Зифа менән ЗаһирЙырҙарҙа йырланғанса, икеһе лә пар килеп ҡауышты улар. Зифа исеме менән бергә тыуған кеүек зифа буйлы, һөйкөмлө, иғтибарҙы үҙенә генә тартып торорлоҡ матур. “Камил ҡатын-ҡыҙ ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауға, “Зифа кеүек” тип кенә яуап бирерлек аҡыллы, уңған, эш һөйөүсән дә. Шуның өсөндөр ҙә эшендә лә бик ихтирам итәләр, ҡәҙерләйҙәр, уның фекеренә ҡолаҡ һалалар, вазифаһында бик тиҙ үрләтәләр.


Заһир — баҫалҡы, күп һөйләшмәҫ, тын ғына аҡҡан йылға һымаҡ, ипле генә үҙ эшен башҡарып йөрөй торған ир. Һир­пелеп кенә ҡарап алып, ипле генә итеп йыл­мая ла эшкә сума. Өйөндә ағастан һырлап эшләгән кәштәләрен, кейем шкафтарын, өҫтәл-ултырғыстарҙы, хатта ишек тотҡаларын, тәҙрә рамдарын үҙ ҡулдары менән оҫта итеп семәрләп, ҡулына ни тотһа, шуны гөл кеүек итеп эшләп ҡуя. Был ғаиләне белгән, яратҡан туғанда­рының да, таныш-белештәренең дә теләк­тәре бер ине: тормоштарына, үҙ-ара мөнәсәбәттәренә күҙ тейеп кенә ҡуймаһын.
Диҡҡәт бик иртә донъя ҡуйып, бишенсе балаһының тыуғанын да күрмәй, арабыҙҙан киткәс, балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу бер үҙемә тороп ҡалды. Матди яҡтан ярҙам итерлек бер кешебеҙ ҙә юҡ, биш балаға кемдәндер даими ярҙам да көтөп булмай, уйланым-уйланым да ваҡытлыса ауылға китергә булдым. Өфөгә йомош менән килгән арала Зифаға шылтыратып, хәлдәрен белешеп киткеләй инем. Диҡҡәттең вафатынан һуң күп ярҙамын күрҙем уларҙың. Улар икеһе лә, кеше мохтажлығын күреп, йомарт ҡулдары менән ярҙам итергә әҙер ине.
Өфөгә сираттағы килеүем. Урамдан китеп барһам, машинанан сигнал ишетәм. Боролоп ҡараһам — Заһир. Аптырап киттем. Уның күҙҙәре генә Заһирҙыҡы ине. Ябыҡҡан. Ҡарашына моң ҡунған.
— Апай, һаумы! Ултыр әле машинаға, — тине ул. Заһир мине үҙ апаһындай яҡын күрә ине. — Ҡайҙа бараһың? Аҙ ғына ваҡытың бармы? Һине күргәс, шатлығымдан ҡысҡырып ебәрә яҙҙым.
— Һаумы, Заһир. Ваҡыт ни минеке бит. Табырмын. Әле генә килеп төштөм Өфөгә. Шылтыратып хәлегеҙҙе белешермен, тип килә инем.
— Хәл мөшкөл, апай...
— Ни булды, Заһир? — Йөрәкте хәүеф алды.
— Баланы әсәйҙәренә ҡалдырған да минән йәшереп ял итергә киткән бит Зифа.
— Ә ни өсөн һинән йәшереп?
— Икенсе кеше менән... Ҡатын кешенең бер юлы ике ир менән йәшәгәнен ишеткәнең бармы, апай? Зифа бына шулай йәшәгән. Ышанаһыңмы, апай?..
— Һиңә ышанам. Әммә Зифаның был ҡылығына ышанғы килмәй, һеҙ бит нисә йыл дуҫлашып йөрөп өйләнештегеҙ. Өйләнешкәс тә бер-берегеҙҙән айырылма­ны­ғыҙ. Ҡасан ике ир менән йәшәп өлгөрһөн ул? Әсәй кеше ул юлға баҫмаҫ.
— Апай, элек түгел, яңыраҡ йәшәй башлаған. Йә һин китеп барҙың, һине тыңлай торғайны ул. Серҙәрен һөйләһә, бәлки, ҡурсалап алып ҡалыр инең.
— Әле Зифаның ҡайтыр ваҡыты етмәйме?
— Юҡ. Ҡәйнәмде лә бергә китәбеҙ тип алдаған. Өсөнсө көн балдыҙҙы күреп ҡалдым. Аптырап китте. “Ҡайттығыҙ ҙамы ни?” – ти. Ә миңә, әсәйемдәргә барабыҙ, тине. Ял йортона шылтыраттым. Ире менән бергә ял итә, тинеләр. Шунан бирле ашаған-эскән юҡ. Урам буйлап машинала тик йөрөйөм.
Заһирҙы өгөтләп өйҙәренә алып килдем, һәр ваҡыттағыса бөхтәлек, тулы тәртип, һөйләшеп ултырабыҙ.
— Иҫеңдәме, Заһир, бер саҡ икәү-ара бәхәсегеҙ барған саҡта мин һеҙҙә инем. һиңә лә, унан һуң Зифаға ла иҫкәрткәйнем.
— Һүҙҙәрең иҫтә ҡалған, ә ниҙән килеп сыҡты ул һөйләшеү — онотҡанмын. Үтә ныҡ яратышҡан кешеләрҙең бер-береһенә талабы ла ҙур була. Һин аҙ ғына үҙгәрт үҙеңде. Телгә яғымлыраҡ, һүҙгә татлыраҡ бул, иғтибарыңды һүҙ менән дә аңғарт, тинең. Ә мин нисек бармын — шулаймын инде, апай, шулай тәрбиәләгәндәр, тинем. Ә нимәнән башланды һуң ундай һөйләшеү, апай? Ул саҡта ниндәйҙер хәүеф тыуҙырырлыҡ бер ни ҙә юҡ ине бит. Беҙ бик һәйбәт йәшәй инек. Ҡайҙан ундай шик төшкәйне һиңә?
– ...Мин һеҙгә килгәйнем, һин өйҙә юҡ инең. Зифа ҡамыр баҫа, бәлеш һалырға йөрөй.
— Бөгөн бер хеҙмәткәребеҙ төшкө ашҡа бәлеш килтергән. Ҡамыры шул тиклем тәмле. Рецебын алып ҡайттым да Заһир ҡайтҡансы бәлеш һалайым тип йөрөйөм, — тип өтәләнеп йөрөп ята.
— Мин ҡайтайым. Балалар көтәлер.
— Әле мультфильм бара. Һинекеләр был ваҡытта кино ҡарай. Мин беләм. Былай ҙа саҡырып алып булмай. Биш бала менән иркенләп сәй ҙә эскәнең юҡтыр. Ҡамырҙы ла күп итеп баҫтым. Балаларға ла күстәнәс бирермен. Тиҙ генә өлгөрә торған ҡамыр ул.
Бәлеш бешеүгә һин ҡайттың. Ултырып матурлап бәлеш ашаныҡ.
— Рәхмәт, һыйланың, — тинең дә тороп киттең.
— Бәлеш тәмле булманымы ни, Заһир? — тип һораны Зифа.
— Бәй, бик тәмле.
— Улай булғас, ниңә тәмле тип әйтмәнең? Мин бит ҡамырын икенсе төрлөрәк баҫтым, яңы рецепт өйрәнеп ҡайттым.
— Һинең инде белмәгән нәмәң юҡ. Ҡайһыһын ҡасан өйрәнгәнеңде ҡайҙан беләйем? Ҡамырын тәмле итәһеңме, эсенә һалған ашамлығынмы — айырмайым мин. Тәмлеме? Тәмле. Ашайым да ашайым. Беҙҙе шулай өйрәттеләр өйҙә — эш тә һайлама, аш та һайлама. Ҡулыңа тотторғандар икән — эшлә, алдыңа ҡуйғандар икән — аша, — тинең дә, кейемеңде алмаштырып, гаражыңа сығып киттең, мин Зифа менән ултырып ҡалдым.
— Бына шулай, апай... — тине лә Зифа, күҙҙәренә йәш алды. — “Ниңә илайһың, Зифа?” тип һораһалар, бәлеш бешергәйнем, Заһир рәхмәт кенә әйтеп тороп китте. Башҡа бер ни ҙә өндәшмәне, тиһәм, бот сабып көләләр бит инде. Беләм, аңлайым уныһын. Ә миңә ауыр. Күңелемә ауыр. Аҙ ғына йылы һүҙ әйтеү ҡыйынмы ни уға? Минең ниндәй ғаиләлә үҫкәнемде белә, беҙҙең ғаиләләге мөнәсәбәтте күрә ләбаһа! – Зифа әлеге булған үпкәһен генә түгел, бығаса йыйылып килгәндәрен дә һалды был һүҙҙәренә. Илаһын, әҙерәк күңелен бушатып алһын, тип тыйманым, һин ҡайтып индең.
— Әллә илап ултыра инде, әҙәм ышандырып. Ҡатындар урамда иҫереп тәгәрәп ятҡан ирҙәрен арҡаһынан һөйә-һөйә алып ҡайта, ә һин...
Зифа өндәшмәне. Шунан:
— Мин, бәлки, бәхеттән илайымдыр, һин һораманың бит әле, — тине, үҙе күстәнәс әҙерләй башланы. — Машинаңды рәтләһәң, апайҙы илтеп ҡуй. Әллә ҡасандан ашыға ине, балалары көтәлер, – тине.
— Минең машина һәр ваҡыт сәғәт кеүек, “һә” тигәнсе илтеп ҡуябыҙ. Әйҙә, үҙең дә. Балаларҙы ла күреп сығырбыҙ.
— Күҙ шешмәкләнеп бөттө. Икенсе ваҡыт барырбыҙ.
— Мин бик һәйбәт ит алып ҡайтҡайным. Бүлеп һал апайға, тинең. Зифа өйҙә ҡалды, һин мине машина менән алып киттең. Шул саҡта булды ул һөйләшеү.
— Бына шундай нескә генә күңелле инде Зифаҡайыбыҙ, апай. Ҡасан, нисек, нимә әйтергә белмәй аптырайым. Ҡайһылай әйтһәм дә оҡшамай уға.
— Ә һин уға оҡшарға тырышма. Үҙеңә оҡшарға тырыш. Зифаға булған мөнәсәбә­теңде беләм бит, шуны һүҙ менән дә әйт.
— Апай, беҙҙе улай өйрәтмәнеләр. Уны сөсө теллелек тип һанай инек. Бына бөгөн, мәҫәлән, ни тип маҡтайым ашты? Ашҡа баһа бирмәгеҙ. Аштың ниндәйе лә һинән оло. Олоға баһа бирмәйҙәр, ти ине өләсәйем.
— Ә һин ашҡа баһа бирмә. Зифаның оҫталығын баһала.
— Яһалма килеп сығыр бит. Тағы оҡшатмаҫ. Тормош өсөн ул ваҡ мәсьәлә түгелме, апай? Һин дә, Диҡҡәт ағай бешергән бәлешемде маҡтаманы, тип буҫығып илап ултыра торғайныңмы?
— Диҡҡәт тә сөсөләнеүҙе яратманы, ә шулай ҙа оҫта ғына итеп матур һүҙҙәр әйтә торғайны. Ул һүҙҙәр әле лә күңелде иркәләй. Ундай һүҙҙәр әйтелмәгән булһа, миңә ауыр булыр ине хәҙер.
— Ул бик аҡыллы кеше булған, тиҙәр. Иҫән сағында осрашырға насип булманы. Берәй маҡтау һүҙен әйт әле, сер булмаһа.
— Ҡайһыныһын әйтәйем? Бына, мәҫәлән, бер ваҡыт улым дәрес әҙерләп ултыра. Башҡорт әҙәбиәтенән мәҡәлдәр яҙып килергә ҡушҡандар. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тип йыш ҡабатлайымдыр инде. Ошо мәҡәлде яҙып ҡуйған да минән былай тип һорай: “Әсәй, ә ҡыҙ кешегә нисә төрлө һөнәр кәрәк?”
“Егет тигән һүҙ малайҙарҙы, ағайҙарҙы ғына күҙҙә тотмай, һәйбәт кешене, егет икәнһең, тип маҡтайҙар. Был тормошта арыу кеше булам тиһәң, кәмендә етмеш төрлө һөнәрең булырға тейеш, тигәнде аңлата мәҡәл”, – тим мин.
“Әсәй, әйҙә һинең һөнәрҙәреңде һанайыҡ,” — ти башланылар балалар.
Шул саҡ Диҡҡәт: “Әсәйеңдең белгән һөнәрҙәрен түгел, белмәгәндәрен һанағыҙ. Тиҙерәк булыр”, — тине. Ул мине балалар алдында ла күтәрҙе, миңә ҡарата мөнәсәбәтен дә аңлатты, үҙенә лә ихтирам арттырҙы.
— Бик аҡыллы кеше ине, тиҙәр шул Диҡҡәт ағайҙы, – тип ҡабатланы Заһир.
— Аҡыллы ине. Мин хатта уны иҫән саҡта күрмәгән, уның менән осрашмаған кешене бик күп нәмәнән мәхрүм ҡалған һымаҡ тоям. Ғаиләлә лә үҙ-ара мөнәсәбәтте бик оҫта ҡорғандыр тип уйлайым, сөнки миңә бейем, бикәс, ҡайнаға менән дә, уларҙың ғаиләләре менән дә бергә йәшәргә тура килде. Өйҙөң ҡайһы мөйөшөн ҡараһаң да, кеше ултыра торғайны. Күмәк йәшәнек. Өҫтәүенә тәүге ҡатынынан ҡыҙы Айгөлдө алып ҡайта торғайным. Ошондай ҡатмарлы аралашыу беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәткә зыян килтермәне.
— Нисек көйләне ул?
— Миңә алдан уҡ иҫкәртеп, барыһының ҡылығы-холҡо тураһында әйтеп ҡуйҙы. Кемгә ниндәй мөғәмәләлә булһам, аҙағы нисек булырын иҫкәртте лә, ҡалғанын үҙең самала, был хаҡта башҡаса һүҙ булмаҫ, тине. Мин самаланым.
— Нисек?
— Иң элек төп маҡсатымды билдәлә­нем. Маҡсатым — Диҡҡәт менән бергә йәшәү, уның кәйефенә ыңғай эмоциялар арттырыу, мөмкин тиклем уның һаулығын һаҡлау. Уның ҡан баҫымы һәр ваҡыт бик юғары булды. Эше күп, өйҙә ял итерлек мөм­кинлек самалы. Шуға уның сәләмәт­легенә ҡарата көндәлек иғтибар кәрәк ине. Тормоштоң башҡа бөтә ығы-зығыһын ошо маҡсаттан сығып хәл итеү. Өндәшмәҫкәме, иғтибар итмәҫкәме, ҡырт киҫеп кенә ҡуйырғамы, яйға һалыуҙың башҡа сараларын эҙләргәме...
— Үҙегеҙҙең теләккә ҡаршы килгән нәмәләрҙе Диҡҡәт ағай хаҡына тип эшләй инегеҙме?
— Булғыланы. Үҙ балаларыбыҙ юҡ саҡта ул ҡыҙын бик һағына ине, һәм мин уны өйҙәренә, Айгөлдәрҙең яңы ғаиләһенә, барып алып ҡайта торғайным. Ҡатындың икенсе иренең Оксана исемле ҡыҙы бар ине. Айгөл үҙе генә түгел, Оксана ла эйәреп килә торғайны. Яңы өйләнешкән саҡ. Аҡса яғы наҡыҫ. Ә балалар тегенеһен һорай, быныһын һорай. Айгөлгә һигеҙ, Оксанаға ете йәш ине ул саҡта. Алып ҡайтам, алып барам. Мин уны, әлбиттә, үтә ҡыйынһынмай башҡарҙым, әммә оло ихласлыҡ менән дә түгел, әлбиттә. Айгөлдөң әсәһе командировкаға киткән саҡтарҙа баланың йыйылыштарына ла йөрөргә тура килде. Оксана ла мине яҡын итеп алды. Хатта Айгөлдәр ул ғаиләнән киткәс тә, Оксана урамда күреп ҡалһа, йүгереп килеп ҡосаҡлап ала торғайны.
Мин үҙҙәре генә йәшәп тә килешә алмаған ир менән ҡатынға гел аптырайым. Икәүҙән-икәү һөйләшеп кенә лә мөнәсәбәттәрҙе яйға һалып була бит. Скрипка ҡылының береһен генә көйләмәйҙәр. Башта береһен, уға эйәрә ҡалғандарын көйләргә кәрәк. Тәүҙә йәшәү маҡсаты билдәләп, шул маҡсатҡа ҡарап мөнәсәбәттәрҙе көйләйһең.
— Өйләнешкәс маҡсат бер инде. Донъя көтөү, балалар үҫтереү.
— Ошо маҡсатыңа ярашлы үҙгәрергә кәрәк аҙыраҡ.
— Белмәйем, әллә үҙем туң, әллә Зифаларҙың ғаиләһен аңлап етмәйем. Зифаның атаһы ла, әсәһе лә, туғандары ла ғәжәп һәйбәт кешеләр. Барған һайын һоҡланып ҡайтам. Тик шул сөсөлөктәренә өйрәнә алмайым. Берәй нәмә алып ҡайтып биреп өлгөрмәйһең – рәхмәт тә рәхмәт, ҡайҙан белеп алдың, бигерәк белдеклеһең, тип сөсөләнә башлайҙар. Йәки берәй нәмә эшләп өлгөр­мәйһең — ҡулдарың алтын икән, ҡарағыҙ әле еҙнәгеҙ нисек итеп эшләп ҡуйҙы, өйрәнеп ҡалығыҙ, килегеҙ әле, тип ваҡыт үткәреп, берәй сәғәт һәр береһенә күрһәтеп сығалар. Эшләгән нәмәне емереп ташларҙай булаһың. Әйтерһең, мин маҡталыр өсөн, күргәҙмә өсөн эшләйем. Бер көн баҡсала ишек кәсәген семәрләтеп ҡуйғайным, Зифа: “Ҡара әле ниндәй шәп килеп сыҡты! Бигерәк кенә алтын да инде ҡулдарың!” – ти башлағайны, “Ҡуйсы әле шул сөсө тел­ләнеүеңде. Матур икән – матур. Оҫта икән – оҫта, бала-саға түгелмен дә инде йүкә шына ҡағырға”, — тигәйнем, былай ҙа ҡара түңәрәк күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡарап алды ла үпкәләне лә ҡуйҙы.
— Һеҙ ике төрлө тәрбиә алғанһығыҙ, әммә урталыҡ табып була ине... Икегеҙ ҙә яҡшының да яҡшыһы бит...

* * *
Зифа ла күп балалы ғаиләлә үҫкән. Иң өлкән бала булғанлыҡтан, тәрбиәлә төп иғтибар уға йүнәлтелеп, башҡа балалар унан өлгө алырға тейеш булған. “Зифа апайығыҙҙы тыңлағыҙ. Зифа апа­йығыҙҙан өлгө алығыҙ. Ана ул ниндәй матур итеп өй йыйыштыра. Ана ул керҙе тап-таҙа йыуа. Уның кеүек уҡығыҙ. Ҡарағыҙ әле Зифа апайығыҙҙың нағышлауын. Тип-тигеҙ. Машина менән нағышлаған кеүек” – һәр эшенә баһа алып, маҡталып үҫә Зифа. Институтта ла отличноға ғына уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Бөтәһенә лә өлгө итеп ҡуйыла. Проектлау институтының бүлек начальнигы итеп тәғәйенләнгәс тә иң алдынғыларҙан иҫәпләнә.
Зифаны бүлеккә начальник итеп ҡуйғас, икенсе бүлеккә лә яңы начальник алалар, һүҙгә әүәҫ кенә, һәр саҡ йылмайып һөйләшә торған ир аҙ һүҙле, һәр саҡ бөхтә кейенеп, текә баҫып йөрөгән, бүлектә эшләгән хеҙмәткәрҙәренә лә бик талапсан был ҡатындың матурлығына һоҡланып, бер нисә тапҡыр комплимент эшләргә ынтыла, әммә Зифаның ҡырыҫлығынан үтә алмай. Бер саҡ ике бүлектең бергә эшләгән проекттарын маҡтап ҡабул иткәс, бәләкәй генә тантана ойоштормаҡсы булалар, һәр кем өйҙә ниҙер бешереп килтерергә тейеш була. Зифа яңы рецепт буйынса бәлеш бешерә.
— О-о-о! Аллалар ғына ашай торған бәлеш бит был. Кемегеҙ шул хәтлем оҫта? — ти бүлек начальнигы Хәмит.
— Беҙҙең начальник! — ти Зифаның бүлегендәге ҡыҙҙар.
— Начальниктан бик уңғанһығыҙ, ҡыҙҙар. Мин уны институт эшенә генә маһир икән тиһәм, ғәжәйеп хужабикә икән!
Зифа был һүҙҙәрҙе ишетмәмешкә һалыша, әммә сикәләренең аҙ ғына ҡыҙарып китеүе һәм керпектәрен һирпеп кенә Хәмит Вәлит улына ҡарап алыуы һынсыл ҡарашлы ирҙең күңеленә ниндәйҙер өмөт һалып ҡуя. Хәмит Вәлит улы – ҡайҙандыр икенсе ҡаланан ни өсөндөр ғаиләһеҙ килгән буйҙаҡ ир. Татлы тел таш иретә тип, уңайы килгән һайын Зифаның һәр аҙымына, һәр эшенә тиерлек баһа бирә, маҡтау һүҙҙәре әйтә, һоҡлана. Был, әлбиттә, Зифаның һыуға сарсаған тупраҡ кеүек йөрәгенә һеңеп кенә тора. Һыуһыҙлыҡтан шиңә башлаған гөл кеүек күңеле, ниһайәт, дым татый, сәскәгә тумала башлай. Эшкә ашҡынып килә, күңеле күтәрелеп ҡайта. Уныһы ла, сәйҙе һин яһаһаң тәмле була, һин киҫеп һалған икмәк тә икенсе төрлө тәм бирә, тигән һүҙҙәрен әйтеп кенә тора. Ошондай һүҙҙәрҙе Заһирынан ишетергә теләй ине Зифа. Исмаһам, бер тапҡыр. “О-о-о! Ҡалай тәмле еҫтәр аңҡый өйҙә. Минең кәләш тағы ниҙер оҫталай, ахыры! Ҡайҙа, тәмләп ҡарайыҡ әле. Өйҙә тәмле аштар бешереп көтөп торған кешең булғас, әлбиттә, ашҡынып ҡайтаһың!” – тип әйтһәсе...
Бер йылға яҡын күңелендә тумалған мөхәббәт сәскәһенә асылып китергә ирек бирмәй, балаһы менән йыуанырға, иренә нығыраҡ һыйынырға, атай-әсәй намыҫына тап төшөрмәҫкә, ҡайныһы менән ҡәйнәһенән оялырға кәрәк, тип үҙен тыйып килгән Зифа, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡапыл ғына хәл итеп, балаһын ауылға ҡалдырып тора ла ял йортона китә. Хәмит Вәлит улы менән бергә.
Ҡулдан килгән тиклем йыуатырға тырыштым Заһирҙы. Яратҡан балаң хаҡына түҙергә кәрәк, тип өгөтләнем. Әле ҡайғы баҫыр өсөн балаңды барып ал да үҙ ауылыңа ҡайтып кил. Баланы балдыҙың алып килһен. Өлкәндәр ул-был белмәй торһон, тинем. Заһир бөтәһенә лә риза булды. Аҙаҡ бала менән үҙ ауылдарына ҡайтҡан, ял иткән. Зифа ҡайтҡас, уны килеп алған.
Бер нисә көн ауылда булып, Өфөгә ҡайтып барған саҡта, ҡаршыларына машина килеп сыға ла боролмай уларға табан елә. Зифа артабан ни булғанын аңлап та өлгөрмәй, ҡаты бәрелеү, шаңҡыу... Кешеләрҙең: “Водитель үлгән”, – тигән һүҙҙәре генә мейеһен ярып инә. Аҙаҡ был хәлде тикшереүсе милицио­нерҙар Заһирҙың иҫ китмәле етеҙлек һәм сослоҡ менән үлем ҡурҡынысы аҫтына үҙен ҡалдырып, ғаиләһен ҡотҡарыу сараһын күреүен аптырап һөйләйҙәр.
Мин был хәлде ишетеп килеп еткән саҡта, Заһирҙы күптән ерләгәйнеләр инде. Авария ваҡытында Зифа ла яраланғайны. Мин килгәндә бәләкәй улы ла, үҙе лә дауаханала ята ине. Улар янына индермәнеләр. Бер аҙҙан Зифанан хат алдым.
“Донъя йәме юғалды минең өсөн, апай. Ҡайҙа булды ул ҡояш нуры, аш тәме? Һин өйрәткәнсә ағын һыуҙарға ла ҡарап торам, янған усаҡҡа ла текләйем — онотола алмайым. Йәшәү ҡото менән бәйләп торған еп шартлап өҙөлдө, һиҙмәнемме, көтмәнемме өҙөлөү сигенә килеп еткәнен, абайламай ҡалдыммы? Ә бит бәхетле инек. Заһирҙың ипле генә итеп йылмайыуҙарын бер нәмәгә лә алмашты­рырлыҡ түгел ине. Баҫалҡы ғына итеп һөйләшеүе, баҡсала эшләгән саҡта, моңо тап килмәһә лә, көйләп йөрөгән булыуҙары... Үҙе бер йәшәү ине бит, апай. Һине хөрмәт итте ул. Һин аралашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙан Мәрйәм апайҙы ғына яҡын күрәм, ти торғайны. Институтта уҡығанда, күрешкән саҡтарҙа, бер-беребеҙ менән осрашҡанда, йөрәктәребеҙ күкрәктән осоп сығырҙай ярһый торғайны. Ул өндәшмәй генә йылмайып ҡарап тик тора, ә мин һөйләйем дә һөйләйем, һөйләйем дә һөйләйем. Ни һөйләнем икән? Ниндәй хәбәр менән сәғәттәр буйы ауыҙыма ҡаратып тоттом икән уны! Ошоларҙы хәтерләйем дә ҡайнар күҙ йәштәрем аша йылмайырға тырышам. Булды, булды беҙҙең бәхетле минуттарыбыҙ! Мин уға аҙ ғына булһа ла бәхет бирә алдым, тип йыуанырға тырышам. Үҙем биргән бәхетте үҙем... Апай, әйт әле, кем ғәйепле бында? Баламдың атаһын тартып алырлыҡ ауыр инеме гонаһым? Балабыҙҙың ҡайғыһын тәрәнәйтмәҫ өсөн йыш иламаҫҡа тырышам. Тик ҡәберенә барам да... тупраҡ алып күкрәгемә ҡыҫып үкереп илайым. Ынтылып ҡына тартып алыр ерҙә ята бит һуң! Нисек баҫайым йөрәгем ярһыуын? Тамағым ҡарлыҡҡансы: “Ғәфү итә алһаң, ит, йәнем!” – тип ҡысҡырайыммы? Әллә ҡәбер тупрағын ҡулдарым менән тырнап асып, ҡулдарын тотоп ғәфү үтенәйемме унан? Ул ишетмәй. Ул бер ни белмәй. Ул тыныс. Ана, алдымда һуңғы фотоһы ята. Тыныс. Ҡайҙа һыҙланыуҙарың? Ҡайҙа әрнеүҙәрең? Ҡайҙа асыуың? Фотола... Апай, мин бала күтәреп торам. Ә ул беҙгә ҡараған. Шундай ҡараш! Мөлдөрәмә тулы һөйөү бит унда... Апай, миңә тағы ни кәрәк булды икән? Ни етмәне миңә? Һин дә оло юғалтыу кисерҙең, һин дә бына тигән кешене юғалттың. Тик мин беләм — уның өсөн ниҙәр генә эшләмәнең, уның ғүмерен һаҡлау өсөн үҙең менән иҫәпләшмәнең бит. Шуға һин бик өҙгөләнмәйһеңдер, һин бит уның өсөн ҡу­лыңдан килгәндең барыһын да эшләнең. Намыҫ таҙалығы ҡайғыны еңеләйтә икән... Ҡайғы ҡара тиһәләр ҙә, төрлө булғанын аңланым, һинең ҡайғың — аҡ ҡайғы, һин уны булдырмаҫҡа тырыштың. Ә мин үҙем яһаным...”
Зифа менән Заһир фажиғәһе тураһында нисек уйлаһам, шулай яуап яҙҙым.
“...Зифа, һин дә ул хәтлем өҙгөләмә үҙеңде, һеҙ икегеҙ ике төрлө тәрбиә алған кеше инегеҙ. Әлбиттә, Заһирҙың үлеме – оло юғалтыу. Әммә һинең ғәйебең юҡ бында, һин уға аҙғынлыҡтан хыянат итмәнең, ә күңел бушлығы кисерә инең. Заһир быны аңланы, һин ялда ваҡытта һөйләшеү булғайны...”
Был ваҡиғанан күренеүенсә, Зифа менән Заһир ике төрлө һәйбәт ғаиләлә тәрбиә алған, һәм уларҙың тәрбиә һөҙөмтәһе ҡанға һалынған аңға тиң булырлыҡ көслө нығынған. Әммә уны үҙгәртеп була ине. Үҙтәрбиә менән шөғөлләнгән кеше тәрбиәне генә түгел, хатта ҡандан һалынған аңды ла үҙгәртә ала. Маҡсат ҡуйырға һәм эске энергияңды эшкә ҡушырға кәрәк.
Эске энергия иҫ китмәле көскә эйә. Уның аша ҡанға һалынған, әммә ваҡытлыса ойоған, йоҡомһораған тойғоларҙы уятып ебәрергә, камиллашыуға ынтылыш бирергә мөмкин.