Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше

19-06-2018, 00:03 // Шәхестәр // Баҫып сығарырға
Еребеҙҙе биҙәргә килгән кешеКөтмәгәндә күренекле дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, элегерәк барыһына ла яҡшы таныш БАССР-ҙың сауҙа министры, унан да алдараҡ Сибай элеваторы директоры, хәҙер инде мәрхүм Дамир Ҡыуатовтың ҡатыны шылтыратып, осрашырға тәҡдим итте.
– Йәй Дамир Мөҙәрис улының юбилейы булыр ине. 55 йылға яҡын йәшәнек беҙ уның менән. Белгән-күргәндәр яҡынымды иҫкә төшөрһөн ине, – тине Эльмира Нафиҡ ҡыҙы.

Хәтерҙә ҡалған мәлдәр

Ҡыуатов Сибай элеваторында етәксе булған осорҙа мин мәктәптә уҡый инем әле, шуға күрә уның хаҡында ошо предприятиела эшләгән атайым менән ағайымдың һүҙенән генә беләм. Һуңыраҡ иһә очеркымдың геройы, элеватор директорының ҡабул итеү бүлмәһендә оҙаҡ йылдар секретарь булған Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлиә Ғәйнислам ҡыҙы ла һөйләгәйне Дамир Мөҙәрис улы тураһында.
Элеватор урамында йәшәгәнгә күрә, предприятиелағы хәл-ваҡиғалар беҙгә яҡшы таныш һәм яҡын була торғайны. Ураҡ барышында хеҙмәткәрҙәрҙең балалары шунда уҡ эшләп, игенсе хеҙмәтенең асылына төшөнөп үҫә ине. Иген йыйырға һалдаттарҙың килгәне, көҙ байлығы тултырылған автомашиналар хәтерҙә һаҡланып ҡалған.
Сибай элеваторының икенсе сираты төҙөлгәндә бөтә Советтар Союзынан халыҡ ағылды бында. Беҙгә, бала-сағаға, был тотош ваҡиға ине! Күҙ алдында өр-яңы ҡеүәтле корпустар ҡалҡып сыҡты. Шул уҡ ваҡытта иҫке элеваторыбыҙ ниңәлер күңелгә яҡын булып ҡалды (хатта әле лә). Кеше аҙыраҡ булған ял көндәрендә тар ғына тимер баҫҡыстар буйлап атайым балаларҙы етәкләп өҫкә мендерә торғайны. Хәүефе лә аҙ булма­ғандыр, моғайын, әммә бала күңеле шул көндәрҙә кисергән шатлыҡты хәтеренә мәңгегә һалып ҡуйҙы – беҙ иҫебеҙ китеп юғарынан ҡаланы, карьерҙы күҙәтә инек!
Ул йылдарҙа директорҙан шөрләй торғайныҡ. Атайым дежурҙа торған ҡапҡа эргәһендә йәки клубта, ашханала ул күренеү менән ситкә китеү яғын ҡарай инек. Тауышы ҡәтғи, ҡарашы үткер булыр ине ағайҙың. Предприятие директорының иңенә ниндәй бурыс төшөүе, бөтә илдән килгән халыҡты урынлаштырыу, туйындырыу мәсьәләләре, башҡа хәстәрлектәр уйыбыҙға инеп тә сыҡманы, әлбиттә.

Дворян нәҫеле Ҡыуатовтар

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кешеДамир Мөҙәрис улының тамырҙары Ейәнсура районының Ҡыуат (әле Үтәғол) ауылында ғүмер иткән киң билдәле дворян Ҡыуатовтар нәҫеленән.
Ғаилә архивында һаҡланған яҙмала­рында Дамир Ҡыуатов Үҫәргән ырыуы башҡорттары башлығы – данлы кенәз Ҡыуаттың исемен йөрөткән ауылды тергеҙеү зарурлығын билдәләй. Үҫәргән­дәрҙең старостаһы булған Ҡыуат 1755 – 1756 йылдарҙағы ихтилалға етәкселек итә. Баш күтәреү баҫтырылыуға ҡарамаҫтан, Ҡыуат ырыу старшинаһы вазифаһын юғалтмай. Һуңыраҡ уны кесе улы Буранғол алмаштыра. Ваҡыт үтеү менән ул 9-сы башҡорт кантоны начальнигы була, француздарға ҡаршы ике һуғышта 1-се башҡорт полкын етәкләй.
Буранғол үҙ полкы менән Мәскәү Кремлен француз шартлатыусыларынан һаҡлау буйынса рейдта ҡатнаша. Һуғыштың тамамланған көнөн Парижда ҡаршылай. Атаһынан һуң 9-сы кантонды улы Ҡаһарман етәкләй. Император Александр I менән осрашыуҙа батшаны башҡорт балаларын гимназияларҙа, университеттарҙа уҡытыуға, төрлө һөнәрҙәргә өйрәтеүгә күндерә. Ҡаһар­манды иһә кантон башлығы вазифаһында Буранғолдоң улы Таһир алмаштыра. Батша заманында һуңғы кантон начальнигы Буранғолдоң ейәне Әлмөхәмәт була. Ул генерал-губернаторға яҙған “Башҡорт халҡын берләштереүҙең сәбәптәре тураһында”ғы хаты, башҡорт балалары өсөн мәктәптәр асыуы, уҡыу-методика ҡулланмалары сығарыуы менән билдәле.
Киләһе арҙаҡлы шәхестәрҙең береһе – бер нисә рус-башҡорт мәктәбен асҡан мәғрифәтсе Мөхәмәтғәлим. Ул кириллица нигеҙендә башҡорт алфавитын һәм грамматикаһын, Катарин менән берлектә рус-башҡорт һүҙлеген төҙөгән. Мөхәмәт­ғәлимдең улдары Ғүмәр, Усман һәм энеһе Хужәхмәт халыҡ комиссарҙары сифатында Башҡорт хөкүмәте составына ингән. Ә ҡәйнеше М. Ҡулаев Башҡорт хөкүмәте рәйесе булған. Ул Башҡорт автономияһын төҙөү тураһында һөйләшеү алып барған, Үҙәк Совет хөкүмәте менән килешеүгә ҡул ҡуйған.
“Ҡайһы бер түрәләрҙең тарихыбыҙҙы насар белеүе, милли ҡомартҡыларға битарафлыҡ күрһәтеүе ауыл атамаһының юҡҡа сығыуына килтергән. Һөҙөмтәлә данлы Ҡыуаттың һәм уның нәҫеленең исем-шәрифе онотолған. Шул уҡ ваҡытта был атаманы ауылыбыҙ 250 йылдан ашыу йөрөткән”, – тип яҙған Дамир Мөҙәрис улы шул саҡтағы республика етәкселегенә.

Башҡорт егете – Одесса вузында

Ҡыуатовтар нәҫеле вәкилдәре һәр дәүерҙә Ватанға тоғро хеҙмәт иткән, илен һөйгән, белемгә ынтылған. Улар араһында ғалимдар, табиптар, инженерҙар, уҡытыусылар бихисап. Дамир ҙа шулар йоғонтоһонда үҫә, бала саҡтан уҡ төплө белем алыу теләге менән яна.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, үҫмер педагогия училищеһына уҡырға инә. Өсөнсө курсҡа тиклем уҡығандан һуң, уҡытыусы булырға теләмәүен аңлай. Мәктәпкә Х класҡа кире ҡайта. Бер үк ваҡытта VIII, IX кластарға математика дәрестәренә йөрөй. Мәктәпте уңышлы тамамлап, ҡулына аттестат алыуға армия сафына баҫа. Ырымбур осоу училищеһына ебәрелә, әммә хәрбиҙәр тормошо ла ылыҡтырмай уны, рапорт яҙа. Ниһайәт, 18 сентябрҙә егетте хәрби хеҙмәттән бушаталар. Аттестатында бер генә “дүртле”нән тыш гел “бишле” билдәләре булыуға ҡарамаҫтан, Дамирҙы, төркөмдәрҙең тулылығына һылтанып, вузға уҡырға алыуҙан баш тарталар.
Осраҡлы ғына ауыл хужалығы институты бинаһында Одесса технологик аҙыҡ-түлек сәнәғәте институты вәкиле Вольман Когандың документтар ҡабул итеүе хаҡында белеп ҡала. Дамирҙың аттестатына күҙ йүгертеп сыҡҡандан һуң, егетте уҡырға алырға була, тик дөйөм ятаҡтан урын юллау һәм стипендия мәсьәләһе генә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Шулай итеп, Дамир 25 сентябрҙә Одессаға аяҡ баҫа. Һабаҡташтары менән танышып, дуҫлашып китә. Улар иһә Дамирҙы үҙҙәренә йәшәргә саҡыра. Ярты йылдан дөйөм ятаҡтан үҙенә лә урын бирәләр.
Яҡын туғаны Данир Камалетдин улы Үзбәковтың хәтирәләренән:
– Дамир бик яҡшы уҡыны, спорт менән дә даими шөғөлләнде, художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашты. Баянда, аккордеонда оҫта уйнай ине, вуз клубында рәссам булды. Быларҙың барыһы ла уға һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа матди ҡыйынлыҡтарҙы еңергә, төплө белем алырға ярҙам иткәндер. 1957 йылда, институтты тамамлағас, йүнәлтмә буйынса республиканың иген әҙерләү система­һында эшләй башланы. Ошо өлкәлә ул ябай инженерҙан алып министрға тиклемге хеҙмәт юлын үтте. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, көс-ҡеүәте ташып торған аҡыллы ир-уҙаман предприятиеға килеү менән, иҫке алымдарҙан ҡотолоп, өр-яңы механизацияланған, автоматлаштырылған ҡулайламаларҙы ғәмәлгә индерә ине. Сибай элеваторында баш инженер һәм директор булып эшләгән йылдарҙы айырыу­са билдәләргә кәрәк.

Сибай – башланғыстар майҙансығы

Еребеҙҙе биҙәргә килгән кеше...Беҙ, балалар, иген менән тулы келәттәрҙе, яңы килтерелгән уңыштың ҙур өлөшөн предприятие биләмәһенә үк бушатҡандарын күреп үҫтек. Бында тау-тау иген өйөлә ине. Ул йылдарҙа дәүләттең иң оло байлығын һаҡлаған атайым: “Халыҡ урлаша”, – тип йыш зарлана торғайны. Хәтеремдә, ҡарауылсыларға пистолет биргәйнеләр – әлбиттә, кемгәлер атырға түгел, ә бурҙарҙы ҡурҡытырға. Атайыма ҡасып барған ҡараҡты туҡтатыу өсөн бер ваҡыт һауаға атырға ла тура килде. Әсәйем: “Бер-ике тоҡ игенде алып киткәндән элеватор бөлгөнлөккә төшмәҫ, үҙеңде үлтереп ҡуйһалар?” — тип ғаиләбеҙҙең төп терәге, туйындырыусыһы өсөн борсола торғайны. Әммә атайым бик принципиаль кеше ине, дәүләт мөлкәтен үҙләштерергә теләгәндәрҙе йәне һөймәне.
1963 йылда Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатов Сибай элеваторына баш инженер итеп тәғәйенләнде, тағы ла өс йылдан директор бурысын йөкмәттеләр. Эштә бик таһыллы ине ул. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә предприятие иген ҡабул итеү, һаҡлау һәм эшкәртеү буйынса заманса комплексҡа әүерелде. Тап ул етәкселек иткән осорҙа өр-яңы корпустар төҙөлдө, иген киптереү һәм һаҡлау алымдары камиллаштырылды, ярҙамсы хужалыҡ үҫеш алды. Ҡорамалдарҙы яңыртыу һөҙөмтәһендә хеҙмәт етештереүсәнлеге артты. Әүҙем барған төҙөлөштәр элеваторҙа игенде тотҡарлыҡһыҙ һәм күпләп ҡабул итеү, һаҡлау мөмкинлеген бирҙе.
Тик бер мәсьәлә Дамир Мөҙәрис улына көнөн-төнөн дә тынғылыҡ бирмәй ине. Игенде эҫе һауа ярҙамында киптереүҙең ғәмәлдәге алымы заманса фән һәм техника кимәленә тап килмәй. Был процесс бик әкрен бара, өҫтәүенә энергия күп сарыфлана.
Ҡыуатов донъя тәжрибәһен өйрәнә башлай, күп эксперименттар үткәрә, бер-бер артлы төрлө алымдарҙы һынап ҡарай. Көтмәгәндә “Эҫе һауа урынына ҡайнар быуҙы ҡулланып ҡарарға кәрәк” тигән уй килә башына. Ошо рәүешле донъяла иген киптереүҙең өр-яңы алымы уйлап табыла һәм ғәмәлгә индерелә. Һөҙөмтәлә иген киптергестең етештереүсәнлеге икеләтә арта, яғыулыҡ сығымы 40 – 50 процентҡа кәмей, өҫтәүенә игендең икмәк бешереү өсөн репродуктив үҙенсәлектәре һаҡланып ҡала.
Предприятие ветераны (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер инде мәрхүм) Йәнбәк Мөхәмәт улы Бураншин шул йылдарҙа ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә көнкүреш, келәт, ҡаҙанлыҡ, ашхана биналарының бар­лыҡҡа килеүен, тирмән төҙөлөүен хәтергә төшөргәйне. Әйткәндәй, ошо тирмән ике тапҡыр реконструкцияланғандан һуң тирә-яҡтағы ауылдар халҡын сифатлы он менән тәьмин итте.

Белгестәр әҙерләүҙе хәстәрләне

Кешенең ҡайҙа эшләүе түгел, ә ошо эштең һөҙөмтәһе мөһим. Алыҫ Урал аръяғындағы уңышлы етәксегә һәм көслө ойоштороусыға баш ҡалала ла иғтибар итмәй ҡалмайҙар. 1982 йылда Ҡыуатовты Республика иген продукттары идаралығы начальнигы, 1991 йылда – Башҡортостан Республикаһының әҙерләүҙәр министры, 1993 йылда иһә “Башхлебопродукт” етештереү берекмәһенең генераль директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо вазифаларҙың барыһында ла Дамир Мөҙәрис улы үҙ-үҙенә тоғро ҡалды: әлегә тиклем күрелмәгән күләмдә яңы элева­торҙар төҙөлдө, иҫкеләре киңәйтелде, ҡорамалдар яңыртылды. Һөҙөмтәлә Урал аръяғында ғына түгел, тотош республикала игенде ваҡытында ҡабул итеү һәм сифатлы һаҡлау буйынса стратегик бурыс тулыһынса үтәлде.
Д.М. Ҡыуатов эшләгән предприятиелар хеҙмәткәрҙәре уны талапсан, бер үк ваҡытта ғәҙел һәм хәстәрлекле хужа тип хәтерләй. Ул етәксе булған осорҙа торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре уңышлы ғәмәлгә ашырыла, хеҙмәт, ашханаларҙа эшселәрҙе туҡландырыу шарттары яҡшыра.
Тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә Дамир Мөҙәрис улы республикала ҙур ихтирам ҡаҙана, танылыу яулай. Ул БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана, бик күп орден, миҙал менән бүләкләнә, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙемлеген юғалтмай Дамир Мөҙәрис улы. СССР тарҡалғас, аҙыҡ-түлек индустрияһы өсөн кадрҙар әҙерләгән күп кенә юғары уҡыу йорттары әһәмиәтен юғалта, тармаҡҡа ошо йүнәлештә ҡытлыҡ хәүефе янай. Бындай хәлде күргән Ҡыуатов механика-технология колледжы етәкселеге менән берлектә Өфөлә аҙыҡ-түлек сәнәғәте предприятиелары өсөн инженерҙар, технологтар, иҡтисадсылар әҙерләгән Ырымбур дәүләт университеты филиалын аса. Ошонда ул 1995 йылдан 2005 йылға тиклем директор булып эшләй, профилле фәндәрҙән уҡыта. Кандидатлыҡ диссер­тацияһын яҡлай, кафедра доценты була. Дамир Мөҙәрис улы ғилми тикшеренеү­ҙәрен дә дауам итә, арзан үҫемлек сеймалынан бик ҡиммәтле микробиологик аҡһым (биотрин) алыу ысулын асып, уны ғәмәлдә ҡуллана. Был аҡһым ҡатнаш аҙыҡ етештереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Етмеш ике йәше тулғас, Ҡыуатов Башҡортостан дәүләт аграр университетына эшкә күсә, аҙыҡ-түлек тармағы өсөн өр-яңы белгеслектәр асыуҙа ҡатнаша, студенттарға лекция уҡый.

Шәжәрәңде бел...

Өфөнөң Зәки Вәлиди урамында Ҡыуатовтар йәшәгән йорттоң тап-таҙа, йәмле подъезында Эльмира Нафиҡ ҡыҙы ҡаршыланы. Был мөләйем ханымдың сибәрлеген йылдар ҙа юя алмаған. Сәйәси золом ҡорбаны булған дәүләт эшмәкәре Нафиҡ Чербаевтың ҡыҙы икәнлеге танылып тора. Яҙмышына яҙылған барлыҡ ауырлыҡ-михнәттәрҙе лә башын юғары тотоп үткәрҙе ул.
– Тормошомда Дамир осраған өсөн яҙмышыма рәхмәт. 55 йыл бергә ғүмер итеүебеҙ үҙе үк күп нәмә хаҡында һөйләй. Уның да, минең дә етешһеҙлектәр булғандыр, әммә беҙ үҙ-ара килешеп, татыу йәшәнек, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Эльмира Нафиҡ ҡыҙы. – Уны яҡшы белмәгән ҡайһы берәүҙәр йыш ҡына ауыр холҡона төрттөрә ине. Ә мин иһә Дамирҙың ыңғай яҡтарын ғына күрергә тырыштым. Мәкерле, ваҡсыл, яуыз уйлы түгел ине ул. Ә минең холҡомда иһә ундағы оптимизм, аналитик фекерләү һәләте, үҙ-үҙенә ышаныс етмәй торғайны. Ошо сифаттары мине лә үҙгәрткәндер, моғайын – үҙ-үҙемә ышанысым артты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ҡыуатовтарҙың үҙ балаһы булмай, уның ҡарауы, өйҙәренән туғандары, яҡындары өҙөлмәй.
– Дамир ағай иртә таңдан алып ҡара төнгә тиклем эштә була торғайны. Колхоз, совхоздарға, кәңәшмәләргә йыш йөрөнө. Атайым вафат булғас, мине, ул заманда ун биш йәшлек үҫмерҙе, Дамир Мөҙәрис улы ғаиләһенә алғайны. Ул мине үҙ ҡыҙындай күреп хәстәрләне, юғары белем алырға ярҙам итте. Бөтәһенә – ғаиләһенә лә, эшенә лә – ваҡыт таба ине ул, – тине уның тураһында Альвина Ҡыуатова.
Берәүҙәргә хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң өлгәшкәндәре генә лә “Тормошом уңды!” тип ғорурлыҡ менән әйтеү өсөн етер ине, бәлки. Дауалап булмаҫлыҡ сиргә һабышып, йәшәргә һанаулы ғына ваҡыт ҡалғанын белгәс тә, ул һынманы, баҙап ҡалманы, Ҡыуатовтар нәҫеленең шәжә­рәһен төҙөү, “Үткәндәргә сәйәхәт” автобиографик китабы өҫтөндә ныҡышмалы эшләүен дауам итте. Әйткәндәй, ошо китапты тулыһынса яҙып бөтөп нәшерләне, тәүге даналарын яҡындарына бүләк итеп тә өлгөрҙө. Тормош дауам итә, ул – тырыш хеҙмәттә, күп һанлы туғандарҙа, йәш быуындарҙа, Дамир Мөҙәрис улы үҙ ҡулы менән яҙған ошо китапта.
Ә быныһы инде Арыҫлан Арыҫлан­баевтың мәктәп иншаһынан юлдар: “Тыуған ил яҡындарҙан – атай-әсәйемдән, ағай-апайҙарымдан, ҡусты-һеңлелә­ремдән, туғандарымдан һәм дуҫта­рымдан башлана. Күптәр өсөн Тыуған ил атай йортонда тамырлана. Мин бәхетлемен: тыныс илдә йәшәйем, тулы ғаиләлә тәрбиәләнәм, атай-әсәйем мине ярата, иҫән-һаумын, өр-яңы яҡшы мәктәптә уҡыйым, түңәрәктәрҙә шөғөлләнәм. Атай-әсәйемдең бағлаған өмөтөн аҡлау, төплө белем алыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалам. “Белемһеҙ булырға хаҡың юҡ, һинең тамырҙарыңда данлыҡлы Ҡыуатовтар нәҫеленең ҡаны аға”, – ти өләсәйем. Бына шулай итеп “Республикама дан йырлайым” иншалар конкурсында ҡатнашыу ниәтенән “Атайыңдың ғына түгел, үҙ халҡыңдың да улы бул” тигән темаға инша яҙа башланым...
Тәрән тамырҙарына таянып ҡына ағас күркәм һәм ныҡлы булып үҫә. Тамырҙары һәм олоно ҡеүәтлерәк, ныҡлыраҡ булған һайын, ботаҡтары ла көслөрәк. Кеше лә ғаиләһенең шәжәрәһен белмәй тороп, Ватанының лайыҡлы улы була алмай. Иртәме-һуңмы һәр кешелә үҙенең, атай-олатайҙарының кемлеге, нәҫел ебенең ҡайҙан башланыуы тураһында белеү теләге уяналыр, моғайын. Өләсәйемдең һүҙҙәре күңелемдә уйылып ҡалды, тамырҙарыма, ғаиләм тарихына ҙур ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде”.
– Ваҡыт үткән һайын баҡыйлыҡҡа күскәндәрҙе идеаллаштырып ҡарайбыҙ, тигән фекер йәшәй. Бының менән ниндәйҙер дәрәжәлә килешергә лә мөмкиндер. Әммә иремде идеаль шәхес тип ҡарай алмайым. Барыһындағы кеүек үк, уның да ыңғай яҡтары, етешһеҙлектәре бар ине. Әлбиттә, матур сифаттары күберәк булды. Ситтән ҡарағанда ул ғорур, һауалы күренә торғайны. Асылда иһә Дамир Мөҙәрис улы бик яуаплы кеше ине, бүтәндәрҙән дә ошоно уҡ талап итте. Кеше үҙ мөмкинлектәрен, һәләттәрен баһалай белергә тейеш тигән фекерҙә ине ул, – тигән юлдар бар Эльмира Нафиҡ ҡыҙының яҙмаларында.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәримдең “Тыуған илем – хеҙмәте һәм уй-фекерҙәре менән еребеҙҙе биҙәргә килгән, үҙҙәренән һуң бүтәндәр тағы ла матурыраҡ сәскәләр үҫтерһен, тағы ла мөһабәтерәк ҡоролмалар төҙөһөн өсөн арабыҙҙан киткән кешеләр ул” тигән һүҙҙәре Дамир Ҡыуатов кеүек шәхестәр хаҡындалыр, моғайын.
Өфөнән йөҙҙәрсә саҡрым алыҫлыҡтағы Хәйбулла районы үҙәге Аҡъяр ауылында Ҡыуатов исемен йөрөткән урам бар. Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатовтың ихтирамлы, абруйлы шәхес булыуын берәү ҙә инҡар итә алмаҫ.

Мәүлиҙә ЯҠУПОВА,
Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.