғат биттәрендә (“Литературная газета”, “Литературная Россия” аҙналыҡтарында, “Дружба народов”, “Вопросы литературы” һымаҡ журналдарҙа), шулай уҡ “Урал”, “Волга” ише төбәк баҫмаларында сыҡҡан рецензиялары һәм мәҡәләләре фәнгә төплө фекерле тәнҡитсе килеүен хәбәр итә. Ҡыйыу ҡарашлы ғалимдың хеҙмәттәре төрлө йылдарҙа элекке союздаш Ҡа­ҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Грузия һымаҡ республикаларҙа баҫыла тора, шулай уҡ Германия, Төркиә, Венгрия тикшеренеүселәре иғтибарына еткерелә. Ул Өфө, Ҡазан, Саха (Яҡут), Мәскәү һ.б. урындарҙа үткәрелгән ғилми-ғәмәли кон­ференцияларҙа, симпозиум һәм конгрес­тарҙа докладтар менән йыш сығыш яһай.
“Ижади биҙәктәр” (1977) исемле ғилми йыйынтығы иһә тәнҡит өлкәһендә ныҡлап эшләй башлаған Р. Байымовты киң йәмәғәтселеккә өлгөрөп еткән әҙәбиәтсе ғалим итеп танытты. Был китапта күренекле башҡорт прозаиктары Зәйнәб Биишева, Рәйес Низамов, Ярулла Вәлиев, Ибраһим Ғиззәтуллин, Ноғман Мусин, Ғәли Ибраһимов, Вәзих Исхаҡов, Сәләх Кулибай, Агиш Ғирфанов әҫәрҙәре, Хәким Ғиләжев, Хәниф Кәрим, Ғилемдар Рамазанов шиғырҙары анализлана, шулай уҡ осор өсөн мөһим булған темаларға һәм проблемаларға ҡараш ташлана. Артабан Өфө һәм Мәскәү ҡалаларында урыҫ телендә баҫылып сыҡҡан “Өлгөргәнлеккә аҙым” (1975), “Башҡорт тарихи-революцион романы” (1980), “Эҙләнеүҙәргә сиктәр юҡ” (1980), “Жанр яҙмышы” (1984), “Сығанаҡ һәм инештәр: башҡорт әҙәбиәте хаҡында күҙәтеүҙәр” (1993) кеүек китап-монографиялары ла шул осор тәнҡит һәм әҙәбиәт ғилеменең матур ҡаҙаныштары булды.
Р. Байымов 1991 йылда Башҡорт­остан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, 1997 йылда Халыҡ-ара төрки академияһы академигы итеп һайлана. Шулай итеп, үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғилми-ижади һәм ойоштороу өлкәһендә ғалим эшмәкәрлегенең яңы этабы башлана.
Ул 1982 йылдан бирле етәкләгән кафедра тарафынан әҙерләнгән коллектив хеҙмәттәренең береһе –‒ юғары уҡыу йорттары өсөн “ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте” (2003) тигән дәреслек. Яңы әсбап университет һәм уның филиалдарында, педколледж һәм башҡа уҡыу йорттарында белем алған студент-филологтар тарафынан ҙур ихтыяж менән файҙаланылған төп сығанаҡтарҙың береһенә әүерелде. Ғөмүмән, Р. Байымов башҡорт әҙәбиәтенән мәктәп дәреслектәре, студенттар өсөн теге йәки был предметтан уҡыу ҡулланмалары, программалар төҙөүгә күп көс һалды. “Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте” һымаҡ төп дисциплиналарҙан тыш, “Роман жанры мәсьәләләре”, “Башҡорт әҙәби тәнҡите тарихы” һымаҡ ҡыҙыҡлы махсус курстар эшләне, улар буйынса уҡыу әсбаптары сығарҙы, университеттың инс­титут һәм филиалдарында ла йөкмәткеле лекциялар менән сығыш яһаны.
Роберт Байымов башҡорт әҙәбиәтен Көнсығыш әҙәбиәттәре системаһында өйрәнеү буйынса ла төплө һәм уңышлы тикшеренеүҙәр алып барған ғалим булды. Яңы осорҙа уның урыҫ телендә “Шәреҡ әҙәбиәте: уҡыу ҡулланмаһы” (1999), “Шәреҡ әҙәбиәте: уҡыу-методик ҡулланмаһы” (2001), “Фарсы телле әҙәбиәт һәм уның әҙәбиәт-ара (төрки-ғәрәп-һинд) бәйләнештәре” (2003) кеүек китаптары баҫылып сыҡты. Тап шул хеҙмәттәр нигеҙендә башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттары “Шәреҡ әҙәбиәте” курсынан төплө белем алды. Урыҫ телендә “Көнсығыштың бөйөк шәхестәре һәм әҙәби ҡомартҡылары” (“Великие лики и литературные памятники Востока”, 2005) исемле ҙур күләмле дәреслегенең баҫылып сығыуы ғалимдың был өлкәләге күп йыллыҡ тәжрибә һәм эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе ине. Был төплө хеҙмәттә фарсы, ғәрәп, һинд әҙәбиәттәрендә боронғо осорҙарҙа уҡ нығынған иң мөһим һәм әһәмиәтле әҙәби күренештәргә ғилми күҙәтеү яһала, бар донъяға билдәле классик һүҙ оҫталарының ижад үҙенсәлектәре, мәҙәниәт тарихында тотҡан урыны билдәләнә, конкрет әҫәрҙәрҙең жанр-стиль, идея-эстетик йөкмәтке үҙенсәлектәре асыла.
Һуңғы тиҫтә йылдарҙа ғалим етәксе­легендә “Боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт әҙәби фекере эволюцияһы” тигән өр-яңы темаға, тикшеренеү йүнәлешенә нигеҙ һалынды. Уның инициативаһы менән БДУ-ла, вуздың Сибай институтында, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академия­һында, Нефтекама филиалында ошо проб­лема буйынса бер нисә күсмә семинар, конференция уҙғарылды.
Профессор Р. Байымов милли республика һәм өлкәләргә юғары квалификациялы ғилми кадрҙар әҙерләүгә күп көс һалған, үҙ мәктәбен булдырған абруйлы фән эшмәкәре ине. Ул БДУ-ла Рәсәй халыҡ­тары телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса махсуслашҡан диссертация советының иң әүҙем ағзаларынан булды. 1996 йылда Яҡут дәүләт университетында “Рәсәй Федерацияһы халыҡтары әҙәбиәте” буйынса совет булдырылғас, унда ла ағза булып һайланды, ныҡлы әҙәби-ғилми бәйләнештәр булдырҙы. Уның етәксе­легендә Башҡортостан ғына түгел, Татарстан, Сыуаш, Яҡут, Бүрәт, Тыва, Хакас республикалары, Силәбе өлкәһенән бер нисә тиҫтә ғалим докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын уңышлы яҡланы. Улар араһында Ғ.С. Ҡунафин, М.Х. Иҙелбаев, З.Я. Шәрипова, Г.Н. Гә­рәева (БДУ), Р.Ш. Хәсәнов (БДУ-ның Бөрө институты), П.В. Сивцева, В.Б. Окорокова (Саха (Яҡут), Т.А. Дугаржапова (Бүрәт Республикаһы) һымаҡ билдәле фән докторҙары, профессорҙар бар. Хәҙер уларҙың күбеһе әҙәбиәт кафедралары, факультет етәкселәре, ғилми-тикшеренеү институттары директорҙары сифатында илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә милли әҙәбиәттәрҙе үҫтереү юлында фиҙакәр эшләп йөрөй.
Башҡортостан Фәндәр академияһында тарихта беренсе булған “Йәдкәр” исемле ғилми журналдың (1995 йылдан) ойоштороусыһы һәм баш мөхәррире булараҡ та Роберт Байымовтың исеме таныулы ине. Бөгөн ул баҫма “Проблемы востоковедения” исеме менән күләме ике мәртәбә ҙурайып донъя күрә башланы. Хәҙер инде Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының юғары аттестация комиссияһы тәҡдим иткән рәсми баҫмалар исемлегендә теркәлгән ғилми журналдың республика гуманитар фәндәрен үҫте­реүҙә, йәш ғалимдар әҙерләүҙә әһәмиәте ҙур. Ғалим шулай уҡ оҙаҡ йылдар “Ағиҙел”, “Бельские просторы” журналдарының мөхәрририәт ағзаһы булды.
Роберт Байымов халыҡҡа талантлы прозаик булараҡ та яҡшы таныш. Ул “Китап” йәмғиәтенең республика бүлексәһе рәйесе, 1971 йылдан алып Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы була, ике тиҫтә йыл ойошманың проза һәм тәнҡит секцияларын етәкләй. Яҙыусының биш хикәйә һәм повестар китабы, өс романы донъя күрҙе. “Сарсау” (1980), “Бикле хазина” (1982), “Ҡайтырбыҙ һалдат булып” (1986), “Яуап бирер көн” (1989), “Төштәр ҡабатланмай” (2007) йыйынтыҡтарына ингән повесть һәм хикәйәләрендә, тәүге романында автор замандың киҫкен проблемаларын күтәреп сыҡты.
1996 йылда әҙиптең “Сыбар шоңҡар” исемле әҙәби-документаль романы республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. ХХ быуаттың 90-сы йылдарында илдә демократик үҙгәрештәр башланыу шарттарында революциянан һуңғы башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлиди эшмәкәрлеге хаҡында дөрөҫ һүҙҙе әйткән тәүге күләмле әҫәр булыуы менән ул әҙәбиәт тарихында абруйлы урын тапты, был йүнәлештәге артабанғы ижади эҙләнеүҙәргә йоғонто яһаны. Эйе, башҡорт автономияһы идеологы Зәки Вәлиди хаҡында әҫәрҙәр проза һәм драматургия өлкәһендә байтаҡ яҙылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға совет әҙәбиәте формалаша башлаған 20-се йылдарҙа уҡ нығынған стереотип хас булды, милли-азатлыҡ хәрәкәте, уның етәксеһе лә нәфис һәм тарихи әҙәбиәттә тик кире яҡтан һүрәтләнә килде. Шул йәһәттән ҡарағанда “Сыбар шоңҡар” – прозабыҙҙың интеллектуаль яҡтан яңы баҫҡысҡа аяҡ баҫыу билдәһе ул.
Әҙиптең “Каруан килә Бағдадтан” исемле һуңғы тарихи-документаль романы 2009 йылғы “Ағиҙел” журналында (№ 1, 2) баҫылып сыҡты, китап рәүешендә лә донъя күрҙе. Был әҫәр авторҙы Булат Рафиҡов, Әхиәр Хәким, Ғайса Хөсәйенов һымаҡ билдәле тарихи проза оҫталары рәтенә ҡуйҙы. Роман – һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенең сираттағы етди ҡаҙанышы, ул башҡорт тарихына тағы ла тәрәнерәк үтеп инеүе һәм ҙур географик киңлекте иңләүе менән әһәмиәтле.
Яҙыусының тарихи-документаль планда ижад иткән әҫәрҙәре былар менән генә сикләнмәй. Мәҫәлән, Саха (Яҡут) Республикаһы менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырған осорҙа Р. Байымов, Яҡут милли архивы етәкселеге булышлығы менән, 1896 – 1930 йылдарҙа Якутск, Сун­тар, Олекминск, Вилюйск һәм Колыма яҡтарына һөрөлгән башҡорттар тураһында материал туплай. Шулар нигеҙендә башҡорт һәм яҡут халыҡтарының генетик, тарихи бәйләнештәре хаҡында урыҫ телендә “Саха ерендә” тигән әҫәрен яҙа. Унда эмоциональ тел менән күберәк һөргөндә булғандарҙың иҫәбе, ер биләмәләре, ғибәҙәт йорттары хаҡында статистик мәғлүмәттәр килтерелә; урындағы халыҡ менән ниндәй мөнәсәбәттә йәшәүҙәре һөйләнелә; рәсми документтар (бойороҡтар, мөрәжәғәттәр, ялыуҙар, кәнсә хаттары һ.б.) текстары бирелә; шулар нигеҙендә лагерҙағы йәшәү шарттары тураһында тарихи яҡтан нигеҙле, объектив һығымталар әйтелә. Хеҙмәттең беҙҙең өсөн дә, ҡасандыр яҙмыш елдәре алыҫ ерҙәргә алып барып олаҡтырған милләттәштәребеҙҙең бөгөн яҡуттар яғында йәшәп ятҡан нәҫел-нәсәбе өсөн дә берҙәй әһәмиәт ҡаҙаныуын билдәләргә кәрәк. Ғалимдың башҡорт һәм яҡуттар миҫалында төрлө халыҡтар яҙмышы, уларҙың теле, ҡабатланмаҫ мәҙәниәте, топонимика, фольклор тәңгәлендәге уртаҡлыҡ һәм оҡшашлыҡ мәсьәләләрен күтәргән “Юғала барған тарих биттәре: Башҡорт-яҡут тарихи-әҙәби бәйләнештәре” тигән (2007) хеҙмәте лә оло баһаға һәм ихтирамға лайыҡ. Шәреҡ мәҙәниәте буйынса ҙур хеҙмәттәр яҙған ғалим һуңғы йылдарҙа “Монголдарҙың изге яҙмаһы” (“Сокровенное сказание монголов”) исемле ҙур күләмле әҫәр өҫтөндә эшләне, уның бер өлөшө генә “Ватандаш” журналында донъя күреп өлгөрҙө.
Роберт Нурмөхәмәт улының кешелек сифаттары хаҡында ла күп һөйләргә мөмкин. Ул юғары мәҙәниәтле шәхес булды, тышҡы ҡиәфәте менән дә, эске тәбиғәте менән дә бөхтә кеше ине. Шәхси әңгәмәлә, дәрес йәки мәжлестә булһынмы, һөйләгәне тик әҙәбиәт һәм фән хаҡында ине. Абруйлы ғалим һәм педагог студенттарына һәм хеҙмәттәштәренә тәрән ихтирам менән ҡараны, изге күңелле, ғәҙел, әҙәпле, баҫалҡы, шул уҡ ваҡытта принципиаль кеше булды, һәр мәсьәләне хәҡи­ҡәт күҙлегенән баһаларға тырышыр ине.
Профессор Р. Байымов 2010 йылдың 30 апрелендә беҙҙең арабыҙҙан мәң­гелеккә китеп барҙы. Ғалим һәм яҙыусы бай йөкмәткеле, күп яҡлы мираҫ ҡалдырҙы. Уның шәкерттәренең береһе Ә. Мулла­ғолова уҡытыусыбыҙҙың тормошо һәм ижадына арналған “Шоңҡар оса бейек ҡаяларҙа” исемле монографияһын баҫ­тырып сығарҙы. 2012 йылда уның хөр­мәтенә БДУ-ла Бөтә Рәсәй кимәлендә ғилми-ғәмәли конференция уҙғарылды. Бөгөн дә уның әҫәрҙәрен өйрәнгән тиҫтәләгән мәҡәлә донъя күреп тора.
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов тормошоноң һуңғы йылдарында ла яңынан-яңы идеялар, ҙур ижади пландар менән янып йәшәне. Ул туған уҡыу йортонда милли мәғариф һәм фән юлында ярты быуатҡа яҡын арымай-талмай хеҙмәт итте. Уның етәкселегендә, уның фатихаһы менән тыуған ғилми башланғыстар хәҙер инде матур йолаға әйләнде. Ә традициялар мотлаҡ дауам ителергә һәм үҫтере­лергә тейеш.