Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бишебеҙ ҙә Мәскәү янында алыштарҙа булғанбыҙ, тик...”
“Бишебеҙ ҙә Мәскәү янында алыштарҙа булғанбыҙ, тик...”Хөснөтдин Фәхретдинов, Дәүләкән районы, Яппар Йәнбәге ауылы:
– Биш бер туған бер-бер артлы һуғышҡа киткәйнек, мин генә иҫән ҡайта алдым. Тимерғәле 1908 йылда тыуған, Йосоп – 1906, Әйүп – 1921, Мәхмүт 1924 йылғы ине. Бишебеҙ ҙә Мәскәү янындағы алыштарҙа бул­ған­быҙ, тик бер-беребеҙ менән осрашманыҡ.

Миңә повестка 1941 йылдың ноябрендә килде. Ул саҡта Урта Азияла йәшәй инем. Ҡыҙыл Армия сафынан ҡайтҡас, райондан 13 кешегә баш итеп, Үзбәкс­танға төҙөлөшкә ебәргәйнеләр. Унда ла бригадир булдым.
Беҙҙе тәүҙән үк Мәскәү яғына алып киттеләр. Эй-й, юл буйы туп-тулы ат үләкһәһе ята, вагондар түңкәрелгән. Моғайын, аттарҙы һуғышҡа алып китеп барғандарҙыр инде. Беҙ­ҙең эшелонға Сәмәрҡәнд ҡалаһынан аттар тейә­неләр, һигеҙ йөк ма­шинаһы, ике самолет бар ине.
Тәүге тапҡыр һуғышты төнөн татыным. Алты һалдатты постарҙы ҡарап сығырға, ундағыларҙың хәлен белергә ебәрҙеләр. Дөм ҡараңғы, бер ни күрерлек түгел, бер мәл, һауаны яҡтыртып, снарядтар ярыла башланы. Береһе эргәлә генә шартланы. Алтауыбыҙҙың бише­һенең тәнен ярсыҡ­тар телгеләп бөткәйне. Минең өҫкә ерҙең өҫтө юрған һымаҡ ҡапланды. Саҡ сыҡтым. Ҡараһам, хатта ныҡлап сыйылған ер ҙә юҡ. Алла, ерҙе ябып, һаҡлағандыр инде. Ҡолаҡ ҡына ишетмәйерәк йөрөнө. Һуңынан өйрәнеп кителде.
Бер мәл шулай нимес снайперы беҙҙең егеттәрҙе сүпләй генә. Взвод командиры уны юҡ итергә ҡушты. Бер нисә егет тегене эҙләп киттек. Ҡараһаҡ, ҡалҡыулыҡтағы имән башында ниҙер һелкенеп ҡуйҙы. Егеттәр менән һөйләштек тә уратып алырға, ут асырға булдыҡ. Бер юлы винтовкаларҙан атып ебәрҙек. Ағас башына эләгеп ҡалды, ҡәһәрең, менеп, ысҡындырып төштөм.
Мәскәүҙе һаҡлауҙа ла ҡатнаштым. Декабрь башында контрһөжүм башланды. Бер ни күрерлек түгел. Алдан да, арттан да аталар. Беҙ бер траншеяны алабыҙ ҙа икенсеһенә күсәбеҙ. Нимес блиндаждарын ҡалдырып ҡаса. Кинолағы кеүек “ура” ҡысҡырыу һирәк ул, ата-ата йүгерәһең дә йүгерәһең. Ошондай алыштарҙың береһендә ҡаты яраландым.
Ялан госпиталенән һуң Джамбул ҡалаһына оҙаттылар. Ете ай дауаландым. Тик бына кире һуғышҡа алманылар. Ташкент эске эштәр бүлегенә ебәрҙеләр. Алты йылдан һуң ғына Башҡортостанға ҡайттым...

(1995 йылдың февралендә яҙып алынды).



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы

Башҡорттоң бөйөк телсе ғалимы 12.10.2018 // Шәхестәр

Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенттарына Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тел...

Тотош уҡырға 54

“Томан” тарала

“Томан” тарала 27.07.2018 // Шәхестәр

Бөйөк Ватан һуғышының күп ҡаһармандарының батырлығы, ваҡиғалар айышы билдәһеҙ ҡала бара, ләкин...

Тотош уҡырға 142

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға!

Әйҙәүсе барҙа – һәр саҡ алға! 20.07.2018 // Шәхестәр

Башҡорт автономиялы совет республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы барлыҡ ҡала, район, ауыл...

Тотош уҡырға 131

Зәйнулла ишан васыяттары

Зәйнулла ишан васыяттары 20.07.2018 // Шәхестәр

Күренекле дин әһеленең тыуған көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнде Башҡортостан ерлегендә халҡыбыҙҙың...

Тотош уҡырға 1 052

Боронғолоҡто яҡтыртып…

Боронғолоҡто яҡтыртып… 20.07.2018 // Йәмғиәт / Шәхестәр

Ғалим-этнограф Мирза Муллағоловтың хеҙмәттәре Лондонда ла һаҡлана Башҡарған эштәре менән...

Тотош уҡырға 251

Бер шәхестә — заман йөҙө

Бер шәхестә — заман йөҙө 06.07.2018 // Шәхестәр

Маһир фольклорсының иҫтәлеге мәңгеләштерелә “Яҡты хәтер” тигән китапты филология фәндәре кандидаты...

Тотош уҡырға 149

Барҙың ҡәҙерен бел

Барҙың ҡәҙерен бел 26.06.2018 // Шәхестәр

Очерк Ҡәҙерле уҡыусым! Һиңә йыйнаҡ инеш һүҙ менән мөрәжәғәт итәм. Был әҫәр йәш йырсы Райман Ишбаев...

Тотош уҡырға 461

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек”

“Был һуғышта беҙ берҙәмлек менән еңдек” 19.06.2018 // Шәхестәр

– Зәйнулла, һин йәшәргә тейеш инең... Һәләк булған иптәше янына сүгәләгән Әхнәф ошонан башҡа бер...

Тотош уҡырға 168

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше 19.06.2018 // Шәхестәр

Көтмәгәндә күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, элегерәк барыһына ла яҡшы таныш БАССР-ҙың сауҙа...

Тотош уҡырға 147

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу

Башҡортостандың беренсе маршалы менән осрашыу 16.06.2018 // Шәхестәр

...Һуғыш тамамланғас, күптәр, бигерәк тә Еңеү менән тыуған яҡтарына, ғәзиз кешеләре янына иҫән-имен...

Тотош уҡырға 182

Яугир һәм ғалим

Яугир һәм ғалим 05.06.2018 // Шәхестәр

Ошо көндәрҙә билдәле тарихсы-ғалим, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тәмимдәр Әхмәҙиевкә 95 йәш тулған...

Тотош уҡырға 226

Ысын халыҡ табибы

Ысын халыҡ табибы 25.05.2018 // Шәхестәр

Яңыраҡ ҡулыма бер китап килеп эләкте – “Народный врач” тип атала ул. Авторы – Эльза Исҡужина....

Тотош уҡырға 222