“Кеше китап асҡан һайын офоҡтары киңәйә”

1-07-2016, 06:20 // Әҙәби күстәнәс // Баҫып сығарырға
“Кеше китап асҡан һайын офоҡтары киңәйә”Учалы яҡтарына юлға сыҡҡан һайын Талха Ғиниәтуллин иҫкә төшә... Юҡ, яҙыусы булараҡ ҡына түгел, ә шуға ҡарай үткән юлы, ныҡышмаллығы арбай уйҙарҙы. Тәүге яҙмаһынан алып исеме матбуғатта күренә башлағанға тиклем дә нисәмә йыл арауығы ята бит. Шунда ла туҡтап ҡалмаған. Хәҙер килеп – халыҡ яҙыусыһы. Әлеге мәлдә иһә биш томлығын сығарыу эштәре алып барыла.


– Халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың бала сағын нисек һүрәтләр инегеҙ?
– Дөрөҫөн әйткәндә, бала сағым булманы. Атайым үлгәндә миңә 8 йәш ине, ә ике йылдан инәйһеҙ ҡалдым. Улар менән бәхилләшкәнгә тиклем дә, ауы­рыуҙары сәбәпле, балалыҡты күрмәнем тиергә була. Үҫмерлек осорон да татыманым. Ниндәй үҫмер булһын инде, әгәр ул йыртыҡ ыштанлы, бетле, таш­ланған малай икән?! Иҫ китмәле фәҡирлек булды. Туғандарҙан нәнәйем бай ине, ләкин унан кулак яһап, бар мөлкәтен тартып алдылар. Шулай итеп, ейәнен ҡарай алманы, үҙе лә аҡылынан яҙҙы. Тараҡан һәм бет тулған емерек кенә ағас өйөбөҙҙә тороп ҡалдым. Етеш үк булмаһа ла, тулы ғаиләле тиҫтерҙәремдән ситкә тибелгән инем. Улар үҙ-ара уйнай бирҙе, ә мин бар донъяға үс тоттом.
Тыуғандан 15 йыл үткәс, Белоретҡа ФЗО-ға сығып киттем. Унда инер өсөн бер йәш өҫтәп, тыуған йылымды 1924 итеп күрһәттем. Унан Свердловск яғына заводҡа ебәрҙеләр. Ашатыуҙарына килгәндә, икмәк бирҙеләр, тик ҡара ла, арыштан да түгел, ә бешеп етмәгән ниндәйҙер һыу ҡатнаш булды, йәнә бер туҫтаҡ борсаҡ өйрәһе эләгә ине. Унда елкә төбөнә биргеләп, арттан төрткөләп урыҫ теленә, эшләргә өйрәттеләр.
17 йәштә әрмегә алындым. Сөнки, алда әйтеүемсә, тыуған йылымды ҙурайтып күрһәттем.
– Әҙәбиәт менән танышы­уығыҙ ниҙән башланды?
– Әле Ураҙҙа йәшәгәндә үк шиғыр яҙғылаштырғаным булды. Үҫмер саҡта кем яҙып ҡара­мағандыр инде?.. Йәнә шағирҙар ижадын уҡырға яраттым. Ғаб­дулла Туҡай, Һаҙый Таҡташ­тыҡын яҡын күрҙем. Шул уҡ ваҡытта тормоштары ла мине ҡыҙыҡһындыра ине. Мәҫәлән, Һаҙый Таҡташты, белеүемсә, үҙҙәренең әҙәбиәтселәре үк эҙәрлекләп интектергән. Ә ниндәй лирик булған бит! Эйе, ул колхоздар, тракторсылар тураһында түгел, ә үҙенең күңелдәгеһен яҙған. Шул уҡ хәл Рәми Ғари­повтың тормошонда ла сағыла. Ни өсөн шулай?.. Үҙеңдекен күтәрергә, уға ярҙамлашырға кәрәк тәбаһа!
– Ҡушаматығыҙ булдымы?
– Илгиз Кәримов, Мостай Кәримдең улы, миңә “Илаҡ Талха” тигән ҡушамат биргәйне. Мин ул ваҡытта әле яҙыусы булырымды белмәй инем, юҡһа үҙемә “Илаҡ Талха” тигән псевдоним алыр инем. Бар бит инде Максим Горький, Демьян Бедный тигәндәре. Тик белмәнем, алтмыш йәштәргә тиклем яҙыусы булып һаналма­ным.
– Ә һеҙҙең яҙыусы юлы нисек башланып китте?
– Нисек яҙыусы булып киткәнем тураһында һөйләһәң, мине ғүмер буйы кемдер етәкләп алып барған кеүек. Рус телендә бер һүҙ белмәгән 15 йәшлек малай ауылдан сығып китә. Һәм тәүге рус һүҙҙәрен Белоретта әйтә башлай. “Ә, колхозный малайка, хәҙер таяҡ менән аяҡта­рыңды һындырам!” тигән берәүгә, “ще те надо, ще те надо” тип яуаплағайным. Һәм шул малай һуңынан нисектер билдәле рус телле яҙыусы булып китә.
Мин бит күп уҡыным. Әрмелә булғанда, 1947 йылда, Украина яҡтары ине, әҙ-мәҙ һүрәт төшөргәнемде белеп ҡалғастар, мәҙәниәт йортона биҙәлеш эшенә алдылар. Кавалерияла инек, ә мин етәкселәрҙең һүрәттәрен, плакаттар эшләнем. Мәҙәниәт йортонда уҡ йоҡланым да. Китапханаһы ла бар ине. Шунда Антон Павлович Чехов менән осраштым. Ә тәүге тапҡыр уның менән Германияла күрешкәйнем.
...Германия. Һуғыш бара. Һалдаттар буш өйҙәргә инеп, кемдер тәмәке, кемдер сәғәт эҙләй торғайны. Мин дә гонаһһыҙ булманым. Ә немецтар, практик халыҡ, ишектәрен бикләмәй ине. Һуң уны бикләһәң дә, барыбер инәсәктәр бит байлығыңды эҙләп, тәҙрә йә ишекте ватып булһа ла. Һәм бер шкафта Антон Чеховтың ҡалын томын таптым, шрифты ла революцияға тиклемге ине. Шуны уҡып маташтым. Сумкала оҙаҡ йөрөнө ул, һуңынан ҡайҙалыр ҡалдырып киттем. Чеховҡа тиклем мин үҫеп етмәгән инем.
Һуңынан полк клубында “Енәйәт һәм яза”ны уҡыным. Дос­тоевский ҡыҙыҡһындырғанға ла түгел, уны белмәй ҙә инем... Төн. Китапхананың диванында уҡып ултырам. Һәм Раскольников әбейҙе һуғып үлтергән еренә еткәс, мине ҡалтыратып ебәрҙе. Һуғышта булынды, алыштар үтел­де, ит үткәр­гес­тәрҙән дә тере сыҡтым... Контузия, яра ла алынды... Ә ошо әҫәрҙә барыһы ла ябай яҙылған, ҡурҡытырлыҡ нимәһе лә юҡ, әммә әҙәби һүҙ күңелгә үтеп ин­де. Мин ҡалты­рана башланым. Тышҡа сыҡтым. Ҡар яуа ине. Услап тороп ҡар йоторға тотондом. Шунда аң­лап ҡалдым һүҙ көсөн, әҙәби һүҙ­ҙең кешегә нисек тәьҫир итә алыуын.“Кеше китап асҡан һайын офоҡтары киңәйә”
Мин оҫта, уҡымышлы түгел инем. Әлбиттә, әҙәби алым, де­талдәр тураһын­да ла бер ни белмәнем. Шулай ҙа яҙа башланым, әйтерһең, кемдер мине етәкләп бара ине.
Бер заман, ыңғайы тура килеп, юллама буйынса “Ҡыҙыу инеш”кә барҙым. Ял итеүселәрҙең күптәре – әҙәбиәтселәр. Һәм “кем иң күп китап уҡыған” кеүегерәк бәйгеләр ҙә уҙа торғайны. Береһендә мин еңеүсе булып сыҡтым. Ул заманда уҡымышлылар ҙа аҙ ине. Күптәребеҙ бит – өс кенә класс тамамлаған һуғыш балалары. Шунда берәү миңә “Чеховты уҡығаның бармы?” тигән һорау биргәйне. “Уҡып ҡарағайным, аңламаным”, – тип яуаплағас, “Дала” тигән әҫәрен уҡырға кәңәш итте. “Ә инде яҙышыр булһағыҙ, иң тәүҙә Мартен Идендың “Джек Лондон”ын уҡығыҙ”, – тип тә өҫтәгәйне ул. Һүҙҙәренә ҡолаҡ һалдым, һуңынан хатта айырыла алмай уҡыным “Дала”ны.
– Тәүге тапҡыр әҫәрегеҙҙең ташҡа баҫылыуы һәм шуға ынтылғанда күрергә тура килгән ҡаршылыҡтар?
– Өҫтә әйткәндән башланды ла инде барыһы ла. Чехов, Джек Лондон, Ремарк һәм башҡалар өйрәткәнсә яҙҙым. Ләкин шунда ла “Был яҙмаларың бер ваҡытта ла баҫылмаясаҡ, кәрзингә, кәрзингә, кәрзингә...” тинеләр.
Һуғыш тураһында тәүге әҫәрем “Атака” исемле булды. Бакланов һәм башҡаларҙы уҡығандан һуң мин дә үҙемде ветеранский прозала һынап ҡарауым ине ул. “Атака”мды тотоп йә бер, йә икенсе баҫмалар буйлап йөрөй башланым. Һәр береһендә кире борҙолар. Шуны әйтер инем: редакцияларҙа ул заманда йәһүдтәр ултыра ине. Юҡ, был улар яғына ниндәйҙер яла ташлау түгел, бары уҡымышлы булыуҙарын билдәләгем килә. Сөнки улар һуғышҡа тиклем үк ғилемгә ынтылған, беҙҙән айырмалы, кәмендә туғыҙ класс тамамлаған.
Йылдар үткәс, тағы ла редакция тупһаларын тапап сығырға хәл иттем. Өмөтһөҙ генә, бары уйынлы-ысынлы “ҡана, ҡарап ҡарайыҡ әле” тигәндәй. Күптән таныш “Знамя” журналына аяҡ баҫтым. Унда иһә яңы бер ҡыҙҙы эшкә алған булғандар икән. Бына ул ҡулына эләккән әҫәремде күҙ алдында уҡ уҡый башланы. Хатта айырыла алмайынса. Һуңынан: “Нисек инде был яҙманы ташларға мөмкин? Кондратьевтан кәм түгел дәбаһа!” – тип аптыраны. Бер аҙҙан Талха Ғиниәтуллиндың “Атака” тигән повесы баҫылып сыҡты. “Знамя”! О, ул журнал етди ине! Унда яҙыусылар берлек­тәренең етәкселәре генә баҫыла торғайны...
Шул ваҡиғаның иң күңелһеҙе – ташҡа баҫылыуҙан бер тәьҫорат та булмауы. Сөнки шул ҡәҙәре бушҡа йөрөүҙәремдән миндә бушлыҡ ине... Шунда Мос­тай Кәримдең улы: “Талха, һин ҡуҙғалдың”, – тине.
Шулай итеп яҙыусы булып киттем тиергә була. Төрлө ерҙәрҙә баҫыла башланым. Ләкин 1991 йыл еткәс, редакцияларға яңы заман ҡыҙҙар-егеттәре ултырҙы. Улары иһә “неформат” тип кире борор булды. Йәнәһе, колхоздар хәрәкәтен сағылдырған яҙма­ларҙы ҡабул итмәйҙәр, һуғыш тураһында баҫмайҙар. Тышҡа бырғаттылар тиергә була хатта. Ҡалай ҙа минең әҫәрҙәремә Көнбайыштың, Франц Кафка, Марсель Прустың йоғонтоһо ингән – асыҡ яҙам.
– Тәүге осошоғоҙ, үргә ҡарай күтәрелеүегеҙҙе бәйән итһәгеҙ ине...
– Әҙәбиәт институтына ингәндә “Айыуташ” тигән әҫәремде алып барғайным. Ураҙ ауылы эргә­һендә шундай тау бар. Аҫтында ғына ялан, шунда ҡуна ятып бесән саба торғайныҡ. Хәҙер уйлап ҡуям, бала сағым ауыр һәм бетле булһа ла, ул замандар барыбер шатлыҡ менән һуғарылған икән. Нисек тә мине ҡайҙалыр интернатҡа, балалар йортона ебәрмәүҙәре яҡшы бит. Бесән эшләгәндә лә ашата инеләр, ҡыуыш ҡороп йәшәнек...
Әҫәрҙә иһә бер Марат тигән ауыл малайы шул Айыуташҡа сығып китә. Һәм шул егет үҙ арбаһында мине Әҙәбиәт институтына алып инә лә инде. Фамилиям эргәһендә торған ҡыҙыл “галочка” әле булһа күҙ алдында.
Ғариза яҙған ике меңләп кешенең туҡһаны ғына үтә ине унда. 45 кеше – көндөҙгө, 45 – ситтән тороп уҡыу бүлегенә. Мин икенселәр һанына индем. Крәҫ­тиән балаһына артығы кәрәкме ни? Был үҙе минең өсөн осош, тағы бер баҫҡысҡа күтәрелеү булды. Заводтағы станок янында тороусылар, фрезерлаусылар рәтенән институтҡа инеү баһалап бөткөһөҙ ине. Тимәк, мин – кеше, мин – студент!
– Иҫегеҙҙә иң ныҡ уйылып ҡалған көнөгөҙ ҙә шул ваҡи­ғаларға бәйле түгелме?
– Нәҡ шулай! Әҙәбиәт институтына ғариза биргәндә миңә 34 йәш ине. “Киләһе йылға килер­һегеҙ”, – тинеләр тәүҙә. Станок төбөнән килеп баҫҡан кешегә күпкә өмөт итергә лә ярамай ине, әлбиттә. Сөнки күптәр обком, райком, яҙыусылар берлек­тәренең тәҡдимдәре менән, шылтыратыуҙар буйынса ҡабул ителде. Мин ни, папкамды алдым да барыһына ҡул һелтәп ишеккә табан йүнәлдем. Шул ваҡыт бер ҡатын: “Папкаңды ҡалдыр, төрлөсә була торған. Кем белә, ҡайһы берҙә өҫтәмә лә ҡабул итәләр”, – тип документтарымды алып ҡалды. Гел етәкләп, һаҡлап барыусы фәрештәм шунда ла эргәмдә торғандыр, күрәһең... Инде көҙ еткәс, мин онотоп бөткәс, Әҙәбиәт институтынан “Һеҙ конкурстан үттегеҙ” тигән хат килеп төштө! Мейемдә әллә нимә ҡуҙғалғандай булды. Ҡармағымды тотоп балыҡҡа сыҡ та кит! Байтаҡ ҡына юғалып, тәбиғәттә ҡунып йөрөнөм. Һәм шунда ғына нимәгә өлгәшкәнемде аңлап ҡалдым.
– Ә һеҙҙең өсөн әҙәбиәт нимә ул?
– Минең атайым иртә үлде. Ә ул: “Улым, үҫкәс, мин һине эшләтмәйәсәкмен, һин ҡалаға барып уҡырһың!” – тигәйне. Тол ҡалғас, әсәйем баш күтәрмәй эшләне. Шуның менән беҙҙең ғүмерҙәрҙе һаҡланы. Ул ваҡытта пособиелар ҙа булманы, кешеләр аслыҡтан үлде. Ә уларҙан һуң минең нимәм булһын тағы? Бына, уларҙан һуң торғаны – әҙәбиәт.
Минең ике ҡатыным да яҡшы кешеләр булды. Улар үҙҙәрен ҡорбан итте тиһәм дә, яңылыш­мам. Беренсеһе бөтөн­ләй өҫтәл артына ултыртыр ҙа: “Яҙ! Эш хаҡың ғына бары нимә ул...” тиер ине. Беҙ уның менән утыҙ йылдан ашыуыраҡ йәшәнек. Ул йән һаҡсым булды минең...
Икенсе ҡатынымды мин “инәй” тинем. Хатта үлгәнендә шундай бушлыҡ тойҙом: әйтерһең дә, күңелемдең төбөндә ысын инәйем менән хушлаштым. Сөнки бала сағымда инәйем үлгәндә мин илай ҙа, ҡайғыра ла белмәй инем. Ул ваҡытта бары азатлыҡ тойғоһо ғына тыуғайны. Имеш, хәҙер ул мейес башында ауырып ятмай... Йәнәһе, теләгән ҡайһы яҡҡа сығып китә алам... Был, әлбиттә, яҡшы түгел, ләкин сабыймын бит... Шулай, икенсе ҡатыным үлгәс, мин үҙемде тота алмай өс ай буйы иланым. Шул ваҡытта илап күҙемде лә бөтөр­гәнмендер... Хәҙер бик насар күрәм. Ике ҡатын-ҡыҙ, ике ҡатыным – барыһы ла минең өсөн әҙәбиәт!..
– Туҡһан йәшкә тиклем тормош юлы үткән олуғ кеше булараҡ мөхәббәтте бар тиһегеҙме?
– О, был ҡатмарлы һорау! Уға хатта Платон да яуап бирә алмаған. Бары “Платоническая любовь” тигәнен генә уйлап сығарған. Боронғо гректар ҙа яуап бирә алмаған быға. Ә нимә ул мөхәббәт? Бары тәбиғәт кенә бар. Һәм уның иң тәү маҡсаты – Ер шарын ғүмер менән тултырыу. Беҙ иһә – тәбиғәт балалары. Тимәк, ир менән ҡатын бала табырға тейеш. Шулай итеп, бер енестә икенсеһенә ҡарата тартылыу көсө тыуған. Леонардо да Винчи: “Әгәр кешеләрҙә ошо тартылыу булмаһа, юҡҡа сығырҙар ине”, – тигән. Ә беҙ ни бары шиғриәт, серенадалар менән биҙәй генә башлағанбыҙ уны...
Әлбиттә, иҫкәрмәләр ҙә бар. Ул иһә тәбиғәт арттырып биргән­дәргә ҡағыла. Мәҫәлән, Мәжнүн, Матильдаға ғашиҡ булған Фридрих Гейне һәм башҡалар. Тәбиғәт ҡанундары тай­пылған уларҙан, һәм нәҡ улар шағир булып киткән, аҡылынан яҙған.
– Үҙегеҙ тартылыу тойғоһо кисергән ҡыҙ тураһында әйтеп үтһәгеҙ ине...
– Зөлҡәрнәй Насировтың Наилә тигән ҡыҙы булды. Бер ваҡыт Мәхмүт тигән малай менән уйнағаны өсөн көнләшеп, барҙым да тондорҙом ҡыҙға... Шулай итеп үҙемдең иғти­барымды күрһәт­кәнмендер. Йәнәһе, һуңынан ул минең менән генә уйнар тигәнмендер. Үҫә биргәс, Наиләгә әллә нисәмә дөйөм дәфтәр тултырып шиғыр яҙҙым. Барыһын да үҙенә тапшырҙым. Байтаҡ йылдар үткәс, уға ҡунаҡҡа индем, ул кейәүгә сыҡҡан ине инде. Теге дәфтәрҙәрҙе алып, айырым китап сығарырға уйлағайным, тик ире уларҙы утҡа яҡҡан булып сыҡты.
– Кешеләрҙә һеҙҙе нимә йәлеп итә?
– Изге күңелле булыуҙары тиемме... Юҡ, белмәйем... Кеше­ләрҙә мине һәләтлелек йәлеп итә, талант. Ялҡауҙарҙы бөтөнләй енем һөймәй! Крәҫ­тиәнме, балта оҫтаһымы, фрезерлаусымы, ул үҙ эшен белергә тейеш. Ғәмһеҙҙәр бер нисек тә йәлеп итмәй. Эшлекле кеше иһә ҡайҙа ла эш кешеһе булып ҡала.
– Әҙәбиәттә үҙ һәләттәрен барлай башлағандарға нимә әйтер инегеҙ?
– Уҡырға кәрәк күп итеп. Кеше китап асҡан һайын офоҡтары киңәйә. Һәм артыңа әйләнмәйенсә, кем нимә әйтер икән тимәйенсә яҙырға, фекерең­де еткерергә кәрәк. Башҡорт әҙәбиәтендә әле булһа ниндәйҙер оялыу, баҙнатһыҙлыҡ. Мәйтәм, иптәштәр, етәр ҡамыт кейеп, нимәнәндер ҡурҡып йәшәргә!..
Йәнә рухиәт кәрәк. Ә ул бит башҡортлоҡ ҡына түгел... Әйтәйек, урыҫтар гел генә “бәләкәй кеше” тураһында яҙған. Гоголдең “Шинель” әҫәрендәге Башмачкин тигәндәрен генә алайыҡ. Беҙҙекеләр уның шинель тегеүендә йәберләнгән кешене күрәләр. Шулайтмаһа ине! Ул заманда машинкала баҫып улты­рыусыға чиновниктарҙан да күберәк эш хаҡы бирелгән. Тимәк, Башмачкиндың теләһә ниндәй магазиндан өр-яңы шинель алыу мөмкинлеге булған. Фатир алыу ҙа, өй эшсеһен тотоу ҙа уға бер ни тормаған. Тик ул үҙе өсөн шинель тегергә хәл итә. Ни өсөнмө? Сөнки гел машинка төймәләренә баҫып ултырыуҙан, эштән өйгә ҡайтып, өйҙән эшкә генә йөрөүҙән ялҡҡан була. Кешегә шул ваҡыт йәне һөйгән шөғөл – хобби кәрәк. Һәм ул буҫтау һатып алып, шинель тегергә хәл итә. Шуның менән үҙ ғүмеренә ниндәйҙер мәғәнә лә өҫтәй. Юғиһә күңелде бушлыҡ баҫа. Бына бит, ниндәй әҙәби тәрәнлек! Шул уҡ Чеховтың “Дала”­һында, упҡында ятҡан кеше тура­һындағы яҙмала ла мәғәнә ята. Ә бары нимәнелер һүрәтләү генә, ваҡиғаларҙы тасуирлау – ул әҙәбиәт түгел...
– Әңгәмәне йомғаҡлап, тағы бер һорауымды бирәйем. Ауылға ҡайтырға йөрөйһөгөҙ икән, был юлы унда ҡалмаҡ­сыһығыҙмы?
– Эйе, ауылда минең ҡыйшайып бөткән булһа ла өйөм бар. Ҡыш сығыуы унда, бәлки, ҡыйынға тура килер. Ләкин үлә ҡалһам да ошонда, атайым эргәһенә, күмерҙәр...
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!