Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ул халҡына бөйөк улының исемен ҡайтарҙы
Ул халҡына бөйөк улының исемен ҡайтарҙы Билдәле ғалим, дәүләт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әмир Мырҙағәли улы Юлдашбаев 1940 йылда Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында донъяға килә. Хеҙмәт юлын тыуған яҡтарында башлай. 1961–1963 йылдарҙа райондың “Хеҙмәт байрағы” гәзите редакцияһында эшләй. 1967 йылда Мәскәү дәүләт университетын тамамлай. Бер йыл тирәһе Өфө авиация институтында эшләй. Артабан Мәскәү дәүләт педагогия институты аспирантураһын уңышлы тамамлай, философия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. Мәскәүҙә уҡыған йылдарында уҡ хәләл ефете Римма ханым менән таныша.

Вәлиди мираҫы менән тәүге танышыу
1971–1994 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында (хәҙерге көндә – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) уҡыта, философия кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара. Унан һуң оҙаҡ йылдар Башҡортостан Президенты хаки­миәтендә төрлө бүлек мөдире булып эшләй.
Фән өлкәһендә Әмир Юлдашбаев күренекле башҡорт ғалимы, дәүләт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тормошон, эшмәкәрлеген өйрәнеүсе, уның төрөк телендәге хеҙмәттәрен башҡорт һәм рус телдәренә тәржемә итеүсе булараҡ танылды. Башҡортостан ғалим­дары, ябай уҡыусылар уның тәржемәләре аша Ә.-З. Вәлидиҙең “Хәтирәләр”, “Башҡорт­тарҙың тарихы”, “Бөгөнгө Төр­киле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы” күләм­ле әҫәрҙәре менән таныша алды. 1990 йылдар башында “Хәтирәләр”ҙең тәү башлап сыҡҡан осорҙа ваҡытлы матбуғат уҡыусылары, бигерәк тә “Ағиҙел” журналы абоненттары баҫманы түҙем­һеҙлек менән көтөп ала торғайны. Әҫәрҙең өҙөктәре гәзит биттәрендә лә, шул иҫәптән респуб­ликабыҙҙың иң олпат баҫмаһы “Баш­ҡортостан”да ла сыҡты. Билдәле булыуынса, Вәлидиҙең иҫтәлектәре башҡорт халҡының ысын мәғәнәһендә тарихи хәтерен яңыртты. Быларҙың барыһы ла Ә. Юлдашбаевтың был хеҙмәттәрҙе башҡортсаға, руссаға әйләндереүе арҡаһында мөмкин булды.
Уның тәржемә өҫтөндәге эшмәкәрлеге, Рәсәйҙең төрки телле төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан кеүек республикаларға ла йоғонто яһаны. Совет власы заманында Ҡасим Әхмәров, Раил Кузеев, Әхнәф Харисов кеүек башҡорт ғалимдары Әхмәтзәки Вәлидиҙең ғилми әҫәрҙәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Тик был тикшереүселәр уның хеҙмәттәре менән танышһалар ҙа, туранан-тура һылтанма яһай алмағанлыҡтары әҫәр­ҙәрендә күренеп тора. Ә. Юлдашбаев Мәскәүҙә уҡыған йылдарында тәү башлап Ә.-З. Вәлидиҙең “Хәтирәләр”е менән таныша. Был урында ошоға бәйле бер хикәйәтте аңлатып үтергә теләйем. Әмир Юлдашбаев менән беҙ студент сағыбыҙҙа Вәлидиҙең Рәсәйҙә ғәрәп графикалы ХХ быуат төрки ваҡытлы баҫмаларындағы мәҡәләләрен өйрәнә башлағас таныш­ҡайныҡ. Уның менән бергә “Ағиҙел” журналы редакцияһына барып, Булат Рафиҡов менән танышып, тәүге тәрже­мәләремде тапшырған ваҡытта түбән­дәгеләрҙе үҙе һөйләгәйне. Мәскәүҙә илдең төп китапханаһының махсус бүлегендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең “Хәтирәләр”ен алып өйрәнә башлаған. Ул ваҡытта ғалимдар ғына бындай әҫәрҙәр менән шундай урындарҙа таныша алған. Оҙаҡ ҡына өйрәнгәндән һуң ул, китапты өҫтәлдә ҡалдырып, ял итергә сыға. Эш урынына әйләнеп килһә, “Хәтирәләр” юҡ. Махсус бүлмәлә китап юғалыуы бик хәүефләндерә уны. Шулай ҙа уйлап ҡарағас, бүлмәлә ултырған ғалимдар янынан йөрөп ҡарай башлай. Баҡһаң, ул сығып киткән арала китапханаға Ғайса Хөсәйенов килгән икән. Үтеп барышлай Вәлидиҙең әҫәрен күреп, алып уҡый башлаған. Бына шулай итеп улар күренекле яҡташтарының “рөхсәтһеҙ” китабы менән тәү тапҡыр шул ваҡытта танышҡан. Күп йылдар үткәс кенә, Ә. Юлдашбаев “Хәтирәләр”ҙе тәүҙә ваҡытлы баҫма биттәрендә, һуңынан “Китап” нәшриәтендә донъяға сығара.

Истанбул менән Анкара араһында
Ул халҡына бөйөк улының исемен ҡайтарҙы
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр”е тәү тапҡыр 1969 йылда Истанбулда төрөк телендә баҫыла. Утыҙ йылдан һуң ул ҡабаттан Анкарала ғалимдың ҡыҙы – профессор, доктор Иҫән­бикә Туған тарафынан әҙерләнеп, уның баш һүҙе менән нәшер ителә. Бер өлөшөн япон ғалимдары Х. Комацу менән М. Ямаучи тәржемә итә, аңлатмалар бирә, Ә.-З. Вәлидиҙең уҡыусыһы К. Кояманың баш һүҙе менән журналда сығара.
1994 йылда – Ә. Юлдашбаев тарафынан эшләнгән руссаға тәржемәһенең беренсе өлөшө, дүрт йылдан һуң икенсе өлөшө “Китап” нәшриәтендә баҫылып сыға. Әмир Юлдашбаев башҡортсаға әйләндергән вариант 1996 йылда “Китап” нәшриә­тендә күләмле баҫма булып нәшерләнә. Был китапта әҫәрҙә телгә алынған ҡайһы бер шәхестәрҙең фотографиялары ла өҫтәлә.
Бынан тыш, Ә.-З. Вәлидиҙең “Хәтирә­ләр”е 1997 йылда русса Мәскәүҙә, унан һуң Ташкентта үзбәк телендә, Америка Ҡушма Штаттарында инглизсә сығарыла. Ә.-З. Вәлидиҙең был әҫәренә ҡарата күрһәтелгән бындай ҙур иғтибар эстәле­генең әһәмиәтенә бәйле, сөнки был китапта Рәсәй һәм донъя тарихының иң иҫтәлекле ваҡиғалары, күренекле башҡорт ғалимының уларҙы күреп белгән һәм ғалим булараҡ биргән аңлатмалары ташҡа баҫылған. Әмир Мырҙағәли улы әйтеүенсә, “Башҡорт халҡы Вәлидиҙең әҫәрҙәрен ҡулына алғас, уға ла үҙенең Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә, Салауаттай легендар тарихи шәхестәренә ҡараған кеүек ҡараясаҡ. Башҡа халыҡтар быға үткән замандың идеологик күҙлеген сисеп ҡарарға тейеш”.
Икенсе ватаны Төркиәлә вафат булған күренекле яҡташыбыҙ Ә.-З. Вәлидиҙең мираҫын өйрәнә башлаған ваҡытта Әмир Юлдашбаев тарафынан уның иҫтәлек­тәренә һәм башҡа сығанаҡтарға таянып яҙылған тәүге күләмле “Профессор Әхмәтзәки Вәлиди Туған (сәйәси һәм ғилми эшмәкәрлеге)” (1991 й.), “Тарихҡа ингән тарихсы (Истанбул университеты профессоры Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың сәйәси һәм ғилми эшмәкәрлеге” (1992 й.) тип аталған хеҙмәттәрҙе Башҡор­тостандың “Белем” йәмғиәте баҫтырып сығара.
Төрки халыҡтары, бигерәк тә Урта Азия төркиҙәре, төрки халыҡтары тарихы сығанаҡтары һәм тарихы методологияһы белгесе Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙенең туған халҡы тарихы менән дә ныҡ ҡыҙыҡһына. Истанбул университетында башҡорт тарихы буйынса курс уҡыта, ҡулъяҙма әҫәр туплай. ХХ быуат урталарында әҙерләнгән был хеҙмәте үҙе иҫән саҡта донъя күрмәй ҡала. Ғалим иҫән саҡта уҡ был йүнәлештәге тикшеренеүҙәре менән юғарыла телгә алынған Әхнәф Харисов, Ҡасим Әхмәров, Раил Кузеев кеүек ғалимдар ҡыҙыҡһына. Ошо турала архивтарҙа һаҡланған хаттар һөйләй. Уларҙың бәғзеләре баҫылып та сыҡты. Хатта Совет власы заманында уҡ Өфөгә алдырылған нөсхәһе лә була. Тик ул ваҡытта был турала ғалимдарҙың күпселеге белмәй. Вәлидиҙең был мөһим әҫәрен дә Әмир Мырҙағәли улы башҡортсаға әйләндереп нәшер итә. Башҡортостанда Вәлидиҙең ошо китабы тәүҙә ваҡытлы матбуғатта донъя күргәндән һуң, беренсе тапҡыр үҙенең революцияға тиклем үк сыҡҡан “Төрк һәм татар тарихы” (Ҡазан, 1912) китабының Әхәт Вилданов тәржемәһе менән бергә 1994 йылда Өфөлә баҫыла. Ун бер йылдан һуң “Башҡорттарҙың тарихы” тағы бер тапҡыр донъя йөҙөнә сыға. Ә. Юлдашбаевтың был тәржемәләре башҡорт тарихы менән ҡыҙыҡһынғандарға донъяға танылған абруйлы шәрҡиәтсенең ҡараштары, интерпретациялары, ҡулланған сығанаҡтары менән танышыуына юл асты.
Башҡорттар тураһындағы был китаптың тәүге тапҡыр Төркиәлә сығыуы ла Әмир Юл­дашбаевҡа бәйле. Анкарала урын­лаш­ҡан Төрки халыҡтар мәҙәниәте ойош­маһы үҙәгендә Башҡортостан вәкиле булып эшләгән Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитовтың тырышлығы менән Әхмәтзәки Вәлидиҙең был әҫәре 2003 йылда төрөк һәм башҡорт телдәрендә донъя күрә. Төрөксә өлөшөн әҙерләүҙә ғалимдың ҡыҙы Иҫәнбикә Туған әүҙем ҡатнаша. Башҡорт­са өлөшө Әмир Юлдашбаев тарафынан эшләнә. Китапты сығарыуға беҙҙе лә йәлеп иткәндәре өсөн бында телгә алын­ған ғалимдарҙың өсөһөнә лә рәхмәтем ҙур. Китаптың аҙағындағы йөҙ бит тирәһе өлөшөндә беҙ әҙерләгән Ә.-З. Вәлиди Туған­дың Рәсәйҙә баҫтырған дүрт мәҡә­ләһенең башҡортсалары менән төрөк­сә­ләре, бынан тыш төрөк телендә магистр­лыҡ эшем нигеҙендә әҙерләнгән “Зәки Вә­лиди Туғандың Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәр­леге” тигән хеҙмәтебеҙ баҫылды. Был күптәр өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды.
Бынан тыш, Әмир Юлдашбаев эмигра­циялағы бүтән башҡорт ғалим­дарының ижады менән дә ҡыҙыҡһынды, улар тура­һында мәҡәләләр яҙҙы, хеҙмәт­тәрен баш­ҡортса, русса әҙерләп нәшер итте. Ә.-З. Вәлиди, Ә. Инан, Ғ. Таған кеүек ға­лим­дар­­ҙың эшмәкәрлегенә бағышланған ”Судь­ба и наследие башкирских ученых-эмигрантов” (Өфө, 1995) тип аталған шундай бер китапты ул Дамир Вәлиев, Зиннур Ураҡсин менән бергә яҙа. “Служение. Сборник трудов башкирских ученых-эмигрантов – лидеров национально-освободительного движения 1917–1920 годов” исемле йыйынтыҡты иһә ул 2007 йылда “Китап” нәшриәтендә баҫтыра. Ул да бая телгә алынған эмигранттарҙың әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала.
Китапта этнограф яҡташыбыҙ Ғәлимйән Тағандың “Ватандаш” журналында ба­ҫылған, граждандар һуғышы йылдарында аҡ армия сафында Себергә барып сыҡҡан ғәскәрҙәге яҡташтарыбыҙға арналып, 1920 йылда яҙылған “Байкал аръяғында баш­ҡорт­тар” исемле әҫәре менән этнографик тикшеренеүҙәре ингән. Әбдел­ҡадир Инан­дың да тарих, этнография буйынса бик күп һәм тел ғилеме буйынса ун дүрт мәҡәләһе баҫылған. Әхмәтзәки Вәлидиҙең иһә шулай уҡ бик мәғлүмәтле ике хеҙмәте был йыйынтыҡта урын алған. “Доктор Ғәлимйән Таған” хеҙмәте – күренекле яҡ­та­шыбыҙҙың үлеменән һуң яҙылған биографик әҫәр. Икенсеһе – революция йылдарында Рәсәй төркиҙәре араһында бул­ған сәйәси ваҡиғаларҙы, уларҙың шауҡы­мы булараҡ Төркиәлә, башҡа илдәрҙә дауам иткән сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтарҙың асылын күрһәткән “Ун ете ҡом аҫты ҡалаһы һәм Саҙри Мәҡсүди бей” тигән күләмле китап.
Йыйынтыҡта донъя күргән хеҙмәттәрҙең күбеһе, әгәр ваҡытлы матбуғат биттәрен иҫәпкә алмағанда, тәү тапҡыр баҫылды. Вәлидиҙең был әҫәре – бөгөн дә ХХ быуат башындағы социаль-сәйәси ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтереү, уларға дөрөҫ баһа биреү өсөн бик кәрәкле хеҙмәт. Хатта үҙгәртеп ХХ быуат аҙағында, ХХI быуат баштарында тыуған ҡайһы бер сетерекле хәлдәрҙе асыҡлау, уларға баһа биреү, хәл итеү өсөн дә кәрәкле булғанын беҙ Әмир Юлдашбаев тарафынан ҡайһы бер урын­да­рында, Ә.-З. Вәлидиҙең хеҙмәт­тәренә лә һылтанып, “Татар-башҡорт мәсьәләһе кемгә кәрәк? (Фекерҙәштәр тарафынан тағылған бәхәс)” тигән йыйын­тығында күрә алабыҙ.
Ошондай уҡ мәсьәләләрҙе асыҡларға Әмир Юлдашбаев башҡорт телендә төҙөгән “Күрәҙәлек итә, тимәгеҙ...” (Өфө, 1998) тигән баҫма, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың хаттарын, мөрәжәғәттәрен, сығыштарын туплаған рус телендәге йы­йынтыҡ та ярҙам итә. Төҙөүсе инеш һүҙен­дә: “Һәр халыҡта уның рухын, мәҙәниәтен, тарихын тәрән, тулы һәм баҙыҡ кәүҙәлән­дергән шәхестәр була. Ғәҙәттә, уларҙың яҙмышы фажиғәле тамамлана. Бынан ситтә ҡалғандар һирәк. Әхмәтзәки Вәлиди­ҙең яҙмышы ла ошо тәҡдирҙе һынай”, – тип ғалимдың тормош юлына, эшмәкәр­легенә баһа бирә. Ә. Юлдашбаевтың: “Әхмәтзәки Вәлидиҙең бөтөн ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлегенең, шәхси яҙмышы­ның мажаралары хеҙмәт­тәрендә бәйән ителгән, бигерәк тә хаттарында һәм мөрәжәғәттәрендә асыҡ сағылыш тапҡан. Уларҙың бер ни тиклемен уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итергә булдыҡ. Теләгебеҙ – уҡыусыларҙа ғалим­дың хеҙмәт­тәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, сөнки улар Истанбулдағы Босфор боғаҙы аша һалынған мөһабәт күперҙәр йәки йәшен йәшнәп, күк күкрәп үткән ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғор кеүек, төрки халыҡ­тарҙың сал тарихын бөгөнгө көн, Башҡор­тостанды, Татарстанды Төркөстан һәм Төркиә менән бәйләй”, – тип әйтеүе иғтибарға лайыҡлы.
Марат Ҡолшәрипов менән бергә 2010 йылда русса әҙерләгән “Зәки Вәлиди сәйәсәтсе һәм шәрҡиәтсе булараҡ” тигән китаптарында улар Ә.-З. Вәлидиҙе донъя күләмендә танылған абруйлы шәрҡиәтсе-ғалим, Рәсәйҙең билдәле сәйәсәтсеһе сифатында һүрәтләне.

Күптәребеҙ өсөн остаз булды
Әхмәтзәки Вәлидиҙең хеҙмәттәрен өйрәнеү өсөн Әмир Юлдашбаев күп тапҡыр Төркиәгә ғилми сәфәрҙәр ҡылды. Сәйәхәттәре ваҡытында Вәлидиҙең шәхси архивы менән яҡындан танышырға, төрлө китапханаларҙа ла эшләргә мөмкинлеге булды. Ә.-З. Вәлиди Туғандың балалары Иҫәнбикә һәм Сүбидәй менән яҡын таныш була. Шулай уҡ Вәлидиҙең балдыҙы – профессор, доктор Гюльчин Чандарлыоглу, Әбделҡадир Инандың улы Йәшәр Инан, Вәлидиҙең аспиранттары, уҡыусы­лары менән дә осраша, уларҙың иҫтәлек­тәрен яҙып ала һәм “Известный и неизвестный Заки Валиди (в памяти своих современников)” (Өфө, 2000) исемле китап баҫтырып сығарҙы. Был – бик мөһим хеҙмәт. Унда башҡа сығанаҡтарҙа аҙ йә бөтөнләй осрамаған ҡиммәтле мәғлүмәт­тәр теркәлгән.
Был китап сыҡҡас, мин Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы Бешкәктә Манас университетында үткәрелгән “XXI быуат алдында төрки халыҡтары донъяһы” халыҡ-ара фәнни конференцияһына барҙым. Унда мине уҡытыусым Гюльчин Чандарлыоглу саҡырғайны. Был сарала иҫтәлектәре нәшер ителгән ғалимдарҙың ҡайһы берәүҙәре ҡатнашты. Уларҙың үҙҙәренә һәм улар аша башҡа ғалимдарға бирергә тип Әмир ағай яңы баҫылған китаптың нөсхәләрен ебәргәйне. Үкенескә, ҡала вокзалында багажым юғалыу сәбәпле аманаттар барып етмәне. Китаптың яңы нөсхәләре аҙаҡтан Төркиәгә ебәрелде.
Беҙҙең Истанбул ҡалаһындағы Мимар-Синан университеты магистратураһына барып белем алыуыбыҙҙа Зиннур Ураҡ­син, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов һәм Әмир Юлдашбаевтың роле ҙур булды. Улар Төркиәгә сәйәхәттәре ваҡытында был турала һөйләшеп, белешеп ҡайт­ҡайны. 1993 йылдың йәйендә Рәсәйгә унда йәшәгән төрки халыҡтарҙы өйрәнеү ниәте менән тәү тапҡыр ҙур ғилми делегация килде. Улар менән осрашыуҙарҙа беҙгә Ә. Юлдашбаев, И. Ғәләүетдинов, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары менән бергә булырға насип итте. Шул ваҡытта үҙебеҙҙең буласаҡ ғилми етәксебеҙ, телгә алынған университеттың әҙәбиәт факультеты деканы Гюльчин Чандарлыоглу, Вәлидиҙең уҡыусыһы – Төркиәнең билдә­ле ғалимы, профессор, доктор Фәхретдин Кырзыоглу менән таныштыҡ. Осрашыуҙар ваҡытында минең Төркиәгә барып төрөк телен, Вәлидиҙең мираҫын өйрәнеүем буйынса һөйләшеүҙәр алып барылды. Оҙаҡ та үтмәне, беҙгә Истанбулдан Гюльчин Чандарлыоглуның олатаһы Сабри Артам ваҡыфынан уҡырға саҡырыу килде. Шулай итеп, беҙгә Төркиәлә һабаҡ алыу өсөн юл төштө.
Истанбулда уҡыған йылдарыбыҙҙа ла Әмир Юлдашбаев менән бәйләнештә бул­дыҡ. Уның менән китапханаларҙа ла бергә эшләргә насип итте. Боронғо ғәрәп яҙыулы, төрки телдәрендәге текстарҙы уҡый алыр өсөн эмигрант яҡташ­тары­быҙҙың ғосман­лыса (боронғо ғәрәп яҙыулы төрөксә) баҫылған материал­дарҙың күсермәләрен алған ваҡытта бергә эшләнек.
Һуңыраҡ Вәлидиҙең шәхси архивынан ул күсермәһен алып ҡайтҡан, 1930 йылдарҙа туғандары тарафынан яҙылған хаттарҙы транскрипциялап, уртаҡ баш һүҙ менән “Ағиҙел” журналында баҫтыр­ҙыҡ. Бынан тыш, Әмир Мырҙағәли улы беҙҙең ҡайһы бер хеҙмәттәребеҙгә, шул иҫәптән “Әхмәтзәки Вәлидиҙең Рәсәйҙәге ғилми эшмәкәрлеге” исемле башҡортса монографиябыҙға ла рецензиялар яҙҙы. Башҡорт эмигранттары тарихы менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы белгәс, ул беҙҙе Өфөгә килгән, Австралияла йәшәгән Суфия Вәлиева менән таныш­тырҙы, уның эмиграция тарихы тураһын­дағы хаттарын бирҙе. Уңайы килгәндә, уларҙы уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итербеҙ.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең бик күп талантлы уҡыусылары араһында исеме Башҡор­тостанда ла киң билдәле ғалим бар. Ул – Вәлиди премияһының тәүге лауреаты, оҙаҡ йылдар Измирҙа Эгей университетында эшләгән профессор, доктор Тунжер Байҡара. Ул – уҡытыусыһының “Уғыҙ дастаны” һәм башҡа ҡайһы бер әҫәрҙәрен баҫмаға әҙерләгән ғалим. Өфөлә үткән беренсе Вәлиди уҡыу­ҙарынан һуң уның Төркиә Мәҙәниәт министрлығы әҙерләгән “Бөйөк төрктәр” серияһында нәшер ителгән “Зәки Вәлиди Туған” исемле китабы Өфөгә килеп етә. Был әҫәрҙе, ғилми тикше­ренеүҙәрен, документтар ҡушып, Әмир Юлдашбаев һәм Рәмил Болғаҡов 1998 йылда рус телендә донъяға сығара.
Ишембай районының Көҙән ауылында Вәлиди музейы ҡоролоуына ла Әмир Мырҙағәли улы күп көс һала. Башҡортос­тан Милли музейы филиалы булыуы уңайынан сығарылған каталогта ул фотоматериалдар нигеҙендә Ә.-З. Вәлидиҙең тормош юлын һәм ғилми эшмәкәрлеген ҡыҫҡаса яҡтырта. Бәләкәй генә был баҫма ғалимдың иҫтәлектәренән алынған тәрән мәғәнәле һүҙҙәре менән асыла: “...Яҙмы­шым халҡым күңелендә йәшәгән был тарихи хәтирәләрҙең айырылғыһыҙ бер һөҙөмтәһе булараҡ ҡабул ителергә тейеш”.
Музейҙың концепцияһын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашып, ғалимдың тыуыуына 125 йыл тулыу айҡанлы башҡорт, рус, инглиз телдәрендә төҙөлгән “Әхмәтзәки Вәлиди” (төҙөүселәре: Ғ. Хисамов, Т. Сә­ғитов, Ғ. Ғәлимова. Өфө, 2010) альбомына ла ғилми консультант була. Вәли­диҙең мираҫын өйрәнеү буйынса башҡа бик күп проекттарҙа, ғилми конференци­яларҙа әүҙем ҡатнаша. Был өлкәлә ул абруйлы ғалим булараҡ таныла. Ул тикшеренеү­ҙәрен объектив, нигеҙле итеп әҙерләүгә ҙур әһәмиәт бирҙе. Ҡатнашырға тура килгән дискуссияларҙа ла шулай уҡ төплө сығыштар яһаны.

Уға беҙ бик бурыслыбыҙ
Һуңғы йылдарҙа Ә. Юлдашбаев Вәли­диҙең Урта Азия тарихы өсөн әһәмиәтле булған “Бөгөнгө Төркиле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы” исемле хеҙмәтен нәшергә әҙерләү менән шөғөл­ләнде. Был шаҡтай ҙур моно­графияның башҡортса тәр­жемәләре ике өлөшлө китап булып 2012–2014 йылдарҙа Өфөнөң “Китап” баҫма­ханаһында нәшер ителде. Бынан тыш, ул Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тарихсылар мотлаҡ белергә, өйрәнергә тейешле, тарих фәненең методоло­гияһына арналған “Тарихта ысул” китабы менән дә шөғөл­ләнергә ниәтләнде. Был хеҙмәт – ғалим­дың ҡулланған ысулдарын, сығанаҡтарҙы нисек тикшергәнен асыҡ­ларға ярҙам иткән бик ҡиммәтле төп китаптарының береһе. Ул мотлаҡ баш­ҡорт, рус телдәрендә донъя күрергә тейеш.
Вәлидиҙең бик күп әҫәрҙәрен Тыуған илендә туған телендә баҫтырып сығарыу өсөн ең һыҙғанып эшләгән Әмир Юлдаш­баевтың ғалимдарға һәм киң ҡатлам уҡыусыларға етеүен теләп баҫтырған “За­ки Валиди Тоган: ученый, политик, личность” исемле бәләкәй китабы 2015 йылда Х Бөтә Рәсәй шәрҡиәтселәр съезы алдынан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан нәшер ителде. “Халыҡтың яҙ­мышы, ғәҙәттә, уның күре­некле шәхес­тә­ренең яҙмышында сағылыш таба”, – тип башланған тикшере­неүҙә ул Вәлиди­ҙең ҡараштарын, уның фәнни асыш­тарының әһәмиәтен, алдан күрә белгән ғалим һәм сәйәсәтсе булыуын билдәләргә тырыша.
Әхмәтзәки Вәлидиҙең тормошон, ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеген төплө өйрәнгән белгестең “Башҡортостан” энциклопе­дияһындағы (1996 й.) Вәлидигә бағыш­ланған мәҡәләһен мотлаҡ әйтеп үтергә кәрәк.
Әмир Юлдашбаев – башҡорт халҡының тарихта юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған юлбашсыһы, ғорурланып телгә алырлыҡ, бөтә донъяла танылған ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди исеменең Ватанына әйләнеп ҡайтыуына ҙур өлөш индергән фән кешеһе. Уның был ҡаҙаныштарын вафатынан һуң Иҫәнбикә һәм Сүбидәй Туған­дарҙың ғаиләләренән килгән ҡайғы уртаҡ­лашыу хаты тағы ла йәнлерәк итеп күҙ алдына килтерергә ярҙам итә: “Әмир Юлдашбаевтың вафаты беҙҙең өсөн оло юғалтыу булды. Беҙ уға “Әмир бей” тип өндәшә торғайныҡ. Әмир бей минең йәштәшем булһа ла, беҙҙең өсөн ғаиләбеҙ­ҙең бер олоһо кеүек ине. Ул атайымдың таныш кешеһе кеүек ине, – хатта атлауы ла атайымдыҡына оҡшай ине, арабыҙҙа шулай бәйләнеш ҡоролдо. Ул беҙгә күп нәмәне өйрәтте һәм беҙҙе Башҡортос­тандың, башҡорттарҙың, хатта атайыбыҙ­ҙың белмәгән яҡтары менән таныштырҙы. Уға беҙ бик бурыслыбыҙ.
Ошо оло юғалтыу сәбәпле тәү сиратта ғаиләһенең, туғандарының, дуҫтарының һәм коллегаларының ҡайғыһын уртаҡла­шабыҙ. Йәне йәннәттә булһын!”
Әмир Юлдашбаев һәр саҡ тормошҡа ыңғай ҡарашы менән айырылып торҙо. Бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәне, яратҡан эше менән шөғөлләнергә тырышты. Ул башҡарған эштәр фәнгә киләсәктә күп йылдар хеҙмәт итәсәк.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 39

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 53

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 51

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 276

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 303

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 259

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 278

Һайланмыш уның яҙмышы

Һайланмыш уның яҙмышы 25.12.2018 // Шәхестәр

“Тормош йәмләр затлы мәрйендер”....

Тотош уҡырға 202

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне 17.12.2018 // Шәхестәр

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тыуған яҡты...

Тотош уҡырға 271

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды 27.11.2018 // Шәхестәр

Донъяла кешене бәхетле иткән ҡыуаныслы мәлдәр була, тик тормош мәшәҡәтенә һылтанып, ҡул һелтәмәүең,...

Тотош уҡырға 280

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?”

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?” 27.11.2018 // Шәхестәр

Әҙәби тел тирәләй бәхәстәрҙә ул да ҡатнашҡан. Был һүҙҙәр “Башҡортостан” гәзитендә 1929 йылдың 5...

Тотош уҡырға 260

“Мин генийҙыр ул!..”

“Мин генийҙыр ул!..” 23.11.2018 // Шәхестәр

Сабир менән беҙ әҙәбиәткә бер мәлдәрәк килдек, шуға күрә йыш аралашып йәшәнек, дуҫтар булдыҡ. Әммә...

Тотош уҡырға 263