Йәшәгән мөхит ниндәй – һаулығың шундайМедицина фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, профессор Марс Тимербулат улы ЮЛДАШЕВ – заман талаптарын тәрән аңлаған һәм уны үҙ асыштары, табыштары менән байытҡан шәхестәребеҙҙең береһе. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының “Хирургия өлкәһендә фәнни мәктәпте нигеҙләүсе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ҙур ғалим – 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, 15 патент һәм 30 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы ла. Ә бына үҙенең ярты быуаттан ашыу эшмәкәрлегендә нисәмә мең кеше ғүмерен һаҡлап ҡалған, күпме ғаиләгә шатлыҡ, бәхет бүләк иткән – быларын һанап та, бизмәнгә һалып үлсәп тә булмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 310 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бар булмышым менән мин илдеке “Бар булмышым менән мин илдеке,
Ил йәшәһә – мин дә ҡалырмын.
Тыуған халҡым, яңы дәүерҙәргә
Һинең менән бергә барырмын...” –

тип 80 йәшенә аяҡ баҫты олуғ аҡһаҡалыбыҙ, күренекле шағир һәм ғалим, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшит Закир улы Шәкүров.
Ком: 0 // Уҡынылар: 284 тапҡыр // Тотош уҡырға
Кем ул Илдархан Мутин?Февраль революцияһынан һуң күп тә үтмәй Башҡорт милли хәрәкәте идеялы һәм сәйәси ағым булараҡ туплана. Ул Рәсәйҙе федералләштереүҙе һәм уның составында автономиялы башҡорт республикаһын төҙөүҙе яҡлай. Милли хәрәкәттә тәүге көндәрҙән үк Мутиндар ғаиләһе вәкилдәре әүҙем ҡатнаша. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолман съезынан һуң башҡорт делегаттары Ырымбурҙа йыйылып, ваҡытлы етәксе орган – Башҡорт өлкә бюроһын ойоштора. Уларҙың был аҙымын Ҡазан буржуазияһы етәкселегендәге “татар милләте” өсөн генә милли-мәҙәни автономия тураһындағы мәсьәләне күтәргән ҡайһы берәүҙәрҙең фекеренә ризаһыҙлыҡ белдереүе менән аңлатырға кәрәк. Башҡорттар, бүтән төрки халыҡтар кеүек үк, милли-территориаль автономия яҡлы була.
Ком: 0 // Уҡынылар: 232 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләт йөрәгендәге яҙмаларОшо көндәрҙә мин “Ағиҙел” журналының һуңғы биш һанында баҫылып сыҡҡан Рәшит Шәкүрҙең “Йөрәктәге яҙмалар” тигән хәтирәләрен йотлоғоп һәм ентекләп уҡып сыҡтым. Әле лә ошо тәьҫораттар менән йәшәйем. Был уҡыуҙан алған уй-кисерештәр күңелемдә ғүмерлеккә һаҡланыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 227 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер Олотауы Инде нисә тапҡыр һоҡланып ҡалғаным бар: Мораҡтан, Күгәрсен районы үҙәгенән Бөрйән тарафтарына юл тоттоңмо, алыҫтан монарланып ятҡан теҙмәләрҙән үҙенсә киң яурындарын киреберәк торған уҙамандай Олотау үҙенә әйҙәй. Мине, ялан кешеһен, был яҡтарға ҡасан ғына һуғылһам да, тау үҙенең олпатлығы, сабырлығы, һөйкөмлөлөгө менән арбай. Уға күҙ һалыу менән күңел төбөмдә халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарының береһе “Иҫке Урал” уяна ла, түбәләрҙә иҫкән елдәргә ҡушылып, ҡабатланмаҫ моң булып, Олотау буйына тарала: “Уралҡайым, һинең тауың бейек, ҡаяларың бигерәк һөйкөмлө, ғәзиз балаларын ҡосаҡлаған әсәйҙәрҙең ҡуйыны шикелле...” Ғәзиз әсәләреләй күреп, Олотауға Үрге Һаҙҙа тыуып үҫкән нисә быуын һыйына, һәр береһенең тормош юлы уны артылыуҙан башлана. Был яҡтарҙа ир ҡорона инеү иң бейек түбәләге аҡ ташҡа баҫып, сал бөркөттәр саңҡылдауын тыңлау, ыжғыр елдәргә күкрәгеңде ҡаршы ҡуйыу менән билдәләнә. Ошо һынауҙы үткән һәм илгә танылған уҙамандар һуңынан ғәзиз тауҙың һүрәтен, ҡәҙерле ҡомартҡылай күреп, ғүмере буйы уға табынып йәшәй.
Ком: 0 // Уҡынылар: 197 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мөғжизәләр тыуа ихласлыҡтан Бигерәк ихлас кеше ул Нәсих Хәлисов. Ижадта ла, көндәлек тормошта ла. Донъяны сикһеҙ яратыуынан, уны тағы ла матурыраҡ, камилыраҡ итеп күрергә ынтылыуынан, үҙен уратҡан бөтөн кешеләргә булған оло ихтирамынан киләлер был. Башҡалар иғтибар ҙа итмәгәнде күңеле менән тоя, һис уйламаған ерҙән мөғжизәләр таба, зиһендәрҙе уята белеүе менән һоҡландыра беҙҙе рәссам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 267 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Яҙмышымдан уңдым” Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы Годбодь (Ҡолмөхәмәтова) Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында донъяға килә. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң Башҡортостан телевидениеһында, Бөрө һәм Благовещен район гәзиттәрендә, Сибай һәм Өфө мәктәптәрендә, республика баҫмаларында эшләй.
Әле ул йәмәғәте Владимир Годбодь менән Чехияла йәшәй һәм ижад итә, Чех Республикаһының рус телле журналистар союзына ҡабул ителгән. Миләүшә Мөтиғулла ҡыҙы Башҡортостан баҫмалары менән ижади хеҙмәттәшлек итә. Ул “Башҡортостан”дың да даими авторы, ике тапҡыр (2005 һәм 2014 йылдарҙа) гәзитебеҙҙең лауреаты булды.
Бөгөн баҫмабыҙҙың әүҙем авторы Миләүшә ханым 60 йәше тулыу уңайынан беҙҙә ҡунаҡта – сит илдә йәшәү сәбәпле уның менән Интернет аша әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 316 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Беҙҙекен һөйләп бөтә торған түгел инде...” – Иҫән генәме, улым, эшкә китеп бараҫыңмы? Иҫән-ҫау йөрө...
Ағинәйҙәр. Беҙҙең урам мин бәләкәйерәк саҡта тотошлай тиерлек уларҙан тора ине. Ул ваҡытта, һуғыштан һуң дүрт тиҫтәләп йыл үтһә лә, шауҡымы ныҡ һиҙелде: яңғыҙ әбейҙәрҙең һалам башлы бәләкәс кенә өйҙәре ап-аҡ төҫкә буялып, үҙенә күрә сихри матурлыҡ өҫтәй, хатта ауып барған ҡоймаға эске яҡлап һөйәтелгән терәүҙәр ҙә ҡәҙерле һымаҡ ине. Ә хужабикәләрҙең йыйырсыҡлы йөҙҙәренә саф күңелдәре төбөнән илаһи нур һибелә, ҡытыршы, һөйәлләнгән ҡулдары шул тиклем йомшаҡ! Ә өй эсе һуң, өй эсе-е: ишектән ингәс тә – оло һандыҡ (беҙ, малайҙар, өсөн ул серле мөғжизә сығанағы), һул яҡта – икмәк мейесе, алдында – кеҫауғас, әллә нисәмә төрлө таба, түрҙә – һике йәки ағас карауат, стенала кәкүкле сәғәт ваҡыт һанай, ошо ваҡыттың бер генә мәлен сағылдырған рамдағы кәртишкәләрҙән яҡындары ҡарай. Улар араһында мотлаҡ һалдат кейемлеләре лә бар. Ағас өҫтәл эргәһенә ултырғыстар теҙелешкән, ҡул менән әйләндерелгән “сипарат” ҡуйылған бәләкәй генә эскәмйә лә тора. Тағы ла – ҡомлап йыуылған, буяуһыҙ ҙа һап-һары иҙән! Сигелгән селтәрҙәр, пар күгәрсендәр төшкән мендәр япмалары... Илаһи, әйтеп кенә лә аңлата алмаҫлыҡ, яҙып һүҙҙәр етмәҫлек нурға мансылған, йылылыҡ бөрккән өй эстәре!
Ком: 0 // Уҡынылар: 245 тапҡыр // Тотош уҡырға
Афғанда икәнен ата-әсәһе белмәгән Совет ғәскәрҙәре составында Афғанстанда яу юлын үткән ҡаһармандарыбыҙҙың береһе – Фәрит Фәхретдинов. 1966 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Ҡолой ауылында ғаиләлә икенсе бала булып тыуа ул. Атаһы Сабит Арғаяш районының комсомол комитеты рәйесе була, совет партия мәктәбен тамамлай. Ҡолой ауылына ҡайтҡас, ауыл халҡы уны гел ауыл, район Советына депутат итеп һайлай. Хаҡлы ялға ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләп сыға.
Ком: 0 // Уҡынылар: 192 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йыр һәм шиғыр – илһам тигән... Бер үк ҡоштоң ике ҡанаты... Мәүлит Ямалетдин — бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә үҙенсәлекле, сағыу таланттарҙың береһе. Уның йыр-моңона, күп ҡырлы ижадына мөрәжәғәт итмәгән уҡыусы һирәктер. Академик Ғайса Хөсәйенов әйтмешләй, “Мәүлит Ямалетдин — үҙе бер мөғжизә, уникаль күренеш” булһа, “жанр төрлөлөгө буйынса бөгөнгө әҙәбиәттә уның менән йәнәш ҡуйырлыҡ башҡа кеше юҡ.
М. Ямалетдинов ижадында беҙ шиғыр, робағи, поэма, монолог, эпос, дастан, ҡобайыр, шиғри әкиәт, хикәйә, повесть, эссе, романдарҙы күрәбеҙ, улар араһында хатта халҡыбыҙҙың һирәк башҡарылған йырҙарының ноталары ла бар”, — тип яҙҙы уның күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында яҡташы — Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы Рәмзилә Кәлимова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 259 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 12 Алға
Бит башына