“Айҙар буйы аҡса алмай эшләүҙең ни тиклем ауыр икәнлеген аңлайһығыҙҙыр, – тип яҙғайны беҙгә Ғафури районының Аҡкүл ауылынан Р. Хәсәнов. – Элеватор тулы ҡеүәтенә эшләһә лә, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәй йөҙәтәләр. Октябрь айында ғына эш хаҡы буйынса бурыс ике миллион һумдан ашып китте. Ә бит предприятиеның иҫәбендә аҡса булып тора! “Аҡкүл элеваторы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хужалары Алексей Громов менән Рөстәм Мәҡсүтовтың халыҡтың бушҡа ыҙа сигеп, кәмһетелеп эшләүендә һис ҡайғыһы юҡ. Бындай башбаштаҡлыҡҡа ҡасан сик ҡуйылыр?”
Ком: 0 // Уҡынылар: 53 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телен белгән — илен һөйгәнТел — милләтте билдәләүсе, рухи байлыҡҡа алтын асҡыс булыусы төп ҡорал. Уның аша беҙ тарих менән дә, киләсәк менән дә бәйләнешкә инәбеҙ.
Районыбыҙ мәктәптәрендә төрлө милләт балалары белем ала, ҡайһылары башҡорт телен дәрестә генә ишетә. Шуға ла уҡытыусыларға үҙ фәненә һөйөү уятыу өсөн күп көс һалырға, төрлө алымдар ҡулланырға, ижади эҙләнергә тура килә. Ә бының өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған: дәреслектәр, заманса технологиялы ҡулланмалар етерлек.
Беҙҙә Р. Шакирова, Ф. Харисова, А. Сәлимова, Г. Миңлевәлиева, Ғ. Ҡадирова, Л. Фәхретдинова, Э. Шәйхуллина кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусылар эшләй. Улар өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмай: һәр ваҡыт эҙләнә, семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша, район һәм республика күләмендәге конкурстарҙа теләп ҡатнаша.
Ком: 0 // Уҡынылар: 57 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм танылған әҙиптәр менән осрашыу ауыл халҡы өсөн оло байрамға әүерелде.
Баш мөхәррир урынбаҫары Ришат Дихин төплө сығышы менән үҙенә арбаны. Яратҡан шағирыбыҙ Хәсән Назар менән күҙмә-күҙ осрашыуға ифрат шат булдыҡ. Уның телмәре, шиғырҙары йөрәктең иң нескә ҡылдарына үтеп инде. Гәзиттең үҙ хәбәрсеһе Сибәғәт Рахманғолов, үҙенсәлекле яҙыусы Мөҙәрис Багаевты ла йотлоғоп тыңланыҡ.
Бығаса ни эшләптер “Башҡортостан”-Йома” һанын ғына алдырҙым. Был осрашыу шул тиклем тәьҫир итте: ниңә әле төп баҫмабыҙҙы урыҡ-һурыҡ ҡына уҡырға, тигән уй менән иртәгәһенә үк почтаға барып, аҙнаға биш килә торғанына яҙылып ҡуйҙым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 63 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостанда матбуғат баҫмалары мәҙәниәт һәм сәнғәт темаһын даими яҡтырта. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был тәңгәлдә һөйләшәһе һүҙҙәр бик күп. “Тамаша”– мәҙәниәтте һәм сәнғәтте яҡтыртҡан берҙән-бер журнал. Күптән түгел журналистар “Тамаша” журналы редакцияһына оло һөйләшеүгә – “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылды.
– Матбуғаттың йөҙө ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы, – тине “Тамаша” журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев. – Уҡыусыларҙың яңы проекттары, ижади уйҙары сағылдырыла. Әммә мәҙәниәтте яҡтыртыуҙа барыбер бер урында тапанабыҙ кеүек. Анализ, тәнҡит юҡ. Күберәк маҡтау менән мауығабыҙ. Бөгөн ваҡытлы матбуғатта республикабыҙҙың мәҙәни тормошо ни өсөн тейешенсә яҡтыртылмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 48 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берәй ергә ҡунаҡҡа саҡырһалар, бүләккә нимә алырға икән тип баш ватаһың, көнкүрештә кәрәкле булһын тип уйлайһың. Бажамдың тыуған көнө алдынан башыма кинәт шәп бер уй килде: “Башҡортостан” гәзитенә яҙҙырһам, нисек булыр икән?
Күптән түгел бажаларға барһам, ул гәзит уҡып ултыра.
– Оҡшаймы? – тип һорайым.
– Оҡшамаған ҡайҙа! Эштән ҡайтам да иң тәүҙә ҡулыма “Башҡортостан”ды алам. Ҡайһылай шәп бүләк эшләгәнһең, рәхмәт! – тине ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 59 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ