Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милләт йөрәгендәге яҙмалар
Милләт йөрәгендәге яҙмаларОшо көндәрҙә мин “Ағиҙел” журналының һуңғы биш һанында баҫылып сыҡҡан Рәшит Шәкүрҙең “Йөрәктәге яҙмалар” тигән хәтирәләрен йотлоғоп һәм ентекләп уҡып сыҡтым. Әле лә ошо тәьҫораттар менән йәшәйем. Был уҡыуҙан алған уй-кисерештәр күңелемдә ғүмерлеккә һаҡланыр.
Рәшит Закир улы Шәкүров – башҡорттоң рухи, ижтимағи, сәйәси донъяһында бик билдәле, икеләнмәйенсә әйтергә мөмкин, атаҡлы шәхес. Уның төрлө тармаҡтарҙағы уңыштары бихисап: танылған шағир, бик үҙенсәлекле тел ғалимы-топонимист, ҙур журналист, “Башҡорт энциклопедияһы” тигән ғәйәт ҡатмарлы донъяны барлыҡҡа килтергән колоссаль хеҙмәт авторы, уҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында Башҡорт­остан Республикаһының киләсәк яҙмышын хәл итер өсөн көрәшеүсе, “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенең эшмәкәрлеген ойоштороу­сы, яңы башҡорт йыйындарының йүнә­лештәрен һәм талаптарын билдәләүсе төп сәйәсмәндәребеҙҙең береһе — әле һикһәненең өҫтөнә аяҡ баҫҡан арҙаҡлы ил ағаһының күп яҡлы эшмәкәрлеге бының менән генә сикләнмәй, әлбиттә.
Тормош һәм хеҙмәт юлындағы ҡаҙаныштары был ҡаһарман шәхесте ҡолас йәйеп кенә ҡаршы алманы. Әҙәбиәтсе-ғалим булырға хыялланған йәш кешенең аспирантураға юлын бик ныҡ бикләп ҡуйҙылар. Артабан да ҡаршы­лыҡтар күп булды, ләкин ҡаушап ҡалманы, бөтә зиһенен, көсөн һәм ихтыярын егеп, алға барыуын дауам итте һәм ҡуйған маҡсатына өлгәшмәй туҡтаманы.
Үрҙә телгә алынған хәтирәләр алдынан үҙенсәлекле, бик фәһемле интервью бирелгән. Нияз Мәһәҙиев менән Зөһрә Ҡотлогилдинаның: “Ишетә белеүебеҙсә, тормош һеҙҙе бик иркәләмәгән: ғәҙел­һеҙлектәр ҙә кисергәнһегеҙ, китаптарығыҙ ҙа төрлө сәбәптәр арҡаһында оҙаҡ йылдар баҫылмай ятҡан, докторлыҡ диссер­тацияһын да үҙ мәлендә яҡларға мөм­кинлек бирмәгәндәр... Шундай саҡта ҡулдан ҡәләмде төшөрмәҫкә ҡайҙан көс табаһығыҙ?” тигән һорауҙарына Рәшит Шәкүр ошолай тип яуаплай: “Яҙыусылыҡ, ғилем эше кешегә Хоҙайҙан бирелә. Беҙҙең быуын әҙиптәре дини китаптарҙы уҡып үҫмәһә лә, быны интуиция кимәлендә тойоп, аңлап йәшәгәнбеҙ. Шуға күрә үҙ эшенә, үҙенең һайлаған юлына инанған кеше иң элек үҙенең эске, рухи көсөнә таяна, тормош ниндәй генә һынауҙар ҡуйһа ла, күңелендәге ҡояш яҡтыһы уға барыбер үҙ-үҙенә, үҙ һүҙенә тоғро булып ҡалырға булышлыҡ итә”. Рәшит Шәкүрҙең был яуабында бик мәғәнәле һүҙҙәр әйтелгән.
Беҙ уҡырға ингән 1957 йылда республикабыҙҙа Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты (берҙән-бер!) асылғайны. Рәшит Шәкүр бында ике-өс йылға һуңыраҡ — армия хеҙмәтенән һуң уҡый башланы. Бәлки, ул да хәтерләйҙер, дүртенсе ҡаттағы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетында Баш­ҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың “Мин — ватансы” тигән шиғырынан ошо юлдарҙы эре хәрефтәр менән алдыбыҙға элеп ҡуйғайнылар:
Сикһеҙ ватансы мин,
Совет иле
Булыу шарты менән ул Ватан.
Советтарға дошман кеше — миңә
Дошман, әгәр булһа ла атам!
Был яҡты, тыныс бүлмәлә аҡыллы китаптар уҡып, күпме сәғәттәрем үткәндер, ләкин алдыма яҙып ҡуйылған Ғафури һүҙҙәренең мәғәнәһен биш йыл буйына күңелемә барыбер тулыһынса индерә алманым. Нисек инде атайыңдың һиңә дошман булыуы мөмкин? Шиғыр өндәү билдәһе торған “атам!” тигән ҡурҡыныс һүҙ менән бөтә. Ғәйепһеҙгә атып үлтереүҙәр ул саҡтарҙа бер ҙә булмаған хәл түгел ине бит. Минең менән үҫкән бик күп малайҙар бөйөк, ғәзиз Ватаныбыҙҙы фашистарҙан азат итер өсөн баштарын һалған фронтовиктарҙың етем ҡалған балалары ине. Шуға ла беҙ — һуғыш балалары — атайҙарҙың ҡәҙерен бик ныҡ белеп үҫтек.
Беҙҙең быуынды, беҙҙән өлкәнерәк һәм бәләкәсерәктәрҙе иң бөйөк, иң тоғро илдең иң ышаныслы патриоттары итеп үҫтерҙеләр. Ихлас инандыҡ, тамсы ла шигебеҙ булманы. Пионер сағыбыҙҙа ла, ярһыу комсомол ваҡыттарыбыҙҙа ла нәҡ шулай булдыҡ. Илебеҙ өсөн, инаныуҙарыбыҙ өсөн һис кенә лә йәлләмәйенсә йәнебеҙҙе лә бирергә әҙер инек.
Ваҡыт туҡтамай, ғүмер барыбер үҙенекен итә. Бына минең быуыным, йәғни һуғыш балалары, тормошто үҙенсә йомғаҡлар, иҫтәлектәр яҙыр саҡтарына ла килеп етте. Бик күп ауырлыҡтар күргәнбеҙ, ҡаты һынауҙарҙы үткәнбеҙ. Яңы быуындарға әйтер һүҙҙәребеҙ етерлек. Беҙҙән өлкәнерәк һуғыш балаларының — ҡәләмдәштәребеҙҙән Ғайса Хөсәйе­новтың, Рәшит Солтангәрәевтең, Булат Рафиҡовтың мемуар әҫәрҙәре баҫылып сыҡты. Әле бына “Ағиҙел” журналының биш һанында Рәшит Шәкүрҙең “Йөрәктәге яҙмалар”ы донъя күрҙе. Уның иҫтәлектәре бик бай йөкмәткеле, тотош ҡатмарлы осорҙар, ҡаршылыҡтар аша оло маҡсаттарына ынтылыусы көслө рухлы йәш шәхестең тормош юлы ентекләп һүрәтләнә. Ваҡыт үтеү менән был хеҙмәт хаҡында ентекле һүҙ әйтеүселәр, һис шикһеҙ, булыр. Әле үҙемдең тәүге тәьҫораттарымды һикһән йәшенә аяҡ баҫҡан ҡәләмдәшемдең ҡыуаныстарына ҡушып ебәргем, уның маҡсатҡа ынтылып йәшәүенә, рухи ныҡлығына һоҡланыуымды белдергем килде.
Беҙ, тағы ла ҡабатлап әйтәм, һуғыш балалары, сабый сағыбыҙҙан уҡ бик күпте күрҙек. Әммә билдәле бер дәүерҙә тотош яҙмышыбыҙ, ышаныс-рухыбыҙ өлөшләтә һынды. Ҡыҙыл галстуклы пионер саҡтарыбыҙ, дәртле комсомол дәүеребеҙ, студент йылдарыбыҙ, ғаилә ҡороуыбыҙ, хеҙмәт юлын башлап ебәреүебеҙ, балалар үҫтереүебеҙ юғары идеалдарға инанып үҫкән совет осорона тап килде. Ә бына хеҙмәт юлыбыҙҙы йомғаҡлар, инде ҡәҙер-хөрмәттәр күреп, хаҡлы ялға китер сағыбыҙҙа — уҙған быуаттың аҙағында донъяларҙың аҫты-өҫкә килде, илдә лә, күңелдәрҙә лә ҡыйралыштар башланды.
Уҡыу кабинеттарында баяғыса мәғәнә­һеҙ шиғри юлдар күптән һыҙырып алынған, яңы баштарҙы бутаусылары яҙылып ҡуйылғандыр. Ҡағыҙҙарҙы һыҙырып ташлауы еңел дә бит, ә бына йылдар буйы беҙҙең күңелдәрҙә тамырланған изге тойғоларҙы ҡаны менән бергә аҡтарып ташлап ҡара!
Өйһөҙ-йортһоҙ тороп ҡалыу әҙәм балаһы өсөн бик ҙур бәхетһеҙлек. Күрергә яҙмаһын! Ә бына минең быуын, беҙҙән өлкәнерәктәр, беҙҙән йәшерәктәр бер заман һис бер нәмәһеҙ тороп ҡалдыҡ: беҙ табынып үҫкән иң бөйөк, иң ғәҙел ватан да юҡ, партия ла юҡ, иле-ватаны булмағас, уны йәнен биреп һаҡларға әҙер торған ысын патриот граждандары ла юҡ! Булмаған ватандың, юҡ илдең халҡы, һаҡлар ир-егеттәре буламы ни?! Барыһы ла бер мәлдә селпәрәмә килеп юғалды. Хәҙер нимә хаҡында ғына һөйләргә мөмкин?
Әммә бөгөн, ҡәҙерле йәмәғәт, уртаға һалып уйлашаһы уйҙарыбыҙ күп, аңлашаһы-һөйләшәһе һүҙҙәребеҙ етерлек. Аллаһы Тәғәлә Әҙәм балаһын йыһандың йөҙөк ҡашы итеп, төрлө ваҡытлыса тәғлимәттәрҙән юғарыраҡ итеп, уртаҡ фекерле берҙәм ҡәүем итеп яралтҡан. Кешеләрҙе ҡолдар һымаҡ бер-береһенә бәйләп ҡуйған яһалма дәүләт ҡоро­лошонан да көслөрәк һәр милләттең үҙенең эске ҡеүәте, берҙәмлеге бар. Шуға ла халыҡтарҙы бер-береһенә көсләп бәйләп ҡуйған империялар тарихта күпме тапҡырҙар ҡыйралып юҡҡа сыҡҡан, ә шул замандарҙан ҡалған ҡәүемдәр бөгөн дә һин дә мин йәшәп ята. Империяларҙы барлыҡҡа килтереү башбаштаҡ импера­торҙарҙың эше, ә кешеләрҙе Аллаһы Тәғәлә бергә туплай, бер ырыу, бер ҡәбилә, бер халыҡ, бер милләт итә, уларҙы үҙ-ара туғанлаштыра. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәтенән тыш кешеләр тырым-тырағай таралып, юғалып бөтөрҙәр ине. Батша­ларҙы Алланың ерҙәге урынбаҫары тиҙәр, уға буйһонорға ҡушалар. Батшалар Алланың ерҙәге лайыҡлы урынбаҫары булырлыҡ аҡыл кимәлендә булһалар ҙа, яңы батшаның тәхеткә ултырыуы була, яңы һуғыш уты тоҡандыра, кешеләрҙе рәнйетә башлай. Бына ошо осорҙа шәхестең яуаплылығы айырыуса арта, аңлылар нығыраҡ туплана башлай.
Донъяның бөйөк диндәре араһында төрлөсә бәхәс, ҡаршылыҡ тыуырға мөмкин, һәм ундай тартыштар бик борондан килә. Ә бына һәр халыҡтың бөйөк һәм мәңгелек йәшәү ҡағиҙәләре, һәр ырыуҙың, милләт­тең әхлағы мәңге һаҡланасаҡ. Улар бер-береһен аңлап, бер-береһен хөрмәт итергә тырышып йәшәй. Яңы осорҙа шәхестәрҙең үҙ ҡәүеме алдында яуаплылығы ныҡ арта, яңы ил хәстәре уларҙы нығыраҡ берләштерә. Яңы юлбашсылар күтәрелә.
Бөгөн диндәр араһындағы ҡаршылыҡлы бәхәстәрҙе яуыз көстәр ғәйепһеҙ йәндәрҙе ҡырасаҡ емергес террор өсөн ниндәй мәкерле һәм оҫта файҙалана. Ә бер ниндәй милләт тә үҙенең рухиәтендәге хазиналарҙы шундай яманлыҡтар ҡылыуға йүнәлтмәйәсәк.
Шундай һорауҙар уратып алғанда былай тип тә уйлап ҡуяһың! Әллә әхлаҡ ысынлап та диндән боронғораҡмы? Диндәр күп төрлө булһа ла, Аллаһы Тәғәлә донъяла берәү генә, һәм донъяның иң юғары Аҡыл көсө кеше күңелендәге әхлаҡи камиллыҡҡа ынтылыуҙан яратылмағанмы? Ябай һорау түгел.
Аллаһыҙлыҡ дәүерҙәре, йылдар буйы барған совет ҡотҡоһо беҙҙең күңелдәрҙә быуаттар буйына бөртөкләп йыйылған күпме байлыҡтарҙы юҡ итте, ләкин ул хазинаны аҙағына тиклем бөтөрә алманы. Ошоларҙы һаҡлайбыҙ, ошоларға таянабыҙ икән, тимәк, беҙ ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшмәйәсәкбеҙ, үҙебеҙҙең булмышыбыҙҙы, киләсәгебеҙҙе һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Алдағы кәртәләрҙе емереп, быуаттар төпкөлөнән килгән юлыбыҙҙы уңышлы дауам итәсәкбеҙ. Ҡәүемдең шундай көстәре артабан да тулыланыуын дауам итәсәк. Был бигерәк тә бәләкәйерәк милләттәргә ҡағыла.
Маҡсаттарына тоғро шундай көслө шәхестәр беҙҙә аҙ түгел. Бына шуларҙың береһе бөгөнгө байрамыбыҙҙы биҙәп сәхнә түрендә ултыра: юбилярыбыҙ Рәшит Закир улы Шәкүров. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, профессор, филология фәндәре докторы һәм башҡалар.
Бындай яуаплы саҡтарҙа шәхестән һин халҡыңа нимә бирҙең тип һорайҙар: бөгөнгө юбилярыбыҙ туған халҡына бөтәһен дә бирҙе. Шәжәрәһенең – тыуған ауылы Сумарҙың – иң боронғо милләт­тәрҙән булған шумерҙарға барып тоташыуында ла, башҡорттоң этнопедагогика традицияларын тоғро һаҡлаған ипле, әхлаҡлы ғаиләлә үҫеүендә лә, ауылдаштарын, башҡорт ерен, моңон, һүҙен яратыуында ла ниндәй матур мәғәнә һәм изге бурыс бар. Халҡына Рәшит Шәкүр үҙендә булған һәләтен тулыһынса бирҙе. Ә һуң халҡы бурыслымы? Бик урынлы һорау. Әгәр әлеге хөрмәтле исемдәр янына Башҡортостан Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы академигы тигән дәрәжә өҫтәлһә, ниндәй мәслихәт, хаҡлыҡтың тантана итеүе булыр ине! “Ағиҙел”дең биш һанында сыҡҡан бай иҫтәлектәр айырым бер кешенең йөрәгенә генә түгел, тотош милләтебеҙ йөрәгенә яҙылған.
Һүҙемде доға урынына дүрт юллыҡ шиғыр менән йомғаҡлайым:
Булғанға ошондай Шәкүр — ир,
Рәхмәт әйт, башҡортом, шөкөр ит!
Ололайыҡ уны шәп итеп,
Киләсәк тә әйтер шәп ир тип!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы

Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы 12.10.2018 // Шәхестәр

Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттарына Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тел...

Тотош уҡырға 50

“Томан” тарала

“Томан” тарала 27.07.2018 // Шәхестәр

Бөйөк Ватан һуғышының күп ҡаһармандарының батырлығы, ваҡиғалар айышы билдәһеҙ ҡала бара, ләкин...

Тотош уҡырға 142

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға!

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға! 20.07.2018 // Шәхестәр

Башҡорт автономиялы совет республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы барлыҡ ҡала, район, ауыл...

Тотош уҡырға 131

Зәйнулла ишан васыяттары

Зәйнулла ишан васыяттары 20.07.2018 // Шәхестәр

Күренекле дин әһеленең тыуған көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнде Башҡортостан ерлегендә халҡыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 1 049

Боронғолоҡто яҡтыртып…

Боронғолоҡто яҡтыртып… 20.07.2018 // Йәмғиәт / Шәхестәр

Ғалим-этнограф Мирза Муллағоловтың хеҙмәттәре Лондонда ла һаҡлана Башҡарған эштәре менән...

Тотош уҡырға 251

Бер шәхестә — заман йөҙө

Бер шәхестә — заман йөҙө 06.07.2018 // Шәхестәр

Маһир фольклорсының иҫтәлеге мәңгеләштерелә “Яҡты хәтер” тигән китапты филология фәндәре кандидаты...

Тотош уҡырға 148

Барҙың ҡәҙерен бел

Барҙың ҡәҙерен бел 26.06.2018 // Шәхестәр

Очерк Ҡәҙерле уҡыусым! Һиңә йыйнаҡ инеш һүҙ менән мөрәжәғәт итәм. Был әҫәр йәш йырсы Райман Ишбаев...

Тотош уҡырға 460

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек”

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек” 19.06.2018 // Шәхестәр

– Зәйнулла, һин йәшәргә тейеш инең... Һәләк булған иптәше янына сүгәләгән Әхнәф ошонан башҡа бер...

Тотош уҡырға 167

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше 19.06.2018 // Шәхестәр

Көтмәгәндә күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, элегерәк барыһына ла яҡшы таныш БАССР-ҙың сауҙа...

Тотош уҡырға 144

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу 16.06.2018 // Шәхестәр

...Һуғыш тамамланғас, күптәр, бигерәк тә Еңеү менән тыуған яҡтарына, ғәзиз кешеләре янына иҫән-имен...

Тотош уҡырға 180

Яугир һәм ғалим

Яугир һәм ғалим 05.06.2018 // Шәхестәр

Ошо көндәрҙә билдәле тарихсы-ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тәмимдәр Әхмәҙиевкә 95 йәш тулған...

Тотош уҡырға 226

Ысын халыҡ табибы

Ысын халыҡ табибы 25.05.2018 // Шәхестәр

Яңыраҡ ҡулыма бер китап килеп эләкте – “Народный врач” тип атала ул. Авторы – Эльза Исҡужина....

Тотош уҡырға 221