Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Быуат ҡанатында”: милләт, шәхес азатлығы, халыҡ бәхете
“Быуат ҡанатында”: милләт, шәхес азатлығы, халыҡ бәхетеМарс Нуриевтең исеме әҙәбиәт донъяһында китап уҡыусыға прозаик та, шағир ҙа, публицист булараҡ та яҡшы таныш. Нисек кенә булмаһын, уҡыусы күңелен яулап алыр өсөн прозала ла, шиғриәттә лә, публицистикала ла ниндәйҙер бер эске яңылыҡ, новаторлыҡ булырға тейештер. Марс Нуриев әҫәрҙәрендә бындай һыҙаттар күҙгә бәрелә – реаль тормоштоң дөрөҫ яҡтыртылыуы, ваҡиғалар солғанышы, ябай хеҙмәт кешеләренең яҙмышы һ.б.

Яҙыусының “Быуат ҡанатында” исемле яңы романы XIX быуат аҙағынан алып XX быуат башына тиклемге дәүерҙә барған ваҡи­ғаларҙы үҙ эсенә ала. Халыҡтың тарихи яҙ­мышы, әхлаҡи йөҙө, социаль-иҡтисади хәле – барыһы ла тет­рән­дергес итеп һүрәт­ләнә, уҡыусыны ҡыҙыҡ­һындыра, үҙенә йәлеп итә. Әҙип ябай хеҙмәт кешеләрен үҙәккә ҡуя, һоҡланыуын белдерә, уларҙан рухи көс таба, әхлаҡи матурлыҡ эҙләй.
Әҫәрҙә төп ваҡи­ғалар ағышы Урал тау буй­ҙарында – Башҡортостан киңлек­тәрендә барһа ла, персонаждар Азия, Европа яҡтарына ла барып сыға, Себер, Чечня тарафтарына юлыға. Улар, баштарына ниндәй генә ауырлыҡ төшһә лә, еңеп сығырға тырыша. Марс Нуриев дүрт быуын егеттәре: Ғәлиәкбәр, Сынтимер, Алмас, Йыһангирҙең яҙмыш­тары миҫалында быуаттың төрлө осорҙарында кешелектең проблемаларын күрһәтә. Бандитлыҡ, хыянат, алдау, көсләү, үлтереү, бер-береңде һатыу, ғәҙелһеҙлек кеүек кире күренештәр фашлана.
Авторҙың яҙыу стиле бик үҙенсә­лекле. Ул тәбиғәтте һүрәтләү, сағыштырыу, метафора һ.б. тел сараларына мөрәжәғәт итмәйенсә, сюжеттың тиҙ үҫтерелешенә төп иғтибарын йүнәлтә. Шуға ла ваҡиғалар үҫеше бик тиҙ алышына.
Дөйөмләштереп әйткәндә, әҫәрҙә үткән быуаттың да, бөгөнгө зама­наның да үҙәккә үткес төп проблемалары сағыла.
Марс Нуриевтең милләт, шәхес азатлығы, халыҡ, бәхет идеялары менән һуғарылған өр-яңы романы китап уҡыусыла фекер уятыр, ҡыҙыҡһындырыр, китап кәштәһен тулыландырыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Яңы китапты нәшриәттең сайтына заказ ҡалдырып та (http://www.kitap-ufa.ru), фирма магазинына килеп тә (Октябрь проспекты, 2) һатып алырға мөмкин. Ул Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында баҫтырылды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Нәшриәттә – “Иҙел ҡыҙы”

Нәшриәттә – “Иҙел ҡыҙы” 02.10.2018 // Әҙәби күстәнәс

Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә яҙыусы, педагог һәм журналист Земфира Аҡбутинаның “Иҙел ҡыҙы”...

Тотош уҡырға 136

“Был донъяның мең нурынан һарҡҡан Шиғриәттер – күңел дауаһы”

“Был донъяның мең нурынан һарҡҡан Шиғриәттер – күңел дауаһы” 02.10.2018 // Әҙәби күстәнәс

Юҡҡа ғына тәүге мөхәббәт тип аталмай был тойғо. Ҡулымда — З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә...

Тотош уҡырға 152

АБДУЛЛА СОЛТАНОВҠА

АБДУЛЛА СОЛТАНОВҠА 25.09.2018 // Әҙәби күстәнәс

Һауа тығыҙ. Ағымына уның Ҡаршы ҡуйғаныңда күкрәкте, Ул йәшенле күктәр Нисәнсе ҡат Аң-ғәмеңде һинең...

Тотош уҡырға 120

Элек һәм хәҙер

Элек һәм хәҙер 11.09.2018 // Әҙәби күстәнәс

Һуңғы ваҡыттарҙа Ғүмәр Бәхтиәр улы ауыр уйҙарға йыш бирелә. Үткән ғүмерен иҫенә төшөрә лә “их” тип...

Тотош уҡырға 212

Гөлнур ЯҠУПОВА: ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ

Гөлнур ЯҠУПОВА: ЙЫРТҠЫС ҠАНЫ 06.07.2018 // Әҙәби күстәнәс

Әҫәрҙән өҙөк Асанай! Хыялындағы әкиәти матур был ауылға юл төшмәне шул Һәҙиәгә. ...Таң алдынан...

Тотош уҡырға 258

Зифа менән Заһир

Зифа менән Заһир 29.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Йырҙарҙа йырланғанса, икеһе лә пар килеп ҡауышты улар. Зифа исеме менән бергә тыуған кеүек зифа...

Тотош уҡырға 338

Мәҙәктәр

Мәҙәктәр 16.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Һемәйтте Шағир Рәмил Сурағол менән Мәскәүҙең “Внуково” аэропортында торабыҙ. Ҡаҙағстандың Шымкент...

Тотош уҡырға 384

Тормош күренештәре

Тормош күренештәре 16.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Ғата ҡәйнеше Рәйесте Ҡөрьән ашына саҡырырға килгәндә, тегеһе бер аҙ төшөргәйне инде. – Ҡәйнеш, бер...

Тотош уҡырға 363

Рауил Шаммас: “Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн, Һәр милләтте үҙ итеп...”

Рауил Шаммас: “Беҙ килгәнбеҙ йәшәү өсөн, Һәр милләтте үҙ итеп...” 08.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Хәтер итеп Төштәремдә күҙ алдыма килә Гөл-сәскәле яҡты болондар. Төштә генә, ә өнөмдә улар Ҡояш...

Тотош уҡырға 302

Һыуығы ла яраған…

Һыуығы ла яраған… 06.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Наполеон һәр көн иртәнге ашҡа ҡыҙҙырылған себеш килтереүҙәрен талап иткән. Иртәнге аш төрлө ваҡытҡа...

Тотош уҡырға 284

Һатмаған

Һатмаған 06.06.2018 // Әҙәби күстәнәс

Шәкәр заводы беҙҙең ауылдан дүрт саҡ­рым ғына булғас, жом ала торған ғәҙәт бар. Уны һәр ваҡыт...

Тотош уҡырға 258

Шәжәрәгә тиеп  килдек

Шәжәрәгә тиеп килдек 04.05.2018 // Әҙәби күстәнәс

Шәжәрәгә тиеп килдек Тыуған ауылым Боранғол Асылыкүл буйҙарында. Һандуғастар һайрап тора Уның...

Тотош уҡырға 260