Теленә хыянат итмәгән

16-05-2018, 00:03 // Шәхестәр // Баҫып сығарырға
Теленә хыянат итмәгәнСиләбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Һарыкүлмәк (Шығай) ауылында тыуған Ғәли Зөлҡәрнәевтең көтөүсе, эшсе, улыс уҡытыу йорто мөдире, волком рәйесе, яҙыусы, тәржемәсе һәм башҡа яуаплы вазифаларын телгә алмайынса, уның 1940 – 1945 йылдарҙа “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙер – “Башҡортостан”) гәзитенең баш мөхәррире булып эшләгән осорона туҡталғым килә.


1937 йылда күренекле башҡорт интеллигенцияһы атып үлтерелеп бөткәс, юғары органдан гәзитте ике телдә сығарырға тигән фарман килә. Баш мөхәррир, бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса, быға ҡырҡа ҡаршы сыға һәм еңеү яулай.
Был турала билдәле хәбәрсе Юныс Әхмәҙиев “Ҡыйыулыҡ” (“Башҡортостан”, 1993 йыл, 3 март) тигән мәҡәлә баҫтырҙы. Яҙманы тулыраҡ күҙ алдына баҫтырыу өсөн, унан өҙөк килтерәм. “Әммә Ғәли Зөлҡәрнәевтең иң ныҡ хәтерендә ҡалғаны партия өлкә комитетының пропаганда буйынса секретары Р. Рә­йемов менән бәрелешеүе булғандыр.
Билдәле булыуынса, һуғыш башланыу менән татар телендә сыҡҡан “Коммуна” гәзитен нәшерләү туҡтатыла. Күпмелер ваҡыт үткәс, партия өлкә комитеты секретары Р. Рәйемов Ғәли Камал улын үҙ кабинетына саҡыртып ала ла һис көтөлмәгән, айыҡ аҡылға һыймаҫлыҡ тәҡдим яһай.
— Һеҙгә гәзитте ике телдә сығарырға тура килер, — ти ул.
— Аңламайым. Нисек инде ике телдә?
— Эйе, шулай. Башҡорт һәм татар телдәрендә.
— Булмай. Гәзит бутерброд түгел, – тип позицияһын бирмәй яҡташым.
Р. Рәйемов, секретарь булараҡ, күпме генә ҡыҫым яһамаһын, Ғәли Камал улы үҙ һүҙендә ныҡ тора, сигенмәй. Баҫ­маның башҡорт телендә генә сығыуын һаҡлап алып ҡала”. Был ҡыйыулыҡ түгелме ни?! Юҡһа уны кире элеккегә ҡайтарыу мөмкинлеге лә булмаҫ ине.
Ошо хәлдән һуңғараҡ, 60-сы йылдар башында, Н.С. Хрущев ил буйлап оҙайлы сәйәхәттән, шул иҫәптән Өфөнән ҡайтҡас, “Совет Башҡортостаны” гәзитенә тағы бер бәлә яуа. “Гәзитте Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсерергә!” тигән телеграмма ебәрә Хрущев. Шул ваҡытта редакцияның яуаплы секретары Файыҡ Мөхәмәт­йәновҡа ошо хаҡта һорау биргәйнем. Ул күңелһеҙ генә: “Эйе, дөрөҫ, беҙҙе Стәрлетамаҡҡа күсерәләр”, — тине. Ғөмүмән, был баш ҡаланы күсереү сәйәсәте ине.
Демонстрация ойош­торорға тигән идеям хупланмағас, Өфөнән, Күмертау эшселәренән (шағир Ғәли Ильясов аша) Мәскәүгә йөҙҙән ашыу ҡултамғалы ға­риза ебәрҙем, һөҙөм­тәлә хаин эш туҡта­тылды. Был турала “Көрәшеп йәшәү...” (“Киске Өфө”, 2009 йыл, 14, 20 март) тигән мәҡәләмдә әйтелә.
Шулай итеп, ауыл­дашымдың юлын ла­йыҡлы дауам итәм. Тимер ваҡытында һу­ғылды. Юғиһә был хатаны ла кире төҙәтеү мөмкинлеге булмаҫ ине.
Йәнә әйтәһе һүҙем шул: Ғәли Зөл­ҡәр­нәев, уның ҡыҙы, ейәне йәшәгән йортҡа (Ленин урамы, 2) әле һаман да иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылмаған. Хәтеребеҙ бик һай шул. Уның хәтер кисәһендә, яңылышмаһам, фекер­ҙәштәренең береһе: “Ғәли Зөлҡәрнәевкә таҡтаташ ҡуйылыр һәм Өфө урам­дарының береһенә уның исеме бирелер” тип тә өмөтләндергәйне.
Ғәли ағайҙың исеменә тап төшө­рөүселәр ҙә бар. Имеш, ул халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловҡа ҡаршы сыҡҡан... Шуны оноторға ярамай, Ғәли Зөлҡәрнәев — партия өлкә комитеты ҡарарҙарын тормошҡа ашырған шәхес. Шуны беләм, Ғәли Камал улы бер ҡасан да теленә хыянат итмәгән, уның киләсәге өсөн көрәшкән һәм еңгән.
Өҫтә әйтелгән яҙыусыларҙың, ауылдаштарының, уны баһалаусыларҙың теләге тормошҡа ашһын ине. Өфө урамдарының бик аҙы ғына халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарының исемен йөрөтә. Был, әлбиттә, икенсе тема. Шулай ҙа уны телгә алмай булмай.