Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Приборҙы уҡый белгән...
Приборҙы уҡый белгән...Социалистик Хеҙмәт Геройы Әмир Шәғәли улы Мусин 1937 йылда Күгәрсен районының Түбәнге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе өс балаһын бәләкәйҙән үҙҙәренең өлгөһөндә намыҫлы хеҙмәткә әҙерләп тәрбиәләй. Беренсе донъя һуғышында ҡулын юғалтҡан атаһы, яҙмышҡа зарланмайынса, бөтә хужалыҡ эштәрен дә үҙе башҡара — бесәнен дә саба, утынын да әҙерләй, малын да ҡарай. Әсәһе Гөлбәғиҙә инәй – күрше Ейәнсура районының Үрген ауылынан Солтанбаевтар нәҫеленән, Әхмәтшәриф мулланың ҡыҙы, шулай уҡ бик егәрле хужабикә була.

1954 йылда тирә-йүндәге берҙән-бер Үрген башҡорт урта мәктәбен тамамлағас, үҫмер Өфө нефть техникумына уҡырға инә. Белем эстәү тәүҙә еңел бирелмәй, сөнки ауыл мәктәбендә бөтә фәндәр ҙә башҡорт телендә генә уҡытыла, ләкин күп тә үтмәй, ныҡыш, тырыш егет алдынғылар рәтенә сыға һәм уҡыу йортон бик уңышлы тамамлай. 1957 йылда йәш техник-технолог Өфө нефть эшкәртеү заводына эшкә ебәрелә.
Бер аҙҙан ул Совет Армияһы сафтарына саҡырыла һәм Украинала тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Яҡшы белемле, өлгөлө хеҙмәт иткән һалдатҡа командование хәрби училищеға уҡырға инергә тәҡдим итә. Әммә егет заводына ҡайтыу уйы менән йәшәй һәм хәрби хеҙмәте тамамланғас та элекке эшен дауам итә. Ике йылдан ул өлкән оператор, оҙаҡламай бригада етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Коллегалары уның тураһында: “Эшкә бар көсөн бирә, приборҙарҙы пианист нота уҡыған кеүек уҡый”, — тип һоҡланып һөйләй торған булған.
Мусиндың бригадаһы заводта ғына түгел, ә бөтә тармаҡта танылыу ала, уның тәжрибәһе киң таратыла. Алдынғы бригада 10-сы биш йыллыҡ планды өс йыл да һигеҙ айҙа үтәп сыға.
СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 13 июнендәге Указы менән Ә.Ш. Мусинға “Социалистик Хеҙмәт Геройы” тигән юғары исем бирелә. Ул шулай уҡ Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм күп миҙалдар менән бүләкләнә, “БАССР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Әмир Мусин һәр ваҡыт йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнаны. Заводтың комсомол һәм профсоюз комитеттары ағзаһы, республика профсоюздарының өлкә комитеты ағзаһы итеп һайланды. Ул йәштәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирҙе, оҙаҡ йылдар заводтың бригадирҙар һәм өлкән операторҙар советы рәйесе булды. Пенсияға сыҡҡас, “Өфөнефтехим” берекмәһенең Ветерандар советы рәйесе вазифаһында эшләне.
Әмир ағай һөйөклө ҡатыны Рафиға еңгәй менән теүәл 55 йыл бергә йәшәп, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Ике ейәне һәм бер ейәнсәре лә үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫты.
Әмир Шәғәли улы әсәһенең тыуған ауылын, уның кешеләрен, үҙе тамамлаған мәктәпте бик яратты, гел һорашып торҙо, килеп йөрөнө. Үрген урта мәктәбенән сыҡҡан берҙән-бер Геройҙың уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән иҫ киткес йылы осрашыуы мәктәп тарихында сағыу хәтирә булып күңелдәрҙә һаҡлана. Ҙур ҡаҙаныштарға, оло наградаларға лайыҡ булған Әмир Мусин тормошта ғәжәп ябай, кешелекле һәм ярҙамсыл оло шәхес ине.
2017 йылдың 27 ноябрендә республиканың һуңғы Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының береһенең йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ул үҙе менән тотош бер дәүерҙе алып киткәндәй булды. Әмир Шәғәли улы Мусин тураһында иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Уның вафатына 40 көн дә булып китте. Тыныс йоҡла, ил ағаһы!

Юлай СОЛТАНБАЕВ.

Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 82

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 63

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 79

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 126

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2463

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 107

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 115

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 96

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 320

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 344

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 298

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 324