“Асыҡлыҡтың һөҙөмтәһен күрә башланыҡ”Бөгөн — Азамат Илембәтовтың республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүенә бер йыл. Ошо уңайҙан “Комсомольская правда” гәзитендә Хөкүмәт башлығы журналистар менән осрашыу ойошторҙо.
Азамат Фәттәх улы башта “Ҙур химия” Халыҡ-ара форумы хаҡындағы фекере менән уртаҡлашып, сараның ойошҡан рәүештә, уңышлы үтеүен билдәләне.
— Властың барыһы өсөн дә асыҡ булырға ынтылышы шарттарында республикала иҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө форум, инвесторҙар менән осрашыуҙар йыш ойошторола, — тине ул. — Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡарағанда, башҡарған төп бурыстарыбыҙҙан тыш, республиканың иҡтисадын демократлаштырыуға күп көс һалынды. Инвестицияны йәнләндереү маҡсатында бер нисә закон ҡабул ителде. Эшмәкәрлегебеҙҙең аныҡ һөҙөмтәһе күренә башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Ҡара алтын” бында тыуған“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостанда нефть табыла башлауҙың күркәм юбилейын киң билдәләй. Нефть сығарыуға ҡағылышы булған һәр төбәктә тантаналар үтә. Улар араһында иң мөһиме һәм сағыуының Ишембайҙа ойошторолоуы бер кемде лә ғәжәпләндермәйҙер. Тап ошо бәрәкәтле ерҙә, 1932 йылдың 16 майында, көндөҙгө ун икенсе яртыла данлыҡлы 702-се скважинанан фонтан булып нефттең тәүге тонналары бәреп сыға.
Салт аяҙ, йылы һәм ҡояшлы иртәлә Ишембайҙа нефткә ҡағылышы булған барса халыҡ ошо тарихи “өләсәй-скважина” янына йыйылды. Әйтергә кәрәк, тап “ҡара алтын” табыла башлауы Ишембай ҡалаһына нигеҙ һалды һәм күптәрҙең яҙмышы ошо тармаҡҡа бәйләнде. Хәҙер был скважина янында матур тарихи урын барлыҡҡа килгән.
Сараға тулҡынланып килеүселәр, әлбиттә, ветерандар ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумы парламенттың киләһе ултырышының көн тәртибен раҫланы. Уға 50-гә яҡын мәсьәлә индерелде.
Икенсе уҡыуға йәмәғәтселектә киң тикшерелгән “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт күрһәтеүгә хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итеү тураһында”ғы закон проекты сығарыла. Дәүләт Йыйылышының комитет рәйесе Наил Ҡотлогилдин уны тәҡдим итеп, фекер алышыуҙа, депутаттарҙан тыш, йорт комитеттары союзы, юристар ассоциацияһы вәкилдәре һәм блогерҙар ҡатнашты, тип хәбәр итте. Һөҙөмтәлә 24 төҙәтмә әҙерләнде. Уларҙы ҡабул итергә тәҡдим индерелде.
“Башҡортостан Республикаһында социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһында”ғы закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡараласаҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич етәкселегендәге делегация Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә булды.
Ҡунаҡтар инженерлыҡ-етештереү комплексын, авиация двигателдәрен йыйыу һәм һынау цехтарын, контроль лабораторияһын, шулай уҡ турбина роторы һәм компрессор етештереү комплексын ҡараны. Михаил Бабич роторҙарҙың береһендә ҡултамғаһын ҡалдырҙы.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе директоры Александр Артюхов Михаил Бабичҡа берекмәнең бөгөнгө эше, үҫеш пландары, атап әйткәндә, бишенсе быуын двигателен эшләү проектында, МС-21 магистраль самолетының двигателе өсөн комплектлау өлөштәре сығарыуҙы үҙләштереүҙә, вертолет двигателе компоненттарын етештереүҙе ойоштороу программаһында ҡатнашыу тураһында һөйләне.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Донъяла нефть һәм газ һаҡламдарының тамам бөтөү хәүефе бармы? Булһа, быны ҡасан көтөргә һәм Рәсәйҙе ниндәй төр энергия ҡотҡара ала? "Ҙур химия" II Халыҡ-ара форумының икенсе көнөндә ошо турала ла фекер алышыу булды.
Сара сиктәрендә бер нисә "түңәрәк өҫтәл" үтте. Мәҫәлән, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Президиумы рәйесе Усеин Джемилев үҙенең сығышында энергетиканың киләсәген күҙаллап эш итергә саҡырҙы. Бөтөн донъяла нефть һаҡламдарының күләме яҡынса 300 миллиард тонна тирәһе икән. Шуның 10 миллиарды — Рәсәйҙә. Донъяла йылына 6 миллиард тонна нефть сығарылһа, Башҡортостанда ул 9–10 миллион тонна тәшкил итә. "40–50 йылдан нефть алтындан ҡиммәтерәк буласаҡ", — тип фаразланы ғалим.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 51 Алға
Бит башына
Официальный информационный портал органов государственной власти Республики Башкортостан  Официальный информационный портал Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан  Официальный портал Правительства РБ  Башинформ