Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Велосипед хужаһын тапты
Гәзитебеҙ матбуғатҡа яҙылыусылар араһында велосипед отоусы хаҡында хәбәр иткәйне инде — Архангел районының Абҙан ауылында йәшәгән Зифа Ғәзизуллинаға бүләкте тапшырҙыҡ.

“Башҡортостан” гәзитен әсәйем Зияда Ғәйфулла ҡыҙы ғүмере буйы алдырҙы. Ул — уҡытыусы, беҙҙә лә матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе”, — ти хәҙер үҙе лә Абҙан урта мәктә­бендә 25 йыл башланғыс клас­тарға белем биргән Зифа Ғәй­фулла ҡыҙы. Яңғыҙ өс бала тәр­биәләп үҫтергән икән Зифа. Нияз улы Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, эшләп йөрөй. Ҡыҙы Гүзәл дә юғары белемле, кейәүҙә. Кесе ҡыҙы БДПУ-ның колледжын тамамлап, ситтән тороп юғары белем ала.

“Яратҡан баҫмамда ҡыҙыҡлы кешеләр, проблемалы мәсьә­ләләр тураһында ҡыҙыҡһынып уҡыйым. “Иман” битен көтөп алам. Матбуғат һүҙенән үҙемә көс, дәрт алам. Дини календарь өсөн дә оло рәхмәт!” — тине гәзит уҡыусыбыҙ.


Зифа Ғәзизуллина сәләмәт­лек яҡлы. “Йәй буйы велосипедта йөрөргә яратам, “тимер атым” иҫкергәйне, яратҡан гәзитем хыялымды ысынбарлыҡ итте. Рәхмәт барығыҙға ла. Ә инде “Башҡортостан” гәзитенән айырылмаған гәзит уҡыусыларға Яңы йылда иң изге теләктәр юллайым!” — тине ул.
Афарин, Зифа! Артабанғы йылдарҙа Абҙан урта мәктәбе коллективы ла гәзиткә яҙылыуға дәррәү ҡушылыр тип ышанабыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ





Велосипед һәм юллама кемгә эләкте?

Велосипед һәм юллама кемгә эләкте? 28.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

“Башҡортостан” гәзите Яңы йылды ҡыуаныслы хәбәрҙәр менән ҡаршы ала. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән дөйөм...

Тотош уҡырға 279

Бүләге Роза апайҙы тапты

Бүләге Роза апайҙы тапты 18.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Киләһе йылға ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. “Башҡортостан” гәзите...

Тотош уҡырға 198

Дуҫлыҡ дауам итә

Дуҫлыҡ дауам итә 11.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Сибай гимназия-интернатында рухлы, әүҙем, ижади ҡарашлы милләттәшебеҙ — башҡорт теле һәм әҙәбиәте...

Тотош уҡырға 195

Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар

Бүләкле лә, гәзитле лә булдылар 10.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Рәсәй почтаһы иғлан иткән гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыу декаднигынан сибайҙар ҙа ситтә...

Тотош уҡырға 143

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ! 10.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

3—13 декабрҙә Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы...

Тотош уҡырға 143

Тоғролоҡ өсөн... бүләк

Тоғролоҡ өсөн... бүләк 04.12.2018 // Гәзиткә яҙылыу

“Башҡортостан” гәзитенә киләһе йылға яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргәндәр араһында Мәләүез...

Тотош уҡырға 166

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ! 30.11.2018 // Гәзиткә яҙылыу

3-13 декабрҙә Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы...

Тотош уҡырға 187

Акция дауам итә

Акция дауам итә 27.11.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Әнәс ағайҙың бүләге көнләштерә...

Тотош уҡырға 223

Гәзитте һикһән йыл алдырам

Гәзитте һикһән йыл алдырам 27.11.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Мин – хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, колхоздың партия ойошмаһы секретары...

Тотош уҡырға 140

Яҡташтарына өлгө күрһәтә

Яҡташтарына өлгө күрһәтә 27.11.2018 // Гәзиткә яҙылыу

Почта хеҙмәткәре иң беренсе булып үҙе матбуғатҡа яҙылды....

Тотош уҡырға 137

Хөрмәтле дуҫтар!

Хөрмәтле дуҫтар! 15.11.2018 // Гәзиткә яҙылыу

“Башҡортостан” гәзитенә электрон яҙылыуҙы үҙ итеүселәр арта бара. Ярты йылға яҙылыу – 834 һумға...

Тотош уҡырға 203

МАТБУҒАТ-2019

МАТБУҒАТ-2019 29.10.2018 // Гәзиткә яҙылыу

– Беҙ республикабыҙҙың йөрәк тибешен “Башҡортостан” гәзите аша тоябыҙ, – ти 35 йыл мәктәптә...

Тотош уҡырға 368