Ҡанатлы баһадир (Ҡоддос батыр эҙҙәренән)
Иң шәп һорау
Мәктәпкә Советтар Союзы Геройы летчик-штурмовик Ҡоддос Латипов килә тигән хәбәр “йүкә” телефон аша “һә” тигәнсә Яңы Мишәр ауылының һәр өйөнә барып ишетелде һәм һуғыш һалған йәрәхәттәрҙән арынып, ҡәҙимге тыныс йәшәп ятҡан кешеләрҙең онотолоп барған йөрәк яраларын ҡуҙғытып, юғалтыу хәтирәләрен яңыртып, яуыз дошманға нәфрәтте ҡабаттан дөрләтеп ебәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1180 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙ-наҙыңды меңәр ҡабатлайым,
Һалып барам хәтер төбөнә.
Һөйөүебеҙ күккә олғашҡанға,
Бөйөк Күстән ғәфү үтенмә,
Тәҡдиребеҙ шулай, үкенмә!..
Ком: 0 // Уҡынылар: 930 тапҡыр // Тотош уҡырға
Силәбенән – шиғри күстәнәс Яңыраҡ Силәбе өлкәһенең Арғаяш мәҙәниәт йортонда “Таң нурҙары” исемле район әҙәби берекмәһе ойошторолоуға 20 йыл тулыу айҡанлы юбилей сараһы уҙҙы.
1994 йылда Арғаяш ҡасабаһында “Таң нурҙары” исемле әҙәби түңәрәк ойошторола. Тәүге ағзалары Мәхмүт Янбаев, Рафаэль Мөхәмәтйәнов, Нәғимә Усманова уның эшен йәнләндереүгә тос өлөш индерә. Бәжекәй мәктәбе уҡытыусыһы Рафаэль Мөхәмәтйәнов тәүге етәксеһе булараҡ байтаҡ эш башҡара,
Ком: 1 // Уҡынылар: 1032 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йөрәк диңгеҙенең мәрйендәре...
Рәхмәт, йөрәк!


Йөрәк диңгеҙенең мәрйендәре
Хәтер һандығына юл ала.
Йөрәклеләр мәңге һаҡлай уны,
Йөрәкһеҙҙә хәтер юғала.

Аҡыл күрһә, йөрәк кенә аңлай
Ҡайғы-шатлыҡтарҙың ҙурлығын.
Аҡыл бер хәл, тик тоймаһа йөрәк
Ғорурлығын, бәлки хурлығын
Ком: 1 // Уҡынылар: 1371 тапҡыр // Тотош уҡырға
Яугир ауылдашым Шәриф Бикҡолдоң яҡты иҫтәлегенә

Ғорурланам Шәриф ағай менән
Бер ауылда тыуып үҫкәнгә,
Икебеҙ ҙә малай сағыбыҙҙа
Тәмле Аҡкүл һыуын эскәнгә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 833 тапҡыр // Тотош уҡырға
Елдәр менән серләшеп Уяныу

Боҙҙар китә моңһоу йырын йырлап,
Юлдар ярып аға гөрләүек.
Морон төртөп умырзая сыға
Саф күңелле йәш бала кеүек.

Ҡояшҡайым йомарт нурын һибә,
Өҙөлөп-өҙөлөп һайрай һандуғас,
Мөғжизәле, моңло бер йыр тыуа
Тамсыҡайҙың сыңы ҡушылғас.

Тау биттәре ҡалды шоҡорайып,
Йылы, йомшаҡ юрған юҡ булғас.
Ә ҡайындар тора маһайышып,
Йәшел суҡлы яулыҡ ябынғас.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1168 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һуғармаһа йылға наҙҙар менән,  Һағышынан тау ҙа ишелер...Еҙем
Аҡ таштарҙан яуған
көмөш нурҙар
Еҙемемдә минең сағыла.
Foрур ҡаяларға хозурланып,
Ярҙа торам әле тағы ла.
Ҡауыштылар йылға менән
ҡая,
Һөйөү бармы уға тиңләшер?!
Һуғармаһа йылға
наҙҙар менән,
Һағышынан тау ҙа ишелер.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1096 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ғүмер юлдарымдың моңдары * * *
Күк йөҙөндә тулы айҙы күреп,
Өләсәйем алды уҡынып.
Мунса инеп, арып ҡайтып киләм
Уның итәгенә тотоноп.
Ком: 0 // Уҡынылар: 906 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғри биҙәктәрҒүмерем йылғаһы

Уйҙарымда ҡабат-ҡабат үтәм
Ғүмерем йылғаһының буйынан.
Балҡып китә яҡты хәтирәләр,
Сумып, тулҡынында ҡойонам.
Ком: 0 // Уҡынылар: 803 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шатлығымды яҙам йыр итеп  Тыуған ауылым, Иҫәнғолом

Киң илемдә нурлы балҡыш кеүек
Минең өсөн кескәй ауылым;
Иркенерәк бында донъялар ҙа,
Шифалыраҡ һулыш алыуы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1021 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 25 Алға
Бит башына