“Киптереп һалдыҡ бәрәңге, Сиктек кисет, яулыҡтар…”

24-03-2017, 03:48 // Шәхестәр // Баҫып сығарырға
“Киптереп һалдыҡ бәрәңге, Сиктек кисет, яулыҡтар…” Һаҡ ҡына һарғайып бөткән биттәрҙе асам. Тигеҙ булып теҙелешкән хәрефтәрҙе йыйнап, һүҙҙәр, юлдар уҡыйым. Биттәр асылған һайын, ул юлдар ғүмерҙекенә әйләнеп, бала күңеленә һеңгән хәтәр йылдарҙы күҙ алдына баҫтыра.
“Олоғайҙым инде, ҡалдырыр кешем юҡ. Һин һаҡла, балам…” “Балам”. Тик ағинәйҙәр генә үҙ иткән кешеһенә – танышына, ауылдашына, башҡаға шулай өндәшә ала.
Мәҙинә әбей Диваева күрше ятҡан Арыҫлан ауылынан. Ҡырмыҫҡалы районына ҡарай ул. Унда тыуып үҫеп, туҡһан йәштән ашыу ғүмеренең ете тиҫтәһен Өфөлә йәшәгән. Бөгөн дә хәтере яҡшы. Уйына килгәндәрен хәҙер дәфтәргә теркәп бармаһа ла, йәшерәк саҡта шиғырҙар яҙған, бала саҡ хәтирәләрен ҡағыҙға төшөргән. Ошоларҙы, дөрөҫөрәге, шул йылдарҙа яҙғандарынан тороп ҡалған ике дәфтәрен һаҡлар өсөн миңә килтерҙе. Саф күңеленән урғылған кисерештәрҙең бер аҙын һеҙгә лә тәҡдим итәм.

“Бөгөнгөләй иҫтә 1941 йылдың ҡояшлы яҙы, һалҡынса йәйе. Ауылыбыҙ ҙур түгел: епкә теҙеп ултыртҡан кеүек ике тигеҙ урамға өйҙәр һибелгән. Тирә-яҡ йәм-йәшел. Эргәлә генә – Бүләк урманы. Май байрамы алдынан барыбыҙ ҙа үлән һеперергә сыҡтыҡ. Урам яҡлап өй алдында ике пар, ихата эсендә яңғыҙ ғына ҡайын үҫә. Шуға әсәйем, эсе бошопмо икән: “Атаһы, тағы берәүҙе ултыртайыҡ әле, яңғыҙ ҡайын ихатала ярамай”, – ти торғайны. “Ултыртабыҙ, ҡайын ғына түгел, муйылын да, сейәһен, алмаһын да”, – тип яуаплай атайым. Мин эй шатланам, ҡустыларым да шатлана. Күмәкләп урам һепереү, йорт ихатаһын йыйыштырыу үҙе байрам инде.
Ә 1 Май байрамында мәктәптә йыйылып, клуб янына килдек. Ололар ҙа күп, йәшерәк ирҙәр, ҡатындар ҙа. Һуңынан, ҡыҙыл флагтар тотоп, урам буйлап йырлап үттек. Аҙаҡ йәштәр клубта концерт ҡуйҙы. Бик күңелле булды.
Мин көн дә ете саҡрым атлап Иҫке Муса ауылына уҡырға йөрөйөм. Бәләкәй генә ауылдан утыҙ биш балабыҙ. Һуғыш башланған йылда етенсене тамамланым. Унан һуң йә Өфөгә, йә егерме саҡрымда ятҡан ул саҡтағы район үҙәге Боҙаяҙға барырға кәрәк. Мине артабан уҡытырға булдылар. Ул заманда унынсыны бөтөү бик ҙур белем алыу ине – юғары уҡыу йортона юл асыҡ. Ә йәйен инде – ең һыҙғанып эшкә. Беҙ иген утауға йөрөйбөҙ, ул саҡта сәсә генә башлаған сөгөлдөрҙө һирәкләйбеҙ.
Сәсеү тамамланып, мәшәҡәт бер аҙ еңеләйгәс, атайым мейесте яңыртырға булды. Мөрйәне һүтеп, эшкә тотондо. Мин күршеләргә кереп ашарға әҙерләп йөрөйөм. Көндәр һалҡын торҙо – өҫтән фуфайка төшмәй. Атайым: “Көндәр һалҡын торһа, иген үҫә, ҡорт төшмәй, дым китмәй, тик кейенеп йөрөгөҙ”, – ти.
21 июндә кистән һыйырҙарҙы ашатырға, үҙебеҙ уйнарға сыҡтыҡ. Тик оҙаҡ йөрөргә тура килмәне: ҡуйы болот килеп сығып, йәшенле ямғыр яуа башланы. Әйтерһең, көнбайыштан ябырылған ошо дауыллы ямғыр аша тәбиғәт тә иртәгәһенә дошмандың утлы яуы ҡупҡанын иҫкәртте. Ә иртәгәһенә көн ҡояшлы булды, көслө ямғыр артынан бар тирә-яҡ йәшелләнгән төҫлө ине.
Һуғыш сығыу хәбәрен төшкә ҡайтҡан атайым һөйләне. Ошо көндә үк тәү тапҡыр “повестка” һүҙен ишеттем – ауылдан ике-өс кешегә килгәйне. Әсәй һеңлемде алып имеҙергә ултырҙы ла: “Һине лә алырҙар инде… Исмаһам, тиҙерәк мейесте өйөп ҡуйырға кәрәк. Дүрт бала менән ни эшләрмен инде”, – тип илап ебәрҙе.
…Илдең тынысһыҙлығы күңелде борсой. Йәштәрҙе ошо уҡ йәйҙә оҙатып бөтөп барабыҙ. Атайҙарҙан ҡалһаҡ, нимә булыр, тип тулҡынланабыҙ. Әхирәтем Әминә лә ағаһын оҙатты.
Бер көн шулай иген утауҙан ҡайтһаҡ, һыйыр өйҙә, быҙауы юҡ. Әсәй быҙау эҙләп киткән. Бәләкәйҙәр (ҙур туғаным ете йәштә, икенсеһенә – биш, һеңлемә – бер йәш) илай. Уларҙы әсәй бикләп ҡалдырған. Мин һыйыр һауа башланым. Вәсилә әбей килеп инде лә атайымды “правлениеға” саҡырҙы. Бер аҙҙан атайым ҡайтты. Мин һүҙ ҙә әйтеп өлгөрмәнем, үҙе башланы.
– Ҡыҙым, миңә иртәгә китергә кәрәк, повестка бирҙеләр. Нурмөхәмәт менән Ғатауллаға ла… Иртән военкоматҡа барып етергә тейешбеҙ. Һин ҡартатайың менән ҡартинәйеңде алып кил, – тип үҙе правлениеға эшен тапшырырға сығып китте.
Ҡартинәй илай, үҙе ашығып атлаған була, аяҡтары бармай, тыны ҡыҫыла. Күмәкләшеп, төнө буйы һөйләшеп ултырҙыҡ. Мин яңы мейестә белен бешерәм, үҙем илайым. Атайым: “Илама, ҡыҙым, бәлки, оҙаҡҡа һуҙылмаҫ был һуғыш, туғандарыңды ҡара, хат яҙып тор”, – тип тынысландыра.
Әсәй атайҙы оҙатып ҡайтты. Беҙгә белдермәнеме, бик сабыр булды, күҙ йәшен күрһәтмәне. Мин дә эшкә йөрөй башланым. Әсәйем көлтә бәйләй, мин тырмалап барам. Ураҡтан һуң бәрәңге, сөгөлдөр өлгөрә – эш етерлек. Атайҙан хат килеп тора.
“Ҡыҙым, мин – связист, бер урында ғына тормайбыҙ, тырышып уҡы”, – тип яҙҙы. Ҡышын бик һыуыҡ булды, 40 градусҡа еткәндә лә уҡырға йөрөйбөҙ. “Совинформбюро” хәбәрҙәрен көн дә тыңлайбыҙ. Һуғыш ҡаты бара. Ҡайғылы хәбәрҙәр ауылыма килеп тора. Почтальонды көтәбеҙ ҙә, көтмәйбеҙ ҙә. Шулай яҙҙар, көҙҙәр алмашынып торҙо. Ирҙәр бик аҙ ҡалды. Улары ла – үҫмерҙәр менән ололар. Уҡытыусыларҙы ла алалар. Бер уҡытыусы уҡыта, икенсеһе алмашынып, имтихан ала. Һалдаттар һаман китә. Ҡайтыусыларҙан Әнүәр ағай аяғын ҡалдырған, Нәсибулла ағай – бер ҡулын…
1943 йыл, август. Арыш һуғабыҙ. Мине үлсәүсе итеп ҡуйҙылар. Ауылдан алты саҡрым алыҫта эшләйбеҙ. Йәй буйы үлән ашап арыған, йонсоған баҫыуҙағыларға арыш бутҡаһы бешерергә булдыҡ. Мин ике күнәк арыш бирҙем бригадир Нәсибулла ағайға. Ул өйҙә тирмәнендә тарттырып, ярма итеп алып килде. Кемдер аҙыраҡ май, һөт килтергәйне. Күңелле итеп туйғансы ашаныҡ та, эшләнек тә. Шул көндә норма ярым план үтәлде. Молотилкала етмеш йәшлек Хәбибрахман бабай эшләй ине, ул беҙҙе маҡтап бөтә алманы: “Маладисһығыҙ, балалар, бөгөн норма ла арттырып үтәлде, арытманы ла”, – тине. Ләкин… ошо “норма үтәү” башты ашай яҙҙы. Кемдер хәбәр итеп, иртәгәһенә үк райондан вәкил менән колхоз рәйесе килеп төштө.
– Һеҙ нимә, һәр көн ике биҙрә арыш тарата башлаһағыҙ, һуғыштағы атайҙа­рығыҙ ни ашар? – тип ҡысҡырҙылар.
Ярай әле халыҡ яҡлап сыҡты:
– Улар ғәйепле түгел, үҙебеҙ һораныҡ. Йылына бер бутҡа бешергәндән кәмемәҫ, ә хәлһеҙ кеше эшләй алмай баҫыуҙа ятып ҡалһа, ни эшләрһегеҙ?
– Ул бала ғәйепле түгел, – тип тә мине яҡланылар. Шулай итеп, халыҡ мине алып ҡалды. Ә ул саҡта бер нисә башаҡ өсөн дә күрше Муса ауылында ике йәштәшемде унар йылға төрмәгә оҙаттылар…
Атайымдың хаты килеп тора. Яраланып, яңаҡ һөйәген ярсыҡ онтап, госпиталдә лә ай ярым ятҡан. 1944 йылдың мартында тағы алғы һыҙыҡҡа киткән. Һуңғы хаты менән фотоһын да ебәргән. Мин инде ул саҡтағы район үҙәге Боҙаяҙҙа уҡып йөрөйөм. Фатирҙа торам. Хужабикә Вәсилә апайҙың да өс балаһы бар, дауаханала эшләй. Ире һуғышта. Төнөн уның менән ултырып, фронт өсөн ойоҡбаш, бейәләй бәйләйбеҙ, ҡулъяулыҡтар сигәбеҙ. Фатирға түләргә аҡса юҡ. Әсәй, колхоз ат бирһә, йылына аҙ-маҙ утын килтерә.
Йәйге каникулдарҙа 80-100-әр көн “трудодень” эшләй инем. Һигеҙҙе генә бөтһәм дә, ололарҙан ҡалышманым. Атайҙың хаты килеп тора. Ленинград өлкәһендә Ладога, Онега күлдәре ҡырында алыша.
Ауылда халыҡ төрлөсә күрәҙәлек итеү уйлап сығарҙы. Иләкте ҡашыяҡҡа эләләр ҙә: “Минең ирем, улым иҫән ҡайтамы?” – тип һорайҙар. Шулай бер иләк һелкенеп, әйләнеп китте. Эй, ҡыуаналар инде. Икенселәре ҡараңғыла ҡағыҙ яндырып ҡарай. Ҡараңғыла күләгәһе бомба шартлауы булып төшә. “Бына улым йәки ирем шулай ут эсендә йөрөй”, – тип илашып алалар. Мин бындай күрәҙәлектең дөрөҫ түгеллеген аңлатып ҡарайым, мәктәптә һөйләгән һуңғы хәбәрҙәрҙе үҙемсә шиғыр юлдарына һалып уҡый торғайным. Береһе уның иҫтә ҡалған:

Гитлер сыҡты походҡа,
Урал тауын алам, тип.
Хәҙер инде тыпырсына,
Берлинымдан ҡалам, тип.

Гитлер һалдаттары килә,
Еңәсәкбеҙ беҙ, тиеп.
Беҙҙең фронт ҡыуып етте,
Ашыҡмағыҙ һеҙ, тиеп.

Утыҙ йылға солох төҙөп,
Алдарға уйланығыҙ.
Күпме илдәр таланығыҙ,
Байлыҡҡа туйманығыҙ.
Шиғырҙарым күп ине. Ҡайһыһын ауыл көйөнә ҡушып та йырланылар, таҡмаҡ та иттеләр. Шулай таралып, ул саҡтағы халыҡ теленә күсеп бөттө.
Туғыҙынсы класты сентябрҙә түгел, октябрҙә уҡый башланыҡ, сөнки колхозда эшләр кеше ҡалманы. Уҡыусыларҙы ҡуштылар. Минең өсөн дә йыл бик ауыр булды: фатирға түләргә юҡ, ашарға етмәй. Әсәй елкәһендә дүрт балабыҙ. Яҙын “Булгаков” совхозының баҫыуҙарында ҡалған туң бәрәңге соҡойбоҙ. Уныһын да табып булмай. Ун биш саҡрым барабыҙ. Күп бала баҫыуҙа, байтағы уҡыуын ташланы. Етмәһә, яҙын баҫыуҙағы шытҡан игенде ашап үлгәндәр булды. Туң бәрәңгенән күмәс (кәлйемә) бешергән булабыҙ. Уны ла һанап ҡына, аҙнаға етерлек итеп, ун һигеҙ километрҙа ятҡан Боҙаяҙға алып китәбеҙ.
1945 йылдың 9 майы. 44-тән бирле атайҙан хат та, хәбәр ҙә юҡ. Иртән радио тауышына уянып киттем. “Еңеү… Германия… Капитуляция…” тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, һикереп торҙом. Үҙемә үҙем ышанмайынса, фатирҙа бергә торған Әминә әхирәтемде лә уяттым. Ул көндө уҡыманыҡ. Беҙ – район үҙәгендә. Ә ауылыбыҙ Арыҫланда радио ла, телефон да юҡ. Ауылға еткәнсе йүгерәбеҙ ҙә йүгерәбеҙ. Тик һөйөнсөнө Муса ауылынан кеше ебәреп алдыртҡандар.
Атайҙан хәбәр ҙә, хат та юҡ. Мин әсәйгә:
– Әллә военкоматҡа яҙып йәки барып ҡарайбыҙмы? – тим.
– Эй, ҡыҙым, пленда ғына булмаһа ярар ине. Ундайҙарҙың ғаиләләрен һөргөнгә ебәрәләр бит. Әллә тағы бер аҙ көтәбеҙме? Етмеш биш һум (ете һум илле тин) булһа ла пенсия бирә башланылар. Унан да ҡалһаҡ, һеҙҙең менән бер үҙем ни эшләрмен? Иҫән-һау ҡайтыуын теләгеҙ. Ана, хәбәрһеҙҙәр ҡайта башланы, – тине әсәй.
Мин һаман ныҡыштым:
– Ҡайта, ҡайта тип, дүрт йыл буйы тешләтеп ҡалған икмәген дә һаҡланыҡ. Ул пленда түгел, 44-тән һуң немецтар үҙҙәре пленға төштө, – тинем дә хат яҙҙым.
Күп тә үтмәне, атайҙың “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы килде. Тормош ауырлашты, мин унынсы класҡа уҡырға бара алманым. Әсәй ҙә:
– Быйылға уҡыта алмам инде, ул 75 һум аҡса бер кейер сабаталыҡ ҡына, – тине.
Колхозда арыш, бойҙай уңышы – гектарынан ете-һигеҙ центнер. “Трудодень” өсөн көнөнә 500 грамм ғына эләгә. Шулай ҙа натуралата (утыҙ килограмм ит, һөт, йомортҡа) түләүҙәрҙе, заем алыуҙарҙы береһе лә бөтөрмәне. Хәҙер аптырайым, әсәйҙәр нисек түҙгәндер.
Ни генә тимә, мин туғыҙҙы бөткәнмен. Ул саҡта был ҙур ғына белем ине. Барып, район статистика бүлегенә эшкә урынлаштым. Атайҙың төплө быймаһын кейҙем. Шәл бәйләп ябындым, һырыған фуфайка алдым. Эш хаҡы ла ярайһы ғына – 225 һум. Өфөгә өс айлыҡ курсҡа ебәрҙеләр. Ҡайтҡас, участка инспекторы итеп ҡуйҙылар, айына 450 һум алдым. Әсәйгә лә, туғандарыма ла ярҙам итә башланым…
Һүҙемде 1944 йыл яҙған шиғырым менән тамамлағым килә:

Киптереп һалдыҡ бәрәңге,
Сиктек кисет, яулыҡтар.
Хаттар ҙа яҙҙыҡ һағынып,
Теләп Еңеү, һаулыҡтар.

Атайҙар ҡайтыр, ағайҙар,
Етер көткән өмөттәр.
Батыр булып иле өсөн
Ҡайтыр беҙҙең егеттәр!”