Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урау-урау ғүмер юлдары
Урау-урау ғүмер юлдарыТәбиғәттең бөйөклөгөнә һәм илаһилығына таң ҡалырлыҡ. Ерҙең өҫтөн дә, аҫтын да мәңгелек сер донъяһы итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәлә. Уралыбыҙ, Башҡортостаныбыҙ тәбиғәте генә лә күпме сер һаҡлай үҙендә! Күңелдә яҡты хис-тойғо уятып, моң бөркөп тора был ерҙәр. “Уралҡайҙың аҫты алтын, өҫтө шиғыр, үҙе нур. Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр”. Башҡорт даһийы Бабичтың ошо шиғыр юлдары бар ғүмерен гүзәл тау-таш донъяһын, илебеҙҙең ер аҫты хазиналарын өйрәнеүгә арнаған һөнәр эйәләренә – геологтарға – айырыу­са яҡын һәм ҡәҙерлелер.

Арҙаҡлы тау инженеры-геолог, Рәсәй Тау академияһының академик-кәңәшсеһе, Башҡортостан Инженер академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, профессор Миңләхмәт Моталов та әлеге илһамлы шиғыр юлдарын эстән генә йыш ҡабатлап алыр ине. Ысынлап та, Хоҙайҙың ҡушыуы буйынса килеп ингәндәй ул фәндең, ғилемдең геология тигән ғәжәйеп был донъяһына.
Әйткәндәй, беҙҙең башҡортта ер аҫты байлыҡтары менән ҡыҙыҡһыныу элек-электән көслө булған. Ата-бабабыҙ Уралда тәүге алтын ятҡылыҡтарын тапҡан, мәғдән сығарған, сал быуаттар төпкөлөндә үк металл эшен, юғары ныҡлыҡтағы булат ҡоросон ҡойоу серҙәрен белгән. Мәшһүр эпосыбыҙҙағы Урал батырҙың ҡанатлы Аҡбуҙаты һәм алмас ҡылысы хыял, фантазия емеше генә түгел. Унда беҙҙең тарихи ысынбарлыҡ сағылыш тапҡан: Урал илен тәү башлап башҡорттарҙың иң боронғо ата-бабалары үҙләштергән. Эпостағы алмас ҡылыс та, ҡанатлы Аҡбуҙат та халыҡ аңында яңы дәүерҙәргә тиклем йәшәп килгән.
Ошо күҙлектән ҡарағанда, батша Рәсә­йендә дан тотҡан Златоуст ҡылыстарының, был ҡаланың символына әйләнгән ҡанатлы аҡ толпар образының нәҡ тарихи башҡорт ерҙәрендә тыуыуы бер ҙә осраҡлы түгел. Шулай уҡ Павел Бажов хикәйәттәрендәге тау эйәһе, баҡыр тау хужабикәһе, алтын сәсле Аҙау ҡыҙы образының урыҫ әҙәбиәтенә туранан-тура башҡорт таусылары һөйләгән хикмәтле һүҙҙәр аша барып ингәнлеге һәм башҡорттарҙың Рәсәй тарихында тау эшенә нигеҙ һалыусылар булып танылыуы беҙҙең халыҡтың әүәл-әүәлдән үҙ илен йәне-тәне менән һөйгәнен, уның тәбиғәт серҙәрен, тәбиғи байлыҡ­тарын бик яҡшы белгәнен, мәғдән сыға­рыуға, алтын ятҡылыҡтарын табыуға маһир булғанын дәлилләй. Совет дәүерендә башҡорттар араһынан талантлы геологтарҙың бер нисә быуыны үҫеп сығыуы ла тәбиғи күренеш булһа кәрәк.
Үҙенең яҡташы — һоҡланғыс шәхес, профессор Сәғди Әхмәҙи улы Солта­новтың тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә арналған китабын Миңләхмәт Моталов “Нефть геологияһының корифейы” тип атағайны. Баҫманы уҡып сыҡҡас, миндә ошондай фекер тыуҙы: ә бит автор үҙе лә ысын-ысынында геология фәне корифейы, тау-таш донъяһының илһамлы тикшере­неүсеһе, күп яҡлы талант эйәһе ине. Уның тормошо хаҡында ла шундай уҡ ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс китап яҙырға мөмкин. Шуға ла мин уҡыусыларҙы күренекле геологтың фәһемле лә, ҡатмарлы ла ғүмер юлы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтмәксемен.
Миңләхмәт Моталов 1928 йылдың 19 мартында борондан уҡ мәғдән, алтын табыу төбәге булып танылған ерҙә – Башҡортостандың ул саҡтағы Йылайыр кантонына (хәҙерге Хәйбулла районы) ҡараған Йәнтеш ауылында тыуған. Тормош уға бәләкәйҙән әсеһен дә, сөсөһөн дә татытып өлгөрә. Малайға бер йәш тигәндә әсәһе вафат була. Тамаҡтары ашҡа туймай, өҫтәре кейемгә ҡотая алмай.
1936 йылда атаһы Ғилметдин ағай Бүребай ҡасабаһына күсеп, шундағы рудникка эшсе булып урынлаша. Миңләхмәт­тең үҫмер сағы ошо таусылар төйәгендә үтә. Башҡорт ауылында үҫкән малайға эшселәр ҡасабаһы шарттарында, күбе­һенсә урыҫ телле балалар араһында үҙ урынын табыуы еңел булмай. Тау битләүендәге артыш ҡыуаҡтары һымаҡ нығына, сыныға Миңләхмәт.
Ул замандың хәүеф-хәтәрҙәре Моталовтар ғаиләһен бер-бер артлы әллә күпме һынау алдына ҡуя. Миңләхмәттең ҡартаталарын, ялған ғәйептәр тағып, төрмәгә оҙаталар. Атаһына ла һис тынғылыҡ бирмәйҙәр.
Артыш ағасы эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәгән кеүек, Миңләхмәт тә тыуған тупраҡтан, һыуҙан, һауанан, туған халҡының тәрән тамырҙарынан көс, һут алып, ҡурҡыу белмәҫ, үткер, сая егет булып үҫеп етә. Дөрөҫ, урта мәктәпте ул һуңлабыраҡ, 20 йәшендә, әммә алтын миҙалға тамамлай. Бындай баһа алыуҙың да үҙ мажараһы килеп сыға. X класта Миңләхмәт “бишле”гә генә өлгәшә башлай. Әммә урыҫ теленән сығарылыш иншаһына уҡытыусы “дүртле” билдәһен сәпәй ҙә ҡуя. Шул ваҡытта мәктәпкә килеп төшкән Халыҡ мәғарифы министрлығы инспекторының ризаһыҙлыҡ белдереүенә ҡарамаҫтан, “бишле”гә төҙәтергә теләмәй. Һөҙөмтәлә Моталовтың һәм миҙал алыуға дәғүә иткән тағы ла дүрт уҡыусының иншаларын яңынан тикшереү өсөн министрлыҡҡа ебәрергә тура килә. Өфөлә яҙма эштәрҙе ҡарап баһалайҙар. Бәхәсте хәл итеү бер юлы әлеге уҡытыусының да ысын йөҙөн асыуға килтерә: ул “бишле” ҡуйған дүрт уҡыусының эше – “дүртле”гә, ә Миңләхмәттеке, киреһенсә, “бишле”гә төҙәтелә. Егеткә алтын миҙалды ул саҡтағы мәғариф министры, данлыҡлы Башҡорт кавалерия дивизияһының элекке полк комиссары Сәғит Әлибаев тапшыра.
Хәйбулла далаларының иркенлегендә ирәйеп үҫкән Миңләхмәттең күңелен диңгеҙ киңлектәренә бәйле хыялдар биләй. Һәм ул моряк булыу теләге менән Одессалағы Юғары диңгеҙ училищеһына юллана. Буйы бәләкәйерәк булһа ла, көс һәм дәрт бөркөп торған мыҡты башҡорт егетен уҡыуға алалар-алыуын. Әммә көтөлмәгән низағ килеп сыға: Миңләхмәткә, курсташын яҡлап, бер курсанттың арт һабағын уҡытырға тура килә. Эш ҙурға китә, сөнки ҡаты йоҙроҡтан өлөш алған курсанттың әсәһе юғары вазифа биләгән партия эшмәкәре булып сыға. Бындай ваҡытта, әлбиттә, училищела ҡалыу-ҡалмау тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел.
Ҡайҙа барырға? Егет тағы ла илдәге юғары уҡыу йорттары тураһындағы белешмәне ҡулына ала. Бына ул М.И. Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институты. Таусылар ҡасабаһында, тау эшсеһе ғаиләһендә үҫкән, бөтә күңеле менән тәбиғәткә ғашиҡ егет өсөн шунан да яҡшыраҡ һөнәр бармы?!
Ул Мәскәүгә килгәндә, ҡабул итеү имтихандары тамамланып, студенттарҙы беренсе курсҡа алыу тураһында фарман әҙер була. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, Миңләхмәтте үҙе һайлаған һәм хатта башҡаларға ҙур конкурс аша үтергә тура килгән геология факультетына ҡабул итәләр. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған, урыҫсаны туған телеләй белгән, етмәһә, Көньяҡ Уралдың таусылар, алтын сығарыусылар төбәгенән килгән янып торған ҡара күҙле, сөм-ҡара сәсле теремек башҡорт егетен ҡушҡуллап ҡаршы ала институт һәм факультет етәкселеге.
Миңләхмәт Моталовтың диплом эше етәксеһе академик Анатолий Бетехтин, уҡыусыһының һәләтен күреп, унда ғилми-тикшеренеүгә ҡыҙыҡһыныу уята. 1954 йылда, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡта­рының геологияһы һәм разведка һөнәре буйынса юғары уҡыу йортон тамамлап, йәш белгес Ҡырғыҙстан Геология идаралығында эш башлай. Бында ул участка начальнигы, геология-разведка партияһы етәксеһе вазифаларын башҡара. Ҡулына геолог сүкешен тотоп, ике йәй рәттән Алатау буйҙарын гиҙеп сыға, ҡырғыҙ иленең ҡаҙылма байлыҡтарын эҙләүҙә ең һыҙғанып ҡатнаша.
1955 йылдың аҙағында иһә Өфөгә ҡайтып, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Тау-геология институты аспирантураһына инеү өсөн имтихан тапшыра. Һәләтле йәш белгесте тиҙҙән Мәскәүгә, СССР Фәндәр акаде­мия­һының Һирәк элементтар минералогияһы, геохимияһы һәм кристаллохимияһы институтының аспирантураһына күсерәләр. Бында ул “Көньяҡ Урал баҡыр-колчедан ятҡылыҡтарында һирәк һәм таралма элементтар” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләй.
1959 йылда аспирантураны тамамлағас, М.Ғ. Моталов Өфөләге Тау-геология институтында (хәҙер Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Геология институты) ғилми-тикшеренеү эшен дауам итә һәм ғүмерен Көньяҡ Уралдың мәғдән ятҡылыҡтарын өйрәнеүгә арнай. Был институтта ул башта кесе, унан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып ун ете йыл буйы арымай-талмай эшләй, тиҫтәләрсә хеҙмәт яҙа.
Ысын геологтар, ғәҙәттә, тикшереү өсөн аныҡ материалды үҙ аяҡтары менән йөрөп, үҙ ҡулдары менән йыйып, ентекләп өйрәнә, күҙәтеүҙәрен һәм табыштарын ғилми нигеҙҙә анализлай. Миңләхмәт Моталов та йәй һайын оҙайлы экспедицияларға сыға, Башҡортостандың тау-мәғдән ятҡылыҡтары урынлашҡан төбәктәре аша осһоҙ-ҡырыйһыҙ ер үтә. Айҙар буйы ҡу­лынан геолог сүкеше төшмәй. Маршрут­тарҙан, биштәрендә йөкмәп, ҡыш өйрәнеү өсөн ботлап-ботлап тау тоҡомдары өлгөләрен алып ҡайта. Һөҙөмтәлә ғалим үҙ фекерҙәрен нигеҙләү, мөһим ғилми дөйөмләштереүҙәр яһау өсөн ғүмер буйына етерлек бай мәғлүмәт туплай. Институтта ул байтаҡ йылдар партбюро секретары вазифаһын да башҡара.
Әммә тормош һәр ваҡыт ал да гөл генә булмай шул. Хәйер, кемгә нисек тура килә бит. Саҡ ҡына үҙаллыраҡ, үҙһүҙлерәк булһаң, бәғзе етәкселәр быны үҙе менән иҫәпләшмәү тип ҡабул итә башлай. Тәрән һәм киң белемле, ғорур тәбиғәтле Миңләхмәт Моталов та ошо йәһәттән проблемаға йыш тарый. Институтта ғына түгел, республика йәмәғәтселеге алдында ла ҙур абруй ҡаҙанып өлгөргән ғалимға, ҡайһы бер әфәнделәр менән мөнәсәбәте ҡатмарлашыу сәбәпле, төп йүнәлешенән айырылып, башҡа урынға күсергә тура килә. Әммә СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегенә килеп, өр-яңы ғилми мәсьәләләрҙе үҙләштереп, төпләнеп эшләп киттем генә тигәндә, өс йылдан һуң уға академия системаһынан бөтөн­ләйгә айырылмайынса сара ҡалмай.
1979 йылда Миңләхмәт Моталовты Мәс­кәү еңел сәнәғәт технологияһы институ­тының Өфө филиалындағы иҡтисад кафедраһына эшкә саҡыралар. 1985 – 1991 йылдарҙа ғалим Өфө дәүләт нефть институтының геология кафедраһы уҡытыусыһы була. Бында уға өлкән коллегаһы, яҡташы, рухташы, арҙаҡлы ғалим Сәғди Солтанов менән бергә эшләргә, байтаҡ йылдар аралашып, фекер алышып йәшәргә насип итә. Аҙаҡ уның хаҡында яҙған китабында шул осорҙан ҡалған иҫтәлектәр, тәьҫораттар күренекле шәхестең бай эске донъяһын, холоҡ-фиғелен асыу өсөн әһәмиәтле тормош әсбабына әйләнә.
1991 йылдан М.Ғ. Моталов Мәскәү еңел сәнәғәт технологияһы институтының Өфө филиалында (аҙаҡ – Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы) үҙ эшен дауам итә. Студенттарға лекцияларҙы дәртләнеп, йөҙөп йөрөп тигәндәй уҡый. Шуның менән бергә, 1992 йылдан башлап ул “Башҡорт­остандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы”н төҙөүҙә ҡатнаша, 1993 йылдың февра­ленән 1996 йылға тиклем “Башҡорт энциклопедияһы” баш мөхәрририәтенең (1995 йылдан – “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте) геология һәм география бүлеге мөдире булараҡ, фәнебеҙҙең шул тармағын үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерә. 1999 йылдан алып оҙаҡ ваҡыт Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институтында донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара сауҙа кафедраһы профессоры вазифаһын башҡара.
Күренеп тора: һис тигеҙ булмай ғалимдың үткән тормош юлы. “Күсә”, “китә”, “урынлаша”, “яңы тематиканы үҙләштерә” тип әйтеүе генә анһат. Фәндә тиҫтәләрсә йыл буйы шөғөлләнгән тикшеренеү­ҙәреңдән айырылып, өр-яңы теманың, йүнәлештең эсенә кереп китеп, шәхси фекереңде әйтеүгә өлгәшеүҙең нимә икәнен мин үҙ миҫалымда ла бик яҡшы беләм. Етмәһә, ғәҙелһеҙлеккә, хаяһыҙ­лыҡҡа ҡаршы тороу күпме көс талап итә, ирекһеҙҙән ваҡыт та әрәмгә китә. Хәйер, был хаҡта бөтә нескәлектәренә тиклем асыҡлап, аңлатып биреү мөмкин дә түгелдер, моғайын. Ҡаршылыҡлы хәл-ваҡиғалар аша үтеп, еңеп сығыуға һәр кем өлгәшә лә алмайҙыр, сөнки күңел тетрәнеүен баҫып, алға атлау ғәйәт ҙур ихтыяр көсө, рухи ныҡлыҡ талап итә бит. Ун ете йыл эшләгән Геология институтынан Иҡтисад бүлегенә, унан тағы геология кафедраһына, сервис технологияһы институтына күсеп, яңынан-яңы ғилми хеҙмәттәр яҙыу, лекциялар әҙерләү өсөн Миңләхмәт Ғилметдин улына күпме алһыҙ-ялһыҙ тырышлыҡ һалырға тура килгәне һүҙһеҙ ҙә аңлашылалыр.
Шул уҡ ваҡытта, мәғлүм булыуынса, белгесте, ғалимды барыһынан элек төплө белем, киң эрудиция, оло инанғанлыҡ, Хоҙайҙан бирелгән ижади һәләт кенә ҡотҡара ала. Ғилем донъяһында, ғәҙәттә, һайлаған юлыңдан тайпылмайынса алға барғанда ғына ҙур уңыш-ҡаҙанышҡа өлгәшергә мөмкин. Ә бындай яҙмыштың, әлбиттә, үкенесле яҡтары күберәк, сөнки, хатта бер тапҡыр менеп ултырған ғилем толпарынан ҡолап төшмәйенсә, маҡсат­тарыңа тоғро ҡала алһаң да, барыһы ла ифрат күп көс сарыф итеү, ғәйәт ҙур юғалтыуҙар аша яулана. Миҙалдың икенсе яғы ла бар: әгәр ҙә һин, ғалим-ижадсы, мәкер-золом алдында баш эймәйенсә, маҡсаттарыңды бойомға ашырыу ниәте менән йәшәйһең икән, көтөлмәгән уңыштар килеүе лә ихтимал.
Миңләхмәт Моталовты, шөкөр, яҙмыш һындыра алманы. Ә инде үҙ мөхитенән китеп, Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләгән аҙ ғына ваҡыт эсендә мөмкин­лектәре тағы ла киңерәк асылды. Ғалим үҙ фәненең проблемаларын электән дә ғәмәли эш менән бәйләп өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт биреп килде. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында уҡ ул, мәҫәлән, республика кимәлендәге һәм үҙәк гәзиттәрҙә Башҡорт­остандың төҫлө металлургия предприятиеларында ҡайтарма ресурстарҙы файҙаланыу мәсьәләһен күтәреп сығып, әле лә көнүҙәк булған был проблеманы өйрәнеүҙе башлап ебәрҙе. Шул уҡ осорҙа, Тау-геология институтында эшләгән сағында, СССР Геология министрлығының йөкләмәһе буйынса “Көньяҡ Уралда баҡыр-колчедан ятҡылыҡтарының геологик-иҡтисади баһаламаһы” тигән темаға һығымта әҙерләне.
Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә иһә, ошо яңы йүнәлештәге тикшеренеү эштәрен дауам итеп, ҡуйылған проблеманы фән һәм практиканың геология, технология, иҡтисад, экология һымаҡ күп төрлө тармаҡтарына бәйләп, комплекслы нигеҙҙә хәл итеүҙең бынамын тигән өлгөһөн күрһәтте. Нәҡ шул осорҙан башлап М.Ғ. Моталов Башҡортостанда инженер геологияһы өлкәһендә иң абруйлы белгестәрҙең береһенә әйләнде. Уның 1970 – 2000 йылдар эсендә яҙылған барлыҡ хеҙмәттәре, бигерәк тә мәғдән байлыҡтарын комплекслы файҙаланыуға арналған тикшеренеүҙәре инженерлыҡтағы ҡатмарлы ғилми проблемаларҙы фәҡәт шул юҫыҡта хәл итеүгә ҡоролған. Был иһә республикала сәнәғәтте үҫтереүҙә, шул уҡ ваҡытта тәбиғәтте һаҡлап эш итеүҙә ҙур мөмкинлектәр тыуҙыра. М.Ғ. Моталовтың Башҡортостанда өҫкө ҡатламдарҙа ятҡан тау тоҡомдарын (диабаздарҙы) файҙаланыуға арналған тикшеренеүҙәре генә лә үҙгәртеп ҡороу­ҙарға тиклемге хаҡ менән тиҫтәләрсә миллион һумды экономиялауға йүнәлтелгән ине. Ғалим үҙ хеҙмәттәренең мөһим һөҙөмтәләрен докладтарҙа, ғилми баҫмаларҙа нигеҙләп күрһәтеп бирҙе.
М.Ғ. Моталовтың Башҡортостанда тәбиғәтте ҡурсалау эшенә индергән өлөшө лә бик ҙур. Мәҫәлән, матбуғатта уның Яйыҡ (Урал) йылғаһын, Талҡаҫ һәм Өргөн күлдәрен һаҡлау мәсьәләләренә арналған сығыштарынан һуң республика кимәлендә махсус ҡарарҙар ҡабул ителде. Ғалим Башҡортостанда алтын сығарыу эшен тергеҙеү мөһимлеген нигеҙләү буйынса ғәйәт йоғонтоло эш алып барҙы.
Ғалим-геологтың 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәте бар. Киң ҡатламға иһә ул ғәжәп уҡымлы, ҡыҙыҡлы китаптар авторы булараҡ билдәле. “Тылсымлы минералдар” тип аталған тәүге баҫмаһы 1980 йылда башҡорт телендә донъя күрҙе. Артабан Өфөлә бер-бер артлы йәнә алты китабы нәшер ителде. Улар урыҫ телендә. Исемдәрен атап үтәйек: “Башҡортостандың төҫлө һәм көпләү таштары” (Л.С. Бахов менән берлектә. 1986 йыл), “Тылсымлы минералдар” (1988), “Урал таштары хаҡында хәҡиҡәт һәм легендалар” (1992), “Уралдың тылсымлы таштары. Волшебные камни Урала” (1994), “Ер аҫты байлыҡтарына юл” (М.Ә. Ҡотлоғәлләмов менән берлектә. Ике томда. 2002), “Тау донъяһы” (2003).
Миңләхмәт Моталовтың геология фәнен киң танытыу өлкәһендәге эшмәкәрлеге, һис һүҙһеҙ, юғары баһаға лайыҡ. Ил халҡы башҡорттарҙың Рәсәйҙә тау эшенә нигеҙ һалғанын нәҡ уның мәҡәләләре, китаптары аша белде. Ғалимдың халҡыбыҙ ғорур­лығы – илдә беренсе тау училищеһына (хәҙер Санкт-Петербург Тау институты) нигеҙ һалған атаҡлы мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов тураһындағы очеркын кем генә ҡыҙыҡһынып уҡыманы икән?! 2002 йылда башҡорттар һәм Башҡортостан өсөн Рәсәй кимәлендә ошондай шатлыҡлы ваҡиғалар булды: Санкт-Петербург Тау институты бинаһында һәм Пермь крайының Ҡуян ауылында Исмәғил Тасимов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа урынлашҡан тау колледжына бөйөк шәхестең исеме бирелде. Был эштәрҙә тынғыһыҙ тәбиғәтле Миңләхмәт Мота­ловтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ә топонимияны өйрәнеү мәсьәләләре... Бында ла күренекле геологтың әйтер һүҙе, ҡиммәтле күҙәтеүҙәре бихисап булды. Уның “Тарих әйләнә-тирәбеҙҙә. Картала башҡорт атамалары” тигән мәҡәләһе хәҙер ҙә әһәмиәтен юғалтмаған.
М.Ғ. Моталовтың фәнни-популяр хеҙмәттәре иң яҡшы баҫмалар рәтендә тора. Тәбиғәт байлыҡтарына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, тыуған ергә мөхәббәт тойғоһо менән һуғарылған улар. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ошо хеҙмәттәрҙе яңынан баҫып сығарыуҙы планлаштырһа, бик урынлы булыр ине.
Хәҙер аҙ ғына үҙемдең иҫтәлектәр менән уртаҡлашып үтәйем. Миңләхмәт ағай менән уҙған быуаттың 60-сы йылдар башында уҡ танышып, аҙаҡ һирәгерәк булһа ла аралашып йәшәнем. “Тылсымлы минералдар” (1980) тигән тәүге китабын әҙерләү, мөхәррирләү минең ҡул аша үтте. Ул осорҙа автор “Ленинец-Ленинсы” гәзитендә бер нисә йыл рәттән ҡыҙыҡлы мәҡәләләр баҫтырғайны. Уға шуларҙың башҡортсаға тәржемә ителгәндәрен туплап, мөхиррирләп, китап итеп әҙерләргә кәңәш иттем. Был эште ул, һинең тәжрибәң ҙур, тип миңә тапшырып ҡуйҙы. Йыйынтыҡты төҙөп, нәшриәткә тәҡдим иттек. Баш һүҙҙә ошолай тип яҙҙым: “Тылсымлы минералдар” – ысын-ысынында мауыҡтырғыс китап. Һәр уҡыусы унда үҙе өсөн һоҡланғыс бер донъяны – Урал тауҙарының күп төрлө ҡырҙары менән балҡып, емелдәп торған байлыҡ һәм матурлыҡ донъяһын асыр”.
Яҙышҡан, ижад иткән һәр кем өсөн тәүге китабының донъя күреүе – бик әһәмиәтле ваҡиға. Миңләхмәт ағай ошонан һуң тағы ла дәртләнеберәк эшләй башланы. Һөҙөмтәлә бер аҙ ваҡыттан әлеге “Тылсымлы минералдар”ҙы тулыландырып, урыҫ телендә баҫтырып сығарҙы. Яңы китаптары донъя күреү менән миңә бүләк итә барҙы. “Тылсымлы минерал­дар”ға ошондай автограф яҙған: “Геолог, шағир, журналист, яҙыусы һәм ғилми эш буйынса дуҫым Рәшит Шәкүргә был китапты яҙғанда рухи ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдереп”. Ағайыбыҙҙың ижади эшмәкәрлегендә аҙ ғына булһа ла ярҙам итә алыуымды хәҙер ҙә шатланып иҫкә алам.
2008 йылда Миңләхмәт Ғилметдин улының 80 йәшлек юбилей сараһында ҡатнашып, хеҙмәттәштәренең уны ихлас күңелдән ололауын, хөрмәт итеүен күреп ҡыуандым.
Киң даирәле ғалим, үткер ҡәләмле журналист, ысын мәғәнәһендә телмәр оҫтаһы, ҡыйыу, тәүәккәл, оло йөрәкле шәхес ине Миңләхмәт Ғилметдин улы. Урау-урау ғүмер юлдарын үтеп, 2012 йылдың 3 апрелендә, 84 йәшендә, баҡыйлыҡҡа күскән ил ағаһының яҡты рухы күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды 27.11.2018 // Шәхестәр

Донъяла кешене бәхетле иткән ҡыуаныслы мәлдәр була, тик тормош мәшәҡәтенә һылтанып, ҡул һелтәмәүең,...

Тотош уҡырға 112

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?”

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?” 27.11.2018 // Шәхестәр

Әҙәби тел тирәләй бәхәстәрҙә ул да ҡатнашҡан. Был һүҙҙәр “Башҡортостан” гәзитендә 1929 йылдың 5...

Тотош уҡырға 85

“Мин генийҙыр ул!..”

“Мин генийҙыр ул!..” 23.11.2018 // Шәхестәр

Сабир менән беҙ әҙәбиәткә бер мәлдәрәк килдек, шуға күрә йыш аралашып йәшәнек, дуҫтар булдыҡ. Әммә...

Тотош уҡырға 85

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы 23.11.2018 // Шәхестәр

Был исемде лә хәтер һандығыңа яҙып ҡуй, хөрмәтле милләттәш....

Тотош уҡырға 154

Һөләймәне пар ҡанаты ине...

Һөләймәне пар ҡанаты ине... 14.11.2018 // Шәхестәр

Өфөнән көнсығышҡа табан һуҙылған “М-5” федераль юлынан барыуы еңел түгел, сөнки бында хәрәкәт...

Тотош уҡырға 163

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр 09.11.2018 // Шәхестәр

Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм, Ким Әхмәтйәнов, Фәтих Кәрим...

Тотош уҡырға 130

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 06.11.2018 // Шәхестәр

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы ғорурлана. Район үҙәгендәге Батырҙар...

Тотош уҡырға 83

Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре

Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре 02.11.2018 // Шәхестәр

Халҡына инанып йәшәне Бөйөк башҡорт фольклорсыһы, атаҡлы драматург, ғалим һәм педагог,...

Тотош уҡырға 139

Ғалимдың ғилми үре

Ғалимдың ғилми үре 26.10.2018 // Шәхестәр

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы...

Тотош уҡырға 136

Тауыш килә һәр тарафтан, дуҫтарҙан, таныштарҙан...

Тауыш килә һәр тарафтан, дуҫтарҙан, таныштарҙан... 26.10.2018 // Шәхестәр

Мостай Кәримдең йөрәге һәр кем өсөн асыҡ ине. Шағирҙың рухи донъяһына сәфәр ҡылып ҡарарға баҙнат...

Тотош уҡырға 103

Янып торған ағай ине

Янып торған ағай ине 23.10.2018 // Шәхестәр

Ул хәбәрсе булып ҡалды. Мәктәпте тамамлап, Учалы районының “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә эшләй...

Тотош уҡырға 125

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим:  “Аҙ ғына ваҡытымды ла ижадҡа арнаным...”

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: “Аҙ ғына ваҡытымды ла ижадҡа арнаным...” 19.10.2018 // Шәхестәр

Мостай Кәрим. Бик күптәргә таныш та, ҡәҙерле лә исем. Әҙәбиәт һөйөүселәргә ул оло талант эйәһе...

Тотош уҡырға 123