Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Янып торған ағай ине

Ул хәбәрсе булып ҡалды.

Мәктәпте тамамлап, Учалы районының “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә эшләй башлаған мәлдә асыҡ партия йыйылышында ҡатнашырға тура килде. Партбюро секретарының отчетынан һуң көн тәртибендәге сираттағы мәсьәлә тип политинформация дәресен иғлан иттеләр. Шунда сәсен шыма итеп артҡа тараған, мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы бер ағай тороп баҫты. “Совет Башҡортостаны” гәзитенең ошо төбәктәге үҙ хәбәрсеһе Ризван Хажиев тип таныштырҙы ул үҙен. Шулай уҡ яңы ғына килеп эш башлаған икән. Йылдар үтеү менән бер редакцияла күрше бүлмәләрҙә ултырырбыҙ тип кем уйлаған...

Беренсе тапҡыр шунда күрҙем Ризван ағайҙы. Тәғәйен генә ниндәй темаға һөйләүе иҫтә ҡалмаған, ләкин үҙен ышаныслы тотоуы, урыҫса ла һәйбәт итеп һәм тапҡыр сағыштырыуҙар ҡулланып һөйләүе хәтерҙә. Беҙҙең яҡта ундай исемдәр булмағас, тәүҙә уны “Резвань” тип атай­ҙарҙыр һымаҡ ишетелде. Шуға­лырмы, исеме лә онотолмаҫлыҡ ине. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙа исемдәр­ҙең үҙенсәлекле булыуын аҙаҡ ҡына белдем.

Учалы районында эшләгәндә лә, һуңынан Өфө моторҙар берек­мәһендә хеҙмәт иткәндә лә, студент саҡтарҙа ла “Совет Башҡорт­останы” гәзитенән айырылғаным булманы һәм Ризван ағайҙың ошо төбәктән – Учалы, Белорет, Бөрйән райондарынан – яҙған ҡыҫҡа мәғлүмәттәрен дә, ҙур мәҡәлә­ләрен дә күрә һәм таныша бара инем. Ул хеҙмәтләндергән төбәк майҙаны буйынса үтә ҙур, тауҙар һәм урмандар араһында ятҡас, хәрәкәт итеүе ауыр, күп ауылдарға юлы ла юҡ тиерлек. Әммә Ризван ағай ундай ғына ауырлыҡтарҙан ҡурҡманы, уның гәзиттең тотош бер битен алып торған аналитик яҙмалары йыш донъя күрҙе. Урындағы бюрократик кәртәләрҙе йыш емереүе, проблемаларҙың хәл ителешенә ныҡышмалы өлгәшеүе үҙен дә сыныҡтыра барғандыр. Шуға күрә уның “Хәбәрсе булып ҡалам” тигән повесын ниндәйҙер дәрәжәлә автобиографик әҫәр тип тә ҡабул итәм.

...Өфөнөң иң алдынғы һәм ҡеүәтле предприятиеларының береһе булған С. М. Киров исемендәге заводында йәштәр күп, комсомол тормошо ла гөрләп тора ине. Мин, БДУ-ның икенсе курс студенты, кистәрен ошонда эшкә йөрөйөм. Бында Таһир исемле үткер бер комсоргтың ниндәй саралар үткәреүен күреп, ошо хаҡта мәҡәлә яҙырға булдым. Уны ҡайһы гәзиткә алып барырға һәм кемгә күрһәтергә лә алдан уйлап ҡуй­ғанмын: “Совет Башҡортос­таны”на һәм мотлаҡ Ризван ағайға!

Яҙғас, редакцияның партия тормошо бүлегенә килдем. Алдан һөйләшеп осрашырға ул заманда кеҫә телефондары юҡ. Ятаҡтағы уҫал вахтер апайҙың телефонынан теләгән ваҡытта шылтыратып булмай. Ә Ризван ағай йыш ҡына командировкала була. Шулай ҙа был юлы ул урынында ултыра ине. Тәбиғи, ул мине танымай. Учалы яҡтарында ла кем менән генә осрашмағандыр.

– Грамоталы яҙғанһың, маладис, – тип маҡтаны ул, минең яҙманы уҡып сыҡҡас.

– Мин бит Учалы районы гә­зи­тендә һеҙҙең политинформа­ция­ларҙы тыңлап, шулай грамота­лы­ға әйләндем, – тим, ярым шаяртып.
– Ә-ә, беҙ һинең менән күптән та­нышмы ни әле? – тип йылмайҙы ул.

Ризван ағайҙың шулай ҡанат­ландырыуы минең артабанғы яҙмышты хәл итте лә инде – журналистика юлын һайлауыма ул үҙе фатиха бирҙе. Сираттағы мәҡәләмде алып килгәс, ул мине хатта баш мөхәррир Абдулла ағай Исмәғилевкә лә таныштырырға алып ингәйне. Ә бер нисә йылдан редакцияның сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорт бүлегендә эш башланым. Башҡортостандың ул саҡта уҡ билдәле журналисы булған, публицист сифатында ла танылыу ала башлаған ағайҙың миндә матбуғатта эшләрлек һәләт барлығын самалауы, республика хәтле республика гәзитенә эшкә саҡырыуы менән ғорурландым.

Ил яҙмышы йылдар һәм айҙар ғына түгел, ә көнләп-сәғәтләп үҙгәрә барған “перестройка” заманы ине ул. Ризван Закирхан улы шул осорҙа Башҡорт­остандың Журналистар союзына етәксе итеп һайланды. Минең хәтерҙә ул ошо ижади союзы­быҙҙың иң юғары күтәрелгән, һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан һәм үҙ фекерен башҡаларға ла еткерә белгән ялҡынлы дәүере булып иҫтә ҡалған.
...Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың пленар ултырыштар залына халыҡ йыйылып бөтөп килә ине. Депутаттар, министрҙар, ойошмалар етәкселәре... Бәй, ҡараһам, нисә йыл күрмәгән Риз­ван Хажиев килеп инде. Байтаҡ олоғая төшкән, әммә ҡарашы һаман шулай үткер – мине тиҙ шәйләне.

– Ҡара һин уны, ниндәй олпат булып киткәнһең! Сибек кенә егет инең... – тип йылмайып күреште ул һәм кәңәшмә башланғансы һөйләшеп торҙоҡ. Депутаттарға лекция уҡыр­ға килгән икән. Парламентта сығыш яһарға өйрәнәһе түгел ине уға: Юғары Совет депутаты булған саҡта уҡ әленән-әле зал урта­һындағы микрофон алдына сығып баҫыуына һәм, спикерҙы бүлдерә-бүлдерә, халҡыбыҙҙы борсоған ҡырҡыу проблемалар буйынса ярһып һөй­ләүенә тотош республика шаһит.

Был фани донъялағы аҙаҡҡы йылдарын Ризван Закирхан улы Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттәге кескәй йортонда яҙыу өҫтәленән башын күтәрмәй ижад итеп үткәрҙе. Тыуған төйәгенән элек тә айырылмай йәшәй ине ул, ә үҙе яратҡан публицистика жанры буйынса һуңғы әҫәрҙәрен яҙып өлгөрөү өсөн, әйтерһең дә, тыуған тупрағына тартылып көс алған. Юҡҡа ғынамы ни был осорҙа тыуҙырған байтаҡ китаптары бала сағы һәм үҫмер йылдары уҙған Мәсетле районына ҡағылышлы. Йәмәғәтселек һәм дәүләт тарафынан нисек баһаланыуы – беҙҙең намыҫта, әммә ул үҙ халҡына ғүмеренең һуңғы көнөнә саҡлы хеҙмәт итте... Ошо йылдарҙа уға ижад өсөн шарттар тыуҙырған, хәстәрлек менән солғап алған, кәрәк саҡта дауаханаларға һалып ғүмерен оҙайтырға тырышҡан ҡатыны Клара апайға ла ифрат ҙур рәхмәт.

Ризван ағайҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә ошо көндәрҙә теүәл биш йыл тулды. Журналистиканың иң фиҙакәр, үҙенең шәхси мән­фәғәттәрен түгел, ә халҡы ихтыяжын алға ҡуйған эскерһеҙ вәкиле булып хәтеремдә уйылып ҡалған ул. Хәҙерге “бизнес-медиа” мат­буғаты заманында һәм артабан да ундай журналистар ҡабат тыумаҫтыр ҙа, моғайын. Шуны һиҙемләү Ризван Хажиев кеүек аҫыл ағай һәм апайҙарыбыҙҙы мәңгелеккә юғалтыу тойғоһон, уларҙың быуынын юҡһыныуҙы көсәйтә генә...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 129

Һайланмыш уның яҙмышы

Һайланмыш уның яҙмышы 25.12.2018 // Шәхестәр

“Тормош йәмләр затлы мәрйендер”....

Тотош уҡырға 86

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне 17.12.2018 // Шәхестәр

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тыуған яҡты...

Тотош уҡырға 158

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды 27.11.2018 // Шәхестәр

Донъяла кешене бәхетле иткән ҡыуаныслы мәлдәр була, тик тормош мәшәҡәтенә һылтанып, ҡул һелтәмәүең,...

Тотош уҡырға 169

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?”

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?” 27.11.2018 // Шәхестәр

Әҙәби тел тирәләй бәхәстәрҙә ул да ҡатнашҡан. Был һүҙҙәр “Башҡортостан” гәзитендә 1929 йылдың 5...

Тотош уҡырға 138

“Мин генийҙыр ул!..”

“Мин генийҙыр ул!..” 23.11.2018 // Шәхестәр

Сабир менән беҙ әҙәбиәткә бер мәлдәрәк килдек, шуға күрә йыш аралашып йәшәнек, дуҫтар булдыҡ. Әммә...

Тотош уҡырға 152

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы 23.11.2018 // Шәхестәр

Был исемде лә хәтер һандығыңа яҙып ҡуй, хөрмәтле милләттәш....

Тотош уҡырға 218

Һөләймәне пар ҡанаты ине...

Һөләймәне пар ҡанаты ине... 14.11.2018 // Шәхестәр

Өфөнән көнсығышҡа табан һуҙылған “М-5” федераль юлынан барыуы еңел түгел, сөнки бында хәрәкәт...

Тотош уҡырға 215

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр 09.11.2018 // Шәхестәр

Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм, Ким Әхмәтйәнов, Фәтих Кәрим...

Тотош уҡырға 178

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 06.11.2018 // Шәхестәр

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы ғорурлана. Район үҙәгендәге Батырҙар...

Тотош уҡырға 133

Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре

Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре 02.11.2018 // Шәхестәр

Халҡына инанып йәшәне Бөйөк башҡорт фольклорсыһы, атаҡлы драматург, ғалим һәм педагог,...

Тотош уҡырға 192

Ғалимдың ғилми үре

Ғалимдың ғилми үре 26.10.2018 // Шәхестәр

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы...

Тотош уҡырға 181