Башҡорт бөркөтө Ҡотдос Ҡәниф улы Латипов биш ҡыҙ араһында бер генә ир бала була. Уға, яратып, олатаһы шундай исем ҡуша. Ҡотдос — ул Аллаһтың туҡһан туғыҙ исеменең береһе. Мәғәнәһе — яу ҡырында алдан йөрөүсе, еңеүсе, һәр ерҙә уңыш ҡаҙаныусы, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ кеше.
Ком: 0 // Уҡынылар: 300 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ тын алдыҡ уның исеме менән Уның хаҡында мәңге һөйләһәң дә, күңел түрендәге тойғолар, баштағы уйҙар сығып бөтә алмаҫ төҫлө. Беҙ әле мәктәптә генә уҡып йөрөгәндә, уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында, Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ға­ри­повтың көндәлектәре баҫыла башла­ны. Тере рухи көс менән һуғарылған был яҙмалар шул тиклем арбап алды, әйтерһең, бына гәзиттең киләһе һанын­да донъя күрмәһәләр, һауа етмәй башлар кеүек. Өйөбөҙҙә китаптары ла бар Рә­ми ағайҙың, әммә тап үҫмер, йәшлек йылдары көндәлектәре уның рухи донъя­һына яҡынайтты, бала саҡтан уҡ ижад кешеһенең донъяға башҡаса ҡа­рағаны хаҡында сер сискәндәй булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 303 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һин халҡыңа АллаҺ тарафынан ебәрелгән изге аҡ бата Был иҫке өҫ­тәл, унда ятҡан боронғо китаптар, семәрле таяҡ кемдеке? Моғайын, изге берәй ҡәрҙә­ше­беҙҙең әйбер­ҙәрелер, тигән уй килә башҡа. Тәғәйен генә яуапты белмә­һәң дә, бында ниндәйҙер тә­рән хикмәт ят­ҡанын һиҙәһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 599 тапҡыр // Тотош уҡырға
Байымовтың ғилми һәм ижади юғарылығы Ошо көндәрҙә күренекле ғалим һәм яҙыусы Роберт Нурмөхәмәт улы Байымовҡа 80 йәш тулған булыр ине. ХХ быуаттың 60-сы йылдарынан алып XXI быуаттың 10-сы йылдарына тиклемге әҙәбиәт ғилеме, тәнҡит, милли проза тарихын, мәғариф торошон уның эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның гуманитар фәндәр өлкәһендәге төплө, концептуаль йөкмәткеле ғилми хеҙмәттәре ижтимағи, художество-эстетик фекер үҫешенә ҙур йоғонто яһаны, күп милләтле Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһын теоретик яҡтан өйрәнеүҙә һиҙелерлек аҙым булды, художестволы әҫәрҙәре башҡорт прозаһының яңы биттәрен билдәләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 451 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күңеленә ғаләм һыйҙырған ғалим Тормош юлында яҙмышыңды ҡырҡа үҙгәртеп ебәргән кешеләр ҙә осрап ҡуя. Кемеһелер тәғәйен ваҡытта ғына кәрәкле йүнәлеш бирә, ҡайһылары урынлы кәңәше менән ярҙам итә, өсөнсөләренә матди ярҙамы өсөн бурыслыһың.
Ком: 0 // Уҡынылар: 416 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күгәрсен бөркөтө Әҙәм балаһы өсөн донъялағы иң ҡәҙерлеһе булған тыныслыҡтың үҙенсә символына әйләнгән Күгәрсен исемен йөрөтһә лә, был районда тыуып үҫкән арҙаҡлы кешеләрҙең, тарихи шәхестәребеҙҙең исемдәрен яңынан барлай башлаһаң, ошо һоҡландырғыс йәмле яҡтарҙың, ысынлап та, бөркөттәр төйәге булғанлығына нығыраҡ инанаһың һәм ғорурланаһың. Ғорурланмаҫлыҡмы ни?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 440 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көньяҡ-көнсығыш райондарға сәфәр ҡылғанда булһынмы йәки эш мәшәҡәттәре менән Күгәрсендә йөрөгәндә тиһеңме, Хоҙайбирҙинға күҙ һалып, ауылдың ыҡсымлығына, төҙөклөгөнә, тәбиғәтенең хозурлығына һоҡланып үтәм. Шулай булмауы мөмкин түгел: ауылға терәлеп тигәндәй сылтыр-сылтыр аҡҡан Керәүле йылғаһын, Ағиҙелдең бай туғай-болондарын, монарланып ятҡан Көнгәк һырттарын тамаша ҡылыу – үҙе бер мөғжизә. Хоҙайбирҙин, халыҡ телендәгесә – Бесәнсе, тиһәң, ана шул һоҡланғыс тәбиғәте кеүек, күркәм кешеләре менән дан тотҡан ауыл күҙ алдына баҫа. Күңелдә ҡанатлы уйҙар район сигендәге “Рәхим итегеҙ!”ҙе уҡығас та талпына башлай, ә ауылға еткәс, күккә ашҡан көмөштәй стелалағы “Хоҙайбирҙин”ға күҙ ташлағас, үҙенән-үҙе эске донъяң ғорурлыҡ тойғолары менән тулыша. Халҡыбыҙҙың аҫыл улы, Башҡортостан дәүләтселегенә нигеҙ һалғандарҙың береһе Шәһит Хоҙайбирҙиндың ғәзиз төйәге бит ул!
Ком: 0 // Уҡынылар: 294 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хуш бул, һуңғы Герой... Былтыр халҡыбыҙ шундай аҫыл шәхестәрен юғалтты. Шуларҙың береһе – легендар летчик-штурмлаусы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов. Әйткәндәй, ул Башҡортостандан иң һуңғы Герой ине. Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән уҙаман Бөйөк Ватан һуғышында баш етмәҫлек ҡаһарманлыҡтар күрһәтә.
Баһадир һуғыш осоронда 134 тапҡыр уңышлы хәрби осош яһай. Ҡаршы көстөң ҡеүәтен кәметерлек ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Фашистарҙың 22 танкын, бер бронетранспортерын, 40 автомашинаһын, биш самолетын, туғыҙ артиллерия батареяһын, ҡораллы ике эшелонын юҡ итә, шулай уҡ 500-гә яҡын һалдат һәм офицерҙарын ҡыйрата. Яҡташыбыҙҙың бындай уңышын СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы юғары баһалап, күкрәгенә Алтын Йондоҙ таға.
134 хәрби осош... Күпме был, әллә әҙме? Сағыштырыу өсөн ошо һандарҙы атап үтеү ҙә етә. Һуғыш осоронда летчиктарҙың ғүмере уртаса һигеҙ осош менән “баһалана”. “Бөтәһе лә һине бәреп төшөрөргә генә тора! Пехотаһы ла, зениткалары ла, дошман самолеттары ла... Утта, һәр саҡ утта!” – тип һөйләгәйне Ҡотдос ағай. Ә инде 50 тапҡыр уңышлы штурмлау үткәрһәң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Ә Ҡотдос Ҡәниф улы 134 тапҡыр һауаға күтәрелә... Ғорурланырлыҡ бит!
Ком: 1 // Уҡынылар: 756 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Намаҙлығың – ап-аҡ ҡағыҙ, йырҙарың – доға һинең...” Ни арала 50 йәшеңде тултырҙың да ни арала күренекле шағирҙәр рәтен тулыландырҙың, Салауат?! Хәйер, шулай булыры һинең студент сағыңдан уҡ билдәле ине бит! Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын дәррәү тамамлаған, студент сағынан уҡ билдәлелек яулаған Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Рәмил Ҡолдәүләттәр артынан көслө тулҡын булып, Ғафури егете Салауат Әбүзәров, Бөрйән һылыуы Айһылыу Ғарифуллина, Илеш шаяны Марат Кәбировтарҙың уҡырға килеп инеүе беҙҙе, инде юғары курс студенттарын, утлы табаға баҫтырҙы. Беренсе курс студенттарынан да ҡайтышыраҡ ижад итһәң оят та инде! Ә улар шундай көслө! Айһылыуҙың һутлы теле, тәбиғәт күренештәре менән үрелеп барған шундай йәнле һүрәтләү алымдары, Мараттың иҫ киткес оҫта ижад ителгән сатирик шиғырҙары, Салауаттың оло философия менән һуғарылған сағыу образдар системаһы һоҡланғыс ижад емешенә әүерелә ине. “Бер олоно, бер кесене тыңла!” – тип боронғолар белмәй әйтмәгәндер, ошо ике быуындың да аҫыл шиғриәт өлгөләрен күңелемә һеңдереп йөрөүем менән шул тиклем бәхетлемен мин!
Ком: 0 // Уҡынылар: 429 тапҡыр // Тотош уҡырға
Беҙ уны үҙ-ара халыҡ шағиры, классик тип йөрөтәбеҙ. Ә бит уйлап ҡараһаң, был ысынлап та шулай. Рәсми исемдәр, лауреатлыҡ ҡына бер кемдең дә ижадын халыҡсан, ысын сәнғәт әҫәре итә алмай. Был донъялыҡта бөтәһен дә һатып алып була, тик бына Аллаһ Тәғәлә бүләк иткән талант тамғаһы ғына әһәр әйткән һүҙеңдә, һәр шиғырҙа сағыла.
Ком: 0 // Уҡынылар: 315 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Алға
Бит башына