“Мин бит һеҙһеҙ бер кем түгел ерҙә,Мин бит кеше түгел кешеһеҙ!..”Бөтәбеҙ ҙә – бала саҡ иленән, ошо йылдар киләсәкте билдәләй, тиҙәр. Кемдер ғүмер буйы ана шул бала сағынан килгән хистәр йомғағын тағата алмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 283 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәшлектә яралған дуҫлыҡЯҡын күргән тиҫтәләгән кешеләрем араһынан өс дуҫымдың урыны күңелдең иң түрендә. Балалыҡ дуҫым Вәкил Әбделхалиҡ улы Әхмәтов менән үҙем иҫ белгәндән бирле бергәбеҙ. Вәли Ғәбит улы Байморатов менән илле ете йыл бер-беребеҙгә ышаныслы таянысбыҙ. Ә инде өсөнсө дуҫым Тәлғәт Ниғмәтулла улы Сәғитов менән дуҫлығыбыҙ бынан ярты быуат элек комсомолдағы хеҙмәт юлыбыҙҙан башланды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 285 тапҡыр // Тотош уҡырға
Иҙел һыуын эскән ир-арыҫлан Яман уй йөрөтмәҫ башындаТәлғәт Сәғитов. Был исем-шәриф эсендә XX быуаттың һуңғы егерме йылы, XXI быуат башының тиҫтә йылдарында Башҡортостанда ғына түгел, тотош төрки ҡәүемдәре донъяһында, Рәсәй Федерацияһында мәҙәниәт, рухиәт, сәнғәт донъяһында маҡсатлы башҡарылған кимәлле саралар, кадрҙар менән эш итеү оҫталығы, алдынғы ҡарашлы ғәмәлдәр атҡарған етәксенең эшмәкәрлеге ята. Халҡына, милләтенә билдәле шәхестәрҙең ғүмер юлы – күҙ алдында, улар хаҡында һәр ерҙә төрлө даирәләрҙә фекер йөрөтәләр. Нимәһе ҡыҙыҡ, Тәлғәт Ниғмәтулла улы хаҡында тик ыңғай ҡараш – уның егәрлелеген, киң ҡарашлы булыуын, фиҙакәрлеген телгә алалар. Кешелекле мөнәсәбәте, алдынғы ҡарашы, яңылыҡҡа, һәр саҡ белемгә ынтылышы уның үҙен дә заманының күренекле шәхестәренең береһе иткән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғыш күгенең яҡты йондоҙо Башҡорт халҡының данлыҡлы ҡыҙы, күренекле осоусы, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланованың тыуыуына 105 йыл тулды.
Башҡорт дворяндары Сыртлановтар нәҫеле илебеҙгә байтаҡ билдәле шәхес бирҙе, Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы – шуларҙың береһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 261 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ирәмәлдең күп ҡырлы аҫыл ташы
Ҡасан беҙ һинең менән тәү тапҡыр осрашҡайныҡ әле? Теп-теүәл 53 йыл элек, Башҡорт дәүләт университетының дөйөм ятағы артындағы ыҡсым ғына баҡсалыҡта. Беҙ, бер төркөм абитуриент, башҡорт әҙәбиәтенән буласаҡ һынауға әҙерләнәбеҙ. Кемдер һорауҙарҙы уҡый, икенселәр яуап бирә. Әлбиттә, башҡалар белмәгән һорауҙарҙың күпселегенә төҫкә шундай һылыу, осҡон сәсеп торған ҙур һоро күҙле, сәстәрен ике толом итеп үреп төшөргән батыр ҡыҙ яуап бирә. Яуап биреп кенә ҡалмай, үҙ фекерен әйтеп, аңлатмалар биреп ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 285 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙең халыҡҡа йүнәлеш кенә бир – ул тауҙар аҡтарырға әҙер!”Йөҙ йыллығын билдәләгән төп милли баҫмабыҙ “Башҡортостан”да һәр заманда ла үҙ һүҙен ярып әйтә белгән, халыҡҡа яҡын торған, уны әйҙәү көсөнә эйә абруйлы баш мөхәррирҙәр хеҙмәт иткән. Тап шундай етәкселәрҙең береһе, матбуғат өлкәһендә генә түгел, фән тармағында, дәүләт эшмәкәрлегендә киң билдәлелек, юғары үрҙәр яулаған, республикабыҙҙың дөйөм мәнфәғәттәрен яҡлауға тос өлөш индергән шәхес Мансур Әнүәр улы Әйүпов ғүмеренең етенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 236 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер мәл, уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары аҙағында, Дәүләкәндән ҡустым Әхиәр шылтыратты.
– Беҙҙең ырыуҙың исемен хәтерлә­мәй­һеңме? Районда шәжәрә байрамы үткәрер­гә әҙерләнәләр. Меңдәр араһында, ниңә­лер, беҙҙең Исмәғил ауылы юҡ. Һин фәнгә, тарихҡа яҡыныраҡ бит. Белеш әле шуны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 239 тапҡыр // Тотош уҡырға
Халҡым, илем тип йәшәнеТирә-яғына нур һибеп, донъяны балҡытып, үҙе нимә генә кисерһә лә, башҡаларҙы бәхетле итеп йәшәгән кешеләр була. Заманында Белорет районының Калинин исемендәге колхоз рәйесе вазифаһында, һуңынан күп йылдар Сермән балалар йорто директоры булып эшләгән Камил Низамов тап шундайҙарҙың береһе ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 199 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Һәр кемде ынтылыш кеше итә”Күҙәткәнегеҙ барҙыр: тормошта ҡайһы бер ваҡиғаларҙың аҙналарға һуҙылғанын да кисереп, хәтер түрендә уның саңы ла ҡалмауы ихтимал. Юлыбыҙҙа осраған шәхестәр менән дә шулай уҡ. Күңел, күрәһең, иң илаһи һәм мөһим мәлдәрҙе мәңгеләштерергә тырыша. Был ваҡиғаға ла инде биш-алты йыллап барҙыр. Стәрлетамаҡ филармонияһының миҙгел асыу концерты тураһында һүҙем. Шул тамашала бер йырсының сығышы хәтерҙә уйылып ҡалған. Улай ғына ла түгел, бер генә йыр башҡарыусының ижадына башкөллө ғашиҡ итте! Бына нисек килтереп ҡуя мәлен тормош – бөгөн Ғафуан ФАЗУЛЛИНдың үҙе менән әңгәмә ҡороу бәхете тәтене.
Ком: 0 // Уҡынылар: 520 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәссам Алексей Кузнецовтың тыуыуына – 90 йыл
Бөрйән урмандарын йырлап гиҙеп...Урыҫ милләтле, башҡорт рухлы был рәссам хаҡында тулҡынланмайынса һөйләү мөмкин түгел. Үҙенең тәүге әҫәрҙәрендә үк ул башҡорт халҡының тарихына, азатлыҡ өсөн көрәшкән батырҙарына мөрәжәғәт итте. “Стәрлетамаҡ комиссарҙарын атыу”, “Салауаттың йәшлеге”, “Пугачевсылар”, мәҫәлән, ана шундайҙарҙан. Ә инде 1953 – 1955 йылдарҙа ҡылҡәләм оҫтаһы киң билдәле “Салауаттан һорау алыу” картинаһын ижад итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 188 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 13 Алға
Бит башына