Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Батырлыҡ хәл иткес мәлдә һынала
Батырлыҡ хәл иткес мәлдә һыналаЭйек — республика биләмәһендәге ҙур йылғаларҙың береһе. Ғәҙәттә, бала ҡәҙерен белгән ата-әсә көслө ағымлы, тәрән урынға бәләкәстәрҙең үҙҙәрен генә һыу инергә ебәрмәҫкә тырыша, сөнки йыш ҡына сабыйҙарҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ғүмерен аямай ул. Йәй етһә, һыуға батып харап булған кешеләр тураһында хәбәрҙәр ишетелеп-ишетелеп ҡала. Быйыл йәй ҙә Эйектә бата яҙғандар күп булды. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында өс балаһы менән ҡатынын алып ҡайтырға тип пляжға килгән ир батып барған ике малайҙы ҡотҡара. Әгәр ҙә ошо ир-уҙаман һыу буйына килеп сыҡмаған булһа?..

Хәйер, кешенең дә төрлөһө була шул. Аҙаҡ ҡотҡарыусыға бер малайҙың ғына ата-әсәһе рәхмәт белдерә. Икенсе малайҙың иһә исемен һәм кем улы икәнлеген дә һаман белмәй Әмир Баймырҙин. “Минең уйымса, бала тип бик иҫе китеп бармаған берәй имен булмаған ғаиләнәндер ул малай. Юғиһә, айыҡ аҡыллы кеше уның бер үҙен һыу инергә ебәрәме? — тигән һығымта яһап ҡуйҙы үҙенең алты балаһын күҙ ҡараһындай һаҡлап үҫтергән Әмир Хәйервәли улы. – Ә, бәлки, ата-әсәһенән ҡурҡып, малай үҙе менән булған хәл тураһында өндәшмәгәндер...”
Бәлки, шулайҙыр ҙа, әммә батып барған балаларҙы ҡотҡарыу тураһындағы хәбәр МЧС хеҙмәткәрҙәренә, район гәзите журналистарына ла барып етә һәм бик тиҙ тотош районға тарала. Берәй сенсация яһау теләгенән түгел, ә ата-әсәләрҙе иҫкәртеү өсөн күтәреп сығалар был теманы.
Бикбулат ауылында тыуған Әмир Баймырҙин үҙе ишле – туғыҙ балалы ғаиләнән. Ағайҙары-апайҙары араһында кинйә бала. Шуғалыр ата-әсәһе һәм туғандарынан иркәләү һәм наҙ татып үҫә. Тик, кинйәмен тип, ағай-апайҙары эшкә егелгәндә ҡул ҡаушырып ултырмаған. Киреһенсә, уларға эйәреп, һәр ауыл балаһына хас эшлеклелек, булдыҡлылыҡ, итәғәтлек сифаттарын әсә һөтө менән генә түгел, ә “тана” һөтө менән дә һеңдереп үҫә. Көрәккә тотонһа – көрәк, балтаға тотонһа, балта эшен белә. Техника яғына әүәҫ. Ҡыҫҡаһы, ауыл ерендә бына тигән итеп йәшәрлек сифаттарҙың барыһына ла эйә Әмир Хәйервәли улы. Ғаиләм ҙур, аҡса етмәй тип тормай, мәктәпте тамамлаған улы менән ҡыҙына юғары уҡыу йорттарына инеү форсатын биргән, өй һалған, баҡса үҫтерә, мал-тыуар аҫрай.
— Һигеҙенсе класты тамамлағас, Мораҡ профтехучилищеһында механизатор һәм водитель һөнәрен үҙләштерҙем. Тиҙҙән хәрби комиссариат Афғанстанда хеҙмәт итер өсөн һигеҙ айлыҡ водителдәр курсына йүнәлтте. Бәхетемдәндер инде, мин уҡып бөтөүгә, ғәскәрҙе Афғандан сығара башлағайнылар, беҙҙең саҡырылыш Венгрияға эләкте. Транспорт ротаһында водитель булып хеҙмәт иттем. Унан ҡайтҡас, “Күгәрсен” совхозында механизатор булдым. Бөрйән районы ҡыҙына өйләнгәс, ун йыл шул төбәктә йәшәнек. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, тыуған районыма ҡайттым. Комиссия үтеп, 2003 йылда район эске эштәр бүлегендә хеҙмәтемде башланым, — тип, ғүмер юлын ҡыҫҡаса ғына һөйләп бирҙе әңгәмәсем.
Эше уның бик тынғыһыҙ: бүлектең дежур часында водитель вазифаһын башҡара. Ҡалаларҙа ғына түгел, хәҙер ауыл ерендә лә тормош ҡайнап тора. Көндөҙ ундай-бындай сетерекле хәлдәр бигүк осрамаһа ла, төндөң ҡараңғы ҡоршауында төрлө хәлдәр була. Бигерәк тә яҙ-йәй айҙарында тынғы юҡ. Оператив төркөм сигнал буйынса тиҙ генә ҡуҙғалып сығып китһен өсөн машина һәр саҡ әҙер булырға тейеш.
— Үҙем күп балалы атай булараҡ, үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең тәртибенә ныҡ иғтибар итәм. Матур күренештәргә һөйөнәм, ямандарын күреп, эс боша. Уларға ҡарап, балаларға ата-әсәнең иғтибары, талабы, наҙы кәрәклеген аңлайым һәм ул-ҡыҙҙарыма ҡарата талабымды тағы ла көсәйтәм. Баланың киләсәге ата-әсәһенең тормошона һәм булмышына ҡарап формалаша бит. Шөкөр, ҡатыным менән бәләкәстәребеҙгә иғтибарлы булғанғалыр, алтыһы ла бик тырыш. Өлкәндәргә ҡарап, кеселәре яҡшы уҡырға ынтыла, өй тирәһендәге, хужалығыбыҙҙағы эштәрҙе бергәләп башҡарырға күнегеп бөткәндәр. Ҙур улым Әнүр Стәрлетамаҡ педагогия академияһының IV курсында уҡый. Әле “Дәрүиш” төркөмө менән Чехияға остолар. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ район мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәгенә йөрөнө. Ҡыҙым Күмертауҙа иҡтисад һәм хоҡуҡ институтына уҡырға инде. Айнур Ишембайҙа кадет колледжында белем ала. Алтынсы кластағы Ибраһим быйыл “Байыҡ” конкурсында гран-при яуланы. Уҡыуға, бейеүгә, спортҡа бик дәртле бала. Наҙгөлөбөҙ беренсе класҡа барҙы. Ә иң кесебеҙ Илназ балалар баҡсаһына йөрөй.
Балаларының күңел торошон яҡшы белгән атай уларҙың һәр береһенең ниндәй шөғөл менән мауығыуы, ниндәй теләк менән йәшәүе, ниндәй ризыҡ яратыуы, кинофильмдар ҡарауы, китаптар уҡыуы һәм башҡалар тураһында, моғайын, сәғәттәр буйына һөйләй алыр ине. Улар менән аралашырға, тыңларға, наҙын бүлергә ҡасан өлгөрәлер ул?
Күңеле һөйөү-наҙға тулы уҙаманға ысын ирҙәргә хас ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек, хәрбилек сифаттары ла ят түгел. Ғүмерен шик-хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡатынын, балаларын шөбһәләндереп, ул 2012 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән ОМОН һәм СОБР отрядтарын йөрөтөү өсөн Ҡабарҙа-Балҡарға юл тота. Ғүмерен, сәләмәтлеген аямайынса, ниндәй хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡанын Әмир Хәйервәли улы тәфсирләп бәйән итмәй. Ҡан ҡойолған, йәндәр ҡыйылған хәл-ваҡиғалар хаҡында иҫкә төшөрөү еңел түгел шул.
— Тормош матур, үҙең һөйөнөп, ғаиләңде ҡыуандырып йәшәге килә, — ти Әмир Баймырҙин. Уның ҡылған матур эш-ғәмәленә ҡарап, үҙенең яҡындарын ҡыуандырып-шатландырып йәшәүҙән тыш, эргә-тирәһендәгеләргә лә иғтибарлы һәм инсафлы булыуына төшөнәһең. Эйек йылғаһы буйында ял иткән теге малайҙарҙы үлем тырнағынан йолоп алып ҡалыуы ла батырлыҡҡа тиң бит.
— Кеше ғүмере ҡыл өҫтөндә торғанда батырлыҡ эшләйем тип уйламайһың ул, — ти Күгәрсен батыры Әмир Баймырҙин.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Радий Хәбиров Игорь Сечин менән осрашты

Радий Хәбиров Игорь Сечин менән осрашты 17.10.2018 // Сәйәсәт

“Башнефть” предприятиеларына тәүге эш сәфәренән һуң Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса...

Тотош уҡырға 21

Республика етәксеһе – уңайлы ҡала мөхите хаҡында

Республика етәксеһе – уңайлы ҡала мөхите хаҡында 17.10.2018 // Сәйәсәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уңайлы ҡала...

Тотош уҡырға 19

Радий Хәбиров “Башҡортостан” нәшриәтен бөлгөнлөктән ҡотҡарырға ҡушты

Радий Хәбиров “Башҡортостан” нәшриәтен бөлгөнлөктән ҡотҡарырға ҡушты 17.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Башҡортостан” нәшриәтенең...

Тотош уҡырға 38

Вьетнамдың Генераль консулы менән осрашыу

Вьетнамдың Генераль консулы менән осрашыу 17.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Вьетнам Социалистик Республикаһының...

Тотош уҡырға 21

Донъяға ишекте шар асып...

Донъяға ишекте шар асып... 17.10.2018 // Сәйәсәт

Салауат төйәге яңы һулыш ала. Район хакимиәте башлығы Марс Фәрәх улы Кашапов менән Салауат Юлаевтың...

Тотош уҡырға 37

Радий Хәбиров республика чиновниктарын нормаға һалынмаған эш аҙнаһына күсерҙе

Радий Хәбиров республика чиновниктарын нормаға һалынмаған эш аҙнаһына күсерҙе 16.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең оператив кәңәшмәләрен хәҙер шәмбе һайын көндөҙгө сәғәт 1-ҙә уҙғара...

Тотош уҡырға 57

Өфө мэры булырға 29 кеше теләй

Өфө мэры булырға 29 кеше теләй 16.10.2018 // Сәйәсәт

Кисә Өфө ҡала Советында мэр вазифаһына конкурста ҡатнашырға теләк белдергән кандидаттарҙан...

Тотош уҡырға 51

Федерализм һәм Конституция —  игеҙәк туғандар ул!

Федерализм һәм Конституция — игеҙәк туғандар ул! 16.10.2018 // Сәйәсәт

Республиканың Төп Законына – 25 йыл Быйыл декабрҙә “Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына – 25...

Тотош уҡырға 25

Иңдәренә һалды ил хәстәрен

Иңдәренә һалды ил хәстәрен 16.10.2018 // Сәйәсәт

“Эш нигеҙе асыҡлыҡҡа, законлылыҡҡа, һөҙөмтәлелеккә ҡороласаҡ”, – тине Радий Хәбиров. Рәсәй...

Тотош уҡырға 80

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр 16.10.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың һаулыҡ...

Тотош уҡырға 39

Радий Хәбиров дин әһелдәре менән осрашты

Радий Хәбиров дин әһелдәре менән осрашты 15.10.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә...

Тотош уҡырға 59

Радий Хәбиров – йәштәр технопаркында

Радий Хәбиров – йәштәр технопаркында 15.10.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө дәүләт нефть техник...

Тотош уҡырға 45