Тумыртҡа түгелһең,
Йөрәк,
Серегән, тип,
Күп нәмә,
Ҡортон таҙартырға
Теләп,
Үҙеңә ҡорт
Сүпләмә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 804 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәгемде һағыш сорнап алды
Тубын күреп киткән ҡоштарҙың:
"Йәйгенәһен бында, һай, йәйләнем,
Ҡышҡынаһын ҡайҙа ҡышлармын?!
Ком: 0 // Уҡынылар: 807 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәк оран һалды,
Күңел алды
Һөңгө.
Ләкин икеһен дә
Аҡыл батша
Еңде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 674 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡайһы саҡта
Онотолғо килә
Һәм йотолғо килә
Бушлыҡтан.
Ваҡыт менән
Ярышып саба-саба,
Йөрәккәйем минең
Бышлыҡҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 656 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һиңә әйтер һүҙҙәрем бар,
Тыңла, балам.
Хилаф булмаҫ, һүҙҙәремә
Ҡолаҡ һалһаң.
Ком: 0 // Уҡынылар: 982 тапҡыр // Тотош уҡырға
Борсомағыҙ әле мине,
Үҙем генә ҡалайым.
Тик йырҙарым менән генә
Үткәрәйем бал айын.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1094 тапҡыр // Тотош уҡырға
Оҙон ғүмер, ҡыҫҡа ғына тормош
Бәғзе бәндәләргә бирә Хоҙай.
Бар белгәне карауат һәм өҫтәл,
Ҡаҙанышы уның шунан уҙмай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 811 тапҡыр // Тотош уҡырға
Урталыҡты һайлай
Белмәнем мин,
Төрлө мәлем булды,
Буталдым.
Һалҡын саҡта,
Боҙға һыйындым мин,
Янып барғанымда,
Ут алдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 929 тапҡыр // Тотош уҡырға
Телебеҙҙә алты килеш, —
Улар менән килешәм.
Килештәргә килештереп,
Фекеремде бүлешәм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1408 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бындай кистәр ҡабатланмаҫ,
Ҡабат янмаҫ был хистәр.
Был кис беҙҙең йәнебеҙгә
Ғүмерлек бер нур өҫтәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 910 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 Алға
Бит башына