Юҡ, онотоп булмай икән ул йән һөйгән йәреңде, күпме генә йылдар уҙһа ла. Йырҙарҙа йырланған, шиғри юлдарҙа һөйләнгән мөхәббәт! Уны юҡ тиҙәр, кем ысынлап яратмаған – шул кеше генә әйтәлер быны. Үҙенең ысын мөхәббәте менән ғүмер юлдарынан үтеүселәр ниндәй бәхетле! Тик... күптәргә бындай бәхет эләкмәй шул. Яратмаған йәрҙәр менән өйрәнелгән ҡалыпта донъя көтөүселәр бихисап. Балалар, эш-йорт араһында йөрөп ғүмерҙәре үтә, ә бит ҡанатландырыусы, һинең һәр көнөңдө салт аяҙ көнгә әйләндереүсе – ул яратҡан йәрең. Уның һәр һүҙе йөрәгеңә дауа, һәр хәрәкәте, һәр ҡағылыуы – мәңге татып туймаҫлыҡ ләззәт...


Ошоларҙы уйлап, талғын ғына барған автобустың яйына тирбәлеп килә Нурзилә. Сәстәренә һирәк-һаяҡ сал йүгергән, сибәр йөҙлө урта йәштәрҙәге ҡатын ике тиҫтә йылдан һуң беренсе мөхәббәте менән осрашыуға китеп бара. Ниңә барырға булды һуң әле? Күпме ваҡыт үткән, күпме һыуҙар аҡҡан. Хәҙер инде уҙған йылдарҙы кире ҡайтарып булмай! Юҡ, бөтәһенә лә асыҡлыҡ индерергә кәрәк, ни өсөн аралары шулай һыуынды? Ниңә бергә булырға насип итмәне? Һөйгәненең күҙҙәренә бер бағып, йылы ҡулдарына ҡағылғыһы килде Нурзиләнең. Килешеп етерме һуң был ҡылығы? Ни тиһәң дә, йәш-елкенсәк түгел.
Ошо уйҙарының осона сыға алмай килә Нурзилә, ҡайһылай яйы ла сыҡты бит – командировка тап һөйгәне йәшәгән ҡалаға тура килде, күпме йылдар ошо хаҡта хыялланды лабаһа.
Бына автобус таныш булмаған ҡалаға туҡталды. Сит-ят халыҡ, бейек йорттар, төрлө магазиндар теҙелеп киткән, машиналар ағымы – ҡайнап торған йәшәү ритмына ишара.
Нурзилә такси яллап, алдан һөйләшкән кафе янына килеп етте. Шул ваҡыт телефоны шылтыраны:
– Мин хәҙер, көт!
Ҡып-ҡыҙыл раузалар шәлкеме тотҡан, ҡара костюм кейгән, зәңгәрһыу күлдәккә тап килгән зауыҡлы галстук таҡҡан олпат ир туп-тура Нурзилә янына килеп баҫты.
– Һаумы, ҡәҙерлем! – Зиннур, Нурзиләне еңелсә генә ҡосаҡлап, гөлләмәһен тотторҙо.
Һуңынан улар кафеға инде. Зиннур йәш саҡтағылай еңел, һәр хәрәкәте, һәр һүҙе килешле, шаяртыуҙары ла урынлы.
– Йә, үҙең тураһында һөйләп ебәр, – тине ул Нурзиләгә.
– Нимә тип әйтәйем, ғүмер буйы район китапханаһында эшләнем...
– Мин институттан һуң ошо ҡалала төп­ләндем, заводта цех начальнигы. Яңғыҙмын, ни өсөндөр мөхәббәт фронтында эштәр бешмәне.
– Мин дә кейәүгә сыҡманым, – тине Нурзилә.
Уларҙың һүҙҙәре туҡтап ҡалды. Хәҙер иң мөһим һөйләшеүгә күсер ваҡыт яҡынлашты: беренсе мөхәббәт уттарҙа яндырҙы ла, яҙмыш еле ялҡын һибеп торған усаҡты һүндереп, икеһен ике яҡҡа ташланы. Ғазапланып, бер-береһен уйлап үтте ғүмеркәйҙәре. Нурзилә моңһоу ғына Зиннурға ҡарап алды, күҙҙәрендә бөтмәҫ үкенес, ғазап ине ҡатындың. Эх, кире ҡайтарып булһа ине шул саҡтарҙы.
...Нурзилә мәктәпте тамамлағас училищеға уҡырға инде. Ҡала тормошона өйрәнеп, иптәш ҡыҙҙары менән матур ғына уҡып йөрөй.
Бөгөн Илһөйәр әхирәтенең тыуған көнө. Ул нефть институтында уҡыған ауылдашын саҡырған.
– Бүлмәләш егет менән киләм, – тине. – Ҡыҙ­ҙар, әҙерләнеп тороғоҙ, моғайын, дуҫы берәйе­геҙгә күҙ атыр, – тине ул, серле генә йылмайып.
Егеттәр килеп ингәндә, ҡыҙҙар биҙәнеп-төҙәнеп, иң матур күлдәктәрен кейеп алғайны.
– Һаумыһығыҙ, сибәркәйҙәр! – тине Илһө­йәр­ҙең танышы Зиннур. – Таныш булығыҙ, дуҫым Әхмәт.
Йәштәр туйғансы һөйләште, күңел асты. Ҡыҙҙар әҙерләгән тәм-том менән сәй эсте.
– Әйҙәгеҙ, урамда йөрөп әйләнәйек, – тине Әхмәт.
Улар күмәкләшеп яҡындағы паркка юлланды. Көндәр ҡышҡа яҡынлаша, сағыу төҫтәрен юғалтҡан япраҡтар һалҡын ел көйөнә өйөрөлә, ағастар яп-яланғас булып ҡалған. Шул ваҡыт ямғыр яуа башланы, кемуҙарҙан йүгерешеп ышыҡланыр урын эҙләнеләр. Зиннур менән Нурзилә ҡарағай төбөнә туҡталды.
– Ҡулдарың өшөгән, – тип егет ҡыҙҙың ҡул­дарын усына йомдо. Уларҙың ҡараштары осрашты, Нурзилә тиҙ генә күҙҙәрен йәшерҙе, Зиннурҙың зәңгәр күҙҙәре өтөп алып бара төҫлө тойолдо.
– Иртәгә яныңа килһәм буламы?
– Дәрестәр сәғәт дүрттәрҙә бөтә, тик миңә китапханала бер аҙ ултырырға кәрәк, – тине ҡыҙ, ризалығын белдереп.
Ошо көндән башлап улар араһында ҡайнар хис яралды. Нурзилә атлап түгел, осоп йөрөнө, һәр көн байрамға ғына түгел, ғазапҡа ла әй­ләнде, ул һөйгәнен көтөп ала алманы, осраш­ҡас, әйтер һүҙҙәрен онотто. Зиннур уның тап киреһе – әллә ҡайҙан һүҙен таба, шаярта, яйы сыҡҡан һайын ҡыҙҙы шоколад, туңдырма менән һыйлай, уға ни эшләһә лә килешеп тора! Нурзилә менән Зиннур айырылмаҫ йәр­ҙәргә әйләнде. Илһөйәр әхирәте менән ауыл­дашының һөйөүенә берсә һоҡланып, берсә көнләшеп ҡараны. Ул үҙе лә Зиннурға битараф түгел ине, егеттең уның тыуған көнөнә килергә ихлас риза булыуы, сәскәләр бүләк итеүе ҡыҙҙа өмөт уятҡайны. Тик ана нисек килеп сыҡты. Илһөйәр Нурзиләгә был тойғоһон белгертмәне, ә эстән генә янды.
Яҙ еткәс, Зиннур үҙе теләп әрме хеҙмәтенә барырға булды:
– Ысын егеттәр хәрби хеҙмәт үтергә тейеш, – тине ул. Нурзилә уны күҙ йәштәренә быуылып оҙатып ҡалды.
– Ҡайтҡас та өйләнешербеҙ, мине көт, йәнем! – тине егет, ҡайнар бышылдап.
– Көтөрмөн, – тине ҡыҙ.
***

Ике йыл ваҡыт үтеп тә китте. Нурзилә өсөн бөгөн икеләтә шатлыҡ: беренсенән, ул училищены тамамлап диплом алды, икенсенән, Зиннурҙың әрменән ҡайтырына бер нисә генә көн ҡалған!
Илһөйәр дөйөм ятаҡтағы бүлмәгә йүгереп килеп инде:
– Нурзилә, профком яҡшы уҡыған студент­тарға туристик сәйәхәткә юлламалар бүлгән, исемлектә һинең дә фамилияң тора, үҙем күрҙем, – тине.
Ҡыҙ был хәбәрҙән юғалып ҡалғандай булды, эх, күпме хыялланды ошо хаҡта, сит яҡтарҙы күреп, тәбиғәте, иҫтәлекле урындары менән танышаһы ине! Етмәһә, юллама менән!
– Бара алмам шул, Зиннур ҙа ҡайта оҙаҡламай, – тине Нурзилә күңелһеҙ генә. – Күрге килә лә ул...
– Шулай булғас, барып ҡайт! Ҡасан тағы эләгә әле бындай бәхет! Зиннур ҡайтһа ни, аңлатырмын. Бер нисә көнгә түҙер әле, кире китмәй бит әрмегә, – тип Илһөйәр тамам күндерҙе әхирәтен.
Бер көн эсендә йыйынып, иртәгәһенә бер төркөм егет һәм ҡыҙҙар, ҙур, уңайлы автобус­тарға ултырып, сәйәхәткә юлланды. Илһөйәр ҙә әхирәтен оҙатырға килде.
– Зиннур ҡайтһа, барыһын да аңлатырһың, үпкәләп ҡуймаһын! – тине Нурзилә автобус тәҙрәһе аша.
– Ярай, бәлки, һеҙ әйләнгәнсе ҡайтып өлгөрмәҫ әле, – тине уны йыуатып Илһөйәр.
...Ә был ваҡыт училище ятағы вахтаһында ап-аҡ гөлләмәләр тотоп, хәрби кейемдә Зиннур һөйгәнен көтә ине. Ишектән килеп кергән Илһөйәр уны күреп ҡосағына ташланды:
– Ой, ауылдаш, ҡайттыңмы ни? Һағындырҙың...
Улар бүлмәгә инде, Зиннур тел осондағы һорауын бирә һалды:
– Нурзилә ҡайтып киттеме әллә?
– Ә-ә-ә, әйтергә онотоп торам, улар... ни...сәйәхәткә сығып киттеләр.
– Кемдәр... улар? Ниндәй сәйәхәт?
– Һуң...туй сәйәхәте инде, – тип алдашты ҡыҙ, аҫтыртын йылмайып.
Егеттең йөҙөн ҡара болот ҡапланымы ни! Ул ни әйтергә белмәне, ниңә һуң хаттарында бер ни ҙә яҙманы, әллә ҡурҡтымы, әллә мине борсорға теләмәнеме?
– Ярай, ҡайғырма, ҡыҙҙар бөтмәгән әле донъяла, табылыр, – тине Илһөйәр, сәй әҙер­ләп. Үҙе эстән генә тантана итте, “шул кәрәк уға, уның яратып йөрөгән егетен һалдырып алырға намыҫы етте, ниңә, мин кемдән кәм, мин дә үҙ бәхетем өсөн көрәшергә тейеш” тип уйланы ул.
Зиннур ауылдашының был хәбәренә һаман да ышанманы, юҡ, булмаҫ, Нурзиләһе ундай түгел!
– Ҡыҙҙар шулай инде, яҡшыраҡ егет күрһәләр, ҡулдан ысҡындырырға теләмәй, – тип яраға тоҙ һипте Илһөйәр. – Ә мин бына һине күптән ярата инем, шуға күрә көттөм дә, – тип егеткә һыйынды...
Иртәгәһенә Илһөйәр, тиҙ генә документтарын училищенан алып, үҙ районына Зиннурға эйәреп ҡайтып китте. Ашыҡ-бошоҡ туй яһап, сит ҡалаға күсеп тә киттеләр.
Зиннур һөйгәненең хыянатын оҙаҡ кисерә алманы, эш, донъя мәшәҡәттәре менән ҡайғыһын баҫты. Тәүҙә кәләше менән арыу ғына йәшәп алып киттеләр, Зиннурҙың тырышлығы менән фатир, еңел машина һатып алдылар. Йәйге отпуск мәлдәрендә ауылға ҡайтып әйләнделәр. Илһөйәр үҙен генә яратҡан ҡатынға әүерелде, Зиннурҙың тапҡанын туҙҙырҙы, кәйеф-сафа яратты, ә эшкә бер ҙә елкәһе батманы. Етмәһә, бала табыу тураһында уйларға ла теләмәне, шулай ун биш йыл ғүмер уҙып та киткән.
Йүнле-башлы йәшәмәү, бер-береңде аңларға теләмәү тамам ялҡытты Зиннурҙы. Бер көн ул айырылышыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты... Шул ваҡыт Илһөйәр туҙынып, үҙенең мәкерле “эше” хаҡында, нисек Нурзиләнән биҙҙереүе, туристик сәйәхәтте туй сәйәхәте тип алдауы тураһында мыҫҡыллы көлөп һөйләп бирҙе лә, әйберҙәрен йыйып, өйҙән сығып китте.
Зиннур башын тотоп оҙаҡ ултырҙы, йә инде, ниңә хәйләкәр, яһил Илһөйәрҙең һүҙҙәренә тәүҙән үк шикләнмәгән, бер сәбәпһеҙ Нурзиләһен хыянатта ғәйепләгән? Икеһе лә мәкер ҡорбаны булған.
...Ошоларҙы һөйләне Зиннур һөйгәненә. Нурзиләнең йөҙө ағарып китте, ирендәре ҡыҫылды, күҙҙәренә йәш төйөлдө.
– Илһөйәр сығып киткәс, оҙаҡ ваҡыт уның һүҙҙәренән айный алманым, үҙемде тик эш кенә ҡотҡарҙы. Бер-ике йыл үткәс, яҡын ғына дуҫым һине Интернеттан эҙләп ҡарарға кәңәш итте. Тапҡас та, яҙырға батырсылыҡ итмәй йөрөнөм әле, – тине Зиннур, ғәйепле йылмайып.
Улар һуңға тиклем кафела һөйләшеп ултырҙы, Нурзиләне ҡунаҡханаға оҙата сыҡҡанда шыбырҙап ямғыр ҡоя ине. Яңғыҙ ғына үҫеп ултырған ҡарағай төбөнә ышыҡланғас, Зиннур һөйгәненә:
– Иртәгә яныңа килһәм буламы? – тине. Нурзилә йылмайып баш ҡаҡты.