Һаман да алғы сафта Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты Шәриф Бикҡол – башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән шағир. Уның барлыҡ тормош һәм ижад юлы илебеҙ тарихының данлы ла, көсөргәнешле лә булған бер осоро менән бәйле. Донъялағы ҡеүәтле совет иле, уның батыр халҡы социализм төҙөү, коммунистик йәмғиәт нигеҙҙәрен һалыу идеялары менән янып йәшәй. Ул осорҙа яңынан-яңы завод-фабрикалар төҙөлә, ауыл-ҡалалар үҫешә, милләттәр араһында дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре нығый, бар ерҙә героик хеҙмәт шауы тантана итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1084 тапҡыр // Тотош уҡырға
БУШ ҠАЙТАРЫП БИРЕГЕҘ

(Рәсәй ветерандарының әйткәне)

Яңы байҙар танымайҙар
яңы хәйерселәрҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 727 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәхәт тормош

Беҙ ул һуғыштан һуңғылар,
Туҡ тормошта үҫкәндәр.
Партия күрһәткән юлды
Яҡты маяҡ иткәндәр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 841 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шағир Салауат Рәхмәтулланың "Һыу кирегә аҡһа ла" тигән китабын уҡығас:

Эх!
"Минең арттан!" тип, үҙемә
Ҡылыс болғайһы ҡалған!
Ком: 0 // Уҡынылар: 2057 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡәләмиәт Биҙгәндәр

Гәпләшә бер төркөм малай:
Кемдәр нимәнән биҙгән?
Был билдәле булыр тиҙҙән
Улар һөйләгән һүҙҙән.

– Ҡуйыртылған һөттән биҙҙем!
– Мин, малай, иттән биҙҙем!
– Һи-и-и, әле генә биҙҙеңме?
Мин инде күптән биҙҙем!
Ком: 0 // Уҡынылар: 473 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уйҙар яугир  булып туплана... АЛА ҺЫЙЫР

Һыйыры бар ине нәнәйемдең –
Йәй көтөүҙән тура ҡайтманы.
Яландарҙан уны эҙләй инек,
Ҡалмай ине урман, тау яғы.

Бер минутҡа ғына һуңлаһаң да
Ҡаршыларға ауыл осонда,
Әллә ҡайҙа китеп юғала ул
Ҡанатлы бер әкиәт ҡошондай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 704 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бер моң биләй күңелемде Моңло ҡәләм

Моң тәлгәше, моңло ҡәләм,
Һыҙғыслама ҡылыс, әләм,
Һыҙғыслаһаң, һыҙғысла тик
Кеше күңеленән сәләм.

Ябай ғына хәстәрҙәрҙән
Донъя ҡора ерҙә әҙәм.
Ә һин һаман һыҙғыслайһың
Яу яланы, аттар, әләм.
Ком: 0 // Уҡынылар: 626 тапҡыр // Тотош уҡырға
Украина!..

Иле тиһәң, теле тиһәң, дине тиһәң,
Урыҫ менән украиндың — бер ҡибланан.
Рәнйештәр тик, ә, етмәһә, ҡара ҡотҡо
Туғанлыҡтан өҫкә сыҡһа бигерәк яман.
Ком: 0 // Уҡынылар: 742 тапҡыр // Тотош уҡырға
Риф ӘХМӘҘИЕВ: “Шиғыр — ул көтөлмәгән табыш” Билдәле ғалим-әҙәбиәтсе, шағир, педагог, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Риф Барый улы Әхмәҙиевкә 60 йәш тулды. Ошо уңайҙан танылған шәхесебеҙ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
— Риф ағай, шағирҙы белер өсөн уның тыуған ерен күрергә кәрәк, тиҙәр. Әйҙәгеҙ, хыялыбыҙҙа булһа ла тыуған яғығыҙға “барып” әйләнәйек.
— Һәр ижад кешеһенеке шикелле, минең шиғриәтемдең шишмәһе – тыуған яғым, ауылымды уратып алған урман-һыуҙар, тау теҙмәләре, үҙәндәр. Кемдеңдер шәхси йоғонтоһо хаҡында айырып ҡына әйтеп тә булмайҙыр. Әсәйемә килгәндә, уның хәстәре улын шағир итергә тырышыуға ҡайтып ҡалмағандыр, хәйер, ундай уй башына ла килмәгәндер…
Ком: 0 // Уҡынылар: 1485 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫтерҙек

Әмер төштө үҫтерергә
Шәхси хужалыҡтарҙы.
Бөтә көстө шуға һалдыҡ,
Баштан атып юҡ-барҙы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 613 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 25 Алға
Бит башына