Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Толпарлы ерҙең улы
Аҡынлыҡты бөгөнгөгә ялғаусы
Толпарлы ерҙең улыҠулға усҡа ғына һыймалы шиғыр китабы килеп эләкте: “Толпарҙар менән бергәмен”. Авторы – Муҡағәле Маҡатаев (1931 – 1976), ҡаҙаҡ шағиры. Әһә, иҫке таныш бит. “Ағиҙел”дә эшләгәндә Мәүлит Ямалетдин тәҡдиме менән бер шәлкем шиғырҙарын нәшерләргә насип булғайны. Был йыйынтыҡҡа тупланған әҫәрҙәрҙе лә тәржемәләп, төҙөп, баш һүҙ яҙып ул сығарған икән.
Башҡа халыҡтар менән генә түгел, хатта төрки сығышлы яҡын ҡәрҙәштәр менән дә ижади бәйләнештәр өҙөлөр-өҙөлмәҫ торған бер мәлдә ни тиклем мөһим ул рух илселәренең аралашып йәшәүе. Тап улар аша кешелек донъяһы үҙенең бер бөтөн икәнлегенә инана килә.
Мәүлит Ямалетдин Муҡағәленең исем-шәрифе бөгөнгө ҡаҙаҡ әҙәбиәтендә Абай, Мөхтәр Әүәзов кеүек мәшһүр яҙыусылар менән бер рәткә ҡуйып йөрөтөлөүен билдәләй. “Һайланма әҫәрҙәр”е өсөн үлгәндән һуң Ҡаҙаҡ Республикаһының дәүләт премияһы бирелеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Һүҙ барған әҙип, уның замандаштары йәшәгән дәүерҙе күҙаллауы ҡыйын түгел: колхозлашыу осоро, дәһшәтле һуғыш йылдары, унан һуңғы аслыҡ, яланғаслыҡ. Былар нисек эҙһеҙ үтһен?!. Етмәһә, Муҡағәле йөрәк сиренә дусар була. Талантлы шағир ҡырҡ биш йәшкә генә етә алыуына ҡарамаҫтан (үҙлегенән Рәми ағай иҫкә төшә), һәләтенә егәрлелекте ҡуша алғанға ижад гәүһәрҙәре туплап өлгөрә. Көндәлегенә бына нимә теркәп ҡуйған ул: “Әхлаҡи һәм матди тетрәнеүҙәрҙән һуң дауаханаға эләктем. Дауахана әҙерәк ярҙам итте. Оҙаҡ айырылышып торғандан һуң, беҙ, күрешергә сарсаған ғашиҡтар шикелле, шиғриәт менән осраштыҡ. Күрәһең, бер-беребеҙҙе ныҡ һағынғайныҡ. Ике ай эсендә… дүрт меңгә яҡын шиғри юл яҙылды. Улар баҫыламы-юҡмы икәнен уйлап та бирмәйенсә, бөтә күңелемде һалып эшләнем дә эшләнем...” Ә шиғырында иһә былай тигән:
Бына тағы хушлаштым бер көн менән,
Һаубуллаштым бер көнгө йөгөм менән.
Туҡтатып тор мәңгелек хәрәкәтте,
Төшһәң әгәр Тәңренең кендегенән.


Эйе, йөгөңдө көнөндә тәғәйен еренә еткерә алғанда ғына ижадта ла, тормошта ла нимәгәлер ирешеп булалыр, моғайын.
Ысын шиғриәт – күңел биографияһы ул. Ауыр яҙмышлы булыуына ҡарамаҫтан, Муҡағәле кешеләргә, ватанына, тыуған еренә тәрән һөйөү йөрөтә:

Мин уның төнөн һөйәм, көнөн һөйәм,
Аҡҡан һыуын, бейек тауын, гөлөн һөйәм.
Мин уның изгелекле телен һөйәм,
Мин уның ҡөҙрәтле өнөн һөйәм…


Бер үк мәлдә был изге тойғоноң ябай булмауын да аңғарта:

…Ватанды һөймәүе лә көйөк икән,
Ватанды һөйөүе лә көйөк икән.


Ватанды һөйә алмауҙың көйөк булыуы аңлашыла, ә һөйөү ни өсөн көйөк һуң? Күрәһең, һөйөүҙең яуапһыҙ ҡалыуы бошондора, шағирҙың был ҡапма-ҡаршылыҡлы тойғоһон бер шиғырында Факиһа Туғыҙбаева ла художестволы тасуирлағайны. Халҡы менән бергә ҡайғыра, ул ҡыуанһа ғына ҡыуана шағир. Тап шуның өсөн:

Сабый-халҡым, серҙәрем – һиңә генә,
Ялған уй, йәшерен көй ситен миңә.
Һинең өнөң миндә, һинең моңоң,
Һинең уйың эйәләшкән зиһенемә, –


тиергә хаҡлы. Ҡайһы ҡаҙаҡ үҙенең далаһын данламаған да уға арнап өләң әйтмәгән?!. Муҡағәле өсөн дала һағым да (мираж), сабырлыҡ өлгөһө лә (“Эсендә янар тауҙарҙы һаҡларлыҡ ҡөҙрәт бар!”). Бына шул далаға мөкиббән ғашиҡ лирик герой далаһын ҡосағына ала алмауына ҡайғыра: ниңә ул Алпамыша булып тыумаған? Ә былай иһә:
Һөйөп тә ҡоса алмау көйөк икән…
Икенсе бер урында шуға баҫым яһай:
Муҡағәле юғалғандан бер ни булмаҫ,
Минән аҙаҡ ҡалһа ерем, ҡалһа илем…

Автор ғәләмәт ҡатмарлы хис-тойғоларҙы зауыҡлы уҡыусыны уйландырырлыҡ кимәлдә еткерә алыу һәләтенә эйә:

…Ҡош та булғым килмәйсе, –
Ҡанатым бар…
Ут та булғым килмәйсе, –
Ялҡыным бар…


Ә бына сабый булырға теләр ине, сөнки донъялар һәр саҡ яңырып тора һәм сабыйҙы ғына ихлас һөйәләр. Был, моғайын, етем бала саҡтың һөйөлөүгә туйына алмауына ла бәйлелер. Әммә бындай шиғырҙарҙа ла зарланыу-һыҡтау ишетелмәй. Шағирҙың “Моцарт реквиемы” поэмаһында бар кешелеккә бер генә теләге бар: етемдәргә битараф булмағыҙ!
Тормош күренештәрен шағир күңел күҙе менән барлай. Әсәһенең яҙмыш йөгөнән бөкрәйеп йөрөүен ул, мәҫәлән, “яуапһыҙ һөйләмдәргә һорау” итеп күрә. Әсәһе иһә ватаны менән типә-тиң.
Әҙәм балаһының йәшәйеш әхүәле тәбиғәттән айырылғыһыҙ булыуын әҙип һиҙгер тойомлай, үҙенең кисерештәрен башҡалар менән уртаҡлашырға ла теләге ҙур:

Тауға килһәң, ҡышын түгел,
Көҙөн кил һин!
Ҡаршылар һине бында эҙләгәнең.
Күрерһең япраҡтарҙың әле һаман
Йәшәүҙән өмөттәрен өҙмәгәнен…


Икенсе бер шиғырында шундай фекер үткәрә: көрһөнһәң, күктәй булып көрһөн – йәшен утылай янырһың, ә һуңынан йәйғорҙай балҡырһың…
Ижадсы булараҡ, Муҡағәле кешеләрҙә лә, улар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә лә, тәбиғәт күренештәрендә лә шиғриәт таба. Һәм был юҫыҡтағы уйланыуҙарын шулай тамамлай:

[Шиғриәтте] эҙләнем
Мөхәббәттән, һағыштарҙан…
Эҙләнем хис ағыуы – шараптан да…
Эҙләнем…
Эҙләмәйсә сарам бармы?
Хоҙай беҙҙе игеҙ ҡылып яратҡанмы?

Ошондай рухтағы фекергә әҙип ижадында йыш юлығаһың:

Ҡояш батмаҫ элек минең йырым батһа,
Ер йөҙөндә бер сәғәт тә ҡалмаҫ инем…

Үҙемә таман ғына далан менән
Менә алыр тауыма менәйем мин…

Ярты-йорто ҡайһы бер ҡыуаныстан
Уйландырған мөлдөрәмә моңом артыҡ…

Йырһыҙ минең ғүмергә ни кәрәгем,
Йырҙан башҡа халҡыма ни бирәмен?..


Шуғамылыр шағирҙың үҙ-үҙенә теләге лә тейешенсә:

Шағир булһаң, әҙерлән оҙон юлға,
Тотҡарланма, албырғап фанилыҡҡа…

Тик әҙәм балаларының күпселеге фанилыҡ тип алдана шул. Үҙ ғүмеренә лә етмәйәсәк маҡтаулы исем алайым тип ҡырталаша. Муҡағәле иһә, данға лайыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ижадта уны маҡсат итеп ҡуймай.

Йырҙы мин яҙһам-яҙам
Яралы йөрәктәрҙе имләү өсөн, –


ти ул. Нисек Шәйехзаданың “Ап-аҡ алтын йырҙарымды/ Йырлайым халҡым өсөн” тигәнен иҫкә төшөрмәҫһең?! Әйткәндәй, ул башҡорт шағиры һымаҡ уҡ Хоҙай менән дә типә-тиң һөйләшергә баҙнат итә. Ана ул, һаулыҡҡа туйына алмауына ҡарамаҫтан, Тәҡдир менән нисегерәк “әңгәмәләшә”:
Беләһеңме, мин һиңә буйһонмаймын,
Бармы тағы бирә торған зарың, ҡайғың?!
Һин тау булып юлымды быуһаң әгәр,
Мин уның түбәһендә һағымдаймын!
Шуға күрә, юл бир, тип ялынмаймын…

Әлдән-әле осрап торған бындай һүҙ ынйыларын ҡаҙаҡ әҙибе фәлсәфәүи диңгеҙ төптәренән һөҙөп сығара:
… Ашҡынабыҙ, йәшәүҙән туя алмайбыҙ,
Бынау хайран донъяға һыя алмайбыҙ.
Буш хыялдар артмаҡлап китербеҙме,
Өлгөрмәгән игенде йыя алмай беҙ?
Үҙебеҙҙе сөнки беҙ йыш алдайбыҙ,
Үҙебеҙҙән үҙебеҙ оялмайбыҙ…

Йәки:

Ай-һай, ғүмер!
Үтәһең бит бер көнө,
Тыяһың бит ҡыуаныслы көлкөнө.
Ғүмер тигән – балҡыған бер нәжәғәй,
Ғүмер тигән – күк асмандың бер өнө…

Ғүмер тигән – әйбер түгел ҡулдағы,
Ғүмер тигән – оло һынау юлдағы.
Йән ҡарайып, сарсағанда, һыуһынды

Бер ҡандырам, тигән хыял алдағы…

Тәрән фекерле булыуына ҡарамаҫтан, “аҡыл һатырға” ла йыйынмай автор. Был йәһәттән ул үҙенсәлекле алым ҡуллана:

Был ғүмерҙе һорамасы һин минән,
Ғүмерҙе мин әле йүнләп күрмәгән.
Был ғүмерҙе белгең килһә, ҡартҡа бар –
Яу ҡырынан яңғыҙ улы килмәгән…

Был ғүмерҙең ҡыры күп мин белмәгән…
Уның хаҡта һорамасы һин минән.
Был ғүмерҙе белгең килһә ҡартҡа бар,
Тормошонда золом күргән – үлмәгән…

Шунан һора, шунан һора ғүмерҙе:
Ни кисерҙе, нимә белде, ни күрҙе?
Аҡыллы зат ахмаҡтан ник еңелде…


Фәлсәфәүи тәрәнлектәрҙе буйлай алған аҡыл эйәһенең бәхет тураһында күҙәтеүҙәре лә фәһемле:

Бәхет тигән – һинең бала көндәрең…

Ә инде үҙенең балаһы булғас, уның әлеге ябай һорауына бына нисегерәк яуаплай:

Минең өсөн иң бәхетле көндәрем –
Һиңә, балам, бәхет эҙләп йөрөгәнем…


* * *
Ҡаҙаҡ шағиры әҫәрҙәрендә башҡорт шиғриәтенең аҫыл өлгөләре менән ауаздашлыҡты һиҙмәү мөмкин түгел. Унда Аҡмулланың һамаҡлауҙары ишетелеп ҡала, Шәйехзаданың, Рәмиҙең ил-йортҡа бирелгәнлеге, ул алған яраларҙан янып-һыҙланыуҙары сағыла, Мәүлиттең моңсоллоғо һирпелеп китә. Былар бөтәһе лә тәрәндән юлланған ҡан-ҡәрҙәшлектең бер сағылышы икән, икенсенән, барлыҡ ябай халыҡтың уртаҡ яҙмышлы булыу билдәһе лә ул. Ә шағирмын тигән шағир булмышы халҡынан айырылғыһыҙ.
Муҡағәленең ижады менән ентекләберәк танышҡас, йәнә лә шуға инандым: һине донъяға яралтҡан ғәзиздәрҙән-ғәзиз ата-әсәңде, меңәр йыллыҡ тарих һынауын үткән халҡыңды, кендек ҡаның тамған, һине туйындырған тупрағыңды, һыуһыныңды ҡандырған шишмәләреңде – ғөмүмән, был ҡабатланғыһыҙ мөғжизә булған тормошто, йәшәүҙең үҙен ихластан өҙөлөп һөйгәндә генә ысын мәғәнәһендә ижад гәрәбәләрен тыуҙырып була икән.
Йәнең йәннәттә булһын, Муҡағәле!
Талантыңа, егәреңә торошло хеҙмәттәреңдең әжерен татырға, мәнфәғәтен күрергә яҙһын, Мәүлит ҡәләмдәш!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы

Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы 12.10.2018 // Шәхестәр

Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттарына Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тел...

Тотош уҡырға 50

“Томан” тарала

“Томан” тарала 27.07.2018 // Шәхестәр

Бөйөк Ватан һуғышының күп ҡаһармандарының батырлығы, ваҡиғалар айышы билдәһеҙ ҡала бара, ләкин...

Тотош уҡырға 141

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға!

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға! 20.07.2018 // Шәхестәр

Башҡорт автономиялы совет республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы барлыҡ ҡала, район, ауыл...

Тотош уҡырға 131

Зәйнулла ишан васыяттары

Зәйнулла ишан васыяттары 20.07.2018 // Шәхестәр

Күренекле дин әһеленең тыуған көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнде Башҡортостан ерлегендә халҡыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 1 048

Боронғолоҡто яҡтыртып…

Боронғолоҡто яҡтыртып… 20.07.2018 // Йәмғиәт / Шәхестәр

Ғалим-этнограф Мирза Муллағоловтың хеҙмәттәре Лондонда ла һаҡлана Башҡарған эштәре менән...

Тотош уҡырға 251

Бер шәхестә — заман йөҙө

Бер шәхестә — заман йөҙө 06.07.2018 // Шәхестәр

Маһир фольклорсының иҫтәлеге мәңгеләштерелә “Яҡты хәтер” тигән китапты филология фәндәре кандидаты...

Тотош уҡырға 148

Барҙың ҡәҙерен бел

Барҙың ҡәҙерен бел 26.06.2018 // Шәхестәр

Очерк Ҡәҙерле уҡыусым! Һиңә йыйнаҡ инеш һүҙ менән мөрәжәғәт итәм. Был әҫәр йәш йырсы Райман Ишбаев...

Тотош уҡырға 460

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек”

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек” 19.06.2018 // Шәхестәр

– Зәйнулла, һин йәшәргә тейеш инең... Һәләк булған иптәше янына сүгәләгән Әхнәф ошонан башҡа бер...

Тотош уҡырға 167

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше 19.06.2018 // Шәхестәр

Көтмәгәндә күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, элегерәк барыһына ла яҡшы таныш БАССР-ҙың сауҙа...

Тотош уҡырға 144

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу 16.06.2018 // Шәхестәр

...Һуғыш тамамланғас, күптәр, бигерәк тә Еңеү менән тыуған яҡтарына, ғәзиз кешеләре янына иҫән-имен...

Тотош уҡырға 179

Яугир һәм ғалим

Яугир һәм ғалим 05.06.2018 // Шәхестәр

Ошо көндәрҙә билдәле тарихсы-ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тәмимдәр Әхмәҙиевкә 95 йәш тулған...

Тотош уҡырға 226

Ысын халыҡ табибы

Ысын халыҡ табибы 25.05.2018 // Шәхестәр

Яңыраҡ ҡулыма бер китап килеп эләкте – “Народный врач” тип атала ул. Авторы – Эльза Исҡужина....

Тотош уҡырға 221