Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡырымға яҫҡыныу урынһыҙ
Европа союзы менән Америка Ҡушма Штаттарының Ҡырымға ҡарата яңы санкциялар ҡабул итеүе, ЕС илдәрендә Рәсәйгә теләктәшлек күрһәтеүселәр барлыҡҡа килеүе, ҡурдтарҙың Мәскәүҙән ярҙам эҙләүе кеүек ваҡиғалар уҙған аҙнала иғтибар үҙәгендә булды.

Ҡыҫымға алмаҡсылар

Брюссель ҡалаһында Европа союзы илдәре етәкселәренең сираттағы саммиты булды, унда Украиналағы ваҡиғалар тикшерелде. ЕС Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушыл­ғанын һаман да тыныс ҡабул итә алмай, шул сәбәпле әлеге сарала был дәүләткә ҡарата яңы санкциялар иғлан ителде. Бынан ары Европа илдәре Ҡырымға инвес­тиция һалмаҫҡа, финанс, иҡтисади, сауҙа өлкәһендә бөтөнләй хеҙмәттәшлек алып бармаҫҡа тейеш булып сыға.
Санкцияларҙа Ҡырым Украинаның бер өлөшө тип күрһәтелгән. Ошолайтып булһа ла, ЕС был дәүләттең Рәсәй составында түгеллегенә баҫым яһамаҡсы. Быға тиклем Ҡырым ярымутрауында Германияның “METRO”, Францияның “Auchan” сауҙа селтәрҙәренең магазиндары бар ине, уларға эшмәкәрлеген туҡтатырға тура килә. Йәғни ЕС үҙе ултырған ботаҡҡа балта саба булып сыға. Өҫтәүенә Европаның автомобиль эшләгән предприятиеларының да ауыр хәлдә ҡалыуы ихтимал: уларға ла бынан ары Ҡырымға юл ябыла.
Иғлан ителгән санкциялар Ҡырымға бай­таҡ зыян вәғәҙәләй. Мәҫәлән, дәүләткә Украинанан бойондороҡһоҙ булыу өсөн яңы электр станциялары төҙөү талап ителә, уларға газ турбиналарын Европа илдәренән алырға тейештәр ине. Санкцияларға бәйле был эштең туҡталып ҡалыуы ихтимал.
Ҡырымға күмәкләп бер юлы ябыры­лыр­ға булдылар, күрәһең: һөжүмгә Вашингтон да ҡушылды. АҠШ президенты Барак Обама Украинаға ярҙам күрһәтеү, Рәсәйгә ҡарата өҫтәмә санкциялар иғлан итеү һәм Ҡырымды тулыһынса ҡулсала ҡалдырыу тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Тәүге икәүһен конгресмендар тәҡдим иткәйне. Хәҙер АҠШ Украинаға законлы нигеҙҙә яр­ҙам итә башлаясаҡ. Барак Обаманың указына ярашлы, Ҡырымды тулыһынса иҡти­­сади блокадала ҡалдырыу хаҡында һүҙ бара.
Американың Ҡырымға ҡарата иғлан иткән санкцияларына Канада ла ҡушылды. Икеһе лә был дәүләтте Рәсәй субъекты түгел, ә Украина биләмәһе итеп күрә. Был – уларҙың республикала уҙған референдумды танымауына дәлил.
АҠШ, Канада, ЕС илдәренең Ҡырымға ябырылыуы бер төптән эш итеүҙе күрһәтә кеүек, әммә тәү ҡарашҡа ғына шулай тойола. Ысынында араларында фекер айырмалығы байтаҡ. Мәҫәлән, Австрия канцлеры Вернер Фрайман: “Ни өсөн беҙ Рәсәй иҡтисадының түбән тәгәрәүенә, һумдың осһоҙлана барыуына һөйөнөргә тейеш? Ундағы хәлдәр иртәме-һуңмы башҡа илдәрҙә лә сағылыш табасаҡ –санкцияларҙы туҡтатырға ваҡыт”, – тип белдерҙе. Германия вице-канцлеры, Социаль демократтар партияһы етәксеһе Зигмар Габриэль Мәскәүҙең фекерен санк­циялар иғлан итеп кенә үҙгәртеп булмаҫын иҫкәртте. Европаның башҡа илдәрендә лә Рәсәйгә теләктәшлек күр­һәтеүселәр арта бара. Эйе, санк­цияларҙың мәғәнәһеҙ икәнлегенә төшөнә башланылар булһа кәрәк.

Ҡурдтар Мәскәүҙән ярҙам өмөт итә

22 декабрҙә Мәскәүгә Төркиә парла­ментының Халыҡ демократик партияһы етәксеһе, ҡурд оппозицияһы лидеры Сәлә­хетдин Демирташ килде. Билдәле булыуынса, ҡурдтар Төркиәлә үҙ автоно­мияһын булдырыу өсөн көрәш алып бара. Ундағы парламенттағы 550 депутаттың 27-һе – Халыҡ демократик партияһы вәкиле. Күп булмаһалар ҙа, ҡурдтарҙың Төркиәнең ижтимағи-сәйәси тормошонда өлөшө һиҙелерлек. Уларҙың бер лидеры, партия етәксеһе Абдулла Оджалан, террор ҡылыуҙа ғәйепләнеп, 1999 йылда төрмәгә ябылғайны. Сәләхетдин Демирташ уны азат итеү хаҡында һүҙ алып барҙы һәм был тәңгәлдә Мәскәүҙән ярҙам һорамаҡсы.
Күп булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡурдтар – үҙ дәүләте булмаған берҙән-бер милләт, тип әйтергә кәрәк. Улар Төркиә (15 – 18 миллион), Иран (6 – 8 млн), Ираҡ (6,5), Сүриә (1,5 – 2,2), Германия (800 мең) һәм башҡа илдәргә таралып йәшәй, фарсы теллеләр. Үҙ дәүләтселеген булдырыуға ынтылалар, әммә гел уңышһыҙлыҡҡа осрайҙар. Ҡурдтар Төркиәлә 30 йыл самаһы инде партизандар һуғышы алып бара. Ошо алышта ғына ла 40 мең тирәһе кеше үлгән. Сәләхетдин Демирташ төрөк­тәр менән ҡурдтар араһында барған был ыҙғышҡа сик ҡуйыу, ҡурд автономияһын булдырыу хаҡында фекерҙәрен еткерҙе.
Ошо аҙнала Мәскәүгә тағы ла бер вәкилдең – Сүриә ҡурдтары етәксеһе Сәлих Мөслимдең – килеүе көтөлә. Ул да халҡының мәнфәғәтен яҡлауҙа Рәсәй етәксеһенә өмөт бағлай. Быйыл декабрь башында Төркиә президенты Таип Эрдоган менән осрашҡанында Владимир Путин был мәсьәләне тыныс юл менән хәл итеү мөһимлегенә баҫым яһағайны. Ҡурдтар, илебеҙ етәксеһенең ошо һүҙҙәрен әләм итеп күтәреп, Төркиә менән Сүриә сигендә тыныс юл менән үҙҙәренә автономия булдырыуға өмөт итә. Тик мәсьәлә бик сетерекле, еңел генә хәл ителмәйәсәк. Ҡурдтар Төркиәлә лә, Сүриәлә лә оппозиционер булараҡ танылған, уларҙы күп осраҡта террорҙа ла ғәйепләйҙәр. Нисек кенә булмаһын, Мәскәүгә ярҙам һорап килеүҙәре Рәсәйҙең халыҡ-ара кимәлдәге абруйы һаҡланыуын күрһәтә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт

Халыҡ фекерендә – хәҡиҡәт 22.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Төбәк етәксеһе республика халҡы менән...

Тотош уҡырға 20

“Алда мөһим бурыстар тора”

“Алда мөһим бурыстар тора” 22.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламентының яңы һайланған депутаттар корпусы алдында бик мөһим бурыстар тора, тигән...

Тотош уҡырға 22

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Депутаттар таныҡлыҡ алды 22.09.2018 // Сәйәсәт

Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай...

Тотош уҡырға 21

Уңыш башы – ышаныс

Уңыш башы – ышаныс 21.09.2018 // Сәйәсәт

Эшлекле даирәләр донъя иҡтисадының нигеҙен билдәләй 18-19 октябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре...

Тотош уҡырға 28

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан”

“Бер-береңдә ышаныс тыуҙырыу өсөн уңайлы майҙан” 18.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында...

Тотош уҡырға 34

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостанда осрашасаҡ 18.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре өсөн фекер...

Тотош уҡырға 36

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы

“Реаль эштәр” — халыҡтың ышанысы 18.09.2018 // Сәйәсәт

Программа тормошто йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр”...

Тотош уҡырға 27

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары?

Кемдәр улар Ҡоролтай депутаттары? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың һайланған депутаттары...

Тотош уҡырға 94

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә?

Һайлау тамам. Артабан нимә көтөргә? 13.09.2018 // Сәйәсәт

Республика Конституцияһына ярашлы, парламенттың яңы составына һайланғандан һуң утыҙынсы көндә тәүге...

Тотош уҡырға 64

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ”

“Кешеләрҙе яҡларға тейешбеҙ” 12.09.2018 // Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров “Башинформ” агентлығында үткән...

Тотош уҡырға 66

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты 11.09.2018 // Сәйәсәт

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 54

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ

Йәмәғәтселек иңендәге ҙур яуаплылыҡ 11.09.2018 // Сәйәсәт

Ошо дәүләттә йәшәгәс, йәмғиәтебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булғас, сәйәсәттән ситләшеү, ул ғына...

Тотош уҡырға 40