Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Беҙҙә ағыулы ҡалдыҡтарҙы күмеү булмаясаҡ”
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Росатом”дың сайтында урынлаштырылған мәғлүмәткә һәм республика Конституция судының әле тикшерелгән закон сығарыу башланғысына аңлатма бирҙе.

Хәбәрсе: Интернет селтәрендә атом станцияларының радиоактив ҡалдыҡтарын Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостандың Иглин районындағы Ләмәҙ ауылында күмеү тураһында мәғлүмәткә бәйле әүҙем фекер алышыу бара.

Рөстәм Хәмитов: Был сәйер хәл детективты хәтерләтә. “Росатом”дың радиоактив ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу үтенесе менән Башҡортостан Хөкүмәтенә лә, республика биләмәһендәге башҡа федераль ведомстволарға ла бер ҡасан да мөрәжәғәт иткәне булманы. Мәғлүмәттең ҡайҙан сығыуын асыҡлау өсөн “Росатом”ға рәсми һорау ебәрҙек.
Мин ниндәй ҙә булһа, тәү сиратта радиоактив ҡалдыҡтарҙы, Башҡортостанда урынлаштырыуға ҡырҡа ҡаршымын. Республикала хәүефле һаҡлағысты булдырмау өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйәсәкмен.
Бындай мәғлүмәтте кем һәм ниндәй маҡсатта таратыуын, уның артында кемдәр тороуын, Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер төбәктәрендә ниндәйҙер сәйәси мөнәсәбәттәрҙе киҫкенләштереү өсөн таратылған сираттағы ҡотҡо түгелме икәнлеген асыҡларға кәрәк. Республика халҡын тынысландыра алам: Башҡортостан ерен радиоактив йәки бүтән төрлө ҡалдыҡтар бысратмаясаҡ, республикала экологик яҡтан “бысраҡ” предприятиелар асылмаясаҡ. Төҙөлгән объекттарҙың барыһы ла ныҡлы экспертиза үтә. Документтар йәмәғәтселек тарафынан тикшерелә, тыңлауҙар ойошторола. Төбәк халҡына бысраҡ, экологик йәһәттән хәүефле предприятие төҙөлөр тип борсолорға нигеҙ юҡ.

Хәбәрсе: Парламент депутаттары ошо көндәрҙә республикабыҙ Конституцияһын, Башҡортостандағы иң юғары вазифалы кешенең исемен үҙгәртеү хаҡында һөйләште.

Рөстәм Хәмитов: Был һорау менән Конституция судына мөрәжәғәт итергә мөмкин, сөнки башланғысты тап ул тәҡдим итте.
Беренсе һәм төп сәбәп: һуңғы биш-ун йыл эсендә Конституцияға ярайһы уҡ күп үҙгәреш индерелде, ҡайһы бер бүлектәр, положениелар көсөн юғалтҡан тип танылды. Шуға күрә уны тейешле хәлгә килтереү бурысы тыуа. Унда ниндәйҙер бүлектәр бөтөнләй юҡ, тексында фәлән бүлек ғәмәлдән сыҡты, үҙгәртелде йәки юҡҡа сығарылды тип яҙылған.
Икенсенән, Конституция үҫешкә, динамикаға эйә. Парламентҡа закон сығарыу башланғысын тәҡдим итеү, йәмғиәт тормошонда ҡатнашыу йәһәтенән халыҡтың да әүҙемлеге арта. Шуға ла Конституция суды был үҙгәрештәрҙе Дәүләт Йыйылышы ҡарауына индерергә мөмкин тигән фекерҙә.
Өсөнсөнән, Конституция суды республика етәксеһенең Президент түгел, ә бүтән исем йөрөтөргә тейешлеге тураһындағы законды иғтибарға алды һәм 2015 йылдың 1 ғинуарынан был вазифаны “Башҡортостан Республикаһы Башлығы” тип атарға тәҡдим итте. Башҡортса төрлө варианттар бар: “ил башы”, “хаким”, “республика башлығы” һәм башҡалар. Бының буйынса фекер алышырға кәрәк. Депутаттар ниндәй ҙә булһа ҡарарға килер, моғайын.
Ә инде Конституциялағы айырым статьяларҙы үҙгәртеү менән бәйле мәсьәләгә килгәндә, Конституция судына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирәм. Унда барыһын да ентекле аңлатырҙар. Был – ябай ғәмәл, унда бер ниндәй ҙә сенсация юҡ. Бер яҡтан, техник процесс булһа, икенсе яҡтан, Конституцияны федераль ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтереү ул. Бындай эш Башҡортостан Республикаһында һуңғы 10-12 йылда күп тапҡыр тормошҡа ашырылды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы прокурор теҙгенде ҡаты тотмаҡсы

Яңы прокурор теҙгенде ҡаты тотмаҡсы 21.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостандың яңы прокуроры тәғәйенләнде. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был...

Тотош уҡырға 47

Ғәҙеллек һәм асыҡлыҡ яҡлы

Ғәҙеллек һәм асыҡлыҡ яҡлы 21.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһының яңы рәйесе тәғәйенләнде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 31

Ике ултырыш үткәрелә

Ике ултырыш үткәрелә 19.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 28 мартта Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 47

Марат менән Илгиз – еңеүсе

Марат менән Илгиз – еңеүсе 19.03.2019 // Сәйәсәт

Ниһайәт, бер нисә ай дауамында барған “Рәсәй лидерҙары” конкурсы тамамланды һәм уның еңеүселәре...

Тотош уҡырға 50

Егерме туғыҙ ғына йәштә ҡаланы етәкләй

Егерме туғыҙ ғына йәштә ҡаланы етәкләй 18.03.2019 // Сәйәсәт

Нефтекамала ҡала Советы ултырышында депутаттар ғәмәлдәге хакимиәт башлығы Рәшит Дәүләтовтың...

Тотош уҡырға 73

Егеттәргә еңеү теләйек

Егеттәргә еңеү теләйек 15.03.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙа “Рәсәй лидерҙары” идарасылар бәйгеһенең финал ярыштары бара. Башҡортостандан финалға,...

Тотош уҡырға 61

Беҙ иң-иңдәр сафына баҫырға теләйбеҙ!

Беҙ иң-иңдәр сафына баҫырға теләйбеҙ! 15.03.2019 // Сәйәсәт

12-13 мартта Мәскәүҙә Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы....

Тотош уҡырға 56

Тарихыбыҙҙы сағылдыра күргәҙмә

Тарихыбыҙҙы сағылдыра күргәҙмә 13.03.2019 // Сәйәсәт

Федерация Советында Башҡортостан көндәрен үткәреү барышында махсус ойошторолған күргәҙмәлә...

Тотош уҡырға 60

Башҡортостан етәксеһе бер баҫҡысҡа юғары күтәрелде

Башҡортостан етәксеһе бер баҫҡысҡа юғары күтәрелде 12.03.2019 // Сәйәсәт

“Медиалогия” губернаторҙар рейтингында февраль айы йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров илдә 4-се урын...

Тотош уҡырға 82

Мөһим саралар көтөлә

Мөһим саралар көтөлә 11.03.2019 // Сәйәсәт

12-13 мартта Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла. Сара республиканың 100...

Тотош уҡырға 69

Өлфәт Мостафин – бишенсе

Өлфәт Мостафин – бишенсе 11.03.2019 // Сәйәсәт

“Медиалогия” компанияһы Волга буйы федераль округының баш ҡалалары мэрҙарының февраль айы буйынса...

Тотош уҡырға 72

Съезд апрелдә үтә

Съезд апрелдә үтә 05.03.2019 // Сәйәсәт

Быйыл 18 апрелдә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында Урындағы үҙидара көнөн һәм республиканың...

Тотош уҡырға 86