Тамғы килә күктән ҡот булып

6-09-2012, 00:25 // Әҙәби күстәнәс // Баҫып сығарырға
Тамғы килә күктән ҡот булып2012 йыл иҫтәлеге
1
Рәсәй яна.
Уның менән бергә
Башҡортостан яна ут булып.
Йәй үтмәҫтән шиңгән япраҡтарға
Тамғы килә күктән һут булып.

Ҡурсалағы килә дым юҡлыҡтан
Шатыр-шотор янған урманды.
Әммә ҡайҙан алырға һуң ерҙе
Уттан араларлыҡ дарманды?!

Ергә барып етмәй парға оса
Маңлайҙарҙан тамған әсе тир.
Ямғыр өмөт итеп күккә баҡһаң,
Тик күҙҙәрең генә әсетер —

Баш осонда болот әҫәре юҡ,
Аяу белмәй ҡояш ҡыҙҙыра.
Илгә хафа юрап әллә йомран,
Әллә ҡыуан елдәр һыҙғыра.

Өҫтәүенә илде бер-бер артлы
Тетрәндерә көрсөк тулғағы.
Элеккеләй йәбешкәһеҙ көйө
Замананың ҡойған йомағы.

Көн яманы бер саҡ бөтөр ҙә бит,
Һис бөтмәҫтәй әҙәм яманы.
Ниндәй үлсәм менән үлсәргә һуң
Самаларҙан ашҡан саманы?

Шуға яуап эҙләп, урыҫ яна,
Башҡорт халҡы яна ут булып.
Өрәйҙәре шиңгән ил халҡына
Тамғы килә күктән ҡот булып.

2
Йәй урманда ҡайын күпләп ҡороған йыл,
Күрәҙәсе ахырызаман юраған йыл;
Чарльз Дарвин тәғлимәтен артҡа ташлап,
Хатта дәһри Күктән ямғыр һораған йыл.

Күрәҙәсе ахырызаман юраған йыл,
Күңелгә шом тойғолары һырыған йыл;
Фани донъя тигән шәйҙең берсә алдын,
Берсә артын әйләндереп ҡараған йыл.

Чарльз Дарвин тәғлимәтен артҡа ташлап,
Ике донъя хозурында үҙен фашлап,
Ерҙә ожмах төҙөйбөҙ тип йөрөгәндә,
Тәкәбберлек тупһаһынан аша атлап,

Хатта дәһри Күктән ямғыр һораған йыл,
Хәүеф-хәтәр йәнде ҡырҡҡа тураған йыл;
Донъяның һәр тарафында фетнә ҡубып,
Әһле ислам инҡилапҡа тарыған йыл.

Робағиҙар

Яҡты донъя — йәшәүҙән һис туймау икән,
Әжәл менән икәү ҡасыш уйнау икән;
Ете ҡат күк аръяғына йәшенһәң дә,
Ҡасан килеп таба был, тип уйлау икән.

* * *
— Кисәге көн ҡайҙа?
— Бары уйҙа инде.
— Ә иртәгәң?
— Килер көндөң ҡарынында.
— Төн килер ул, бәлки. Ә һуң көн тыуыуға
Ышанысың бармы? Шунан уйла инде.

* * *
Ҡайҙаһың һин, ғүмер таңын туйлаған саҡ,
Дәрт һәм шатлыҡ даръяларын буйлаған саҡ;
Күңелгә аҡ хыялдарҙан ҡанат ҡуйып,
Ғүмерҙәрҙе мәңгелек тип уйлаған саҡ?

* * *
Аяҡтарын һөйрәп баҫып саҡ-саҡ, саҡ-саҡ,
Бер мәл ҡартлыҡ ишек ҡағыр:
“Туҡ-туҡ, туҡ-туҡ!”
Зиһен уға ишек асыр. Йөрәк кенә
Аҙаҡҡаса ҡаршылашыр: “Юҡ-юҡ, юҡ-юҡ!”
* * *
Миҙгел килә, миҙгел китә — ҡануны шул,
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтә — ҡануны шул.
Оҙатырға ни хәл итеп ҡараһаң да,
Иҫәп-хисап көнө етә — ҡануны шул.

* * *
Әҙәмгә уй ябырыла уйыр өсөн,
Шат көндәрҙең иҫтәлеген юйыр өсөн;
Яуаптары булмаған һәм булмаясаҡ
Һорауҙарҙан ҡатлап кәбән ҡойор өсөн.

* * *
Кем ул төрки, тип әйтһәләр:
“Беҙ!” — тигәндәр бар ине,
Дәүләт ҡорған Илтерәштәр,
Күлтәгиндәр бар ине;
Төркиҙәрҙең был донъянан юйылмауының хаҡын
Үҙҙәренең йәне менән түләгәндәр бар ине.

* * *
Яҙ ҙа үтә. Һаман ҡайтмай
көҙ киткән ҡоштарыбыҙ,
Ҡайҙа аҙаштылар икән ҡанатлы дуҫтарыбыҙ?
Юҡҡа түгелдер ҡоштарҙың
биҙеүе илебеҙҙән —
Беҙҙе мәңгелеккә ташлап
ҡасалыр ҡоттарыбыҙ.

* * *
Күрше хаҡы — Тәңре хаҡы, тип әйтәләр,
Йәберләмә улар халҡын, тип әйтәләр.
Күршеләрең менән яҡшы мөғәмәлә
Ихлас ҡылған хажға яҡын, тип әйтәләр.

* * *
Илдең ярты халҡы кредит ҡармағында,
Ҡалғандары — фәҡирлектең аръяғында.
Кеше ерҙә мәңге шулай сәбәләнә
Тормош менән хәйлә ҡормош араһында.

* * *
Матди байлыҡ — мин-миндәрҙең кейеме,
Бер саҡ ятып серер сүп-сар өйөмө.
Ошоларҙы белә-күрә, байлыҡҡа
Барыбыҙ ҙа ынтылабыҙ, эйеме?

* * *
Әпәкәйҙең ысын тәме асыҡҡанда беленер,
Ял итеүҙең рәхәтлеге талсыҡҡанда беленер.
Былар яҡшы аңлашыла. Ә быны аңлау ҡыйын:
Ғүмеркәйҙәрҙең ҡәҙере йән сыҡҡанда беленер.

* * *
Яҙ. Ер өҫтөн ҡаплап алды йәм-йәшеллек.
Бына тағы осоп килде һантый кәкүк.
Ул һарһылып саҡырғанға түҙә алмай,
Йәш ғүмерҙәр әйләнер ҙә ҡайтыр кеүек.

* * *
Ун бәләнең егермеһе — әлеге шул хәмерҙән.
Тик көлөргә ашыҡма был сәйерерәк хәбәрҙән:
Бәләләрҙең унауынан был донъяла интекһәң,
Унауынан ахирәттә ут йоторға әҙерлән.

* * *
Төн ҡараһы һөймәй көндө, нишләтәһең,
Көн яҡтыһы ҡыуа төндө, нишләтәһең.
Хатта йәнһеҙ килеш ике тәкә башы
Бер ҡаҙанға һыймай инде, нишләтәһең.

* * *
Ижад — мәңге осланмаҫ бер әҫәр икән,
Хис һәм фекер донъяһына сәфәр икән.
Ә ижадсы — бер мосафир. Барлыҡ йөгө —
Ҡулда ҡәләм, алдында бер дәфтәр икән.
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН
 

Яҙҙы: Батырхан бабай

6 сентябрь 2012 15:36 //
Ис киткес шэп! Рэхмэт, Мэулит! Укыгас, тэн сымырзап,баш эйлэнеп, китте. " Тамгы килэ куктэн кот булып" - был hуззэрзе изге кунелле кеше генэ эйтэ алалыр.

Яҙҙы: Мәүлит

10 декабрь 2013 13:53 //
Рәхмәт, Батырхан бабай! Ошондай баһаны ишеткәс, тағы ла яҡшыраҡ яҙғы килә...