Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дандың төбө — хөрмәт
“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер оҙонлоғо ла, шулай уҡ йәшәлгән йылдар, хатта үткән юлдар менән генә самаланмайҙыр. Уның үлсәмдәре башҡа, һәлмәклеге лә бүтәнсәрәк: башҡарылған эштәр, һәр беребеҙҙән ҡала торған эҙ, замандаштарыңда һәм килер быуындарҙа һаҡланыр хәтер — ошолар, минең ҡарашҡа, мөһимерәктер.

Һүрелмәҫ дандары ҡалды

Хәтер тигәндәй... Хеҙмәт Герой­ҙары тураһында кәлимә һүҙ әйтә­йем тип алдыма ҡағыҙ һалдым да ни сәбәптәндер баҙағандай булдым. Хәйер, быныһы ла тәбиғи бит инде. Һигеҙ йыл самаһы эле­герәк нәшерләнгән “Герои труда” тигән китаптың сәхифәләрен аҡ­тарған һайын, әйтеп аңлата алмаҫ­лыҡ көс мине йәшлек йылдарына ҡабат ҡайтарғандай. Һәр биттән тиерлек таныш йөҙҙәр, Мостай ағай әйткәнсә, “шат, өмөтлө, моң­һоу күҙҙәр” миңә әле лә һынам­сыл ҡарай. Күңелем һиҙә, улар хә­бәр­сегеҙҙе үҙҙәре менән икмәк ты­уыр баҫыуҙарға, йәһәннәм тө­бөн­дә мөлкөлдәгән нефтте һурған ҡоролмалар эргәһенә, сырхауҙарға йән өрөргә тырышҡан табиптар, иҫкергән йорт-ерҙе бөтәйтәм тип бил яҙмаған төҙөүселәр, бөгөнгө сабый иртәгә аң-белемле кеше булып йәшәһен өсөн йән атҡан мөғәл­лимдәр янына алып китмәксе. Һеҙ­ҙең араға йәнә бик әйләнеп ҡайтыр инем дә, күптәрегеҙ фани донъяны ҡалдырып киткән. Беҙгә телебеҙҙән төшмәҫ исемдәрегеҙ, һүрелмәҫ данығыҙ ҡалды. Ә инде рәхмәтле хәтеребеҙ — үҙебеҙ менән.

Хәтер тигәндән. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарының башы. Университетта белем эстәйбеҙ. Мө­ғәл­лимебеҙ буйсан, ыҫпай кейемле, күпереп торған мыйыҡлы Закир Шакир улы Шакиров булып сыҡты. Ағайыбыҙ оло, аҙаҡтан иҫәп­ләүемсә, беҙҙең алға килеп баҫҡанда һикһәненсе йәшен башлап торған сағы. Атаҡлы мәғри­фәт­се-педагог, башҡорт тел ғи­леменә нигеҙ һалыусыларҙың бе­ре­һе тигән исеме бар. Ҡазандағы “Мөхәммәдиә” мәҙрәсәһендә Ғаб­дул­ла Туҡай менән бергәләп һабаҡ алған, торараҡ Мәскәүҙә А.М. Шанявский атлы либераль ҡарашлы мәғариф эшмәкәренең матди ярҙа­мы менән эшләүсе халыҡ университетын тамамлаған. Әйткән­дәй, ошо уҡыу йортона белемгә һыуһа­ғандарҙы, миллә­тенә, сәйәси ҡа­раш­тарына, енесенә илтифат бир­мәй, иркен үк ҡабул итә килгәндәр.

Закир Шакир улының артабанғы оҙайлы һәм емешле эшмәкәрлеге тураһында айырым китап яҙырлыҡ та бит... Ағайға 1928 йылда Баш­ҡортостанда тәүгеләрҙән Хеҙ­мәт Геройы исеме бирелгән. Шу­ныһы йәнә лә күсәгилешлек ҡанун­дарын раҫлаймы икән, атаһынан 63 йылға ҡала, 1981 йылда, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә Закир ағайҙың улы, Миҙхәт Шакиров, лайыҡ тип табылған.

Халыҡ бар ерҙә батыр бар

Ир-аттың егетлеге яуҙа, гүзәл­дәребеҙҙең хеҙмәт ҡаһарманлығы цехтарҙа йә фермаларҙа ғына кү­ренә, тип раҫлау ысынбар­лыҡ­ҡа хилаф ҡылыу булыр ине. “Халыҡ бар ерҙә батыр бар” тип тик­то­малға ғына әйтмәгәндәр. Баш­ҡорт­остан да йөҙҙәрсә егәрле, намыҫ­сан, башҡарған һәр эшен дәүләт алдындағы яуаплылыҡ дәрәжәһенә күтәрә алған кешеләргә ҡанат биргән. Гәзит битенең сикләнгән булыуы хеҙмәт ҡаһармандарының, исмаһам, исем-шәрифтәрен һанап сығыу форсатын да бирмәй.

Хаталанмаһам, респуб­лика­быҙҙа Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен тәүге булып Василий Петрович Баландин алған. Кем һуң ул? Сурыта китһәң, һүҙ оҙаҡ, ҡыҫҡа ғына итеп әйткәндә, мәсьәлә шулай. Василий Петрович Мәскәү өлкәһендә тыуған, һөнәре менән тимер юл транспорты инженеры. Уның Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге тормош-көнкүрешенә ҡағыл­май ғына әйткәндә, был егеттең тәржемәи хәлендәге төп урын Өфө моторҙар производство берекмәһе менән бәйле. 1941—1946 йылдар араһында Баландин СССР авиация сәнәғәте халыҡ комиссары урын­баҫары — Өфө моторҙар заводы директоры вазифаһында эшләй, һуғыш осоронда предприятие хәрби “Як-3”, “Як-9”, “Пе-2”, “М-105” һәм бүтән бихисап самолеттар өсөн моторҙар эшләй. Фиҙакәр хеҙ­мәткә ихтирам билдәһе булып, ди­ректорҙарҙың тантаналы мәлдәрҙә генә кейә торған пинжәген дүрт Ленин ордены, өс Хеҙмәт Ҡы­ҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары биҙәй. 1945 йылдың 16 сен­тябрендә, Бөйөк Ватан һуғышына тамам нөктә ҡуйыл­ғас, инженер-авиация хеҙмәте генерал-майоры Василий Петрович Баландинға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. Мәскәү янында тыуып, Өфөлә бөйөклөк үрҙәренә күтә­релеп, баш ҡалала юғары вази­фаларҙа эшләп, 69 йәшендә донъя­ны ҡалдырған даһи аҡыллы рус кешеһе башҡорт иле өсөн дә үҙ улы ине. Әйткәндәй, Өфөлә бульвар уның исемен йөрөтә.

Баш ҡаланан Белорет яғына, йәғни, бындағылар әйтмешләй, Ҡа­тай иленә тип сыҡһаң, юл Архангел тирәләрендә үк тау ҡыҫалан­дарына инеп сума. Сума тигәс тә, был тау-таш, йылғалар, урман донъяһында уҙған быуаттың 70-се йылдарында хәрбиҙәр көсө менән һалынған тигеҙ юл берсә сираттағы артылышҡа осоп күтәрелә, йәки, тын тартып та өлгөрмәйһең, текә тау тирәһендә өйөрөлә башлай. Айҙырҙаҡ һыртын — уңда, Аҡбулаҡ арҡаһын һул ҡулда ҡалдырып, Елмәрҙәк тауына ынтылайым ғына тигәндә, оло юлдан айырылған тармағы ла, Йөйәк йылғаһы ла ҡырт ҡына Инйәргә ҡарай борола. Ошонда, ике йылға ҡауышҡан урында, боронғо ла, матур ҙа Йөйәк ауылын табырһығыҙ.

Бик күп йылдар әүәл яҙған очерктарым геройҙарының береһе ошо ауылда буй еткергән, ғәжәйеп мөләйем йөҙлө, башҡорт ҡатын­дарында ғына була торған баҫалҡы тәбиғәтле Сәғиҙә Һашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова ине. Элек, йәш-елкенсәккә тиҙерәк һөнәр биреү маҡ­сатында, фабрика-завод мәктәптәре эшләй торғайны. Сәғиҙә апай, ошонда уҡып сыҡһа ла, Белорет металлургия комбинатында бер ни ҡәҙәр эшләгәс, Донецк өлкәһендәге Харцызск комбинатында күнекмә үтә. Баҡтиһәң, унда ҡорос арҡан үреү менән иртәрәк шөғөлләнә башлағандар икән. Үҙ предприятиеһына әйләнеп ҡайтҡас, Сәғиҙә Һашим ҡыҙы эшенә уғата дәртләнеп тотона. Өҫтәмә план, социалистик йөкләмәләр һымаҡ шалтырауыҡлы төшөнсәләр ысынлап кешеләрҙе ҡанатландырғанмы, уныһы инде икеле, әммә Мөхәмәт­диноваға шәхсән ҡағылышлы бер-ике генә миҫал килтерәйем.

Унынсы биш йыллыҡта ҡорос арҡан үреүсе ете йыл нормаһын үтәгән, йәғни бер миллион метр урынына миллион 800 мең метр үрмес биргән. Был оҙонлоҡтағы канат үрмесен күҙ алдына килтереп тә булмай. Ә Йөйәк ҡыҙы, нормала ҡаралғанса, өс машинала түгел, 8-10 машинала эшләй торғайны. Герой булдым, шөһрәттең Елмәр­ҙәктән дә бейегерәгенә күтәрелдем тип, Сәғиҙә апайҙың танау буйына ҡарап йөрөгәнен, шөкөр, күрмәнем. Ул дан татыған күптәр һабаҡ алырлыҡ ябай, күңеле ололарға ла, йәштәргә лә асыҡ ине.

Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов тураһында ҡәләмдәштәрем күп яҙҙы. Уның һымаҡ кешеләр хаҡын­да ни генә тиһәң дә аҙ һымаҡ. Минең өсөн, мәҫәлән, Тәлғәт ағай ысын мәғәнәһендә легенда ине. Рахмановты илаһи сүрәттә күреүе­беҙгә, әлбиттә, Илеш районының тиҫтәләрсә йылдар һәр йәһәттән өлгө булыуы сәбәпселер. Тәлғәт Лотфулла улын Илеш тупрағы, Нәже һыуы, ә иң мөһиме — Илеш халҡының ғәжәйеп эшсәнлеге, ошо фани донъяла Кеше булып йәшәүгә ынтылышы үҙенә мәңгелеккә бәйләне.

Батырлыҡ, алтын кеүек, баһаһын юғалтмай

Гәзит уҡыусыларға хәҙер һора­уым бар. Һеҙ егерме ике йәшендә Социалистик Хеҙмәт Геройы булып өлгөргән мосолман ҡатын-ҡыҙҙа­рынан берәйһен беләһегеҙме? Онотһағыҙ, хәтерегеҙҙе яңырта­йым. Ул — Туймазы районының Ҡандра-Ҡотой ауылы ҡыҙы, сусҡа фермаһында эшләгән Рәмзиә Ғәйфуллина. Ошо йәш ҡатындың уңышҡа нисек өлгәшеүе тураһында тәфсирләп һөйләүҙең, бәлки, кәрәге лә юҡтыр. Мәгәр эште үҙеңдеке тип, бар ихласлығыңда һалып эшләгәндә, Рәмзиә Мөҙәрис ҡы­ҙына тиңләшерлек кешеләр та­былмаҫ тимә. Башҡортостан Хөкүмәтенә егерме дүрт йыл етәкселек иткән Зекериә Аҡназаров ағай рус телендә нәшерләнгән “Время. Люди. Мысли” тип аталған китабында Рәмзиә Ғәйфуллина тураһында бына ни тип яҙған: “Был ҡатын рухының ҡеүәтен бер факт ҡына ла раҫлай. Йәше китеп барһа ла, өс бала әсәһе булһа ла, ул Аксен ауыл хужалығы техникумының көндөҙгө бүлегенә инде, өс йыл тигәндә, уны тамамлап, зоотехник-селекционер дипломын алды”.

Хәтер баһалап бөткөһөҙ хазина икән. Ул ҡәҙерле исемдәрҙе, ихлас яратҡан һындарҙы һис кенә лә оноттормай. Һеҙ нисектер, әммә мин Бүздәк, Туймазы яҡтарына юл төшһә, Хәтмулла ағай Солтановты күҙ алдына килтерәм. Яу юлдарында Хәтмулла Аҫылгәрәй улы Дан ордендарының тулы кавалеры булған, тыныс тормошта ул Социалистик Хеҙмәт Геройы ине. Баймаҡҡа барһам, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙа Риза Хажиәхмәт улы Яхин Ырымбур яғының мәшһүр ком­байнсыһы Василий Макарович Чердинцев менән кем­уҙарҙан иген уралыр тип, уларҙы эҙләй башлайым.

Социалистик Хеҙмәт Геройы башҡорт Риза Яхиндың ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, рус кешеһе Чердинцев менән сәм­ләнешеп эшләүе һәм ирҙәрсә дуҫлығы китаптарға һыймаҫлыҡ тарих булып ҡалды.

Мостай ағай “Ҡыҙынмайыҡ батҡан ҡояшҡа беҙ,/ Мауыҡмайыҡ үткән эш менән” тип иҫкәртһә лә, батырлыҡ, алтын кеүек, баһаһын да юғалтмай, онотолмай ҙа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Янып йәшәлгән ғүмер

Янып йәшәлгән ғүмер 26.03.2019 // Шәхестәр

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ....

Тотош уҡырға 90

Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 69

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 132

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2481

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 114

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 120

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 108

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 326

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 354

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 306

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 325

Һайланмыш уның яҙмышы

Һайланмыш уның яҙмышы 25.12.2018 // Шәхестәр

“Тормош йәмләр затлы мәрйендер”....

Тотош уҡырға 252