Велосипед хужаһын тапты11.01.2019
Гәзитебеҙ матбуғатҡа яҙылыусылар араһында велосипед отоусы хаҡында хәбәр иткәйне инде — Архангел районының Абҙан ауылында йәшәгән Зифа Ғәзизуллинаға бүләкте тапшырҙыҡ.

“Башҡортостан” гәзитен әсәйем Зияда Ғәйфулла ҡыҙы ғүмере буйы алдырҙы. Ул — уҡытыусы, беҙҙә лә матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләп үҫтерҙе”, — ти хәҙер үҙе лә Абҙан урта мәктә­бендә 25 йыл башланғыс клас­тарға белем биргән Зифа Ғәй­фулла ҡыҙы. Яңғыҙ өс бала тәр­биәләп үҫтергән икән Зифа. Нияз улы Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, эшләп йөрөй. Ҡыҙы Гүзәл дә юғары белемле, кейәүҙә. Кесе ҡыҙы БДПУ-ның колледжын тамамлап, ситтән тороп юғары белем ала.

“Яратҡан баҫмамда ҡыҙыҡлы кешеләр, проблемалы мәсьә­ләләр тураһында ҡыҙыҡһынып уҡыйым. “Иман” битен көтөп алам. Матбуғат һүҙенән үҙемә көс, дәрт алам. Дини календарь өсөн дә оло рәхмәт!” — тине гәзит уҡыусыбыҙ.


Зифа Ғәзизуллина сәләмәт­лек яҡлы. “Йәй буйы велосипедта йөрөргә яратам, “тимер атым” иҫкергәйне, яратҡан гәзитем хыялымды ысынбарлыҡ итте. Рәхмәт барығыҙға ла. Ә инде “Башҡортостан” гәзитенән айырылмаған гәзит уҡыусыларға Яңы йылда иң изге теләктәр юллайым!” — тине ул.
Афарин, Зифа! Артабанғы йылдарҙа Абҙан урта мәктәбе коллективы ла гәзиткә яҙылыуға дәррәү ҡушылыр тип ышанабыҙ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика