Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һайланмыш уның яҙмышы

“Тормош йәмләр затлы мәрйендер”.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры фойеһы, залы халыҡ менән тулы. Республиканың төрлө төбәктәренән генә түгел, Силәбе өлкәһенән, Мәскәү ҡалаһынан да ҡунаҡтар килеп төшкән. Һәр кемдең ил инәһе, мәғрифәтсе Мәрйәм Бураҡаеваға үҙ һүҙен әйткеһе, рәхмәтен еткергеһе килә.

Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡолов башҡарған “Урал” көйө менән башланып киткән кисә аҙағынаса ошо юғары нотала, милли тойғолар, башҡорт рухиәте менән һуғарылып барҙы. З. Исмәғилев исе­мендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡурайсылар, Н. Сабитов исемендәге балалар музыка мәктәбе ансамблдәре байрамды милли көйҙәребеҙ менән дауам итте. Ошо моңдар оҙатыуында сәхнәгә Мәрйәм апайҙың үҙен саҡырҙылар.

Бына ул – милләте өсөн биш бала тәрбиәләп үҫтергән башҡорт ҡатыны Мәрйәм Бураҡаева. Уны ҡотларға был көндә сәхнәгә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, республиканың мәғариф министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Мәғариф министрлығының бүлек начальнигы Розалия Сафиуллина, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Баймаҡ, Әлшәй, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез райондарының хакимиәт вә­килдәре күтәрелде. Һәр береһе телмәрендә рәсми һүҙ һөйләп, ҡағыҙҙан фекерен еткереп торманы. Һәр сығыш ил инәһенә олуғ ихтирам менән һуғарылғайны.

Ғалим, яҙыусы Рәшит Шәкүр әйткәнсә, Мәрйәм Бураҡаеваның ғүмер юлы үҙе йәшәгән осор башҡорт халҡының яҙмышы менән тығыҙ бәйләнгән, шуға ла уның хаҡында һөйләгән һәр кеше милли ваҡиғалар тураһында ла бәйән итте. Яҙыусы Ғәлим Хисамов иһә Мәрйәм Сабирйән ҡыҙына иҫәпһеҙ-һанһыҙ уҡыу­сылары исеменән рәхмәтен еткерҙе. Сығыштар араһында Фәнүр Тоҡомбәтов, Лилиә Ҡолмөхәмәтова, Нәғим Нуриманов тарафынан башҡарылған халыҡ йырҙары, “Ятаған” төркөмөнөң моңдары әҙибәнең тормош юлы хаҡындағы уйҙарға сорнаны. Диҡҡәт Бураҡаев менән бергә ҡорған матур тормоштарының оҙаҡҡа бармауы берсә һағыштарға һалды, берсә үҙәктәрҙе өҙҙө. Нисек ҡарап үҫтерҙе икән Мәрйәм апай биш балаһын бер үҙе?!. Етмәһә, йәм­ғиәттәге күпме эштәр, яңы идеялар, милли хәрәкәттәге ғәмәлдәр... Һанай китһәң, Мәрйәм Бураҡаева күтәреп сыҡҡан күпме милли идея бөгөн халҡыбыҙ араһына инеп киткән.

Зәйнетдиновтар ғаиләһенең сығышы сараға айырым бер йәм өҫтәне. Тап ошондай ғаиләләрҙең милләт тотҡаһы булыуы хаҡында һөйләй бит Мәрйәм Бураҡаева. Мәскәүҙән Зәбиҙә Хажиеваның “Ҡумыҙ сыңы” бейеүе (ҡуйыусыһы – хореограф Йәмилә Бикбаева) кисәне биҙәп ебәрҙе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина Мәрйәм апайға тап­шырған Р. Ҡушаева исемендәге “Милләт әсәһе” миҙалы ҡайһылай килешә апайыбыҙға!

“Йәйләү” башҡорт балалары өсөн тәғәйенләнгән лагерь тураһында Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин әйткән һүҙҙәргә һәр башҡорт ғаиләһе ҡушыла алыр ине, сөнки тап ошо лагерҙан балалар милли тойғо менән берләшеп ҡайта. Кешегә педагогик хистәр, һәләт Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгәненә үҙем дә шаһит булдым. Уртансы улым “Йәйләү”ҙә булып ҡайтҡандан һуң, һәр эште, хатта һөйләгән һүҙен ундағы тәртиптәр менән сағыштыра башланы. Ә Мәрйәм Бураҡаева беҙҙең ғаилә ағзаһына әйләнде: “Мәрйәм инәй шулай тип әйтте, Мәрйәм инәй “башҡортса бына ошолай һөйләшегеҙ” тине, Мәрйәм инәй һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенә баҫым яһағыҙ, тип әйтте!” – тип мине тәрбиәләне улым. Белмәйем, ул йөҙҙәрсә, меңдәрсә балаға Мәрйәм инәй нисек йоғонто яһағандыр, әммә “Йәйләү”ҙә булған һәр бала уны яратып телгә ала, һағына, рухташы, дуҫы итеп таный! Ҙур рәхмәт, Мәрйәм апай, ошо милли тойғо өсөн!

“Башҡортостан ынйылары” конкурсын да ҙур милли сара кимәленә күтәрҙе уҡытыусылар, уҡыусылар. Ул хаҡта Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Солтанғолов ентекләп һөйләне. Йырсылар Лилиә Ишемйәрованың, Заһир һәм Рәфис Иҫәнсуриндарҙың сығышы яҡташтар сәләме булараҡ ҡабул ителде.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән сығыш яһаған ғалим Фәнил Күзбәков, халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова мәғрифәтсе, яҙыусы, йәмәғәтсе Мәрйәм Бураҡаеваның ижадына, эшмә­кәрлегенә тулы анализ, баһа бирҙе. Шағирәләрҙең сығышына Мәрйәм апай, һәр ваҡыттағыса, үҙе идея тәҡдим итте: һәр әҙибә күренекле башҡорт ҡатынына арнап шиғыр яҙырға һәм уларҙың исемдәрен сәхнәгә алып сығырға тейеш. Тамара Ғәниева, Тамара Юлдашева, Земфира Аҡбутина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Ғәлиә Кәлимуллина, Зөлфиә Ханнанова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Айгөл Йәмилева, Гөлнур Ҡыуатова – һәр беребеҙ Һомайҙан башлап Мәрйәм апайҙың үҙенә килеп бәйләнгән рухи ептең юғалмауын күрһәтерлек сығыш тәҡдим иттек.

“Арғымаҡ” төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов үҙ сығышында төркөмдәрен тап Мәрйәм Бураҡаева китабының исеме буйынса алыуын әйтте, төркөм сарала ҡатнашыусыларға заманса милли йырҙар бүләк итте.

Көслө халыҡ ҡына Мәрйәм Бураҡаева кеүек ҡатын-ҡыҙҙарын үҫтерә ала, минеңсә. Уйлап ҡараһаң, шаҡ ҡатырлыҡ бит, үҙеңдекеләрҙән тыш, тотош башҡорт донъяһы балалары өсөн “Тормош һабаҡтары” дәреслеген яҙ, “Йәйләү”ҙә уларҙы тәрбиәлә, “Арғымаҡ”ҡа ултырып, “Милләтеңә хеҙмәт ит!” тип осороп ебәр. Быны эшләгән кеше милләтебеҙҙә берәү генә, ул – Мәрйәм Бураҡаева!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 34

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 141

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне

Илһөйәр уҙаманды ил тәбрикләне 17.12.2018 // Шәхестәр

Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, тыуған яҡты...

Тотош уҡырға 167

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды

Яҡты эҙе, йөрәк йылыһы ҡалды 27.11.2018 // Шәхестәр

Донъяла кешене бәхетле иткән ҡыуаныслы мәлдәр була, тик тормош мәшәҡәтенә һылтанып, ҡул һелтәмәүең,...

Тотош уҡырға 175

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?”

“Кем ул Сәғит Мерәҫов?” 27.11.2018 // Шәхестәр

Әҙәби тел тирәләй бәхәстәрҙә ул да ҡатнашҡан. Был һүҙҙәр “Башҡортостан” гәзитендә 1929 йылдың 5...

Тотош уҡырға 147

“Мин генийҙыр ул!..”

“Мин генийҙыр ул!..” 23.11.2018 // Шәхестәр

Сабир менән беҙ әҙәбиәткә бер мәлдәрәк килдек, шуға күрә йыш аралашып йәшәнек, дуҫтар булдыҡ. Әммә...

Тотош уҡырға 157

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы

Хәлим Әмиров – башҡорт халҡының арҙаҡлы улы 23.11.2018 // Шәхестәр

Был исемде лә хәтер һандығыңа яҙып ҡуй, хөрмәтле милләттәш....

Тотош уҡырға 223

Һөләймәне пар ҡанаты ине...

Һөләймәне пар ҡанаты ине... 14.11.2018 // Шәхестәр

Өфөнән көнсығышҡа табан һуҙылған “М-5” федераль юлынан барыуы еңел түгел, сөнки бында хәрәкәт...

Тотош уҡырға 218

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр

Күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр 09.11.2018 // Шәхестәр

Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ғәлимов Сәләм, Ким Әхмәтйәнов, Фәтих Кәрим...

Тотош уҡырға 184

Батырҙар исеме үлемһеҙ

Батырҙар исеме үлемһеҙ 06.11.2018 // Шәхестәр

Көйөргәҙеләр үҙҙәренең ҡаһарман яугирҙәре менән хаҡлы ғорурлана. Район үҙәгендәге Батырҙар...

Тотош уҡырға 138

Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре

Мөхәмәтша Буранғолов мәктәптәре 02.11.2018 // Шәхестәр

Халҡына инанып йәшәне Бөйөк башҡорт фольклорсыһы, атаҡлы драматург, ғалим һәм педагог,...

Тотош уҡырға 198

Ғалимдың ғилми үре

Ғалимдың ғилми үре 26.10.2018 // Шәхестәр

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында күренекле әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы...

Тотош уҡырға 183