Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Енәйәт һәм яза
Шаяртыу хаҡы

— “Ҡунаҡһарай”ға, “Ял”, “Элекке таныш” кафеларына, “Арсенал” кинотеатрына шартлатҡыс һалғандар!

Нефтекама ҡалаһының эске эштәр бүлегенә бер-бер артлы ошондай шомло хәбәрҙәр килгәс, бөтәһе аяҡҡа баҫа. “Ашығыс ярҙам”, янғын һүндереү машиналары хәрәкәткә килә. Полиция хеҙмәткәрҙәре хәүефле биналарҙы ҡамап ала, кешеләр тыныс урынға сығарыла, китә һәр бер мөйөштө тикшереү. Бәхеткә күрә, бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс әйбер табылмай.
Тәртип һаҡсылары “шаяртыусы”ны тиҙ асыҡлай: ул 37 йәшлек ир була. Шаяртыу хаҡы бик ҡиммәткә төшмәксе. Ялған шылтыратыу өсөн уға өс йылға тиклем төрмә срогы янай. Бынан тыш, “бомбаны эҙләү өсөн” киткән сығымды ла кеҫәһенән сығарып түләргә тура киләсәк.

Тишек кәмәгә
кем ултыртты?

Һай, рәхәт заман тыуҙы! Үҙеңә кәрәк әйберҙе өйөңдән сыҡмайынса ла алырға була хәҙер.

Өфөләге беренсе курс студенты интернет-магазиндан үҙенә затлы телефонға заказ бирә. Һөйгәнен дә онотмай – уны ла ҡиммәтле бүләк менән ҡыуандырырға уйлай. Бының өсөн егеттән алдан уҡ махсус иҫәпкә 17 мең һум аҡса күсереүҙәрен һорайҙар, ә тауарҙы “Рәсәй почтаһы” аша ебәрергә вәғәҙәләйҙәр. Бары ике аҙна ғына көтөргә кәрәк.
Билдәләнгән ваҡыт үтә, ә посылка юҡ та юҡ. “Мәрхәмәтле” әҙәмдәргә шылтыратыу ҙа файҙаһыҙ – телефондары пипелдәп кенә тик тора. Хәҙер инде тишек кәмәгә ултыртҡандарын яҡшы аңлаған егеткә полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай.

Мышы ите тәмлеме?

Белорет ҡалаһының эске эштәр бүлегенә Тирлән ауылында берәүҙең йортонда мышы ите булыуы хаҡында хәбәр еткерәләр.

Хоҡуҡ һаҡсылары билдәләнгән адрес буйынса юлға сыға, ғәйеплене таба. Һорау алыу башлана. 27 йәшлек ир:
– Ҡышҡылыҡҡа ит әҙерләнем, әҙерәген ҡалалағы туғандарыма күстәнәс итеп ебәрермен тигәйнем, – тип яуаплай.
– Ә ҡайҙа аттың?
— Ҡайҙа булһын, урманда инде!
Ауылдан 26 километр алыҫлыҡтағы төпкөлгә атта ғына барып етергә мөмкин. Шулай ҙа йыбанмай тәртип һаҡсылары – һунарсының атын егеп, юлға сығалар. Аҡланда улар ике мышының баш-тояғын күрә. Ҡоралға ла һәләк бай икән браконьер – дүрт мылтығы бар, шуның икәүһе теркәлмәгән, береһен үҙе әтмәләгән.
Ғәйеплегә ҡарата енәйәт эше асылған. Хәҙер уны штраф менән “һыйларҙары" көн кеүек асыҡ. Бынан һуң бисараның “урман һыйырҙары”на ҡарағыһы ла килмәҫ, моғайын.

“Ен эйәләгән”

– Почтаға сыҡҡан арала фатирымдан телефоным ғәйеп булған!
– Өйөмдән курткамды сәлдергәндәр!
– Сумкамды таба алмайымсы, әллә өйгә ен эйәләгән инде!

Һуңғы ваҡытта Октябрьский ҡалаһында шундайыраҡ ялыуҙар менән полиция бүлегенә мөрәжәғәт итеүселәр йышайҙы.
Ысынлап та, ҡайһы ваҡытта күршеләргә, почтаға йә магазинға сыҡҡан арала ишекте бикләп тормайбыҙ шул. Ә уғрыларға шул ғына кәрәк.
Кемдең эше булыуы мөмкин? Әлбиттә, ҡала һынлы ҡалала ҡараҡты табыуы анһат түгел. Шулай ҙа полиция хеҙмәткәрҙәре уғрының эҙенә төшә – ул 40 йәштәрҙәге Руслан Иванов була. Ир урлашҡаны өсөн бығаса бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән.
Руслан үҙ ғәйебен танмай: асыҡ, бикләнмәгән ишектәрҙе һағалап ҡына йөрөй ҙә бесәй кеүек шым ғына инеп, арыуыраҡ күренгән әйберҙәргә айыу майы һөрткән икән. Кейемдәрҙе, телефондарҙы осһоҙораҡ хаҡҡа башҡа кешеләргә осорған, документтарҙы, янсыҡтарҙы, банк карталарын сүп һауыттарына быраҡтырған.
Хәҙер “фатир таҙартыусы”ның үҙенең намыҫын таҙартырға ваҡыт, ти тәртип һаҡсылары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 11

Алға, Башҡортостан!

Алға, Башҡортостан! 23.03.2019 // Сәйәсәт

Беҙгә хәҙер үткәндәрҙе хѳрмәтләп, уларҙан һабаҡ алып, киләсәккә ышаныс менән ҡарап, яңы үрҙәргә...

Тотош уҡырға 16

Төп көсөбөҙ – татыулыҡта

Төп көсөбөҙ – татыулыҡта 23.03.2019 // Сәйәсәт

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Федерация...

Тотош уҡырға 29

Өфөгә Валентина Матвиенко килде

Өфөгә Валентина Матвиенко килде 23.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостанға эш сәфәре менән Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко килде....

Тотош уҡырға 42

Яңы заман – яңы талаптар

Яңы заман – яңы талаптар 22.03.2019 // Сәйәсәт

“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика алдында киләһе...

Тотош уҡырға 25

Президент та оло баһа бирҙе

Президент та оло баһа бирҙе 22.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу айҡанлы төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 27

Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек

Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек 22.03.2019 // Сәйәсәт

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған...

Тотош уҡырға 37

Башҡорт АССР-ы наградалары

Башҡорт АССР-ы наградалары 22.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы дүрт дәүләт наградаһына – ССР Союзы ордендарына...

Тотош уҡырға 43

Яңы прокурор теҙгенде ҡаты тотмаҡсы

Яңы прокурор теҙгенде ҡаты тотмаҡсы 21.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостандың яңы прокуроры тәғәйенләнде. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был...

Тотош уҡырға 57

Ғәҙеллек һәм асыҡлыҡ яҡлы

Ғәҙеллек һәм асыҡлыҡ яҡлы 21.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһының яңы рәйесе тәғәйенләнде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 37

Ике ултырыш үткәрелә

Ике ултырыш үткәрелә 19.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 28 мартта Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 51

Марат менән Илгиз – еңеүсе

Марат менән Илгиз – еңеүсе 19.03.2019 // Сәйәсәт

Ниһайәт, бер нисә ай дауамында барған “Рәсәй лидерҙары” конкурсы тамамланды һәм уның еңеүселәре...

Тотош уҡырға 58