“Мин юҡ саҡта һөйөү һүҙҙәремде Йырға һалып улар йырларҙар...”

7-04-2017, 03:35 // Әҙәби күстәнәс // Баҫып сығарырға
УЛТЫРҒЫСТА
ШӘЛЕҢ ҠАЛҒАН


Ултырғыста шәлең ҡалған,
Шәлеңдә ҡалған йылың,
Өшөйҙөр инде кистәрен,
Бәғерем, һылыу һының?

Ултырғыста шәлең ҡалған,
Шәлеңдә − хушбуй еҫең,
Йөрәктә дөрләй ялҡыны
Һағыныу тигән хистең.

Ултырғыста шәлең ҡалған,
Шәлеңдә ҡалған наҙың,
Һинһеҙ миңә бер ғәме юҡ
Иртәрәк килгән яҙҙың.

ИҪӘР УЙҘАР

“Иҫәр” тимә, “иҫәр” тимә миңә,
Мин түгел ул, уйҙар – иҫәрҙәр.
Бына тағы рөхсәт һорамайса,
Һинең яндарыңа килгәндәр.

Ҡоштай осоп килгән ҡай берҙәре,
Бер туҡтауһыҙ ҡанат ҡағынып,
Йөҙәр саҡрымдарҙы үткәндәрҙер,
Зәңгәр күктән һине һағынып.

Балыҡ төҫлө йөҙгән ҡай берҙәре,
Тулҡындарҙы кисеп урталай.
Ҡанундарҙы боҙоп йәшәйештең
Әйтһәм дә мин: “Улай ярамай!”

Аттай сабып килгән ҡай берҙәре,
Аҡ күбеккә батып сабыуҙан.
Ул уйҙарҙы Хоҙай һаҡлағандыр
Ярты юлда ятып ҡалыуҙан.

“Иҫәр” тимә, “иҫәр” тимә миңә,
Мин түгел ул, уйҙар – иҫәрҙәр.
Бына тағы рөхсәт һорамайса,
Һинең ҡосағыңа кергәндәр.

ТИК ҺИҢӘ БАҒЫШЛАНҒАН

Быға тиклем яҙғандарым
Береһе лә шиғыр түгел,
“Ниңә?” − тиеп һорау бирһәң,
Шулай тойомлай күңел.

Уларҙа моң, уларҙа зар,
Cаф хистәрем аҙ һымаҡ,
Элек яҙылған шиғырҙың
Һәр беренән ятһынам.

Уларҙа юлдар күп һанлы,
Ә фекерем юҡ һымаҡ,
Иртәгә тыуаһыларын
Инде бөгөн юҡһынам.

Бына яңылары өсөн
Был ҡәҙәр тауышланмам,
Сөнки яңы шиғырҙарым
Тик һиңә бағышланған.

АТАЙ ҺҮҘЕ

Әйтә ине минең атай:
“Ғашиҡ булма, зинһар, балам,
Һин Баймаҡ ҡыҙҙарына.
Түҙәлмәҫһең йөрәгеңдең
Туҡтауһыҙ һыҙлауына”.

Тыңламаным, ә йөрәгем
Ситлектәге ҡошсоҡтай:
Өҙгөләнә, бәргеләнә,
Инде башҡа эш юҡтай.

Тыңламаным, ә йөрәгем
Бер ҙә тынғылыҡ тапмай:
Заһиҙә тигән исемде
Минут һайын ҡабатлай.
Тыңламаным, ә йөрәгем
Ашҡына уға таба:
Әйтерһең, сабышҡа сыҡҡан
Яҡшы ат кеүек саба.

Шиғыр яҙҙым, түҙә алмай,
Йөрәгем һыҙлауына.
Иҫкә төштө атай һүҙе:
“Ғашиҡ булма, зинһар, балам,
Һин Баймаҡ ҡыҙҙарына!..”

ИҪЕРЕК ЙӨРӘК

Эсмәйем мин, әммә эсмәһәм дә,
Йөрәккәйем бары иҫерә,
Нисә тапҡыр шулай булды инде
Бер бирелгән ғүмер эсендә.

Ҡарап алһын минең күҙҙәремә,
Ҡарашынан уның иҫерәм.
Айный алмай унан йөрөгән булам,
Күңел тойған шатлыҡ хисенән.

Үтеп кенә китһен яндарымдан,
Хушбуй еҫтәренән иҫерәм.
Уны ғына шунан уйлап йөрөйөм,
Башҡа нәмә сыға иҫемдән.

Уйнап ҡына әйтһен ул һүҙҙәрен,
Әйткән һүҙҙәренән иҫерәм.
Ҡабатлайым уның һәр бер һүҙен,
Ҡабатланмаҫ ләззәт кисерәм.

Эсмәйем мин, әммә эсмәһәм дә,
Йөрәккәйем бары иҫерә,
Нисә тапҡыр шулай булды инде
Бер бирелгән ғүмер эсендә.

МИҢӘ НИМӘЛЕР БУЛҒАН

Ер буйлап хәбәр тарала:
“Миңә нимәлер булған?!”
Илап ебәрермен кеүек,
Күңелем һағыштан тулған.
Ел тарата шул хәбәрҙе:
“Миңә нимәлер булған?!”
Күҙҙәремдән нур эҙләйҙәр,
Нурлы күҙҙәрем тонған.

Йыһанды әйләнә хәбәр:
“Миңә нимәлер булған?!”
Заһиҙәнең “Юҡ!” һүҙенән
Минең йөрәгем туңған.

ЗАҺИҘӘ
В. Нурғәлиев көйө.

Күңел күген йырсы ҡоштар һарыған,
Ҡайһыларын бүләк итәйем?
Ихлас хистәремде белдерергә,
Ҡайһыларын йүгереп илтәйем?

Ҡушымта:
Мин юҡ саҡта һөйөү һүҙҙәремде
Йырға һалып улар йырларҙар.
Һин һағынып, ҡушылып йырлай ҡалһаң,
Һинең йырҙы тынып тыңларҙар.

Күңел күген йырсы ҡоштар һарыған,
Телдәрендә — һинең исемең.
“Заһиҙә” тип мең ҡат ҡабатлайым
Ҡанат ҡаҡҡан ҡоштар төҫлө мин.

Күңел күген йырсы ҡоштар һарыған,
Һиңә оҡшар улар, беләмен.
Ҡулдарыма пар һандуғас тотоп,
Һинең яндарыңа киләмен.