Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнһеҙ маҡтаныр, йүнле һаҡланыр
24 августа Украина Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн билдәләне. 1941 йылда Мәскәүҙә үткән парадҡа оҡшатырға тырышыптыр инде, Киевта ла ошондайыраҡ сара ойошторҙолар. Ә бит уйлап ҡараһаң, бынан 23 йыл элек, Беловежье шырлығында Рәсәй, Украина, Белоруссия етәкселәре Борис Ельцин, Леонид Кравчук, Станислав Шушкевич, Советтар Союзын тарҡатып, үҙҙәрен яңы бойондороҡһоҙ дәүләт етәкселәре тип иғлан иткәйне.


1991 йылда Рәсәй иң ҙур «һеңлеһе»н – Украинаны – башҡа союздаш республикалар менән бергә иреккә сығарҙы. Әйтергә кәрәк, Үҙәк Азия республикаларының береһе лә Союздан китергә теләмәгәйне. Нурсолтан Назарбаев, Ислам Кәримов, Асҡар Аҡаев яңыртылған берекмәлә ҡалыр өсөн бөтә көсөн һалды. 1992 йылдың 20 мартында Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе (БДБ) ултырышында Леонид Кравчук беренсе булып СССР-ҙың алтын запасын бүлешеү, БДБ-ны тарҡатыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Украина һуңынан да тарҡалыуға күп көс һалды. Уның арҡаһында берләшкән хәрби көстәр төҙөлмәне, уртаҡ банк та булдырылманы.
Яңы дәүләттең президенты булыу шатлығынан йомартланған Борис Ельцин ядро сумаҙанына алмашҡа СССР составындағы Ҡырым, Бәләкәй һәм Яңы Рәсәйҙән баш тартты. Һуңынан да Рәсәй төрлө сетерекле мәсьәләләрҙә «һеңлеһе»н ғәфү итә килде. Айырыуса «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа ҡағылғандарында.
РСФСР үҙенең бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкәндә ул саҡтағы Хөкүмәт етәксеһе Иван Силаевтың бик ҡыҙыҡ мәғлүмәт менән сығыш яһағаны хәтерҙә ҡалған. Йыл һайын РСФСР үрҙә телгә алынған союздаш республикаларға ярҙам йөҙөнән 46 миллиард һум аҡса ебәреп торған, был Рәсәй бюджетының 30 процентын тәшкил итә ине. Тимәк, 1990 йылда бер кешегә етештерелгән эске тулайым продукттың һәр һумынан РСФСР кешеһе 67 тинен «ашаған», ә ҡалғаны бүтәндәргә ярҙамға киткән. Ҡыҙыҡ өсөн башҡаларҙың һандарына күҙ һалайыҡ: Белоруссия – 77 тин, Украина – 1,07 һум, Молдавия – 1,37, Ҡырғыҙстан – 1,58, Латвия – 1,63, Ҡаҙағстан – 1,75, Литва – 1,79, Төркмәнстан – 1,88, Азербайжан – 2,01, Эстония – 2,27, Үзбәкстан – 2,64, Тажикстан – 2,84, Әрмәнстан – 3,11, Грузия – 3,95 һум. Был һандар Советтар Союзын ике генә республика тотоп килгәнен иҫбатлай. Ҡалғандары Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан, иҫәбенә йәшәгән. Халыҡ араһында таралған «Ташкент – икмәкле ҡала» тигән инаныу яһалма булдырылған, тимәк. Юҡҡа ғына СССР тарҡалғандан һуң беҙгә ошо республикаларҙан мигранттар ябырылманы. Климат шарттары Рәсәйгә ҡарағанда яҡшыраҡ булһа ла, яңы бойондороҡһоҙ дәүләттәр үҙ халҡын туйындырырлыҡ хәлдә түгел ине. Ә беҙҙең либералдар тарафынан гел тәнҡитләнеп килгән Белоруссия Советтар Союзында икенсе булып килгән Украинаны иҡтисади яҡтан уҙҙы ғына түгел, ә күпкә артта ҡалдырҙы. Ул ғына ла түгел, бөтә Рәсәйҙе үҙ тауары менән тәьмин итә. Ғөмүмән, бөгөн Украинаның иҡтисади үҫеш кимәле Ҡаҙағстан менән Төркмәнстан өсөн дә өлгө түгел. Иң бай булған Грузия ғына туйып һикерҙе шикелле – Украина менән мисәүҙә Рәсәйгә ҡаршы сығыш яһап, Европаға, НАТО-ға ынтылды. Әммә уйлағаны килеп сыҡманы – иң ярлы дәүләттәрҙең береһенә әйләнде.
Беҙҙең халыҡта «Еңел табылған елгә китә» тигән әйтем бар. Балтик республикалары ғына бойондороҡһоҙлоҡто көрәштә яулап алды – Вильнюс, Ригалағы сыуалыштарҙы иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ҡалғандарына был «бүләк» һауанан төштө. Үҙең тапмағандың ҡәҙере булмай шул.
Һөҙөмтәлә Рәсәйҙең иң яратҡан, иркәләгән «һеңлеһе»нән яман, әшәке бала «тыуҙы». Бойондороҡһоҙлоҡ башта «Майҙан» фарсына әйләнде, һуңынан Одесса һәм Донбасс трагедияһына әүерелде. Шуға 24 августа парад үткәргәнсе, йыназа уҡыу дөрөҫөрәк булыр ине. Беренсенән, тулыһынса АҠШ менән Евросоюздың ауыҙына ҡарап торған, икенсенән, «оло туғаны»нан айырылып китә алмаған дәүләтте бойондороҡһоҙ тип һанап булмайҙыр. Анархия хөкөм һөргән ерҙә дәүләт булмай, ә бер биләмә генә…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ғәҙеллеккә ихтыяж ҙур

Ғәҙеллеккә ихтыяж ҙур 22.02.2019 // Сәйәсәт

Бизнесҡа ҡулға алыу йәки штраф һалыу хәүефе янамаҫҡа, ә судтар үҙ эшенә ғәҙел һәм уйланылған...

Тотош уҡырға 33

"Минең өсөн һайлау алды кампанияһы күптән башланды"

"Минең өсөн һайлау алды кампанияһы күптән башланды" 21.02.2019 // Сәйәсәт

“Башҡортостан – мөмкинлектәр биләмәһе” йәштәр гражданлыҡ форумында бер егет Радий Хәбировҡа уның...

Тотош уҡырға 105

Башлыҡҡа ла ял кәрәк...

Башлыҡҡа ла ял кәрәк... 20.02.2019 // Сәйәсәт

Хаҡлы ялға китеү сәбәпле, 2010 йылдан төбәккә етәкселек иткән Ринат Хәйруллиндың отставкаһы ҡабул...

Тотош уҡырға 55

Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар

Баҡсасыларға “тәҙрә” уялар 19.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Федераль Йыйылыш ҡарамағындағы Закон...

Тотош уҡырға 62

Радий Хәбиров ғәфү үтенде

Радий Хәбиров ғәфү үтенде 18.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттәге оператив...

Тотош уҡырға 228

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар

Бәлиғ булдыңмы? Барыбер һатмаясаҡтар 18.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алкоголле эсемлектәрҙе һатыу рөхсәт ителгән йәште 18-ҙән 21...

Тотош уҡырға 58

Дмитрий Медведев баһа бирҙе

Дмитрий Медведев баһа бирҙе 14.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын...

Тотош уҡырға 103

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине

Депутаттар әүҙемерәк булһын ине 14.02.2019 // Сәйәсәт

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Өфө ҡала Советы ултырышында ҡатнашты....

Тотош уҡырға 72

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә

“Россельхозбанк” менән хеҙмәттәшлек үҫә 14.02.2019 // Сәйәсәт

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров...

Тотош уҡырға 83

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ

Илдең исемен үҙгәртәбеҙ 13.02.2019 // Сәйәсәт

Филиппин башлығы Родриго Дутерте илдең исемен "Махарлика Республикаһы" тип үҙгәртеү ихтималлағы...

Тотош уҡырға 101

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш

Ҡазанда – киңәйтелгән ултырыш 13.02.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт советының Ҡазанда Рәсәй...

Тотош уҡырға 94

20 февралдә була...

20 февралдә була... 11.02.2019 // Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин шаршамбы, 20 февралдә, Федераль Йыйылышҡа 15-се Мөрәжәғәтнамә менән...

Тотош уҡырға 192