Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауыш килә һәр тарафтан, дуҫтарҙан, таныштарҙан...

Мостай Кәримдең йөрәге һәр кем өсөн асыҡ ине.

Шағирҙың рухи донъяһына сәфәр ҡылып ҡарарға баҙнат итеүселәр бармы икән? Улар йөрәгенә асҡыс табыу, ғөмүмән, мөмкинме? Һүҙ оҫталарын беҙ ни өсөн ҡәҙимге кешеләр рәтенә индерә алмайбыҙ? Яуапһыҙ ҡалыр ошондай һорауҙарҙың осо-ахыры күренәһе түгел. Унан һуң шағир донъяһына юлды эҙләп табаһы ла бар бит әле. Хәйер, һәр ҡайһыбыҙҙың күңеленә асҡыс Мостай ағай ҡулында, йөрәгебеҙгә ҡағыр һүҙ уның телендә ине.

Ошо бер нисә юллыҡ ҡына яҙмаларҙы ҡағыҙға төшөрөр алдынан уның Ер шарының һәр тарафына һибелгән дуҫтарын теүәлләргә (мөмкин булмаған эш!), уларҙың һынын күҙ алдына килтерергә маташып ҡараным. Ләкин көсәнеүем, ысындан да, маташыуҙан ары китмәне, сөнки шағир йәшәгән донъя икһеҙ-сикһеҙ, ул белгән, уны белгән-яратҡан кешеләр — ғәскәр!

Ошо юҫыҡтан Мостай Кәримде күп йылдар яҡын күргән оло бер кеше менән уҙған йылғы һөйләшеүебеҙҙән өҙөктәр тәҡдим итмәксемен. Әңгәмәне йәш, булдыҡлы журналист Алһыу Әһлиул­лина диктофонға яҙып, аҙаҡ ҡағыҙға төшөрөп, рәхмәт яуғыры, эшемде еңеләйтте.

Наил Кәбир улы Юнысовтың атайсалы — тиҫтәләрсә инеш һыуына ҡойоноп ятҡан Стәрлебаш районы, уның көньяҡ осона һыйынған Тәтер-Арыҫлан ауылы. Ғәжәп, әммә хәҙер 90 йәшен ашатлап, йөҙгә йөҙө менән боролған Юнысовты, һис арттырыу түгел, донъяның тиҫтәләгән илендә беләләр, үҙебеҙҙә иһә уның исем-шәрифе, хеҙмәттәре күптәргә мәғлүм түгел.

Өфөнөң Ленин урамында, “Родина” кинотеатры ҡаршыһында, баш ҡала хал­ҡының күҙенә бигүк ташланып бармаған бер бина бар.

“Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиә­тенең үҙәк офисы ошонда урынлашҡан. Атама­һынан бер ни ҡәҙәр аңғарған­һығыҙҙыр: йәмғеһе өс меңдән ашыу төрлө һөнәр кешеләрен берләштергән был предприятие илдең байтаҡ төбәгендә нефть ятҡылыҡтарын эҙләү менән мәшғүл. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында эшләй башлаған “Башнефтегеофизика”, төрлө замандарҙа төрлө атама йөрөтөп, “Татнефтегеофизика”, “Һарытау­нефте­геофизика”, “Беларусьнефтегеофизика” һымаҡ тиҫтә­ләрсә предприятиеға ғүмер биргән һәм әле булһа Рәсәйҙә ошо йүнәлештәге иң ҡеүәтле, ҙур тәжрибә туплаған ойошма һанала. Тәбиғи, был коллективтарҙа төп көс — геофизиктар. Әммә геофизик — ошо һөнәрҙең дөйөм­ләштерелгән атамаһы, шуға күрә был исем артында тармаҡта эшләгән тиҫтә­ләрсә бүтән инженер-геофизиктар, сейсмологтар, геологтар, геоморфологтар, инженер-интерпретаторҙар, опера­торҙар һ.б. тороуы ихтимал. Ғөмүмән, геофизика — геология, физика, математика, химия һәм башҡа күп фәндәрҙе бергә уҡмаш­тырған, фән менән производствоның араһында торған ғәйәт ҡатмарлы өлкә. Был турала ҡәтғи раҫлай алыуымдың нигеҙе — Башҡортостан геофизиктары һәм уларҙың “аҡһаҡалы” тураһында өс-дүрт китап авторы булыуымда.

Наил Кәбир улы Юнысовҡа әйләнеп ҡайтайыҡ.

— Һеҙҙең халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән тиҫтәләрсә йылға һуҙылған дуҫлығығыҙ тураһында республика матбуғатында хәбәр булғаны хәтерҙә юҡ. Ҡайһы берәүҙәр әҙип менән юл ыңғай күрешеп китһә лә, әллә кем булып йөрөр ине. Ә һеҙ...

Наил Юнысов:
— Ниңә, Мостафа Сафа улы дәрәжә­һендәге яҙыусы менән бер осрашыу ҙа күңелдә оҙаҡҡа ҡалыуы ихтимал. Шағир иһә кеше күңеленә юлды тиҙ табыу һәләтенә эйә ине. 50-се йылдарҙың уртаһы. “Башнефтегеофизика” тресы­ның Борай районында эшләгән сейсмик партияһы етәксеһе булып йөрөйөм. Көтмәгән-уйламағанда, йәй мәлендә, беҙгә ҡатыны менән Мостай Кәрим килеп төш­мәһенме! Ғәжәпләндек! Баҡтиһәң, хужа­лыҡ эштәре буйынса урынбаҫарым Мәрһәм Усмановтың хәләл ефете Мос­тайҙың ҡатынының апаһы икән. Рәтләп ебәрелгән минең эш үҙ яйы менән бара, шуға күрә Кәримовтарҙы Борайҙан өс-дүрт көнһөҙ ебәрмәнек. Шул мәлдә шағирға эҫенеп өлгөрҙөм шикелле. Йөрәктәр бер теләк менән типкәндә, танышлыҡ менән дуҫлыҡ араһы алыҫ та түгел икән.

— Һеҙ, өс меңдән күберәк кеше эшлә­гән ҙур предприятиеның етәксеһе, йәш­тән геофизик һөнәрен үҙ иткәнһегеҙ. Ә был, аңлауымса, бик етди өлкә. Унда рациональ фекер йөрөткән кешеләр эшләй. Әҙиптәр иһә — хис донъяһы кешеләре. Шуны уйлағанда, Мостайҙа һеҙҙе нимә ылыҡтырҙы икән? Ниндәй сифаттары өсөн уны хөрмәт иттегеҙ?

Наил Юнысов:
— Күңеле йомарт ине бит. Ул — яҙыу­сы, мин — инженер. Эшемдең әҙәбиәткә, театрға һис кенә яҡынлығы юҡ, ләкин быныһы ла, тегенеһе лә минең өсөн ят түгел. Үҫмер, йәш сағымда китаптан айы­рыла алмай торғайным, шәмде оҙаҡ яндырып, кәрәсинде тәләфләгән өсөн эләккеләне лә. Ул йылдарҙа башҡорт, татар телдәрендәге китаптар ҡулымдан төшмәне. Русса ул саҡ тома наҙан инем бит.

— Һеҙгә Мостай ағайҙың әҫәрҙәрен уҡырға насип иттеме? Уның пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙе ҡарай алдығыҙмы?

Наил Юнысов:
— Бөтөн китаптарын да уҡып сыҡ­ҡанмындыр ул. Ә бына театрға йөрөргә ваҡыт етеңкерәмәне.

— Мостай Кәрим — һуғыштан тәне лә, йәне лә өҙгөләнеп ҡайтҡан кеше. Уның тәнендәге тәрән яра эҙҙәрен күреп тетрәнгәйнем. Ул һеҙгә һыҙланыуҙары, йәрәхәттәре тураһында һөйләгәне булдымы?

Наил Юнысов:
— Һис ҡасан да.

— Байтаҡ ваҡыт таныш булһаҡ та, хатта бер йортта йәшәһәк тә, ағай үҙ яҙмышының был яғына ҡағылманы. Ғәжәйеп тыйнаҡлыҡ та, сабырлыҡ та бит инде был. Хәйер, 80-се йылдарҙа тормоштоң аҫты-өҫкә килә башлағас, әхлаҡһыҙлыҡ, бәйһеҙлек боғаҙҙан алғанда, ул әрнеүҙәрен һеҙгә һиҙҙер­ҙеме?

Наил Юнысов:
— Үҙем дә әле булһа шуға хайран ҡалам. Ул илебеҙ, хакимлыҡ тураһында дорфа һүҙҙәр һипкән кеше түгел ине. Дәүләтте, власты тәнҡитләп, лаф ороп йөрөмәне. Мостайҙың хәстәрҙәре бүтәнсә ине, шағирҙы һәр ваҡыт халҡының хәле ҡыҙыҡһындырҙы. Уйҙарыбыҙ яҡын уҡ булһа ла, беҙ сәйәси темаға оронманыҡ.

— Мин Мостай Кәримдең һуңғы йылдарында яҙған шиғырҙарын ҡабат-ҡабат уҡыйым. Әүәлгеләре менән сағыштырып ҡарағанда, яңғыраштары ныҡ ҡына үҙгәргән. Бойоғоу, халҡыбыҙ, дәүләтебеҙ яҙмышы тураһында борсолоу бүтән тойғоларҙы күмеп китә. Рауза апайҙы юғалтыу ҡайғыһы ла өҫтәлгәндер. Ҡатыны гүр эйәһе булғандан һуң ул, үҙе әйтмешләй, рухы менән “әллә һүнде, әллә күнде”. Һыҙланыуҙарын, кисереш­тәрен, дуҫы булараҡ, һеҙгә еткер­мәнеме? Әллә был хаҡта һөйләшергә сәбәп табылманымы?

Наил Юнысов:
— Сәбәптәре булғандыр инде, ниңә булмаһын? Йыш ҡына осраша инек, ләкин, хәҙер күреүебеҙсә, сетерекле мәсьәләләрҙе урап үткәнбеҙ икән.

— Совет осоронда яҙыусыларҙы, айырыуса йәштәрҙе предприятиеларға ижади командировкаға ебәреү ғәҙәте бар ине. Быға миҫалдар күп. “Башнефтегеофизика”, әлбиттә, ул йәһәттән йомоҡ, ләкин нефтселәр ҙә бар бит әле. Әнүәр Бикчәнтәевтең Нарыштауҙа, Рәшит Солтангәрәевтең “Өфөнефть”тә йыллап эшләгәне әле лә хәтерҙә. Үҙем дә Белоретта йәшәгәнемдә металлургтар эргәһенән ҡайтып инмәй торғайным. Мәҫәлән, ҡороссолар, суйынсылар, сым һуҙыусылар нисек эшләй? Мөғжизә бит инде. Әҙиптәр, журналистар эшселәр араһында йышыраҡ булһын ул, ижадҡа бынан файҙа ғына.

Наил Юнысов:
— Дөрөҫ һүҙгә оторо тороп булмай инде.

— Мостайға ла, һеҙҙең кеүек үк, донъя­ның һәр тарафында булырға тура килгән. Ошо сәфәрҙәр, тәбиғи, уның әҫәр­ҙәрендә лә сағылыш тапҡан. Һеҙ ҙә хәтерләүҙәрегеҙҙә, бигүк төпкә төш­мәй, Һиндостанда, Мысырҙа эштең нисек ойошторолғаны тураһында яҙған­һығыҙ. Шулай уҡ Франция, АҠШ, Канада һәм бүтән илдәр менән бәйләнеш хаҡында ла байтаҡ һүҙ бар. Улар техно­ло­гия­ларға, эште ойоштороуға, хеҙмәт кеше­ләре өсөн ниндәй шарттар булдырыуға ҡағыла. Унан аҙаҡ хәтһеҙ ғүмер үткән. Һеҙҙең ҡарашҡа, илебеҙҙең хужалыҡ итеүендә ниндәй үҙгәрештәр күренде? Сит илдәрҙә һеҙ совет халҡына кире мөнәсәбәт тойҙоғоҙмо?

Наил Юнысов:
— Һис ҡасан да. Төрлө дәүләттә, төр­лө кешеләр менән аралаштым, иллә Советтар Союзы тураһында насар һүҙ ишетмәнем. 1979 йылда илебеҙ геофи­зикаһының иң һәләтле биш белгесе Америкала булған саҡта беҙҙе күтәреп тигәндәй йөрөттөләр. Бөтәһен дә күрһәттеләр, барыһын да һөйләнеләр.

— Үрҙәрәк әйтелгән фекергә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. “Үҙгәртеп ҡороу” тигән ғәлә­мәт башланғас, Мостай Кәрим өсөн һуғыштан ҡала йәнә бер әрнеү килгән­дер. Әҫәрҙәрендә бошоноу, дуҫтарын юғалтыу ҡайғыһы, әхлаҡһыҙлыҡтан, алдыҡ, ике йөҙлөлөк, ҡомһоҙлоҡ, ҡәбә­хәтлек күренештәренән әрнеү ярылып ята. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған кеше булараҡ, әйтегеҙ әле, Наил Кәбир улы, әлеге күренештәр осраҡлы ғынамы, әллә тамырҙары тәрәндәме?

Наил Юнысов:
— Төшөнкөлөктөң сәбәбе, бәлки, Рауза апайҙы юғалтыу менән бәйлелер, сөнки ул киткәс, Мостайҙың күңеле күп нәмәгә һүрелгән һымаҡ булды. Был — шәхси күҙлектән ҡарағанда. Ә, дөйөм алғанда, дәүләтебеҙҙең Көнбайыш менән йөҙгә-йөҙ килеүе... Шағир йөрәге, бәлки, шуға ла һыҙланғандыр? Нисек кенә булмаһын, ошоларҙың барыһы ла уның ижадында сағылмай ҡалманы.

— Наил Кәбир улы, һеҙҙе Башҡорт­остандың халыҡ шағиры менән ни бары туғыҙ йәш кенә айыра. Тарих өсөн керпек һирпкән ара ғына инде, ләкин шәхес өсөн — хәтһеҙ. Һеҙ — ауыр хеҙмәт, эҙлә­неүҙәр, борсолоуҙар тулы ғүмер кисергән кеше. Олоғайғас, һеҙгә бүтән ҡиммәттәргә инанған, башҡа нәмәләрҙе өҫтөн ҡуйған бәғзе йәштәр менән дә осрашырға тура килде. Ошо турала йыйып ҡына әйткән фекерегеҙҙе ишетке килә. Илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың килә­сәгенә Мостай Кәрим ышанған һымаҡ ышана алаһығыҙмы?

Наил Юнысов:

– Ышанам. Рәсәй ниндәй генә һынауҙар аша үтмәне — быныһын да атҡарырбыҙ ул.

...Даһи шағирыбыҙ тураһындағы һүҙгә һис тә нөктә ҡуйғы килмәй. Шәхси архивымда Мостай Кәримдең Башҡортос­тандың элекке етәкселәренең береһе Зыя Нуриев тураһында хәтерләүҙәре, күренекле рус яҙыусыһы Михаил Чвановҡа яҙған хаты һаҡлана. Улар, әйҙә, алдағы һөйләшеүҙәргә ҡалһын.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 129

Һайланмыш уның яҙмышы

Һайланмыш уның яҙмышы 25.12.2018 // Шәхестәр

“Тормош йәмләр затлы мәрйендер”....

Тотош уҡырға 86

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне 17.12.2018 // Шәхестәр

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тыуған яҡты...

Тотош уҡырға 158

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды 27.11.2018 // Шәхестәр

Донъяла кешене бәхетле иткән ҡыуаныслы мәлдәр була, тик тормош мәшәҡәтенә һылтанып, ҡул һелтәмәүең,...

Тотош уҡырға 169

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?”

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?” 27.11.2018 // Шәхестәр

Әҙәби тел тирәләй бәхәстәрҙә ул да ҡатнашҡан. Был һүҙҙәр “Башҡортостан” гәзитендә 1929 йылдың 5...

Тотош уҡырға 138

“Мин генийҙыр ул!..”

“Мин генийҙыр ул!..” 23.11.2018 // Шәхестәр

Сабир менән беҙ әҙәбиәткә бер мәлдәрәк килдек, шуға күрә йыш аралашып йәшәнек, дуҫтар булдыҡ. Әммә...

Тотош уҡырға 152

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы 23.11.2018 // Шәхестәр

Был исемде лә хәтер һандығыңа яҙып ҡуй, хөрмәтле милләттәш....

Тотош уҡырға 218

Һөләймәне пар ҡанаты ине...

Һөләймәне пар ҡанаты ине... 14.11.2018 // Шәхестәр

Өфөнән көнсығышҡа табан һуҙылған “М-5” федераль юлынан барыуы еңел түгел, сөнки бында хәрәкәт...

Тотош уҡырға 215

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр 09.11.2018 // Шәхестәр

Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм, Ким Әхмәтйәнов, Фәтих Кәрим...

Тотош уҡырға 178

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 06.11.2018 // Шәхестәр

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы ғорурлана. Район үҙәгендәге Батырҙар...

Тотош уҡырға 133

Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре

Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре 02.11.2018 // Шәхестәр

Халҡына инанып йәшәне Бөйөк башҡорт фольклорсыһы, атаҡлы драматург, ғалим һәм педагог,...

Тотош уҡырға 192

Ғалимдың ғилми үре

Ғалимдың ғилми үре 26.10.2018 // Шәхестәр

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы...

Тотош уҡырға 181