Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мөғжизәләр тыуа ихласлыҡтан
Мөғжизәләр тыуа ихласлыҡтан Бигерәк ихлас кеше ул Нәсих Хәлисов. Ижадта ла, көндәлек тормошта ла. Донъяны сикһеҙ яратыуынан, уны тағы ла матурыраҡ, камилыраҡ итеп күрергә ынтылыуынан, үҙен уратҡан бөтөн кешеләргә булған оло ихтирамынан киләлер был. Башҡалар иғтибар ҙа итмәгәнде күңеле менән тоя, һис уйламаған ерҙән мөғжизәләр таба, зиһендәрҙе уята белеүе менән һоҡландыра беҙҙе рәссам.
Әбйәлил районындағы Хөсәйен тигән төпкөл генә бер ауылда Гөлнур һәм Хөббөтдин Хәлисовтарҙың биш балалы ғаиләһендә тыуып буй еткерә ул. Ғаилә башлығы уҙған быуаттың алтмышынсы йылдары башында Темәстә училище тамамлап, ошондағы мәктәпкә уҡытыусы итеп ебәрелгән була. Нәсих Хөббөтдин улы бала сағының Хөсәйендә үткән осорон әле урыҡ-һурыҡ ҡына хәтерләй: “Йәшәгән йортобоҙ ике фатирлы ине, шуның бер яғында беҙ торһаҡ, икенсеһендә мәктәп урынлашҡайны. Атайыма эшкә алыҫҡа йөрөргә тура килмәне инде, бер нисә аҙым ғына. Биналар етешмәгәс, өҫтәүенә уҡыусылар ҙа әҙ булғас, өсәр класс бергә белем алды... Ә Ирәндек итәгендәге ул ауыл шундай матур ине! Ҡаршыбыҙҙа ғына – ҡарағас урманы. Мәктәп, йәғни беҙ йәшәгән өй, ҡарағастан буралған. Күптәр таштан келәт һала торғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ кәмеүе арҡаһында мәктәп бөттө, аҙаҡ ауылдан да буш өйҙәр генә ҡалды. Ҡарағас йорттар, таш келәттәр ни тиклем ныҡ, оҙон ғүмерле булмаһын, кешеләрһеҙ ауылдың йәне юҡ бит ул...”
Хәлисовтар Хөсәйендән ун биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ишбулды ауылына күсенә. Әхмәтша олатайҙарының үгеҙгә егелгән арбаһына бар әйберҙәрен тейәп, юлға сыҡҡандары, Фәтих ағаһының әтәс күтәреп атлағаны һаман күҙ алдында геройыбыҙҙың. Ишбулдыға килгәс, тәүҙә ваҡытлыса йәшәү урыны хәстәрләйҙәр, унан аталары, олата­ларының иҫке өйөн һүтеп, яңы йорт төҙөргә тотона. Алты-ете йәшлек Нәсих ғаилә баш­лығының оҫта ҡулдарынан күҙен алмай, һәр эшен ентекле күҙәтә, үҙе өсөн мөһим серҙәрҙе тәжрибә һандығына һала бара...
Төрлө фәндәрҙән белем биргән Хөббөтдин ағайҙың балаларға дәрестә күрһәтеү өсөн үҙе яһаған күргәҙмә материалдары күп була. Нәсихте рәсем төшөрөү менән мауығып китергә тап шулар этәргәндер, моғайын. Малай, атаһының ижади эштәрен йыш ҡарай торғас, ҡулына ҡәләм алырға баҙнат итә, бер аҙҙан китаптарҙан йәнлек, ҡош һүрәттәрен ҡағыҙға күсерергә әүәҫләнә. Лениндың “Правда” гәзитендә баҫылып сыҡҡан портреты буйынса кеше йөҙөн дә яһарға өйрәнә. Бишенсе класта уҡыған сағында атаһы “Смена-8” аппараты һатып алып биргәс, фотоға төшөрөү менән ныҡлап ҡыҙыҡһынырға тотона.
Бер мәл Хөббөтдин ағай “Пионер” журналында Өфөләге художество мәктәп-интернатына балалар ҡабул ителеүе хаҡында иғлан күреп ҡала ла улы Нәсихтән: “Шунда уҡырға барырға теләгең юҡмы?” – тип һорай. Рәс­самлыҡ эшендә тормош мәғәнәһе күрә башлаған малай шунда уҡ: “Эйе, эйе!” – тип ризалығын белдерә. Конкурс ҙур булып, бер урынға ун бала дәғүә итһә лә, Нәсих Хәлисовтың теләге бойомға аша.
Мәктәп-интернатта малайҙың ойоштороу эшенә, уйлап табыуға һәләтен тиҙ асыҡлайҙар. Башҡалар кеүек көн дә гимнастика, футбол менән шөғөлләнергә теләһә лә, Нәсихтең күберәк ваҡыты радиоузелда эшләп, плакаттар төшөрөп, башҡа төрлө яҙыу-һыҙыу башҡарып үтә. Уҡытыусылары Айрат Даян улы менән Людмила Николаевна биргән дәрестәрҙә линогравюра һәм ҡалайҙан сүкеп һүрәт яһау серҙәренә яҡшы төшөнә.
– Мәктәп-интернатта бөтә фәндәрҙән дә бик көслө уҡыттылар. Беҙҙең кластан Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетына инеү өсөн ун өс бала һынау тотҡайны, берәүебеҙ генә физика буйынса үтә алманы, – тип хәтерләй Нәсих Хөббөтдин улы. – Ниңәлер ул саҡта ете-һигеҙ фәндән имтихан бирҙерҙеләр. Моғайын, уҡырға килергә теләүселәр күп булғанғалыр...
Институтта белем алған йылдар Нәсих өсөн ысын тормош мәктәбенә әйләнә. Был осорҙа, асыҡтан-асыҡ әйтәйек, аҡса табырға өйрәнә ул. Йыл һайын төҙөлөш отрядтарына тупланған егет һәм ҡыҙҙарға 50-шәр тингә өс-дүрт төҫтән торған шеврондар эшләп бирә, урам һепереүсе булып ялланып, айына 70 һум эш хаҡы ала. Быға 40 һумлыҡ стипендияны ла ҡушһаң... Ҡыҫҡаһы, ауыл мәктәбендә уҡыт­ҡан атаһының хеҙмәте 120 һумға баһаланғанда, студент аҡсаны унан кәм тапмай. Төҙөлөш отрядтарына яҙылыуы иһә, үҙе әйтмешләй, романтика өсөн генә булғандыр.
Йәйге каникул осоронда Нәсих колхозда эшләй. Малсы йәки игенсе сифатында түгел, ә үҙ һөнәре, йәғни яҙыу-һыҙыу буйынса. Махсус килешеү нигеҙендә. Кран ярҙамында күтәре­леп, ҙур хәрефтәр менән “Миру – мир!” тип яҙғанын әле лә күптәр иҫләп ала. Ун көнлөк эше өсөн 300 һум түләгәндәр!
Һуңғы курста уҡығанда егет ошо уҡ институтта белем алған Ишембай ҡыҙы Фәриҙәгә өйләнә. Диплом тапшырғанда Әлшәй районы үҙәге Раевкала рәсем, һыҙма һәм хеҙмәт уҡытыусыһы булып эшләү өсөн йүнәлтмә лә бирәләр. Тик, йәшәү урыны табылмау һәм ҡа­ты­нының ауырға ҡалыуы сәбәпле, баш ҡаланан ситкә китә алмай Нәсих. Үҙенең художество мәктәп-интернатына кире ҡайта. Балалар менән тиҙ арала уртаҡ тел таба, педагог була­раҡ тәжрибә туплай. Тик... эш менән артыҡ ма­уығып китеп, армия хаҡында онотоп ебәргән икән.
Ҡатыны ауырлы булһа ла, Нәсих Хөббөтдин улы хәрби бурысын үтәүҙе кисектереп тормай. Бәхеткә күрә, Стәрлетамаҡтан ары ебәрмәйҙәр уны. Хәрби часть – Фәриҙәһе тыуып үҫкән Йәнырыҫтан ни бары 38 саҡрым алыҫлыҡта. Батальон командиры ла һәйбәт кеше булып сыға, бер ваҡытта ла үтенестәрен кире ҡаҡмай.
Армиянан һуң Нәсих Хәлисов ғаиләһе менән Өфөлә төпләнергә тип ныҡлы ҡарар ҡыла. Тимер юл вокзалы яғындағы бер ойошмаға ойоштороусы-педагог булып урынлаша, уның етәкселеге ярҙамы менән тәүҙә – бер, аҙаҡ ике бүлмәле фатир юллауға өлгәшә. Ғаиләһен матди яҡтан яҡшыраҡ хәстәрләү өсөн буш ваҡыттарында магазиндарҙың, башҡа пред­прия­тиеларҙың заказдарын алғылай.
– “Башҡортостан” гәзите редакцияһына урынлашҡанға тиклем гел шулай ике-өс эштә йөрөргә тура килде, – тип һөйләй Нәсих Хөб­бөтдин улы. – Бер саҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналына биҙәлеш мөхәррире эҙләйҙәр ине. Адресымды яҙып ҡалдырҙым. Күпмелер ваҡыттан ауылда бесән эшләп йөрөгән ерҙән Өфөгә саҡырттылар. Бер юлы “Комсомольская правда”ла ла эшләп йөрөнөм...
“Башҡортостан” гәзите менән бәйләнгәндән бирле Нәсих Хәлисовтың тормошонда яңы дә­үер башлана. Бында әле лә рәссамлыҡ донъя­һына башкөллө сумып эшләй ул. “Элек бер урында ла ижади йәһәттән ошо гәзит редакцияһындағы һымаҡ ҡәнәғәтлек тойманым, – ти геройыбыҙ. – Сәбәбе ябай ғына: мин, интернатта уҡып сыҡҡан кеше булараҡ, коллектив яратам, мәж килеп, ихласлап йөрөргә өйрәнгәнмен”.
Шундай шәп кеше ғаиләһенән уңмай буламы! Ике юғары дипломлы Фәриҙә Абдрахман ҡыҙы менән бынамын тигән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән улар. Өлкәндәре Айһылыу Баш­ҡорт­ос­тан дәүләт аграр университетын тамамлаған. Әлеге көндә ире Андрей менән ике ҡыҙ үҫтерә. Әлфиә атаһының юлын һай­лаған – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында белем алып сығып, әле шәхси фотостудияһында хеҙмәт­ләндерә. Иптәше Михаил менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр.
Бөгөн Нәсих Хәлисовты, Башҡортостандағы исемле йылдарҙың етеһенең эмблемаһын ижад иткән талантлы рәссам булараҡ, республика халҡы яҡшы белә. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған эмблемаһы айырыуса киң танылыу алды. Төрлө ойошмаларҙың, ведомстволарҙың, сараларҙың билдәләре, йәғни логотиптары хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Бынан тыш, “Башҡортостан” гәзитендәге һәр фотоһүрәт ошо рәссамдың ҡулы, зиһене аша үтә, баҫманың биҙәлешен яҡшыртыу йәһәтенән дә Нәсих Хәлисовтың хеҙмәте оло баһаға лайыҡ. Тағы ете тиҫтә самаһы китапты биҙәгәнен иҫәпкә индерһәк!.. “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортос­тандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” кеүек абруйлы исемдәрҙе юҡҡа алмаған ул.
Атаһы алып биргән “Смена”нан һуң йәш сағында “ФЭД”, “Киев-19” аппараттары менән “һунар” иткән, аҙаҡ заманса һанлы ҡора­малдарҙы ла үҙләштергән оҫта фотограф икәнлеген телгә алмау мөмкин түгел. Йәшәйештең төрлө мәлдәре – ҡыҙығы ла, ҡыҙғанысы ла Нәсих Хәлисовтың объективына эләгеп кенә тора. Уның дүрт тапҡыр шәхси күргәҙмәһен ойоштороуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Бөгөн уның иҫ киткес бай фотоархивында ниҙәр генә һаҡланмай! Рәссамыбыҙҙың ниндәй генә фотоһүрәтен алып ҡарама, тормош һулышы тойола, йылдар ауазы ишетелә, йән йылылығы бөркөлә. Был сәнғәткә ваҡыт та буйһона төҫлө: тормош ағышы бер мәлгә туҡталып, һине үҫмер саҡтарыңа, йәшлегеңә алып ҡайта, хәтфә яландар буйлап йүгертә, ихлас кешеләр менән осраштыра...
— Фотоһүрәттәрҙе ауылда төшөрөргә яратам. Унда бөтә нәмә лә тәбиғи, ябай, ихлас, асыҡ, яһалмалыҡ юҡ. Тыуған яҡтарыма ҡайтһам, яратҡан шөғөлөмдән кинәнес алып, илһамланып киләм. Шулай ҙа бөгөн минең төп геройым – әсәйем Гөлнур Яхъя ҡыҙы Хәлисова. 80-ен үтһә лә, һаман да дәртле, үҙаллы йәшәргә тырышып ята, — ти Нәсих Хөббөтдин улы.
Нәсих ағайҙың һәр ҡылығында, һәр һүҙендә ихласлыҡ тоям. Бая үҙе әйткәнсә, тәбиғилек. Әңгәмә барышында бер ниҙе лә йәшермәй, асылып китеп һөйләүе тиһеңме, ижади эштән кинәнес алыуымы, үҙенән алда башҡаларҙы уйлауымы, яҙмышынан һәр саҡ риза булыуымы – барыһында ла ошо сифаты сағыла. Шуға ла уның тормошо көйлө, ижады берәгәйле, дуҫтары күп, уға рәхмәтлеләр бихисап.
...Компьютеры янында мөкиббән китеп фотоһүрәт эшкәртә оҫта. Ҡамасауламайым тип, артында һаҡ ҡына баҫып торам. Һоҡланып күҙәтәм, шул уҡ ваҡытта был эштең серҙәренә төшөнөү теләгем көслө. Их, өйрәнеп алғанда...
– Өйрән, өйрән, – тип ҡапыл уйҙарымды бү­лә рәссам, эшенән айырылмай ғына. – Кешегә бер ниндәй һөнәр ҙә артыҡ түгел ул. Өйрәнергә тырышыу, ҡыҙыҡһыныу, ныҡыш булыу шарт.
Белем бүлешкәндән арта ғына, тиҙәр. Ошо хәҡиҡәткә үҙ өлгөһөндә инандырып, йәштәрҙе тәрбиәләү, үҫтереү бурысын да алға ҡуйып, хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһен йомарт өләшеп йәшәй Нәсих Хөббөтдин улы. Шуға ла, һүрәттә­ре кеүек, бөгөнгөһө лә, киләсәге лә яҡты, сағыу уның.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы

Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы 12.10.2018 // Шәхестәр

Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттарына Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тел...

Тотош уҡырға 54

“Томан” тарала

“Томан” тарала 27.07.2018 // Шәхестәр

Бөйөк Ватан һуғышының күп ҡаһармандарының батырлығы, ваҡиғалар айышы билдәһеҙ ҡала бара, ләкин...

Тотош уҡырға 142

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға!

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға! 20.07.2018 // Шәхестәр

Башҡорт автономиялы совет республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы барлыҡ ҡала, район, ауыл...

Тотош уҡырға 131

Зәйнулла ишан васыяттары

Зәйнулла ишан васыяттары 20.07.2018 // Шәхестәр

Күренекле дин әһеленең тыуған көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнде Башҡортостан ерлегендә халҡыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 1 052

Боронғолоҡто яҡтыртып…

Боронғолоҡто яҡтыртып… 20.07.2018 // Йәмғиәт / Шәхестәр

Ғалим-этнограф Мирза Муллағоловтың хеҙмәттәре Лондонда ла һаҡлана Башҡарған эштәре менән...

Тотош уҡырға 251

Бер шәхестә — заман йөҙө

Бер шәхестә — заман йөҙө 06.07.2018 // Шәхестәр

Маһир фольклорсының иҫтәлеге мәңгеләштерелә “Яҡты хәтер” тигән китапты филология фәндәре кандидаты...

Тотош уҡырға 149

Барҙың ҡәҙерен бел

Барҙың ҡәҙерен бел 26.06.2018 // Шәхестәр

Очерк Ҡәҙерле уҡыусым! Һиңә йыйнаҡ инеш һүҙ менән мөрәжәғәт итәм. Был әҫәр йәш йырсы Райман Ишбаев...

Тотош уҡырға 461

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек”

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек” 19.06.2018 // Шәхестәр

– Зәйнулла, һин йәшәргә тейеш инең... Һәләк булған иптәше янына сүгәләгән Әхнәф ошонан башҡа бер...

Тотош уҡырға 168

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше 19.06.2018 // Шәхестәр

Көтмәгәндә күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, элегерәк барыһына ла яҡшы таныш БАССР-ҙың сауҙа...

Тотош уҡырға 147

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу 16.06.2018 // Шәхестәр

...Һуғыш тамамланғас, күптәр, бигерәк тә Еңеү менән тыуған яҡтарына, ғәзиз кешеләре янына иҫән-имен...

Тотош уҡырға 182

Яугир һәм ғалим

Яугир һәм ғалим 05.06.2018 // Шәхестәр

Ошо көндәрҙә билдәле тарихсы-ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тәмимдәр Әхмәҙиевкә 95 йәш тулған...

Тотош уҡырға 226

Ысын халыҡ табибы

Ысын халыҡ табибы 25.05.2018 // Шәхестәр

Яңыраҡ ҡулыма бер китап килеп эләкте – “Народный врач” тип атала ул. Авторы – Эльза Исҡужина....

Тотош уҡырға 222