Фәнзил САНЪЯРОВ
“Яҙғы ташҡын булып, мин тағы ла
Бер килермен, һине һағынып...”


Ҡаялар ҙа илай

Күргәнем бар минең
Ҡаяларҙың
Субыр-субыр йәштәр ағыҙғанын.
Уйламаным бер ҙә, кеше кеүек,
Таштарҙың мин хәсрәт тамыҙғанын.

Һыҡтап-һыҡтап алды
Ғорур ҡая,
Тетрәнеүҙән таштар онталдылар!
Ҡаяларға һырылып үҫкән ҡайын,
Мыҡты имән шул мәл тын ҡалдылар!..


Ниндәй ғазап,
Күтәрә алмаҫ ҡайғы
Һырҙар һалды, ҡаям, һинең йөҙгә?!
Күрмәһәм мин, һис ышанмаҫ инем
«Ҡаялар ҙа илай!..» тигән һүҙгә.

Тәүбәгә килеү

Насар уйҙа булмам кешеләргә,
Ауыҙымдан сыҡмаҫ яман һүҙ.
Бәндәләрҙе иң-иң рәнйеткәне –
Улар хаҡындағы ялған һүҙ.

Аяҙ көндә йәшен төҫлө улар,
Йәй башында төшкән ҡырау ул.
Аяғыңдан йыҡһа ялған хәбәр,
Һөрән һалма илгә: «Ҡарауыл!..»

Ата-бабам әйткән аңдан сыҡмай:
«Кеше һүҙе ҡыя бәндәне!..»
Өндәшмәйсә торалмағанда ла
Яман һүҙҙе ятҡа әйтмәмен.

Амброзия...

Ымһындырҙы яңғырауыҡлы исемең,
Сабырлыҡҡа ҡалманы һис тәҡәтем.
Өҙгөләндем бер күрергә һине,
Еткерә алмай осрашыу сәғәтен.

Ят ауазды мең ҡабатлап наҙланым,
Мин тапманым унан күркәм исемде.
Һүҙһеҙ ҡалдым,
Йәмһеҙ һынын күргәстен,
Йыя алмай байтаҡ торҙом иҫемде...

Хаталандым, исемдәргә ҡарап, күп саҡ.
Белеү ауыр кешеләрҙең есемдәрен.
Йөҙ-ҡиәфәт – донъялағы иң шәп һүрәт,
Бер һүҙ менән әйткәндә, эсендәген:
Сүп үләне,
Ҡый икән дә –
Амброзия!..

Етеҙ Таныпҡа
яҙғы мәҙхиә


Етеҙ Танып!
Ҡайҙан дәрттәр алып,
Ҙур даръялай ташып ятаһың?!
Саҡрымдарға ашыр ташҡын өсөн
Көс-ғәйрәттәр ҡайҙан табаһың?!

Ташыр, шашыр мәлең әле һинең,
Бер иркенләп, әйҙә, тулап ал!
«Етеҙ» тиеп һине атағандар,
Булған өсөн холҡоң дыуамал!

Май башында күреп хайран ҡалдым —
Етеҙ Танып – егет таһылы!
Ир ныҡлығын шулай һынап ала,
Бер ирәйеп, Танып ташҡыны.

Беҙҙең дә бит әле үтмәгәндер
Танып төҫлө ташыу-ярһыуҙар!
Әллә күсеп минең ашҡыныуҙар,
Артыҡ ярһый быйыл ҡар-һыуҙар...

Беүә

Беүә буйҡайҙары йәйрәп ята,
Ярҙарына һыймай даръялар.
Үҙенсә бер хозурлыҡҡа сума
Яҙ айында бында донъялар!

Беүә, Беүә!
Ниңә ярһыйһыңдыр,
Ғәйрәтләнеп ошо тиклемен?!
Күҙ ҡарашым етмәй иңләр өсөн
Яҙғы даръяларҙың киңлеген!

Беүә буйҡайҙары шундай йәмле,
Шау сәскәлә һары талдары.
Әллә ниңә үҙәгемде өҙә
Һары һандуғастың моңдары?!

Беүә буйҡайҙарын онота алмам,
Йөрәгемдә ҡалды уйылып.
Яҙғы ташҡын булып, мин тағы ла
Бер килермен, һине һағынып.

Ике дәүер, ике яҙмыш

Яҙмыштарым минең ҡатлы-ҡатлы,
Бөтөн түгел шуға булмышым:
Заманымдың заңы, һыҙланыуы
Йөрәгемдә йөрөй тулышып.

Ике дәүер яҙған бер үҙемә,
Аямайҙар мине Ваҡыттар.
«Үткәнеңдән ваз кисәлһәң, — тиҙәр, —
Урап үтер һине ваҡлыҡтар!..»

Үткәненә ләғнәт яуҙырғанды
Бер саҡта ла ҡабул итмәнем.
Халҡы тарихынан баш тартҡандар
Һанға һуҡмай илен, икмәген!

Нисек кенә ҡанлы һәм дауыллы
Булмаһа ла, илем, яҙмышың.
Ватаныма тамсы ҡәҙәре лә
Төшмәйәсәк минең ҡарғышым.

Шуғалыр ҙа хәтерем уртаһында,
Тыуған илем, ята кисәгең.
Тарихыңды көсләп тапатҡанда,
Яңы заңға булмаҫ күсәһем!

Яҙмыштарым минең ҡатлы-ҡатлы,
Ике тәҡдир яҙҙы быуыныма.
Һыҙланыуҙар аша ғорурланам
Әлдә, илем, имен булғаныңа!

* * *

Кеше һүҙен үлсәп күтәрәмен,
Баш әйләнмәй ҡоро маҡтауҙарға.
Сөнки, беләм, ҡыуан елдәр иҫһә,
Бөрөләнмәй сәскә ҡаҡ тауҙарҙа!..

Кеше һүҙен үлсәп күтәрәмен,
Бөгөлмәйем ғәйбәт, яман һүҙгә.
Ҡырау ҙа бит таңға иреп ҡуя,
Ынтылһа ла ерҙе йәмһеҙләүгә.

Үрһәләнмә кеше һүҙҙәренә,
Яман уйҙар ҡайтыр үҙҙәренә.
Кеше һүҙен үлсәп күтәргәндәр
Күтәрелә аҡыл үрҙәренә.

* * *

Булғанда ла әйтер һүҙең
Бар нәмәнән һиммәтерәк,
Өндәшмәйсә ҡалыуҙарың
Саф алтындан ҡиммәтерәк!

Уйламайса әйткән һүҙҙән
Ҡыйылғандыр аҙмы йәндәр?!
Бер һүҙҙән дә юҡҡа сыға
Донъялағы барса йәмдәр.

Сәсрәткәнсе кеше күҙен
Әйтер өсөн әсе һүҙең,
Етә бары ябай таштан
Осһоҙораҡ булыу үҙең.

* * *

Кеше хәлен кеше белмәй,
Минең хәлгә бер кем инмәй,
Йөрәгемдә уттар дөрләй,
Ялҡындары һаман үрләй,
Янам-көйәм үҙем генә,
Бирһен Хоҙай түҙем генә —
Үҙ хәлемде үҙем беләм!

Кеше хәлен кеше белмәй,
Уттан һыуға сумар мәлем:
Йоҡоларҙан тамам яҙҙым,
Аҡылдарҙан, ахры, яҙҙым,
Берсә үләм, бер тереләм,
Һәм Мәжнүнгә әүереләм —
Үҙ хәлемде үҙем беләм!

Әлдә әле бер кеше бар,
Хәлгә инһә, тик ул инер:
Яндарыма тик ул килер,
Йә ҡыҙғаныр, йәки көлөр,
Йә ҡабыныр ялҡын-уттан,
Ләйлә булыр шул минуттан,
Йөрәктәрҙә уттар һүнмәҫ,
Беҙҙең хәлде кеше белмәҫ!

* * *

Бәндәселек менән гонаһ ҡылдым —
Илаһиәм иттем һине!
«Был донъяла һинән олуғ зат юҡ –
Һин табыныр Иман!» — тинем...

Теҙләндем мин алдарыңда һинең,
Ҡолоң булдым...
Булдым йәнһаҡсы!..
Ҡолдар һүҙһеҙ.Тик ялбарҙы күңел:
«О Илаһ! Миңә лә бер баҡсы!..»

Илаһиәм иттем
Ябай һынды,
Иманыма ҡол күңеле һынды.
Мин үҙемә кумир ижад итеп,
Бәндәселек менән гонаһ ҡылдым...