Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош күренештәре
Тормош күренештәреҒата ҡәйнеше Рәйесте Ҡөрьән ашына саҡырырға килгәндә, тегеһе бер аҙ төшөргәйне инде.
– Ҡәйнеш, бер үк ашҡа эсеп килмә, еҫе сығып тормаһын, Ҡөрьән ашы бит, ярамаҫ. Аштың йәмен ебәреп ҡуя күрмә, – тип ҡат-ҡат киҫәтте.
– Еҙнәй, үҙең беләһең, эсмә­йенсә ҡунаҡҡа йөрөмәйем бит.
– Ҡоҙағыйың хөрмәтенә, бәлки, бер көн эсмәй түҙеп торорһоң. Әсәйем рухына Ҡөрьән уҡытырға ине...
– Ә, ҡоҙағый хөрмәтенә...
Ғата сығып киткәс, Рәйес уйға ҡалды. “Ҡоҙағый һәйбәт кеше ине, мәрхүмәң, йәш­ләй генә гүр эйәһе булды. Башым ауыртып барғанда, хәлемә инеп, зәм-зәм һыуын һалып бирә торғайны. Бик һәйбәт кеше булды, уның хөрмәтенә түҙергә кә­рәк”. Күҙҙәренә тығылған күҙ йәштәрен ҡул һырты менән һөртөп алды ла ихатаға ашыҡты.
Бик ауырлыҡ менән булһа ла, Рәйес ул көндә эсмәҫкә тырышты. Эскеһе килеүен онотоп, баҡсала эшләп ҡараны. Һарай эсен тиреҫтән таҙартты, кәртә-ҡураны төҙәткеләп сыҡты. Ҡыҫҡаһы, бик ҡыйынлыҡ менән түҙеп, көндө саҡ үткәрҙе.
Иртәгәһенә йоҡоһонан уянғас, ғәҙәте буйынса, араҡы эҙләй башланы. Шул саҡ келт итеп ашҡа бараһы иҫенә төштө. “Их, ярамай бит әле”, – тип лып итеп диванға ултырҙы. Бер аҙҙан һикереп торҙо ла көҙгөгә ҡараны. Ҡыры­наһы ла бар икән. “Ағиҙел”ен сығарып ҡырынғас, һауыт төбөн­дә генә ҡалған хушбуй менән һөртөнөп алды. Ах, еҫтәре!
Уның бөтә өмөтө еҙнәһендә. Мәжлес тамамланғас, йөҙ грамм һалып бирер әле. Былтыр шулай иткәйне. Яратҡан ҡәйнешенең хәленә инмәй ҡалмаҫ. Өҫтөнә яҡшыраҡ кейемдәрен кейеп, әйтелгән сәғәткә Рәйес еҙнәләре яғына атланы.
Туған-тыумаса, күрше-тирә йыйылды. Мулла ла һуңламаны, өр-яңы “Жигули”ына ултырып, күрше ауылдан килеп тә етте.
Күптән күрешмәгән ҡунаҡтар бер-береһенең хәлен һорашты, донъя хәлдәре тураһында һөй­ләшеп алдылар. Мулла ла һүҙгә ҡушылып, вәғәз уҡыны. Халыҡ­тың эскелеккә бирелә башлауы, дингә бик ауырлыҡ менән генә ҡайтыуы тураһында әйтте. Эсеү тураһында һөйләгәндә, Рәйес башын аҫҡа эйеп ултырҙы. Йыйылған кешеләрҙең барыһы ла, уға ҡарай төҫлө тойола ине. Мулла әруахтар рухына аят уҡыны.
Өй эсендә тынлыҡ урынлашты. Сәғәт­тән дә артыҡ тик ултыра алмаған Рәйес йоҡоһо килеүгә саҡ түҙеп ултырҙы, ләкин бер аҙҙан ниндәйҙер илаһи көс сихри донъяға алып китте уны. Күңе­ленә тыныс­лыҡ урынлашҡандай булды. Кисәгенән ауыртып, ауырайып торған башы еңеләй­гәндәй, асылып киткәндәй итте. Бик иртә үлгән атаһы иҫенә төштө. Уҡылған аяттар атайым рухына ла барып ирешһә ине, тип теләк теләргә онотманы ул.
Мулла ҡөръән уҡып бөткәс, хужа уның артынан ҡунаҡтарға ла саҙаҡа таратып сыҡты. Рәйес йыйылған аҡсаларға күҙ һалып, һыралыҡ йыйыла бит, тип һөйө­нөп ҡуйҙы. Янында ултырған ҡоҙаһы, усындағы аҡсаларын муллаға һуҙып:
– Атай-әсәйем рухына булһын, – тине лә, Рәйескә ҡарап:
– Һин дә хәйер бир, атайың рухына булыр, – тип бышылданы. Рәйес нимә эшләргә белмәй ҡалды. Бирһә һыраға ҡалмай, бирмәһә, кеше араһында оят. Бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, ҡулындағы аҡсаларҙы муллаға һуҙып:
– Атайым рухына булһын, – тине ул. Эх, был Азат ҡоҙаны! Башҡа урында булһа валлаһи һалып ебәрер ине.
Ҡайнар аш, баллап сәй эскәс, Рәйестең эсенә бер аҙ йылы инеп киткәндәй булды, күңеле күтәрелде. Күптән был тиклем ашағаны юҡ ине уның. Маңлайынан бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡты. Кешеләргә ҡушылып һөйләшеп, көлөшөп тә алды. Эскеһе килеү уйы ла юғалды.
Мәжлес тамамланғас, хужа­ларға рәхмәт әйтеп, ҡунаҡтар таралышты. Ғатаның иң яҡын кешеләре генә һөйләшеп ишек алдында ҡалды. Улар араһында Рәйес тә бар.
– Тәмәке тартып алайыҡ та сәй яңыртып сығырбыҙ, – тине Ғата.
Еҙнәһенең был һүҙен үҙенсә аңлап шатланған Рәйес тамағын ҡырып ҡуйҙы.
Бер аҙҙан хужабикә сығып:
– Ғата, инегеҙ, сәй әҙер, – тип йортҡа саҡырҙы. Рәйес беренсе булып өйгә ашыҡты. Уның нимә көткәнен һиҙгәндәй, Ғатаның ҡустыһы Рәүеф:
– Еңгәм юҡҡа ғына саҡыр­мағандыр, – тип шатлығынан ҡулдарын бер-береһенә ышҡып алды. Ҡош балаларындай теҙе­лешеп, өҫтәл артына улты­рышыуға йәш килендәр ҡайнар сәй ташый башланы. Бер кеше лә сәйгә үрелмәне, Ғатаның шешә сығарыуын көттө.
– Йә, йә, сәйҙән етешегеҙ, еңгәгеҙ бешергән сәк-сәктән ауыҙ итегеҙ, – тине Ғата, эҫе сәйҙе ғолт-ғолт йотоп. Ҡустыһы Рәүеф түҙмәне:
– Ағай, шунда һалҡын сәйең юҡмы ни, быныһы бигерәк эҫе, – тине, кәсәһен ситкәрәк этеп.
– Ә, һалҡын сәй? Әйтергә онотоп торам. Ҡөръән уҡытҡан көндә эсергә ярамай икән. Былтыр эскәйнек бит. Шул көндә үк һарыҡ йығылып үлде. Мулла, эсеүегеҙ менән Ҡөръәндең көсөн юғалт­ҡанһығыҙ, ҙур гонаһ ҡылған­һығыҙ, тип аңлатты.
Рәйестең кәйефе төштө. Белгән булһа, тороп ҡалмаҫ ине. Ҡабаланып сәйен бер ике йотто ла:
– Апай, еҙнәй, рәхмәт, һау булығыҙ, – тип тороп өйҙән сығып та китте.
– Ҡәйнеш, ашыҡма әле, – тигән һүҙҙәр ҡолағына саҡ-саҡ ишетелеп ҡалғандай булды. Күмәк аяҡ кейеме араһынан үҙенең таушала башлаған туфлийын табып кейҙе лә ҡапҡаға табан атланы. Өй менән ҡапҡа араһын оҙағыраҡ үтергә тырышты. Еҙнәһе килеп сығыр ҙа, ҡәйнеш, мә инде, һиңә генә һалам, тип әйтер төҫлө ине уға. Тимер ҡапҡаны шығырҙатып асты ла өйҙән бер кем дә сыҡмағас, уны шап итеп ябып, ҡайтыр яҡҡа атланы. Үҙе атлай, ә күңеле өмөтләнә. Бер нисә тапҡыр боролоп та ҡараны, ләкин артынан килеүсе лә, саҡырыусы ла булманы.
Байтаҡ ҡына ара үтеп, тыҡрыҡҡа ла етте. Боролғанда Рәйес һуңғы өмөт менән тағы бер ҡарап алды. Еҙнәһенә үпкә белдереп, кибет яғына боролдо. Шул саҡ “Ҡөръән уҡытҡан көндә араҡы эсергә ярамай” тигән һүҙҙәр иҫенә төштө. Ул да бит атаһы рухына саҙаҡа бирҙе. Атаһының рухы улының был ҡылығына һөйөнгәндер, уға изгелек теләп яталыр. Юҡ, юҡ, бөгөн эсмәҫкә! Былай ҙа атаһын бик иҫкә алғаны юҡ. Ҡәберенә лә юлды онотто. Боролдо ла, башын күтәрә биреп, күңеленән ниндәйҙер бер ғорурлыҡ менән рәхәтлек кисереп, йортона табан атланы.

Ҡырмыҫҡалы районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Нәшриәттә – “Иҙел ҡыҙы”

Нәшриәттә – “Иҙел ҡыҙы” 02.10.2018 // Әҙәби күстәнәс

Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Аҡбутинаның “Иҙел ҡыҙы”...

Тотош уҡырға 129

“Был донъяның мең нурынан һарҡҡан Шиғриәттер – күңел дауаһы”

“Был донъяның мең нурынан һарҡҡан Шиғриәттер – күңел дауаһы” 02.10.2018 // Әҙәби күстәнәс

Юҡҡа ғына тәүге мөхәббәт тип аталмай был тойғо. Ҡулымда — З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә...

Тотош уҡырға 147

АБДУЛЛА СОЛТАНОВҠА

АБДУЛЛА СОЛТАНОВҠА 25.09.2018 // Әҙәби күстәнәс

Һауа тығыҙ. Ағымына уның Ҡаршы ҡуйғаныңда күкрәкте, Ул йәшенле күктәр Нисәнсе ҡат Аң-ғәмеңде һинең...

Тотош уҡырға 113

Элек һәм хәҙер

Элек һәм хәҙер 11.09.2018 // Әҙәби күстәнәс

Һуңғы ваҡыттарҙа Ғүмәр Бәхтиәр улы ауыр уйҙарға йыш бирелә. Үткән ғүмерен иҫенә төшөрә лә “их” тип...

Тотош уҡырға 207

“Быуат ҡанатында”: милләт, шәхес азатлығы, халыҡ бәхете

“Быуат ҡанатында”: милләт, шәхес азатлығы, халыҡ бәхете 03.08.2018 // Әҙәби күстәнәс

Марс Нуриевтең исеме әҙәбиәт донъяһында китап уҡыусыға прозаик та, шағир ҙа, публицист булараҡ та...

Тотош уҡырға 188

Гөлнур ЯҠУПОВА: ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ

Гөлнур ЯҠУПОВА: ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ 06.07.2018 // Әҙәби күстәнәс

Әҫәрҙән өҙөк Асанай! Хыялындағы әкиәти матур был ауылға юл төшмәне шул Һәҙиәгә. ...Таң алдынан...

Тотош уҡырға 252

Зифа менән Заһир

Зифа менән Заһир 29.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Йырҙарҙа йырланғанса, икеһе лә пар килеп ҡауышты улар. Зифа исеме менән бергә тыуған кеүек зифа...

Тотош уҡырға 321

Мәҙәктәр

Мәҙәктәр 16.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Һемәйтте Шағир Рәмил Сурағол менән Мәскәүҙең “Внуково” аэропортында торабыҙ. Ҡаҙағстандың Шымкент...

Тотош уҡырға 376

Рауил Шаммас: “Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн, Һәр милләтте үҙ итеп...”

Рауил Шаммас: “Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн, Һәр милләтте үҙ итеп...” 08.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Хәтер итеп Төштәремдә күҙ алдыма килә Гөл-сәскәле яҡты болондар. Төштә генә, ә өнөмдә улар Ҡояш...

Тотош уҡырға 295

Һыуығы ла яраған…

Һыуығы ла яраған… 06.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Наполеон һәр көн иртәнге ашҡа ҡыҙҙырылған себеш килтереүҙәрен талап иткән. Иртәнге аш төрлө ваҡытҡа...

Тотош уҡырға 277

Һатмаған

Һатмаған 06.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Шәкәр заводы беҙҙең ауылдан дүрт саҡ­рым ғына булғас, жом ала торған ғәҙәт бар. Уны һәр ваҡыт...

Тотош уҡырға 255

Шәжәрәгә тиеп  килдек

Шәжәрәгә тиеп килдек 04.05.2018 // Әҙәби күстәнәс

Шәжәрәгә тиеп килдек Тыуған ауылым Боранғол Асылыкүл буйҙарында. Һандуғастар һайрап тора Уның...

Тотош уҡырға 256