Ғаләмдәге ике есем һымаҡ

5-01-2018, 00:03 // Шәхестәр // Баҫып сығарырға
Ғаләмдәге ике есем һымаҡ1995 йыл. Көҙ. Мәсетле районында “Ағиҙел” журналын таратып йөрөйбөҙ. Журналдың баш мөхәррире Булат Рафиҡов, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Гүзәл Ғәлиева һәм мин. Дыуан-Мәсетлегә күрше генә Яуыш ауылында әҙәби кисә булды. Мин һәм Ирек Кинйәбулатов район етәкселәре менән бер машинала тура килгәнбеҙ. Яуышта өләсәйем Мөнирәнең бер туғаны Йыһанур бабайым ауырып түшәккә ятҡан, юл ыңғайында шуға инеп, хушлашып сығырмын тип тә план ҡорам.

Юлдаштарыма үтенесемде әйткәйнем, тәүләп Ирек ағай:
– Мында һәр кемгә, һәр бабайға инеп йөрөһәк, ҡайҙа бара ул? – тине.
Башҡалар өндәшмәй, шулай бер һүҙ менән һорауым кире хәл ителде лә ҡуйҙы. Тура район үҙәге Оло Ыҡтамаҡҡа юлландыҡ. Юл буйы әрнеүҙәрем, эстән Ирек ағайҙы әрләүҙәрем! Ул мине кешегә һанамай: миңә ул саҡта ҡырҡ йәш, мин йәшел танаумын, әҙәбиәттә лә бер ни эш ҡылмағанмын: “Бәлә”, “Ике ғүмер”, “Арыған кеше” повестарым, “Таня-Таңһылыу” әҫәрем баҫылған, әлбиттә, әммә улар, йәнәһе, иҫәпкә бар, һанға юҡ.
Шул сәфәрҙән йәнем әрнеп ҡайттым, өҫтәүенә, ишетәм, Йыһанур бабайым шул ятыуынан тормаған. Ирек Кинйәбулатов ағай, әлбиттә, билдәле шағир, беҙҙең яҡташтар бөтәһе лә уның ауыҙына ҡарап тора. Шулай ҙа, тыштан һиҙҙермәһәм дә, эстән шағир ағайға үпкә һаҡланым.
Рәшит Солтангәрәй әйтмешләй, Ирек Кинйәбулатов ниндәй шағир? Ул бағышлауҙар ғына яҙа! Йәш саҡта, әлбиттә, шәп шағир булған, йәш саҡта ғәжәп шиғырҙар яҙған! Имеш, радио иғлан итә: кемдең юбилейы, кемдең тыуған көнө яҡынлай, әйҙә, бағышлау яҙырға тәҡдим итегеҙ! Уны үтәргә беҙҙә шағирҙарҙан иң тәүләп бағышлау батшаһы Ирек Кинйәбулатов әҙер!
...Тағы ла ун йыл үтте. Ирек ағай хәҙер ҙур шағир, абруйы юғары, күп ерҙә уның һүҙенә, фекеренә ҡолаҡ һалалар, мин дә үҫтем, буғай, был йылдарҙа тәүге романдарым баҫылды, улар “Оҙонтал”, “Әлфирә” ише йыйынтыҡтарға тупланды, “Ағиҙел” журналынан һуң республика китапханаһында эшләнем, “Китап” нәшриәтенә эшкә килдем.
2006 йыл. Мине нәфис әҙәбиәт редакцияһы мөдире итеп тәғәйенләнеләр. Бер ваҡыт нәшриәттең икенсе ҡатындағы бүлмәмә инеп барам, алдымда Ирек Кинйәбулатов ағай тора.
– Һине икенсе ҡатҡа күсерҙеләрме?
– Эйе, – мәйтәм, әлегәсә беренсе ҡатта ултыра инем.
– Ярай, – тигән була был. – Икенсе ҡатҡа ғына түгел, өсөнсө ҡатҡа ла күсереп ебәрерҙәр әле һине!
Билдәле, “Китап” нәшриәтенең өсөнсө ҡаты юҡ. Аптырайым, был юлы ла йор, төртмә телле ағайға бер ни тип тә яуап ҡайтарманым. Баҡтиһәң, ул минең түрә булып китеүемде ишетмәгән икән, икенсе көн бүлмәмә инеп, (юғары?) вазифам менән ҡотлап сыҡты.
– Үпкәләмә, – ти, – ҡотлайым, әләйһә, йә теге, йәки был исемлектән минең исемде һыҙғылап ултырырһың.
Юҡ, бер ваҡытта ла кешеләргә кенә тотоп улай эшләмәнем.
Бына шул ваҡиғанан һуң беҙҙең арала яҡынайыу башланды ла инде. Юҡ, мин редакция мөдире булғас, Ирек Кинйәбулатов ағай ижадына бер ниндәй ҙә тәьҫирем булманы. Был ваҡытта ул ҙур шағир, билдәле йәмәғәт эшмәкәре ине, йәше лә арыу – етмешен ҡыуа. Мин дә ул саҡта билдәле әҙип, күп романдар авторы булып киттем.
Беҙҙең яҡынайыу дауам итте. Мине редакция мөдире вазифаһынан төшөрҙөләр, әммә яҡынайыуыбыҙ туҡтаманы, бары нығынды ғына. Бер заман хатта фекерҙәштәр ҙә булып киттек, Яҙыусылар союзы үҫешендә ҙур үҙгәрештәр булды, яҙыусылар төркөмләшеп бөттө, әммә беҙ бер яҡта, бергә булып ҡалдыҡ. Бының сәбәбен шунда күрәм: ниһайәт, Ирек ағай мине күңеле менән ҡабул итте, беҙ күп кенә төбәктәргә бергә әҙәби кисәләргә йөрөнөк, ул мине әҙип тип таныны, үҙенең тиңе итте. Бигерәк тә уға ал-ял белмәй эшләүем, егелеп проза йөгөн тартыуым, ижади әүҙемлегем оҡшай ине. Ә Ирек ағай – шиғыр оҫтаһы, былай кешеләр араһында – тел маһиры, сәфәрҙәрҙә кешене көлдөрөп эсте ҡатырып бөтә. Һәр һүҙе мәғәнәле, һәр фекере идиома булып сыға. Ә уның бағышлауҙары тора-бара шиғриәтебеҙҙең бер айырым жанр төрөнә үк әйләнеп китте. Хатта Рәшит Солтангәрәй, кемдең юбилейы етә, шул Ирек Кинйәбулатовҡа бағышлау яҙырға мөрәжәғәт итә ала, тип радионан иғлан бирҙертте... Рәшит Солтангәрәй менән Ирек Кинйәбулатовтар — тиҫтерҙәр, йәшлек дуҫтары, икеһе лә тел биҫтәләре, бер-береһен төрткөсләргә, шаяртырға ғына торалар. Беҙ, йәштәр, арттан ғына уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте үҫешен күҙәтеп торабыҙ бит инде: Ирек ағай, Рәшит ағай 2000 йылда вафат булғас, уны оҙатып Таймаҫҡа барҙы, дуҫына һуңғы хөрмәт күрһәтте.
...Беҙҙең яҡынлашыуыбыҙ дауам итте. 2010 йылда, мине Салауат Юлаев премияһына тәҡдим иткәс, Ирек ағай тәүгеләрҙән булараҡ, Ринатты лауреаттар исемлегендә күргем килә, тип яҙып сыҡты.
Ғаләм иңендә ике есем шулай яҡынлашты. Аптырайым да, һоҡланам да: мин ниңәлер әҙәбиәтебеҙҙең ошо көслө быуынына яҡынланым – Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбай, Ирек Кинйәбулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Хәсән Назар, Әсхәл Әхмәт-Хужа, Сафуан Әлибай, Рәшит Солтангәрәй, Мәүлит Ямалетдин, Радик Хәкимйән, Шамил Хажиәхмәтов, Рәшит Шәкүр, Ғәзим Шафиҡовтар быуынына. Әлбиттә, улар һәр саҡ мине “өф” итеп торманы, улар көслө быуын, ҡеүәтле быуын булды, улар әҙәбиәттә йөҙөп эшләне, йәйрәп ижад итте. Мин уларҙың барыһын да яҡын иттем, яраттым. Ниңәлер ошо быуынға яҡынланым, улар менән дуҫ, фекерҙәш, хатта бер үк партияла – лагерҙа булып сыҡтым. Быныһынан һис тә баш тартмайым.
Яҙмыш беҙҙе төрлө төҫкә индерә, төрлөсә һынай. Юҡ, беҙ бер ваҡытта ла үпәсләшеп-һөйөшөп кенә йәшәмәнек, һәр беребеҙ хәленсә иленә, халҡына хеҙмәт итергә тырышты, беҙҙе берләштергән бер генә нәмә – әҙәбиәт, шиғри һүҙ ине. Ә беҙгә тиклем дә, беҙҙән һуң да әҙәбиәттә быуындар булған, булыр бит; улар ҙа шулай аңлашып, дуҫ булып, яҡынлашып йәшәһә ине.
Яҡынайыу дауам итә. 2016 йылда башҡорттоң ғорур шағир бөркөтө Ирек Кинйәбулатов теге донъяларға күсте, миңә, уның кесе ҡәләмдәшенә, уны һуңғы юлға оҙатырға – Абдулла ауылы зыяратына әсәһе янына ҡуйырға насип итте...