Ни булды был милләтемә?
Ҡылығы хайран итә.
Ҡулына бығау һала ла,
Ҡоллоғон байрам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1241 тапҡыр // Тотош уҡырға
* * *
Дан-шөһрәткә күмелде ул,
Нимә генә бирмәнеләр (!).
Ләкин үҙе иҫән саҡта
Әҫәрҙәрен ерләнеләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1156 тапҡыр // Тотош уҡырға
* * *
Дәрәжә көслөмө икән,
Көслөмө түрә?
Бик йыш түрәне дәрәжә
Күтәреп... бәрә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1053 тапҡыр // Тотош уҡырға
Туҡайға

Һине баҙарҙа һатҡандар...
Тотош ил бөгөн — баҙар.
Был баҙарҙа үҙен-үҙе
Һатҡан шағирҙар ҙа бар.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1226 тапҡыр // Тотош уҡырға
* * *
Тормош юлы буйлап
Атлап киләм,
Оҙата мине һәр саҡ
Яҡты һын:
Әсә — Ҡояш!
Һыртын борғанда ла
Ул барыбер сәсә
Яҡтыһын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1202 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер — футбол.
Бер майҙан һәм
Ике ҡапҡа.
Ләкин унда
Уйнап була
Ике яҡҡа...
Ком: 0 // Уҡынылар: 953 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мостай Кәримгә

Әҙәбиәт —
Сикһеҙ йыһан кеүек.
Һәм әйләнә унда
Төрлө ҡояш.
Һәр бер есем
Ком: 0 // Уҡынылар: 903 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер саҡ Бер һипте борсаҡты
Эренән:
— Ноль шикелле артта ҡалып
Йөрөмәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1001 тапҡыр // Тотош уҡырға
Күтәрмәне яһап ҡуйғас,
Кемдер әйткән:
"Күтәрмә!.."
Тик күтәрмә бойороҡто
Теләмәне
Үтәргә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1026 тапҡыр // Тотош уҡырға
Мостай Кәримгә

Юғарыға менгән һайын,
Ҡыҫыла бара һауа...
Нурҙар башта уны наҙлай,
Ямғыр ҙа тәүҙә яуа.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1133 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 26 Алға
Бит башына