Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Янып йәшәлгән ғүмер

Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ.

Кешелек донъяһында, арҙаҡлы шәхестәренә ҡарап, милләткә ихтирам йәшәп килә, сөнки халыҡтың халыҡ булараҡ булмышын, милли йөҙөн тәү сиратта улар билдәләй, мәртәбәһен улар күтәрә.

Бөгөнгө әңгәмә тап шундай хөрмәтле шәхестәребеҙҙең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре, философия фәндәре докторы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Фәниә ДӘМИНДӘРОВА менән.

“Бурысым – милләтемә хеҙмәт итеүҙә”

– Фәниә Вәли ҡыҙы, һеҙҙең менән студент саҡтан уҡ танышбыҙ. Бер бүлмәлә йәшәнек, бер үк уҡытыусы­ларҙан белем алдыҡ, һәр саҡ фекерҙәш булдыҡ. Студент саҡтарҙағы шул дуҫлыҡ бөгөн дә дауам итә, йыш ҡына юл­дарыбыҙ киҫешә. Күҙҙәре янып торған сибек кенә ҡыҙыҡайҙан һеҙ хәҙер олпат, оло тормош юлы үткән күренекле шәхескә әүерелдегеҙ. Урындағы власть органдарында эшләп, тыуған районығыҙ Учалыла киң танылыу алдығыҙ. Хәҙер инде һеҙҙе дәүләт хеҙмәтендә, муниципаль берәмектәрҙә ең һыҙғанып эшләп йөрөүселәрҙең остазы тип беләбеҙ...
– Учалы районының Ташҡыя тигән ауылында тыуып үҫкәнмен. Ярты ғүмерем ошо районда үтте, уңыштарым өсөн ошо төбәккә бурыслымын. Әммә тыуған төйәкте лә, атай-әсәйҙе лә, туғандарҙы ла кеше үҙе һайлап алмай. Уларын яҙмыш билдәләйҙер. Кеше өлгө булыр өсөн дә йәшәмәй бит. Мостай Кәримдең “Өс таған” повесындағы “Өлгө Яҡупты” иҫкә төшөрәйек. Һәр кем – үҙ заманының, халҡының балаһы. Уның шәхесе лә заманға ярашлы, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре, традициялары, менталитеты нигеҙендә формалаша. Был йәһәттән яҙмышыма рәхмәт.

Күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем. Атайым – ябай колхозсы, һуғыштан һуң колхозда бригадир булып эшләне. Фин һәм Бөйөк Ватан һуғышында алған яралары уны бик иртә, мин бәләкәй саҡта уҡ яҡты донъянан алып китте. Әсәйем дә ғүмер буйы колхозда эшләне. 93 йәшкә етеп, 2000 йылда мәңгелек донъяға күсте. Бик аҡыллы, сабыр, итәғәтле ине ул, ысын мәғәнәһендә ил инәһе булды. Әле булһа, инде үҙем күптән өләсәймен, тормош бөгөлдәренең сетерекле мәлдә­рендә уның әйткән һүҙҙәре, биргән кәңәштәре иҫемә төшә. Халыҡ педагогикаһының йоғонто­лолоғо, көсө лә шундалыр, тип ҡуям.

– Шәхестең формалашыуында мө­хиттең әһәмиәте ҙур шул. Ә ғаилә – иң әһәмиәтле, иң йоғонтоло нигеҙ ташы.
– Миңә ғаилә мөхитенең тәьҫире көслө булды. Атайым менән әсәйемдең тырыш­лығы, ҡан-ҡәрҙәштәремдең татыулығы, ҡайғы-хәсрәттең дә, шатлыҡ-ҡыуаныстың да уртаҡ булыуы, донъя көтөүгә булған дөйөм маҡсат беҙҙе бер-беребеҙгә яҡын итте. Ағай-апайҙар кескәйҙәрҙе баға, уларға үҙҙәре белгәнде өйрәтә. Күмәк ғаиләлә балалар ана шулай туған йәнле булып үҫә.

Һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ йылдар. Алты баланы әсәйем яңғыҙы нисек аяҡҡа баҫтыра алды икән? Илебеҙҙә тормош яҡшырған һайын шул хаҡта уйлайым. Хеҙмәт һөйөргә өйрәткән, талапсан, ғәҙел, әсәйем йыш ҡулланған “Ил күргәнде күрербеҙ”, “Эш­ләгәндән кеше үлмәй”, “Сабырлыҡ төбө – һары алтын” тигән әйтемдәр һаман иҫемдә. Өлкән апай-ағайҙарымды башлы-күҙле итеп, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫтырғас, ул Рәүеф ағайым менән миңә: “Тормошобоҙ әҙ-мәҙ ипкә килде, инде һеҙҙе юғары уҡыу йортонда уҡытырға форсат бар, уҡытыу­сыларығыҙ ҙа гел маҡтап ҡына тора, – тине. – Ана, Жәлил Кейекбаев уҡытҡан уни­верситетҡа инегеҙ”.

– Барыһы ла иҫтә, 1955 – 1960 йыл­дарҙа халҡыбыҙҙың икмәккә туйынып, әҙерәк башын ҡалҡытҡан сағы. Йәштәр күпләп юғары уҡыу йорттарына ағылды. Рәүеф ағайыңды ла беләм, яҙғандарын уҡып барам.
– Ағайым бит Учалыһына, Ирәмәленә мәңгелеккә ғашиҡ. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, тыуған яҡты өйрәнгән филология фәндәре кандидатына тыуған яғынан да ғәзизерәк, матурыраҡ ер юҡ. Әле лә Учалыла йәшәй. Әҙәбиәт тарихына, теорияһына арналған монографиялар, хәҙерге әҙәби процесс мәсьәләләрен яҡтыртҡан мәҡәләләр йыйынтыҡтары, төбәкте өйрәнеүгә арналған баҫмалар авторы ул.

Үҙемдең дә ғүмеремдең күпселек өлөшө Учалы районында үтте. Ошонда тормошҡа сыҡтым. Ирем Шәүкәт тоғро, ғәҙеллек яратҡан тура һүҙле кеше ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә бәхетебеҙ ҡыҫҡа булды. Уның иҫтәлеге булып ҡыҙыбыҙ ҡалды. Гөлнарабыҙ ҙа беҙҙең юлды дауам итә: тарих фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡыта. Ейәнем Йәмил – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты.

– Һәр һүҙегеҙҙән атай-әсәйегеҙгә ихтирам, әйтеп бөткөһөҙ рәхмәт тойғоһо, хөрмәт һиҙелә. Тамыры ныҡтың олоно ла ныҡ, тиҙәрме әле?
– Минеңсә, бала ата-әсәһенә ниндәй генә изгелек ҡылһа ла, үҙен яҡты донъяға тыуҙырған ҡәҙерле кешеләренә мәңге бурыслы булып ҡала. Был бурысты туған халҡыма хеҙмәт итеүҙә, туғандарыма мәрхәмәтле булыуҙа, еремде, миллә­темде, әсәм телен яратыуҙа, фиҙакәрлектә күрәм.

“Юғарылыҡты билдәләй тик юғары күңел”

– Бер кем дә етәксе булып тыумай. Йәштәргә лә фәһемле булыр, әйтегеҙ әле, бының өсөн кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Оҙон ғүмер юлымды, йылдар буйы тупланған тормош тәжрибәмде байҡап ҡарайым да, бында ла яҙмыш тигән төшөнсәнең ҡыҫылышы барҙыр, тип уйлайым. Яҙмыш бит ул бәндәнең тормош һуҡмаҡтарын уйламаған-көтмәгән яҡҡа бороп ебәреүсән. Үҙенең мөмкинлектәрен белгән көслө ихтыярлы, ныҡышмал кешеләр өсөн был ҡурҡыныс түгел. Ундайҙар аныҡ маҡсаттар менән йәшәй, тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен үҫтереү, ғүмерлек һөнәре кимәленә еткереү өсөн өҙлөкһөҙ тырышып эшләй.

– Ә карьера тигән һүҙгә ҡарашығыҙ нисек?
– Мин уны эшең, үҙең һайлаған һөнәр буйынса хеҙмәт баҫҡысынан үрләү тип аңлайым. Ул баҫҡыс буйлап профессиональ әҙерлеге камил булғандар, үҙ-үҙенә талапсандар, тәүәккәлдәр генә күтәрелә алалыр. Йәмғиәттә абруй яулаған етәкселәр, ғәҙәттә, кеше фекеренә иғтибарлы була, халыҡтан айырылмай.

– “Юғарылыҡты билдәләй тик юғары күңел” тигән бит Мостай Кәрим. Беҙҙә хәҙер етәксе булырға ынтылған кешеләр араһында ошо фекергә тап килгәндәре һирәк һымаҡ. Һәр хәлдә “карьера” һүҙе халыҡта кире тойғо тыуҙыра төҫлө.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берәүҙе, власть биргән мөмкинлектән файҙаланып, үҙенең шәхси мәнфәғәттәрен ҡәнәғәт­ләндереү ымһындыра. Үҙ кеҫәһе менән дәүләт ҡаҙнаһын бутаған әҙәмдәр ҙә табылып тора. Әммә ил етәкселәре гел шундайҙарҙан ғына торһа, илебеҙ – ил, халҡыбыҙ халыҡ булып йәшәй алмаҫ ине. “Ил тигәндең кеме юҡ” тигән ҡобайырҙа ата-бабаларыбыҙ был турала ап-асыҡ итеп әйткән.
Ил тигәндең кеме юҡ,
Кеме юҡ та, ние юҡ;
Асы ла бар был илдең,
Туғы ла бар был илдең;
“Бир”ҙән бүтәнде белмәгән
Бейе лә бар был илдең;
Тыуған ерен һаҡлаған,
Ир намыҫын һатмаған
Батыры бар был илдең!
Йәмғиәттә кадрҙарҙы үҫтереү буйынса билдәле бер тәртип, система булырға тейеш. Совет заманында был эш юлға һалынған ине. Кадрҙарҙың иң түбән звенонан алып юғары вазифаларға тиклемге хеҙмәт юлы дәүләт органдарының, партияның күҙ алдында, уларҙы һайлап алыу (конкурентлыҡ) принциптары нигеҙендә үтә торғайны. Халыҡ та кемдең кем икәнлеген күреп торҙо.

Ижади һәләт, ҡайһы бер фәндәргә ҡыҙыҡһыныу тыумыштан бирелгән кеүек, етәксе булыу оҫталығы ла тәбиғәттән биреләлер. Ундайҙар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән бәләкәйҙән әүҙем позициялы булып үҫә. Киләсәктә етәксе вазифаларҙа эшләү өсөн тәүге тәжрибәне бала мәктәптә ала. Мин үҙем дә ошо осорҙа күп нәмәгә өйрәндем.

– Бер ваҡыт гәзиттә уҡытыусың Зөмәрә Хисмәтуллинаның: “Фәниә һең­лекәш – эске һәм тышҡы донъяһы менән дә, булмышы менән дә матур кеше. Бейеүсе янында – бейеүсе, сәсән янында – сәсән, йырсы янында – йырсы”, – тип яҙғанын уҡып, уҡытыусығыҙҙың булмышығыҙҙы ҡайһылай дөрөҫ тотоп алғанына инанғайным.
– Мин үҙ ваҡытында илемдең, халҡымдың тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын ентекле өйрәндем. Сәйәсәт, сәнәғәт, мәҙәниәт өлкәләрендә белемемде даими камиллаштырып торҙом. Педагог булараҡ, этика, психология фәндәренә ихтирам менән ҡараным. Әҙәп, иман һымаҡ мәңгелек ҡиммәттәрҙе ихтирам иттем. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен өйрәнеп, уларҙың йәшәйешенән үрнәк алдым. Ошоларҙан һуң, етәксе ниндәй булырға тейеш, тигән һорауыма яуап таптым: етәксе халҡынан айырылһа, ул етәксе булыуҙан туҡтай. Етәксегә төп талап – ул һәр саҡ кеше булып ҡалырға тейеш.

Шәхестәр халыҡ мәртәбәһен күтәрә

– Һеҙ белә-белгәндән эш тип янып йәшәнегеҙ. Бик күп яуаплы урындарҙа эшләнегеҙ. Башта Пионерҙар йорто директоры, унан ВЛКСМ ҡала комитетының икенсе секретары, КПСС ҡала комитетының бүлек мөдире, идеология буйынса секретарь... Аҙаҡ район Советы башҡарма комитетында яңы вазифалар башҡарҙығыҙ. Айырыуса йәштәр менән эшләүгә ҙур иғтибар биреүегеҙҙе беләм...
– Эйе, ул саҡтарҙа ауылдарҙа клубтар гөрләп торҙо, үҙешмәкәр түңәрәктәр эшләне, спорт менән шөғөлләнеү бик популяр ине. Йәш ғаиләләр, яңы килгән белгестәр, оло йәштәгеләр хаҡында хәстәрлек күреү ҙә беҙҙең иғтибар үҙәгендә булды.

Һәр эштең уңышы – уның баштан дөрөҫ ойошторолоуында. Бөтәһен дә кадрҙар хәл итә. Беҙҙә мин белә-белгәндән, айырыуса Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәс, районда был мәсьәлә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды, яуаплы урындарға талантлы белгестәрҙе үрләтеү контролдә тотолдо, милли кадрҙар әҙерләүгә иғтибар артты. Мәктәп һәм мәҙәниәт усаҡтарының матди нигеҙе нығынды. Өргөн, Ҡаҙаҡҡол, Рысай, Наурыҙ, Яңы Байрамғол, Озерный, Юлдаш ауылдарында яңы мәктәптәр төҙөлдө.

– Учалы халҡы таланттарға ифрат бай. Республиканың 100 йыллығына арналған тамаша Өфөлә ниндәй юғары кимәлдә үтте. Халыҡ ижадының алтын фондына ингән йырҙар, эпостар, атаҡлы сәсәндәр төйәге бит ул Учалы! Республикабыҙға күренекле ғалимдар, яҙыусылар, шағирҙар, йырсылар, композиторҙар бүләк иткән төбәк! Шуға ла бында мәҙәни тормош гөрләп торалыр ҙа...
– Талантлы кешеләр менән эшләү күңелле, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла. Күңелле, сөнки эшләгән эшеңдең, түккән көсөңдөң һөҙөмтәһе күренеп тора; яуаплы, сөнки талант – Хоҙай биргән хазина, ул һаҡлауға, яҡлауға, бәпләп үҫтереүгә мохтаж. Талантлылар өсөн тейешле мөхит, шарттар булдырыу кәрәк.

Ул саҡтарҙа башҡарылған эштәр оноторлоҡ түгел: Көсөк ауылында Муса Мортазиндың музейы асылды, башҡортса “Яйыҡ” исемле үҙаллы гәзит сыға башланы, Муса Мортазин, Марат Минһажетдинов исемендәге премия булдырылды. Ҡаланың һәр хужалығында, һәр ауылда драма, бейеү, фольклор түңәрәктәре асылды. “Ләйсән”, “Ирәмәл” бейеү ансамблдәренең даны бөтә илгә, хатта донъяға таралды.

– Ул осорҙа Учалыла байтаҡ күренекле шәхестәр үҫеп сыҡты...
– Ошо йылдарҙа дөйөм эш өсөн янып йөрөгәндәрҙең береһе тарих фәндәре кандидаты Әлим Зарипов булды. “Атам төйәге һин, “Яйыҡ йорт” исемле китабы менән тәүгеләрҙән булып районыбыҙ тарихына ғалимдарҙың иғтибарын йүнәлтте. Уның эшен артабан филология фәндәре кандидаты Рәүеф Шаһиев дауам итте. Ғалим Учалы районының тәүге энциклопедияһын төҙөп баҫтырып сығарҙы, Муса Мортазин менән Марат Минһажетдиновтарға арналған бер нисә китабы донъя күрҙе.
Күренекле яҙыусы-публицист Рәүеф Насировты айырым иғтибар менән телгә алырға кәрәктер. Ул оҙаҡ йылдар райондың “Серп и молот” гәзитендә мөхәррир булып эшләне. Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың башҡорт милләтенән, Учалы районының Ҡунаҡбай ауылынан булыуын раҫлатыуға күп көс һалды.

Учалы яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, талантлы шағир Мәүлит Ямалетдинов менән Социалистик Хеҙмәт Геройы Рамаҙан Ниғмәтуллин тураһында ла йылы һүҙ әйтке килә. Заман ағышы, илдә барған үҙгәрештәр, халыҡ алдында торған проблемаларҙы хәл итеү юлдары, перспективалары тураһында бөтә нескәлектәренә тиклем хәбәрҙар, әүҙем шәхестәр булараҡ, уларҙың ниндәй ҙә булһа яңы идея, тәҡдим менән хакимиәткә килмәгән көндәре һирәк була торғайны. Асылда ҡала мәктәптәрендә башҡорт клас­тарын булдырыу, 12-се башҡорт гимназияһын асыу, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәрен ойоштороу, үҙаллы “Яйыҡ” гәзитен сығарыу, музейҙар, премиялар булдырыу ошо шәхестәрҙең башланғысы һәм ҡатнашлығы менән башҡарылды. Муса Мортазин исемендәге премияны булдырыу анһат ҡына барманы. Исеме күптән аҡланһа ла, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләүселәр табылды...

– Эйе, хатта силсилә сылбырына ингән, исемен мәсеттәренә ҡушып, барса мосолман донъяһы һөйөп ҙурлаған яҡташығыҙ Зәйнулла ишан Рәсүлев хаҡында ла ниндәй генә уйҙырмалар таратылманы. Шәхестәребеҙ аша мил­ләтебеҙҙең, халҡыбыҙҙың мәртәбәһе күтәрелеүен ниңә аңламайҙар икән?..
– Шул саҡтағы ҡыйыулығыма аптырап ҡуям. Райондың идеология хеҙмәткәре булараҡ, бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә алдым да, райкомдың беренсе секретары Фәрүәз Рәхим улы Шакиров менән кәңәшләшеп, Мәүлит Ямалетдинов менән Рамаҙан Ниғмәтуллинды Муса Мортазин эҙҙәре буйлап Украина яҡтарына командировкаға ебәрергә баҙнат иттек.
Муса Мортазиндың тоғро исеме өсөн аҙ көрәшмәнек. Хатта аҙаҡ атаҡлы комбриг хаҡында бер нисә повесть донъя күрҙе, улар дәреслектәргә инеп китте.

Хәҡиҡәттең еңеүе район халҡын яңы еңеүҙәргә рухландырҙы. Шул осорҙа колхоз-совхоздарҙа партком секретары булып эшләгәндәр, хужалыҡ етәкселәре һәр яңылыҡтың алғы сафында булды. Халҡыбыҙҙың тарихын, боронғоһон ентекле өйрәнгәндән һуң, Спартак Ильясов хатта бер нисә роман, пьесалар яҙып ташланы.

– Ул йылдарҙа суверенитеттың тәьҫире республикала бик көслө булды шул. Әйтерһең, илебеҙ өҫтөнән кешеләрҙе ижадҡа, хеҙмәткә илһамландырған ләйсән ямғыры үтте.
– Ошо тәңгәлдә тағы бер шәхесте билдәләгем килә: ул ҡалабыҙҙа ғына түгел, бөтә СССР-ҙа ҙур төҙөлөш идаралығы начальнигы булып эшләгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ – Учалы ҡалаһының почетлы гражданы, БАССР-ҙың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе, “Почет Билдәһе” ордены кавалеры Хәлиҙә Әхмәтйәнова. Барлыҡ төҙөлөш эштәре ошо абруйлы шәхес етәкселегендә барҙы. Ҡалабыҙға йәм биреп ултырған йорттар, социаль объекттар менән, әйтерһең, Хәлиҙә Ғәли ҡыҙы үҙенә лә һәйкәл ҡорҙо.

– Фәниә Вәли ҡыҙы, һеҙ төрлө йылдарҙа эшләгән етәкселәрҙең, шәхестәрҙең, хеҙмәтсәндәрҙең исемен, улар башҡарған эштәрҙе ҙур хөрмәт менән иҫкә алдығыҙ. Күренеп тора, һеҙ – Учалының ысын патриоты, илһөйәре...
– Шул саҡтағы илем, телем, ерем тип янып йәшәгән шәхестәрҙең һәр береһе тураһында китап яҙып булыр ине. Тыуған яғымдың ошондай аҫыл заттары менән аралашып, улар менән бергә ҡулға-ҡул тотоноп эшләү һөҙөмтәһелер, хеҙмәтемде күреп, баһалап, 1997 йылда баш ҡалаға эшкә саҡырҙылар.

Аллаһ Тәғәләм юлыма тағы ла бер изге күңелле кешене сығарып ҡуйған икән. Бер-беребеҙҙе ихтирам итеп, олоғайып барғанда, беребеҙгә беребеҙ терәк, таяныс булып, балалар, ейәндәр менән гөрләшеп йәшәп алып киттек. Яратҡан эшем бар, бында ла үҙемә фекерҙәштәр, дуҫтар таптым. Шулай ҙа тыуған яғым күңелем түремдә. Учалы халҡы үҙе шуны аңлап етәме икән, ожмахтың түрендә йәшәй бит. Ундағы кеүек мәғрур тауҙар, йөҙәр йәшлек шыршы, ҡарағас урмандары, зәңгәр күҙле күлдәр, көмөш һыулы шишмәләр, мең төрлө сәскәгә күмелгән болондар башҡа бер ҡайҙа ла юҡ. Кендек ҡаным тамған, тәпәй баҫҡан, тәүге эҙҙәрем ҡалған еремде, туғандарымды, дуҫ-иштәремде һағынам.

Фән менән шөғөлләнеү серҙәре

– Белеүемсә, һеҙ Өфөлә лә үҙ мөхитегеҙҙе булдыра алдығыҙ.
– Бындағы инфраструктура, театрҙар, мәҙәниәт, мәғариф, медицина, спорт объекттары төбәк ҡалалары менән сағыштырырлыҡ түгел. Мөмкинлектәр ҙә бөтөнләй икенсе. Шуға ҡарамаҫтан, ҡайҙа ла бер ҡояш. Бында ла ҡайнап торған, ҡырмыҫҡа иләүе кеүек эшлекле мөхиткә килеп юлыҡтым. Тәүҙә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында профсоюз комитеты рәйесе булдым. Аҙаҡ академик Нияз Мәжитов саҡырыуы буйынса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының яуаплы секретары, бер аҙҙан рәйес урынбаҫары вазифаһын башҡарҙым. Ул ваҡытта Ҡоролтай эше яйға һалынып ҡына килә ине. Эш быуа быуырлыҡ. Силәбе, Свердловск өлкәләрендәге ҡоролтайҙарҙың эшенә ярҙам иттек, байтаҡ методик семинарҙар үткәрҙек. Балтас районының Үрге Ҡарыш ауылында бик күп танылған ғалимдар ҡатнашлығында 1775 йылғы башҡорт ихтилалының етәксеһе Батырша Әлиевкә арналған ҙур ғилми-ғәмәли конференция уҙғарҙыҡ.

– Ул осорҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтен тергеҙеүгә лә ныҡ иғтибар бирелде, эйе бит?
– Миңә нәҡ ошо йүнәлештәге эштәр йөкмәтелде. Беҙ йәмғиәттең сираттағы пленумын йыйҙыҡ та ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙемлеген үҫтереү, ролен күтәреү маҡсатында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының съезын үткәрергә ҡарар иттек. Был эштәрҙең һөҙөмтәһе булараҡ өс хеҙмәт – ғалим, социолог Рим Вәлиәхмәтовтың “Бөгөнгө йәмғиәттә башҡорт ҡатын-ҡыҙы һәм ғаиләһе” тигән китабы, ошо уҡ исемдә республика ғилми-ғәмәли конферен­цияһының мәғлүмәттәре һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан күренекле гүзәл зат тураһында “Башкирская женщина” тигән йыйынтыҡ донъя күрҙе.

– Һеҙ һәр ваҡыт фән менән шөғөлләнергә хыяллана инегеҙ. Тыуған Учалығыҙҙы ҡалдырып, Өфөгә күсеп килеүегеҙҙең дә төп сәбәбе ошо булды шикелле. Яуаплы вазифалар биләү хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырға ҡамасаулыҡ итмәнеме?
– Фәндә ниндәйҙер яңы фекер әйтеү өсөн ғалим, үҙе һайлаған фән буйынса мөмкин булған барлыҡ хеҙмәттәрҙе өйрәнеп, шулар нигеҙендә генә асыш яһай ала. “Халыҡ традицияларының шәхес формалаштырыуҙағы роле” тигән темаға диссертация яҙырға ниәтләгәс, мин дә эште ошоларҙан башланым. Оҙаҡ йылдар халыҡ менән эшләү, шәхес тәрбиәләү традицияларын ентекле өйрәнеү көнүҙәк теманы асырға ярҙам итте. Әсәйемдең тәбиғәттән бирелгән төпкөл аҡылы, зирәк аңы, боронғоно, халыҡ ижадын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы бик яҡшы белеүе лә этәргес, ярҙамсы булғандыр. Йыш ҡына, ниңә ғалимдар хеҙмәтен ата-әсәһенә йә яҡын кешеһенә бағышлай икән, ти торғайным. Диссертация өҫтөндә эшләгәндә шуның серен дә аңланым.

Рәүеф ағайымдың да йоғонтоһо ҙур булды. 2001 йылда кандидатлыҡ диссертация­һын яҡланым. Уңыштар кешегә ҡанат ҡуя бит ул. “Йәмғиәттә рухи-әхлаҡи традициялар” тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын ун йыл тигәндә яҡлауға өлгәштем.

– Фән менән бер шөғөлләнгән кеше туҡтап ҡалмай торған. Исемегеҙ ҙә Фәниә – фән эйәһе бит. Һеҙҙең башта әле лә яңы пландар, идеялар тыуып торалыр?
– Хәҙер туплаған ғилемемде академияла уҡыған студенттар, магистранттар менән уртаҡлашам. Академияла эшләүемә лә егерме йыл инде. Дәүләт органдарында, муниципаль берәмектәрҙәге етәкселәрҙең белемен камиллаштырыу менән шөғөлләнәбеҙ, төрлө ойошмаларҙа, учреждениеларҙа эшләгән белгестәр өсөн һөнәри әҙерлек курстары ойошторабыҙ.

– Ҙур рәхмәт һеҙгә, Фәниә Вәли ҡыҙы. Оло юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, уңышлы, бәрәкәтле ғүмер теләйбеҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Иҫтә, һаман да иҫтә

Иҫтә, һаман да иҫтә 25.03.2019 // Шәхестәр

Баҡалылар данлыҡлы яҡташтарын онотмай, йылдар үтеү менән дә уларҙың исемдәрен ҡәҙерләп һаҡлай,...

Тотош уҡырға 66

Дандың төбө — хөрмәт

Дандың төбө — хөрмәт 22.03.2019 // Шәхестәр

“Үткән ғүмер — иҫкән ел”, — тиҙәр. Хаҡ һүҙҙер был, бәлки. Иҫкән елгә иҫәп юҡ бит инде. Ғүмер...

Тотош уҡырға 82

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ

Вәлидиҙең дуҫы Өсҡайнаҡ 22.03.2019 // Шәхестәр

Әхмәтзәки Вәлидовтың Төркиәләге башҡорт дуҫтарының береһе профессор Әхмәт Зыя Өсҡайнаҡ тураһында...

Тотош уҡырға 130

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр

Һәйкәлдәргә лайыҡ исемдәр 22.03.2019 // Шәхестәр

1917–1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте тарихы, унда ҡатнашҡан эшмәкәрҙәр тураһында...

Тотош уҡырға 2472

Мостай Кәрим – Ҡазанда

Мостай Кәрим – Ҡазанда 21.03.2019 // Шәхестәр

Донъяла һәм Рәсәйҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе...

Тотош уҡырға 111

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 20.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 117

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле

Башҡортостан йөмһүриәтенең хосуси вәкиле 19.03.2019 // Шәхестәр

Уның исеме архив документтарында йыш осрай....

Тотош уҡырға 104

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең

Ғорурлығыбыҙ беҙҙең 06.02.2019 // Шәхестәр

Ул һалған эҙҙәр юйылмай. Күгәрсен ере ошо райондың ғына түгел, тотош республиканың тарихында яҡты...

Тотош уҡырға 323

Ирҙең даны – иленән,  халҡы менән еренән

Ирҙең даны – иленән, халҡы менән еренән 06.02.2019 // Шәхестәр

Башҡортостандың беренсе президенты, Арҙаҡлы шәхес Мортаза РӘХИМОВҠА – 85 йәш 7 февралдә башҡорт...

Тотош уҡырға 350

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр...

Эҙ ҡалдырған хәтирәләр... 22.01.2019 // Шәхестәр

Автографтар алыу бәхет ине....

Тотош уҡырға 300

Бер мәҡәлә уҡығас...

Бер мәҡәлә уҡығас... 04.01.2019 // Шәхестәр

Уның аҡыл ҡаҙнаһы һайыҡмаһын....

Тотош уҡырға 324

Һайланмыш уның яҙмышы

Һайланмыш уның яҙмышы 25.12.2018 // Шәхестәр

“Тормош йәмләр затлы мәрйендер”....

Тотош уҡырға 252