Кәбир Аҡбашев һүҙҙәре,
Роза Сәхәүетдинова көйө

Ҡояш менән ай яҙмышы булдыҡ,
Осрашмабыҙ, тиеп ут һалма.
Яҙмыштарҙан һин бит көслөрәкһең —
Юғалма юлдарымдан, юғалма.
Ком: 0 // Уҡынылар: 26 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уран Кинйәбулатов һүҙҙәре Роза Сәхәүетдинова көйө

Ниңә икән һинең исемеңде
Ҡушам һаман моңло йырҙарға?
Мөхәббәтем, бәхеткәйем минең
Тулып ағырмы икән ярҙарға?
Ком: 0 // Уҡынылар: 28 тапҡыр // Тотош уҡырға
Р. Ханнанов һүҙҙәре һәм көйө

Оҙаҡ торҙо, атым сапманы,
Боролоштан саҡ-саҡ атланы.
Ҡыңғырауҙар тағып, ауыл урамдарын
Сәскәләргә күмеп булманы.
Оҙаҡ торҙо, атым сапманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 10 тапҡыр // Тотош уҡырға
З. Фәйзуллина һүҙҙәре У. Иҙелбаев көйө

Сәстәремдән һыйпап,
Ҡосаҡлап һөйәһең,
Минең һәр уңышҡа
Шатланып көләһең.
Ком: 0 // Уҡынылар: 69 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәми Ғарипов һүҙҙәре
Нур Дауытов көйө

Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.
Ком: 0 // Уҡынылар: 73 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ